Әрмәнстан тарихы

Был мәҡәлә һайланған мәҡәләләр исемлегенә керә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(История Армении битенән йүнәлтелде)

Әрмәнстан тарихы — яҙма тарихы булғанға тиклемге эпоханан алып бөгөнгө көнгәсә Әрмәнстандың дәүләт һәм тарихи-географик регион булараҡ тарихы. Әрмән халҡының тарихы беҙҙең эраға тиклем VI быуаттан баш ала һәм 2500 йылдан ашыу тәшкил итә. Әрмән халҡының формалашыу процесы б. э. т. XIII быуаттан уҡ башланған.

Боронғо Әрмәнстан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарихҡа тиклем осор[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әрмәнстандың төньяғында (Лори платоһы), башлыса, вулканлы Джавахет тау һырттарының итәгендә урынлашҡан 20-нән ашыу һуңғы ашель һәйкәлдәре (0,6 млн йыл) табылған. Улар Раздан (Джрабер, Фонтан, Кендарасы) йылғаһы үҙәнендәге материалдарға оҡшаған[1]. Шулар араһында өҫкө ҡатламдан йыйылған (Благодарное, Даштадем 3, Норамут һ. б.) урындағы гиалодациттан эшләнгән меңдән ашыу ашель монаяты, 360 ҡул менән эшләнгән рубилоны (ҡырҡҡыс) индереп, күпселекте тәшкил итә. Беренсе тапҡыр урта ашель һәм иртә ашель сәнәғәтен еткеререүсе тағы ла өс стратифицирланған (мәғлүмәте төркөмләнгән) һәйкәлдәр асыҡланған (Мурадово, Карахач и Куртан I). Вулкан көлө ҡатламында һәм түбәнерәк ятҡан пролювиаль (ваҡланған таш) ултырмаларҙа дациттың төрлө төрөнән, шулай уҡ андезиттан, оливинлы долериттан яһалған иртә ашель ҡоралдары булған Карахач (чопперҙар, һөңгөләр, тупаҫ бифастар һ.б.) ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Көлдө уран-ҡурғаш методы менән өйрәнеү 1,75—1,94 млн йылдар элек диапозонына һәм таш ҡоралдарҙың йәшенә тап килә[2]. Карахачҡа яҡын урынлашҡан Мурад һәйкәленең түбәнге ҡатламдарында оҡшаш иртә ашель ҡоралдары табылған. Мурадтың иң өҫкө өлөшөндә (3-сө ҡатлам) һуңғы ашель материалы, ҡатламдың уртаһында (4—9-сы ҡатламдар) — урта ашель культураһы күҙгә ташлана. Лори платоһының көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан Куртан I комплексында иртә һәм урта ашель һәйкәлдәре асыҡланған. Куртан I мәҙәни ҡатламдарына, барлыҡ мәғлүмәттәрҙе (ҡат-ҡат ятҡан көлдөң абсолют йәше, палеомагнит мәғлүмәт, алдараҡ табылған мөгөҙморон тештәренең йәш диапозоны) бергә йыйғандан һуң, 1 млн-ға яҡын йәш[1]. Төньяҡ Әрмәнстанда асылған һәйкәлдәр иртә кешеләрҙең Африка сиктәренә миграциялары эҙен һаҡлай. Карахачтың иртә ашель материалдары йәше буйынса Көнсығыш Африка бик боронғо иртә ашель сәнәғәтенә яҡын тора. (яҡынса 1,5—1,8 млн йыл элек)[3]. Иртә палеолитҡа Сатани-Дар ултырағы тап килә. Нор Гехи ултырағы (325 мең йыл элек) вулкан лаваһының бер ҡатламы аҫтында ике төрлө техника — бифасиаль һәм нығыраҡ алға киткән леваллуаз техникалары — булыуы менән билдәле[4].

Боронғо кеше йәшәгән эҙҙәр Әрмән ҡалҡыулығының төрлө райондарында: Арзниҙа, Нурнуста һәм башҡа урындарҙа таш ҡоралдары булған ултыраҡтар, ә Раздан тарлауығында, Лусакертта һ. б. мәмерйә-тораҡтар (Лусакерт I, Ереван I[5]) табылды.

Ереван I мәмерйә ултырағында 8—12 йәшлек баланың баш һөйәге, тештәре, 30—40 йәшлек өлкән кешенең өҫкө ҡырҡҡыс теше табылды. Лусакерт I мәмерйә ултырағында өлкән индивидтың аҫҡы яңаҡ һөйәгенең фрагментын таптылар. Табылдыҡтар архаизм ҡунығы булған сапиент (Homo sapiens) формаһына ҡарай[6].

