Истанбул
Ҡала
|
Истанбу́л (төр. Istanbul) — Төркиә Йөмһүриәттә иң ҙур һәм иң әһәмиәтле ҡала булып иҫәпләнә, диңгеҙ порты. Бер үк исемле Истанбул вилайәте үҙәге. Элекке Рим, Византия, Латин һәм Ғосман империяларының баш ҡалаһы. Босфор боғаҙы ярында урынлашҡан. Ҡаланың ҙур өлөшө Европала, бәләкәйе — Азияла төйәкләнгән. Европала иң ҙур ҡала[1].
Йөкмәткеһе
Тарихы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
Хәҙерге Истанбул ерендә тәүге кешеләр неолит дәүерендә үк йәшәгән . Б.э. тиклем 6700 йылда кешеләр йәшәгәне билдәле[2].
Византий[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
Б.э. тиклем 685 йылда Грецияның Мегара ҡалаһынан күсенеүселәр Азия өлөшөндә Халкедон исемле ҡасабаға нигеҙ һала. Б.э. тиклем 667 йылдан ҡасаба Византий тип аталып йөрөй.
| Галат башняһы | Еребатан ер аҫты һыу һаҡлағысы | Валента акведугы | Византий Акрополь колонналары, Топкапа һарайы | Константинополь кәлғәһенең реставрацияланған стена |
Рим Империяһы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
324 йылда Византийҙың императоры Бөйөк Константин ҡалаға Константинополь исеме бирә, Константинополь Византийҙың баш ҡалаһы булып китә. Географик һәм стратегик йәһәттән уңайлы урынлашыуы сауҙа үҫешенә һәм ҡаланың сәскә атыуына килтерә. Ҡала Босфор боғаҙы ярында урынлашҡан, унан Ҡара диңгеҙ һәм Эгей диңгеҙе аша Европа-Азия сауҙа юлдары асыла. Әммә, шундай уңайлыҡтары арҡаһында бик күп һөжүмдәр ҡабул итергә тура килә.
Ғосман империяһы осоро[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
XV быуатта солтан Мәхмүд II Константинополде яулап ала. Ҡануни ҡушаматлы Сөләймән идара иткән ваҡыт (1520—1566 йылдар) Истанбул өсөн «Алтын быуат» осоро тип иҫәпләнә. Ғосман империяһы~ өсөн оло әһәмиәткә эйә булыр дәрәжәлә ҙурайған Истанбулда яңы мәҙрәсәлар, мәсеттәр һәм йорттар төҙөлөшө үҫеш ала.
XV быуатта Истанбулға Европа мәҙәниәте, барокко һәм рококо архитектура стиле, Европаса тегелгән кейем һәм башҡа яңылыҡтар үтә башлай. Француз теле модаға инә.
1845 йылда даими үтеп булған Галат күпере, 1850 йылда Босфорҙа пароходтар йөрөй башлай. 1871 йылда трамвай юлы һалына, ә 1875 йылда бәләкәй генә метро — Тюнель асыла. 1889 йылда пассажир тимер юлы «Париж-Истанбул» («Көнсығыш экспресс») файҙаланыла башлай. XIX быуат аҙағына ҡалала заманса һыу һәм электр менән тәьмин итеү системаһы сафҡа инә.
| 6 минареттар менән Күк йәки Султанәхмәт мәсете. 1609—1616 йылдарҙа төҙөлгән | Сөләймәниә мәсете Сөләймән I бойроғо буйынса 1550—1557 йылдарҙа төҙөлгән. | Соколла Мехмед-паша мәсете. 1571—1572 йылдарҙа төҙөлгән. | Мөхәммәд (пәйғәмбәр) байраҡ тотоусы Әйүп султан мәсете. 1458 йылда төҙөлә. Константинопольды алғас, ҡалала османдарҙын беренсе төҙөлгән мәсет. | Рөстәм-паша мәсете. 1561—1563 йылдарҙа төҙөлә. |
| Румелихисар кәлғәһе Мехмед II султан бойроғо буйынса 1452 йылда төҙөлгән | Румелихисар кәлғәһенән күренеш | XIX буатта асылған Археология музей (Осман Хамди-бей ярҙамы буйынса) | Бейлербей һарайы. Необорока стилендәге йорт 1861—1865 йылдарҙа төҙөлә. Осман султандарҙын йәйге резиденцияһы. | Осман султандарҙын 1854 йылға тиклем резиденцияһы — Топкапы Һарайы. 1465—1478 йылда төҙөлә. |
Төркиә Йөмһүриәте[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
1923 йылдың октябрендә төрөк милли хәрәкәт башлығы Мостафа Кәмал Ататөрк хакимиәткә килә һәм Төрөк Республикаһы иғлан ителә, баш ҡала функцияһы Анкараға тапшырыла.
Беҙҙең көндәрҙә Истанбул эре дини һәм мәҙәни үҙәк булып ҡала.
| Isbank Tower 1 башняһы 1998—2000 йылда төҙөлгән | Олимпия стадионы. 2008 йылдағы Олимпия уйындарын үткәреү өсөн көрәш ваҡытта Төркиә стадионды төҙөй. Ләкин уйындар Пекинда үткәрелә. | Абди Ипекчи Арена 1986 йылда асыла | Ататөрк мәҙәни үҙәге | Босфор боғаҙ аша беренсе аҫылма күпер.. 1970—1973 йылдарҙа төҙөлә | Истанбул Сапфир |
Белем алыу[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
Ҡалала биш дәүләт университет эшләй: Истанбул университеты (140 мең студент уҡый), Истанбул техник университеты, Мәрмәр университеты (55 мең студент уҡый), Босфор университеты, Юлдуз Техник Университеты, Галатасарай университеты.
География[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
Урыны[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
Истанбул Төркиәнең төньяҡ-көнбайышындағы Босфор боғаҙының ярындағы убаларҙа һәм көньяҡтан Мәрмәр диңгеҙе ярында урынлашҡан. Үҙ сиратында ҡаланы Алтын мөгөҙ ҡултығы ике өлөшкә бүлә. Ҡаланың майҙаны — 5 343 км².
Истанбул ифрат уңайлы урынға эйә — ҡала ике материк сигендә урынлашҡан, Европа менән Азияны тоташтырып тора, Ҡара диңгеҙҙән Мәрмәр диңгеҙгә һәм артабан Урта диңгеҙгә сығып була.
Климаты[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
Ҡышын Истанбулда уртаса температура +3 °C һәм 9 °C араһында. Ҡыш һалҡынса һәм еүеш. Истанбулда температура 21 көн самаһы 0 °C-тан түбәнерәк була. Һәр ҡыш тиерлек ҡар яуа[3].
Яҙ һәм көҙ һауа торошо йылы ғына, әммә тотороҡло түгел, ҡапыл һыуытып та, йылытып та ебәрә.
| Ҡала климаты | |||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
| Абсолют максимум, °C | 18,3 | 24,0 | 26,2 | 32,9 | 33,0 | 40,2 | 40,5 | 38,8 | 33,6 | 34,2 | 27,2 | 21,2 | 40,5 |
| Уртаса максимум, °C | 8,7 | 9,1 | 11,2 | 16,5 | 21,4 | 26,0 | 28,4 | 28,5 | 25,0 | 20,1 | 15,3 | 11,1 | 18,4 |
| Уртаса температура, °C | 5,9 | 5,9 | 7,6 | 12,1 | 16,7 | 21,0 | 23,4 | 23,6 | 20,2 | 16,0 | 11,9 | 8,2 | 14,3 |
| Уртаса минимум, °C | 2,9 | 2,8 | 3,9 | 7,7 | 12,0 | 16,0 | 18,5 | 18,7 | 15,5 | 12,0 | 8,5 | 5,3 | 10,3 |
| Абсолют минимум, °C | −10,4 | −16,1 | −7 | −0,6 | 3,6 | 8,0 | 10,5 | 8,2 | 5,2 | 1,0 | −4 | −9,4 | −16,1 |
| Яуым-төшөм нормаһы, мм | 101,2 | 79,3 | 69,8 | 45,4 | 35,2 | 37,5 | 38,9 | 48,9 | 62,7 | 100,8 | 108,5 | 124,5 | 850,3 |
Истанбул райондары[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
Тарихи райондар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
Европа:
Азия:
Административ бүленеш[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
Истанбул 39 илсәнән (муниципаль райондан) тора.
Транспорт[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
Истанбулды ике аэропорт хеҙмәтләндерә: Мостафа Кемаль Ататөрк исемендәге аэропорт (Havalimani) (европа яғында) һәм Сабиха Гёкчен исемендәге аэропорт (азия яғында). Шулай уҡ ике тимер юл вокзалы ла бар. Сиркеджи тимер юл вокзалы (европа яғында) Европаға регуляр рейстар бар. Хайдарпаша тимер юл вокзалынан (азия яғында) Дамаскҡа, Багдадҡа һәм башҡа азия ҡалаларына рейстар бар.
| Мостафа Кемаль Ататөрк исемендәге аэропорт (европа яғында) | Сиркеджи тимер юл вокзалы (европа яғында) | Хайдарпаша тимер юл вокзалы (азия яғында) | Автовокзал | Сабиха Гёкчен исемендәге аэропорт (азия яғында) |
Истанбул метрополитены[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
Ҡалала 2000 йылдан метрополитен эшләй. Уның составында 66 станция (2014 йыл).
М1А (күк) юлы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
- Мостафа Кемаль Ататөрк исемендәге аэропорт (Havalimani)
- Донъя Истанбул сауҙа үҙәге (DTM Istanbul Fuar Merkezi)
- Енибоша (Yenibosna). Станция Енибоша микрорайонында урынлашҡан, Бахчелиэвлер районы.
- Атакөй -Шириневлер (Ataköy — Şirinevler). Станция Шириневлер микрорайонында урынлашҡан, Бахчелиэвлер районы.
- һәм башҡа
Туғанлашҡан-ҡалалар[4][үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
Астана, Ҡаҙағстан
Алма-Ата, Ҡаҙағстан
Амман, Иордания
Афины, Греция
Баку (Әзерб. Bakı), Әзербайжан
Барселона, Испания
Бейрут (ғәр. بيروت), Ливан
Берлин (нем. Berlin), Германия (1988)
Будапешт, Венгрия
Буэнос-Айрес, Аргентина
Варшава, Польша
Венеция, Италия
Гавана, Куба
Грозный, Рәсәй
Джакарта, Индонезия
Джидда, Сәғүд Ғәрәбстаны
Джохор-Бахру, Малайзия
Дубай, БҒӘ
Дуррес, Албания
Исфахан, Иран
Кабул, Афғанстан
Ҡазан, Рәсәй
Өфө, Рәсәй
Каир (ғәр. القاهرة), Мысыр
Каракас, Венесуэла
Кёльн, Германия
Констанца, Румыния
Лахор, Пакистан
Махачкала, Рәсәй
Мехико, Мексика
Одесса, Украина
Ош, Ҡырғыҙстан
Пловдив, Болгария
Прага, Чехия
Пусан, Көньяҡ Корея
Рабат, Марокко
Рио-де-Жанейро, Бразилия
Самарканд, Үзбәкстан
Санкт-Петербург, Рәсәй (1990)
Сараево, Босния һәм Герцеговина
Сиань, Ҡытай
Симоносеки, Япония
Скопье, Македония
Стокгольм, Швеция
Страсбург, Франция
Тбилиси, Грузия
Флоренция, Италия
Хартум, Судан
Хьюстон, АҠШ
Читтагонг, Бангладеш
Шанхай, Ҡытай
Шымкент, Ҡаҙағстан
Мары, Төрөкмәнстан
Торонто, Канада
Париж, Франция (уҙаҡташ-ҡала)
Галерея[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
-
Зәңгәр мәсет (Солтан Әхмәт мәсете)
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
- ↑ Крупнейшие города Европы
- ↑ Istanbul’s ancient past unearthed
- ↑ Weatherbase.com — Historical Weather for Istanbul, Turkey
- ↑ Sister Cities of Istanbul — Turkey
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
- Константинополь // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907.(урыҫ.)
- Борзенко А., Борзенко А. Стамбул. Путеводитель «Вокруг света». — М.: 2008.
- Туров А. Путеводитель «Афиши» — Стамбул. — М.: 2005.
- Орхан Памук. Чёрная книга. — М.: 2004.
- Орхан Памук. Стамбул — город воспоминаний. — М.: 2006.
- Юсупов А. Р. Стамбул / Отв. ред. Ю. А. Петросян. Академия наук СССР — М.: Наука, Глав. ред. вост. лит., 1970. — 132 б. — 20 000 экз.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
| ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 356 рус. • англ. • фр. |