Исмәғилев Зинфер Ришат улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Исмәғилев Зинфер Ришат улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 15 октябрь 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Нуриман районы, Байгилде
Һөнәр төрө химик
Эшмәкәрлек төрө Углехимия[d] һәм материалдар өйрәнеү
Эш биреүсе Институт катализа имени Г. К. Борескова СО РАН[d]
Федеральный исследовательский центр угля и углехимии СО РАН[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Уҡыу йорто Новосибирск дәүләт университеты[d]
Ғилми исем профессор[d]
Ғилми дәрәжә химия фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Георгий Константинович Боресков[d]
Кемдә уҡыған Георгий Константинович Боресков[d]

Исмәғилев Зинфер Ришат улы (15 октябрь 1947 йыл) — ғалим-химик, Күмер һәм күмер химияһы институты директоры, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, В. А. Коптюг исемендәге премия лауреаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зинфер Ришат улы Исмәғилев Башҡорт АССР-ы Нуриман районы Байгилде ауылында 1947 йылдың 15 октябрендә тыуған.

1969 йылда Новосибирск дәүләт университетын «химия» һөнәре буйынса тамамлай.

1973 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай (Рәсәй Фәндәр академияһының Себер бүлексәһендә Катализ институты аспирантураһын тамамлай).

1978—1979 йылдарҙа — Райс университетында (Хьюстон, Техас, АҠШ) саҡырыу буйынса эшләй.

1977—1989 йй. — Новосибирск дәүләт университетының уҡытыусыһы, физик химия кафедраһы доценты.

1979—1982 йй. — Новосибирск дәүләт университетының тәбиғи фәндәр кафедраһы деканының беренсе урынбаҫары.

1983 йылда Рәсәй Фәндәр академияһы Себер бүлексәһенең Г. К. Боресков исемендәге Катализ институтында лаборатория мөдире.

1988 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1988—1992 йй. — Тармаҡ-ара (МНТК) «Катализатор» фәнни-техник комплексының генераль директоры урынбаҫары.

1991 йылда уға профессор ғилми дәрәжәһе бирелә.

1992 йыл — НАТО-ның Франциялағы (Страсбург) Луи Пастер университетының саҡырылған профессоры.

1992, 1993 йй.— АҠШ-тың (Ричлэнд, Вашингтон) Төньяҡ-Көнбайыш университетында саҡырылған профессор.

2010 йылдан алып — Рәсәй Фәндәр академияһы Себер бүлексәһенең Күмер химияһы һәм химик материалдарҙы өйрәнеү институты директоры.

2001 йылда — РФА-ның Химия һәм материалдар тураһындағы фән бүлегенән мөхбир-ағза итеп һайлана.

2012 йылдан алып — Кузбасс дәүләт-техник университеты профессоры, күмер химияһы, пластмассалар һәм тирә-яҡ мөхитте инженерлыҡ һаҡлау кафедраһының мөдире.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәнни хеҙмәттәре гетерогенлы катализ, нефть‑күмер химияһы, углерод материалдар химияһы, функционаллы наноматериалдар һәм сәнәғәт экологияһына арналған.

Сфералы таратыусы һәм предприятиеларҙың ағыулы матдәләрҙе сығарыуын зарарһыҙландырыу өсөн керамик блоклы катализаторҙар эшләү технологияһын уйлап сығарған һәм камиллаштырған, шулай уҡ көкөрт водородының әселәнеү (окисление) процесын элементлы көкөрткә әйләндереү, радиоактив ҡалдыҡтарҙы утилләштереү технологияһын, углеродлы нано киҫәксәләрҙе синтезлауҙың фәнни нигеҙҙәрен (күмер шахталарындағы метанды утилләштереүҙе), наноторбаларҙы азот атомдары менән структуралы модификациялауҙы уйлап сығарған.

Уран оксидтарының рентгеноаморфлы нано үлсәмле структуралы термоактивация күренешен асҡан. Экологик яҡтан таҙа «Термокат» каталитик каминдарын һәм КТГ (Новосибирск) маркалы сәнәғәт һауа йылытҡыстарын сәнәғәттә эшләп сығарыуҙы ойошторған.

Исмәғилев Зинфер Ришат улы 800-ҙән артыҡ ғилми хеҙмәттәрҙең авторҙашы һәм ул 140 автор таныҡмалары һәм уйлап сығарыу патенттарына эйә, шуларҙың 10 патенты көнбайыш илдәрендә.

Баҫма хеҙмәттәре һаны — 626, цитаталап ҡулланылыу һаны — 3470, Хирш индексы — 26[1].

Йәмғиәт-фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғилми-ойоштороу эшмәкәрлеге:

  • Катализ буйынса РФА Ғилми советы ағзаһы
  • Ҡаҙылмалар химияһы һәм яңырыусан углеродлы сеймал химияһы буйынса РФА ғилми советы ағзаһы
  • Рәсәй Фәндәр академияһы Себер бүлексәһенең химия фәндәре буйынса Берләшкән ғилми советы ағзаһы
  • Рәсәй Фәндәр академияһы Себер бүлексәһенең Кемерово ғилми үҙәге Президиумы ағзаһы
  • Рәсәй Фәндәр академияһы Себер бүлексәһенең Кемерово коллектив файҙаланыу үҙәгенең ғилми етәксеһе
  • Өс - Рәсәй һәм ике халыҡ-ара ғилми журналдың редколлегия ағзаһы
  • ЕМRS материалдар өйрәнеүҙең Европа йәмғиәте ағзаһы
  • ACS америка химик йәмғиәтенең ағзаһы

Исмәғилев Зинфер етәкселегендә 3 докторлыҡ һәм 24 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рәсәй Фәндәр академияһы Себер бүлексәһе Президиумының Маҡтау грамотаһы (1993)
  • ВВЦ миҙалдары(1995, 2000)
  • Брюсселдең «Эврика» күргәҙмәһе миҙалы (1997)
  • {0РФ-ның Атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999)
  • РФА Президиумы Маҡтау грамотаһы (1999, 2007)
  • Рәсәй космонавтика федерацияһының академик В. П. Макеев исемендәге миҙалы (2000)
  • Г. А. Сакович, А. Н. Загоруйко менән берлектә 2005 йылда « Тирә-яҡ мөхитте яңы каталитик технологиялар менән һаҡлау һәм бейек энергетикалы материалдарҙы утилләштереүҙе уйлап сығарыу һәм производствоға индереү» хеҙмәте өсөн В. А. Коптюга исемендәге премия
  • Новосибирск өлкәһе Губернаторының Рәхмәт хаты (2008)
  • Кузбастың Маҡтау ордены (2013)
  • Менделеев йәмғиәтенең байтаҡ грамоталары

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]