Испания

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Испания Короллеге
Reino de España
Flag of Spain.svg Escudo de España ajustado a la norma heráldica.svg
Флаг Герб
Девиз: «Plus Ultra
Гимн: «Marcha Real»
EU-Spain.svg
Испания йәшел төҫ менән күрһәтелгән:
— Европала асыҡ йәшел һәм һоро
Европа союзында асыҡ йәшел төҫтә
Нигеҙләнгән 1469 йыл
1515 йыл (берҙәм монархия)
Рәсми телдәр испан [1]
Баш ҡала Мадрид
Эре ҡалалар Мадрид, Барселона, Валенсия, Севилья
Идара итеү төрө Конституцион монархия
Король
Хөкүмәт рәйесе
Филип VI
Мариано Рахой
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
50
504 782 км²
1,04
Халыҡ
• Һаны (2016)
• Халыҡ тығыҙлығы

46 524 943 чел. (29)
92,19 чел./км²
ВВП
  • Бөтәһе (2008)
  • Бер кешегә

1,622 трлн.[2] долл. (9)
35557[2] долл.
Этнохороним испанлылар
Валюта евро (€) (EUR, код 978[3]
Интернет-домен .es [4]
Код ISO ES
МОК коды ESP
Телефон коды +34
Сәғәт бүлкәте +1, йәй +2
  1. Аран, баск, каталан, галисий — региональ телдәр
  2. 2,0 2,1 Халыҡ-ара валюта фонды (апрель 2008)
  3. До 1999 — Испанская песетаһы.
  4. Шулай уҡ Европа союзы ағзаһы булараҡ .eu.

Координаталар: 39°55′36″ с. ш. 1°48′06″ з. д. / 39.92667° с. ш. 1.80167° з. д. / 39.92667; -1.80167 (G) (O)


Испа́ния (исп. España), рәсми исеме — Испа́ния Короллеге (исп. һәм галис. Reino de España, кат. Regne d'Espanya, баск. Espainiako Erresuma, окс. Reialme d'Espanha, Ҡалып:Lang-ast) — Европаның көньяҡ-көнбайышындағы дәүләт, баш ҡалаһы Мадрид. Испания Пиреней ярымутрауының ҙур өлөшөн биләй.

Ҡайһы бер юрама буйынса Испания һүҙе финикия телендәге «и-шпаним» һүҙенән — «ҡуянлы яр» тигәнде аңлата.

Майҙаны 504 645 км, ҙурлығы буйынса Европала, Рәсәй, Украина, Франциянан һуң дүртенсе урында. Испанияның диңгеҙ өҫтөнән уртаса бейеклеге 650 м. Европалағы иң таулы илдәрҙең береһе.

Сиктәш илдәр:

  1. Пиреней ярымутрауының көнбайышынан Португалия;
  2. Пиреней ярымутрауының көньяғына Британия биләмәһе Гибралтар;
  3. Төньяҡ Африкалағы Марокко (ярыманклавы Сеута һәм Мелилья);
  4. Франция әм Андорра төньяҡтан.

Испанияның административ бүленеше буйынса — илдең составына 17 автономиялы берләшмә һәм 2 автономиялы ҡала инә.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Испанияның тарихын бер нисә заманға бүлергә була:

