Испан ауылы (Барселона)
Испан ауылы | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 1929 |
---|---|
Нигеҙләүсе | Жозеп Пуч-и-Кадафалк[d] һәм Ramon Reventós i Farrarons[d] |
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Барселона, Сантс-Монтжуик[d] һәм Монжуик[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Барселона, Барселонес[d] |
Архитектор | Francesc Folguera[d] |
Архитектура стиле | историзм[d] |
Рәсми асылған ваҡыты | 1929 |
Мираҫ статусы | Cultural Asset of Local Interest[d] |
Майҙаны | 49 000 ± 1 квадрат метр |
Адрес | Av. Marquès de Comillas, 13 |
Почта индексы | 08038 |
Рәсми сайт | poble-espanyol.com |
![]() |
Испан ауылы (кат.Poble Espanyol, исп.Español Pueblo) — Барселонала Монтжуик тауында урынлашҡан архитектура-этнография парк-музейы, 1929 йылда төҙөлгән.

Тарихы һәм архитектураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
XX быуаттың дүрт интеллектуалы, архитекторҙар Ревентос һәм Фолгер, рәссамдар Ногес һәм Утрийо, Пуч-и-Кадафалк менән дәртләндерелеп, натураль ҙурлыҡтағы архитектура комплексы асалар. Испан ауылы 1929 йылда Барселоналағы халыҡ-ара күргәҙмәгә асыла һәм баштағы ҡиәфәтендә һаҡлана.
Испан ауылын төҙөүселәр үҙенсәлекле өлгө эҙләп 1600 ауылға бара. Эш һөҙөмтәһе булып 42 000 м2 участка була, унда Испанияның төрлө төбәктәренән 117 йорттоң, урамдарҙың һәм майҙандарҙың күсермәһе урынлашҡан. Ҡайһы бер йорттар натураль ҙурлыҡта башҡарылған, башҡалары оригинал биналарҙың кесерәйтелгән күсермәһе булып тора. Испан ауылы биләмәһендә урынлашҡан биналар араһында —Утебо башняһы (Арагон), Авиланан инә торған ҡапҡалар йәки бөтөн бер кварталды барлыҡҡа килтергән йорттар бар. Дөйөм 400 м² майҙанда Барселонаның тирә-яғы өсөн хас булған аграр хужалығы өлгөләре урынлашҡан[1].
Сәнғәт һәм һөнәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Испан ауылы шулай уҡ Һөнәрселәр ауылы булараҡ билдәле Тиҫтәләгән йылдар дауамында уның халҡы ҡунаҡтар менән үҙҙәренең шөғөлө менән ихлас уртаҡлашҡан. Әлеге ваҡытта бында 20-нән артыҡ һөнәрселек оҫтаханаһы урынлашҡан, килеүселәр унда быяла өрөүсе, итекселәр һәм башҡа оҫталарҙың эшен күҙәтә ала. Сувенир кибеттәре менән бер рәттән Испан ауылы биләмәһендә кафе, бар, ресторандар эшләй. Төп майҙаны йәйге ваҡытта концерттар үткәреү урыны булып хеҙмәт итә[1].
Эш графигы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- дүшәмбе — 09-00 сәғәттән алып 20-00 сәғәткә тиклем
- шишәмбе-йәкшәмбе, кесаҙна — 09-00 сәғәттән алып 00-00 сәғәткә тиклем
- йома — 09-00 сәғәттән алып 03-00 сәғәткә тиклем
- шәмбе — 09-00 сәғәттән алып 04-00 сәғәткә тиклем
Парк-музейға Монтжуик тауының йәйәүлеләр аллеяһы буйлап, шулай уҡ Испанияның майҙанынан Монжуик ҡәлғәһенә тиклем йөрөгән автобустар менән барырға була.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Хомбург, Эльке Барселона. Путеводитель . Дата обращения: 30 август 2015.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() |
Испан ауылы (Барселона) Викимилектә |
---|