Әхтәмов Исмәғил Хәмит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Исмагил Хамитович Ахтямов битенән йүнәлтелде)
Әхтәмов Исмәғил Хәмит улы
Тыуған көнө

15 ғинуар 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Мәндәғол ауылы

Вафат булған көнө

3 июнь 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (71 йәш)

Вафат булған урыны

Башҡортостан Республикаһы Белорет ҡалаһы

Ил

 СССР
 Рәсәй

Эшмәкәрлеге

металлург

Наградалары һәм премиялары
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены
III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены
СССР Дәүләт премияһы — 1977

Әхтәмов Исмәғил Хәмит улы (15 ғинуар 1937 йыл3 июнь 2008 йыл) — металлург. СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1977). БАССР-ҙың атҡаҙанған металлургы (1981). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1977) һәм III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары (1975) кавалеры

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исмәғил Хәмит улы Әхтәмов 1937 йылдың 15 ғинуарында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Бөрйән районы Мәндәғол ауылында тыуған.

1944 йылда Күгәрсен районының Юлдыбай ауылында беренсе класҡа уҡырға бара. 1952—1953 йылдарҙа Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбендә уҡый.

Эшләгән урындары: 1955 йылдан 1959 йылға тиклем — Мораҡ МТС-ы комбайнёры, 1962—1966 йылдарҙа — Күгәрсен районында СПТУ мастеры, 1966—2000 йылдарҙа — Белорет металлургия комбинатында волочильщик.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • СССР Дәүләт премияһы (1977) — сәнәғәт ҡеүәтен срогынан алда үҙләштереүгә нигеҙләнеп, металлургия производствоһын һиҙелерлек күтәргән өсөн; яңы техника һәм технологияларҙы, инициативаны индереп, һәр эш урынында резервтарҙы тулы ҡулланыу һәм ярышып эшләүҙе үҫтергән өсөн.
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1977)
  • III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены (1975).

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

СССР Дәүләт премияһы лауреаты Әхтәмов Исмәғил Хәмит улы иҫтәлегенә ул уҡып киткән Иҫке Собханғол урта мәктәбе бинаһы фасадында мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]