Ислам шарттары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәд
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Ислам шарттарыИсламдың нигеҙе булып торған, бөтә мосолмандар өсөн мотлаҡ булған, шәриғәттең төп ҡанундары.

Исламдың биш шарты:

  1. Шәһәҙәт килтереү:

Шәһәҙәт: „Әшһәдү әл-ләә иләәһә илләл-лааһү үә әшһәдү әннә Мөхәммәдән ғәбдүһүү үә рәсүлүүлүһ“. Мәғәнәһе: „Аллаһтан башҡа һис бер тәңре юҡ. Хәҙрәти Мөхәммәд Уның ҡоло һәм Илсеһе икәнлегенә таныҡлыҡ бирәм“. Был изге һүҙҙәрҙе әйтеү - ислам динен ҡабул итеү, тигәнде аңлата. Кәлимәи Шәһәдәтте йыш ҡабатлап йөрөүҙең сауабы ҙур, уны тел һәм йөрәк менән ихлас, ысын күңелдән ышанып әйтер кәрәк.

  1. Намаҙ ҡылыу: көнөнә биш тапҡыр намаҙ ҡылыу.
  2. Ураҙа тотоу: һәр йыл Рамаҙан айында ураҙа тотоу.
  3. Зәкәт биреү
  4. Хаж ҡылыу: матди мөмкинселеге, һаулығы булған кешеләргә хажға барырға тырышырға кәрәк.