Әрмән ҡалҡыулығында неолит эпохаһы ултыраҡтары эҙе һаҡлана. Үҙәк Ҡаф тауы артында йәшәгән Шулавери — Шомутелин (б. э. т. VI—IV меңйыллыҡ) мәҙәниәте тәүге неолит мәҙәниәте өлгөһө. Башҡа иртә мәҙәниәттәргә Кура — Аракс (б. э. т. IV—II меңйыллыҡ) һәм Триалет (б. э. т. 2200—1500 йылдар) мәҙәниәттәре ҡарай.

2008 йылдың сентябрендә Әрмәнстандың Арени мәмерйәһендә 5500 йыл элек тегелгән иң боронғо аяҡ кейеме табыла. Табылдыҡ энеолит осорона тап килә (б. э. т. 3600—3500 йылдар). Был башы ослайып тамамланған йомшаҡ туфли — чарохи. Ошо аяҡ кейеме Европала һәм Азияла иң боронғо археологик табылдыҡ тип танылды. Белгестәр фекеренсә, ғәмәлдә был аяҡ кейеме әрмән ауылдарында кейелгән аяҡ кейеменән бер нисек тә айырылмай.

Әрмәнстан Республикаһы территорияһында дольмен (ерләү йолаһы, башҡа культ менән бәйле, өҫтәлгә оҡшаш таш), менгир (ҙур оҙонса вертикаль таш), кромлех (ергә ҡаҙап ҡуйылған бер нисә таш бағананан торған ҡоролма, ҡайһылары астрономик күҙәтеүҙәр өсөн төҙөлгән тигән теория йәшәй) кеүек ҡорамалдарҙың һәм циклоп диуарҙарының ҡалдыҡтары табылды. Арагац тауы эргәһендә хәҙерге Ошакан, Парпи, Агтц һәм Сисиан ҡалалары янындағы үҙәндәрҙә мегалитик ҡоролмалар табылды. Кош һәм Агавнатун ҡәлғәләре янындағы иң яҡшы һаҡланғандары сакраль һәм циклоп ҡоролмалары. Аракс йылғаһы ҡушылдыҡтары эргәһендәге ер эшкәртеүселәр йәшәгән неолитик ултыраҡ ҡалдыҡтары, шулай уҡ Сюник өлкәһендәге Сисиан ҡалаһынан йыраҡ түгел урынлашҡан Зорац Карер (әрм. Զորաց Քարեր), шулай уҡ Караундж булараҡ билдәле булған (әрм. Քարահունջ) мегалитик комплекс ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Шенгавит, Лчашен, Неркин һәм Верин Навер, Артик, Карашамбта бик мөһим археологик һәйкәлдәр табылды. Археологик ҡаҙыныу эштәре барышында матди мәҙәниәт һәйкәлдәре: б. э. т. XV—XVI быуаттарҙың туҡыма киҫәге (Артик); б. э. т. XXII—XXI быуаттарҙың идеаль һаҡланған кескәй балтаһы (Карашамб); б. э. т. XV—XIV быуаттарҙың бронза һындары (Лори-Берд); б. э. т. III меңйыллыҡтың арыҫландар һүрәте төшөрөлгән алтын сынаяғы (Ванадзор), б. э. т. III меңйыллыҡтың дүрт тәгәрмәсле яу арбаһы (Лчашен), б. э. т. XIII—XII быуаттарҙың тәлмәрйен һыны. (Лчашен).

Һайаса дәүләте (б. э. т. XVI—XIII б.)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

һайаса дәүләте картаһы

Һайаса' — б. э. т. XVI—XIII быуаттарҙың хетт ырып яҙылған текстарында күрһәтелгән Һайаса дәүләте Көнбайыш Әрмәнстан территорияһында урынлашҡан була[7]. Шул осорҙа Һайаса ҡайһы берҙә Хетт батшалығы менән тыныслыҡ килешеүе төҙөй, хеттарға яһаҡ түләй, йә ҡайһы берҙә, хәрби конфликттар башлап, дошманын емерткес ҡыйрата. Һайасаның баш ҡалаһы ул ваҡытта Евфрат йылғаһының юғары ағымында хәҙерге Эрдзинжан ҡалаһы янында урынлашҡан Куммаха булһа, һуңғараҡ ул Кемах тип йөрөтөлгән.

Б. э. т. 1405 йылда Марияс батша идара иткән йылдарҙа, хеттар Һайасаға һөжүм иткән һәм Цопк провинцияһын тартып алған. