Истанбул Лүтфи Кырдар халыҡ-ара күргәҙмә һәм конгресс үҙәге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Истанбул Лүтфи Кырдар халыҡ-ара күргәҙмә һәм конгресс үҙәге
Нигеҙләү датаһы 1949
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Лютфи Кырдар[d]
Дәүләт  Төркиә
Административ-территориаль берәмек Шишли[d]
Хужаһы Истанбул
Архитектор Паоло Виетти-Виоли[d]
Рәсми асылыу датаһы 3 июнь 1949
Рәсми сайт icec.org/tr
Карта
 Истанбул Лүтфи Кырдар халыҡ-ара күргәҙмә һәм конгресс үҙәге Викимилектә

Истанбул Лүтфи Кырдар халыҡ-ара  күргәҙмә һәм конгресс үҙәге, йәки Istanbul Lütfi Kırdar ICEC, йәки ICEC (төр. İstanbul Lütfi Kırdar Uluslararası Kongre ve Sergi Sarayı), элекке Истанбул спорт һәм күргәҙмә залы (İstanbul Spor ve Sergi Sarayı), — күп функциялы конференц-комплекс, Истанбулдың Шишли районы Һарбиә кварталында урынлашҡан.

Лүтфи Кырдар Истанбул халыҡ-ара  күргәҙмә һәм конгресс үҙәге менән уның бинаһының төкәтмәһендә урынлашҡан Румели күргәҙмә үҙәге мөһим йыйындар, йыйылыштар, йәрминкәләр, концерттар, күргәҙмәләр, башҡа социаль һәм мәҙәни саралар үткәреү урыны булып тора.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1947 йылда Европа беренселегендә һәм 1948 йылда Лондондағы Олимпия уйындарында төрөк көрәшселәренең сенсациялы еңеүҙәренән һуң көрәш буйынса 1949 йылғы Европа чемпионатын Истанбулда үткәрергә ҡарар ителә. Ләкин ҡалала был ярышты үткәрерлек япмалы спорт объекты булмай. Италия архитекторы Паоло Вьетти-Виоли (1882—1965) һәм 1939 йылда Долмабахче стадионын төҙөүҙә ҡатнашҡан төрөк архитекторҙары Шинаси Шаһингирай менән Фазыл Айсу аренаның проектын әҙерләй.

Истанбул спорт һәм күргәҙмә залы бинаһын төҙөүҙе 1948 йылдың 30 ғинуарында ҡала губернаторы һәм мэры Лүтфи Кырдар (1887—1961) ойоштора. Ул Истанбул футбол һәм атлеттар федерацияһы башлығының бинаға уның исемен биреү тәҡдименән баш тарта, үҙе әле иҫән, дәүләт вазифаһында эшләй, шуға был баҫалҡыһыҙлыҡ булыр ине, тип һанай.

Төҙөлөш тамамланыу менән, 1949 йылдың 3 июнендә, арена асыла һәм көрәш буйынса Европа чемпионатын ҡабул итә. Истанбул спорт һәм күргәҙмә залында үткәрелгән киләһе сара Истанбул халыҡ-ара сауҙа-сәнәғәт күргәҙмәһе була, ул 1949 йылдың 2 октябрендә үтә.

7000 кешелек ҙур залда күп төрлө милли һәм халыҡ-ара спорт ваҡиғалары: баскетбол, гандбол, волейбол, бокс, ауыр атлетика, көрәш, конькиҙа йүгереү, боҙҙағы хоккей, фигуралы шыуыу беренселектәре, цирк тамашалары үткәрелә. Ихтыяж тыуғанда бина күп йылдар дауамында һәр төрлө йәрминкәләр, концерттар, осрашыуҙар, күргәҙмәләр үткәреү урыны булараҡ та сығыш яһай.

1988 йылдың 17 февралендә залға 27 йыл элек вафат булған Лүтфи Кырдар исеме бирелә. 1996 йылда зал Һабитат II-не, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының ҡалалар үҫеше, торлаҡ төҙөлөшө, ҡала экология проблемаларын хәл итеү стратегияһына булышлыу итеү буйынса икенсе конференцияһын үткәргәндә конференц-үҙәк итеп үҙгәртеп ҡорола. Хәҙерге атамаһы шул саҡта бирелә.

Саралар үткәреү ихтыяжы артҡанға күрә бина киңәйтелеп, 2000 йылда төкәтмәһе төҙөлә, ул Румели күргәҙмә үҙәге тип йөрөтөлә.

2009 йылда МВФ һәм Бөтә донъя банкы төркөмөнөң йыллыҡ осрашыуын үткәреү өсөн үҙәк 9 кимәлле ер аҫты структураһы иҫәбенә киңәйтелә.

Объекттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лүтфи Кырдар үҙәге — комплекстың төп бинаһы, уның тағы 2000 кешелек Анадолу аудиторияһы, Мәрмәр залы, ике Топкапы залы, өс Долмабахче залы, Галата залы, Халич залы, өс Солтан конференц-залы, өс Барбарос конференц-залы, дүрт Левент конференц-залы һәм VIP-залдары бар.

Румели үҙәге 7 000 квадрат метр майҙан биләй. 3500 кеше һыйҙырышлы 2100 квадрат метрлы өҫкө кимәле дүрт зонаға бүленгән. Түбәнге кимәленә айырым ишектән инелә. Үҙәктә йәнә Хисар конференц-залы, сарлағында бәләкәй конференц-залдар һәм Румели террасаһы бар.

Boğaziçi Borsa рестораны аҙнаһына ете көн эшләй, бер юлы 250 ҡунаҡ ҡабул итә ала, Лүтфи Кырдар үҙәгендә урынлашҡан.

Лүтфи Ҡырдар үҙәге биналары, Истанбул конгресс үҙәге, Һарбиә конгресс үҙәге, Мөхсин Әртуғрул исемендәге концерт-театр залы урынлашҡан урам автомобилдәр хәрәкәте өсөн ябыҡ. Комплекстың автоторамаһы 1 000 транспорт сараһына иҫәпләнгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]