  • Рим империяһына тиклем. Ул заман б.э.т. 3-2 меңйыллығында булған Тартесс цивилизацияһы менән бәйле. Тартесс дәүләтенән Финикияға металл еткерелгән. Шул уҡ ваҡытта финикиялылар Пиререней ярымутрауында колониялар төҙөп өлгөргән. Шахталарҙың ресурстары бөткәҫ Тартесс цивилизацияһыла ҡырылды. Шул уҡ саҡта Испанияның көнсығышында иберия ырыуҙары ултыра башланы. Уларҙың телдәре һәм культураһы тартесстарға туған булмаған, әммә тартесстар уйлап сығарған имлә менән ҡулланғандар. Б.э.т. 1 мең йыллыҡта хәҙерге Испанияның территорияһына кельттар инә башлаған. Ибериялылар һәм кельттар аралашыуынан яңы кельтиберия культураһы барлыҡҡа килә. Шул ваҡытта кельтиберия культураһы хәҙерге ғалимдарға күп һорауҙар ҡалдырған. Финикияның Испания илдәренә төп булыуы б.э.т 210 йылына тиклем барған.
  • Рим империяһы заманы. Б.э.т. 210 йылында Рим ғәскәрҙәре Пиренея ярымутрауын яуланын башлай. Оҙаҡ быуаттар барған Перенеяны яулап алыу һуғышын Рим дәүләте беҙҙең эраның 19-сы йылында ғына тамамлай. Яулап алынған Пиренея халыҡтары рим ассимиляцияһына эләгәлә юҡҡа сыға. Римдың Испания провинцияһы империяның Италиянан һуң торған төп провинция һымаҡ һаналған. Унда сауҙа, ауыл хужалығы, сәнәғәт ныҡ үҙгәргән булған. Оло Плиний яҙыуы буйынса хәҙерге Испания территорияһында 360 ҡала һаналған.
  • Вестготтар заманы V быуаттың башында Испания территорияһына аландар, вестготтар һәм башҡа варвар ырыуҙары инеп үҙенең илдәрен төҙөй башлайҙар. Әммә яңы властарҙың сәйәсәте, эске талашыуҙар берҙәм милләт төҙөй алмаған. 589 йылда вестготтар короле христианлыҡ диненә күсә, ә VII быуатта йәһүдтәр һәм башҡа диндәргә ҡараған әҙәмдәр ҡыуыла башлай.
  • Мосолмандар заманы-Реконкиста. 711 йылда вестготтарҙың бер биләмәһе төньяҡ Африканан бербер һәм ғәрәптәрҙе ярҙамға саҡыра. Тариҡ ибн Зийәттең Ғәрәптәр әрме корпусы 711 йылда Херес-де-ла-Фронтера эргәһендәге яуҙа еңеп вестготтар дәүләтен юҡҡа сығара. Шул уҡ йылдан 719 йылға тиклем бөтә Испания территорияһы Омейяд хәлифәтенең составында инә. Ә ҡалған вестготтар хәҙерге Испанияның төньяҡ-көнбайшына китәлә бер нисә короллекте барлыҡҡа китерә. 755 йылда Кордова Әмирлегенә әйләнә лә 929 йылда хәлифәт статусын ала. Әммә хәлифәт статусы илдең бөтөүенән яҡламай. 976 йылдан башлап илде үҙ-ара талашыуҙар, ҡыҫҡа ваҡытлы илдәр килеп сыға башлай. Шул арала христианлыҡ яҡлыларҙың көстәре арта — улар бер нисә берҙәм дәүләт төҙөй алған. Леон, Наварра корллектәре аша яңы Испан иленең фундаменты һалына. Ә мосолмандар дәүләтлеге аҙаҡы илкәйе Гренада әмирлеге менән 1492 йылда юҡҡа киткән. Испандарҙың шул үҙаллы дәүләтен ҡайтарыу замандары — Реконкиста тигән атама бирелгән.
  • Испанияның алтын заманы. 1492 — 1659 йй. Ул заман Бөйөк географик асыуҙар ваҡыты менән бәйле. Ул заманда Испания колониялар яулап ала. Уның ҡулына яңы асылған Америка ҡитғаһынан иң күп колония эләгә.
  • XVII б. — 1976 й. XVII быуатта Испанияның бөйөк иленән бер нимәлә ҡалманы. Ул банкротлыҡ, династияларҙың алмаштырыуы (XVIII—XIX бб.) күрә, XIX быуатта колонияларын юғалта башлай, граждандар һуғыштары уҙа, 1873-1874 й. ҡыҫҡа ваҡытҡа Испания республика статусын яулай. Әйтергә кәрәк Испания 1936 йылға тиклем тыныс күрмәгән. 1975 й. тиклем — Франко эпохаһы. Франко режимы фашизмға яҡын бер партиялы авторитаризм формалағы ил төҙөгән. 1939—1945 й. Испания һуғыштан ситтә торған. Әммә Ленинград блокадаһында Герман әрмеһе яҡлап Испаниянан «Күк дивизия»(División Azul) ҡатнашҡан булған. 1947 й. Ф.Франко Испан короллеген реставрациялау тураһында иғлан итте, әммә яңы королдең исемен 1969 й. тиклем әйтмәне. 1969 йылда Фр. Франко Хуан-Карлос де Бурбонды яңы испан короле итеп иғлан итте. Хуан-Карлос де Бурбон
  • 1976 й. — хәҙерге ваҡыт. Франко үлгәс кенә Хуан-Карлос власты үҙенең ҡулында алды. Уның власть заманы 2014 йылға тиклем уҙҙы. 2014 й. Хуан-Карлос власын үҙенең улына -Филипп VI-ға бирҙе. Хуан-Карлос ваҡытында демократик реформалар үткәрелгән, 1982 й. яңы Конституция рөсхәт ителде.[1][2][3]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Европа илдәре
Австрия · Әзербайжан* · Албания · Андорра · Беларусь · Бельгия · Болгария · Босния һәм Герцеговина · Ватикан · Бөйөк Британия · Венгрия · Германия · Греция · Грузия* · Дания · Ирландия · Исландия · Испания · Италия · Ҡаҙағстан* · Латвия · Литва · Лихтенштейн · Люксембург · Македония · Мальта · Молдова · Монако · Нидерландтар · Норвегия · Польша · Португалия · Рәсәй* · Румыния · Сан-Марино · Сербия · Словакия · Словения · Төркиә* · Украина · Финляндия · Франция · Хорватия · Черногория · Чехия · Швейцария · Швеция · Эстония

Аланд утрауҙары · Гибралтар · Шпицберген


Косово · Днестр буйы республикаһы


Европала һәм Азияла*
LocationEurope.png
  1. Һанлы исемлектең бер юлы
Европа Берләшмәһе
АвстрияБельгияБолгарияБөйөк БританияВенгрияГерманияГрецияДанияИрландияИспанияИталияКипрЛатвияЛитваЛюксембургМальтаНидерландтарПольшаПортугалияРумынияСловакияСловенияФинляндияФранцияЧехияШвецияЭстония
  1. [История Испании]
  2. [[1]]
  3. [[2]]