Исмәғилилек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Исмәғилилек
Рәсем
Рәсми сайт theismaili.org
the.ismaili
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 24 464
 Исмәғилилек Викимилектә

Исмәғилилек (ғәр. الإسماعيلية‎ — al-ʾIsmāʿīlīyah; рус. Исмаилизм) — Исламдың шиғый тармағындағы, VIII быуат аҙағына барып тоташҡан дини хәрәкәттәр берлеге. Һәр хәрәкәттең имамдар иерархияһы бар. Низәриҙәр имамы, исмәғилиҙәрҙең иң ҙур һәм билдәле йәмәғәте — Аға Хан нәҫеле буйынса тапшырыла. Әлеге ваҡытта исмәғилиҙәрҙең был тармағында Аға Хан IV имам булып тора.

Ҡаһирәлә әл-Хәким мәсете, Фатимиҙар хәлифәһе әл-Хәким Биғәмриллаһ төҙөткән. Мысыр

Ағымдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Низәриҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Исмәғилиҙәр йәмғәтенең күпселек өлөшө, исмәғили-низәриҙәр, бөгөн шаһзат IV Кәрим Аға Ханды үҙенең 49-сы имамы тип таный, улар раҫлауынса, нәҫеллек Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы Фатима һәм Уның ике туған ҡустыһы һәм кейәүе хәҙрәте Али аша килеп сыға.

Мостағәлиҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мостағәлиҙәр Мысырҙа йәшәү урындары булдырып, исмәғилилектең урталыҡты тотҡан тармағы булып китә. XI быуатта мостағәлиҙәрҙең күпселеге Һиндостан эмиграцияға китә. Фатимиҙар хәлифәлеге ҡолатылғандан һуң мостағәлиҙәрҙең рухи үҙәге Йәмәнгә, ХVIII быуат башында Һиндостанға күсенә.

Амбиграмма. «Мөхәммәт» (ғәр. محمد‎) исеме 180 градусҡа бороп уҡығанда «Али»(ғәр. علي‎ исеме килеп сыға

Друздар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Друздар, исмәғилиҙәргә яҡын этноконфессиональ община, уларҙан IX быуат башында айырылып сыҡҡан. Друздар йәндәрҙең күсеүенә һәм Аллаһтың кешеләрҙә кәүҙәләнеш алыуына ышана. Уларса Аллаһ һуңғы тапҡыр хәлифә әл-Хәкимдә һынланыш тапҡан булған.

Друздарҙың күпселеге үҙҙәрен мосолман тип һанамай[1][2][3] друздарҙың үҙҙәр ләә шулай уҡ ортодоксаль ислам мәҙһәбтәре фекеренсә лә мосолман түгел[4][5]. Ибн Тәймиә — исламдың күренекле дин белгесе, друздарҙың мосолманлығын инҡар иткән[6] . Ғосман империяһы друздарҙы эҙәрлекләүҙәрен аҡлау өсөн Ибн Тәймиәнең дини ҡарарына йыш ҡына таяна[7].

Таралыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөгөн исмәғилилек Тажикстандың Таулы Бадахшан автономиялы өлкәһенең (ГБАО) күпселек өлөшөндә (бигерәк тә көньяҡта һәм үҙәктә) өҫтөнлөклө булып тора. Шулай уҡ памир халыҡтары араһында тажиктарҙың бәләкәй генә бер өлөшө шул инаныста. Исмәғилиләрҙе Афғанстанда, Пакистанда, Йәмәндә, Ливанда, Малайзияла, Сүриәлә, Иранда, Сәғүд Ғәрәбстанында, Һиндостанда, Иорданияла, Ираҡта, Көнсығыш Африкала, Анголала, Бангладешта һәм Көньяҡ Африка Республикаһында,шулай уҡ в Европала, Канадала, Австралияля, Яңы Зеландияла, АҠШ-та, Тринидад һәм Тобагола табырға мөмкин[8][9].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Исмәғили әҙәбиәт
  • Исмәғилиҙәрҙең ҡәлғәләре исемлеге

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. J. Stewart, Dona. The Middle East Today: Political, Geographical and Cultural Perspectives. — Routledge, 2008. — С. 33. — ISBN 0415782449.

  2. De McLaurin, Ronald. The Political Role of Minority Groups in the Middle East. — Michigan University Press, 1979. — С. 114. — 316 p. — ISBN 0030525969.

  3. James Lewis. The Encyclopedia of Cults, Sects, and New Religions. — Prometheus. — 951 p. — ISBN 1573928887.
  4. D. Grafton, David. Piety, Politics, and Power: Lutherans Encountering Islam in the Middle East. — Pickwick Publications, 2009. — С. 14. — 312 p. — ISBN 1606081306.

  5. R. Williams, Victoria. Indigenous Peoples: An Encyclopedia of Culture, History, and Threats to Survival [4 volumes]. — ABC-CLIO, 2020. — С. 318. — 1248 p. — ISBN 144086117X.

  6. Roald, Anne Sofie. Religious Minorities in the Middle East: Domination, Self-Empowerment, Accommodation.. — BRILL, 2011. — С. 255. — ISBN 9789004207424.

  7. S. Swayd, Samy. The Druzes: An Annotated Bibliography. — Ises Pubns, 1998. — С. 25. — 199 p. — ISBN 0966293207.
  8. Dr. Sarfaroz Niyozov. Shiʻa Ismaili Tradition in Central Asia – Evolution, and Continuities and Changes (ингл.). University of Toronto.
  9. Daftary, 2020 [1998]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

на русском языке

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]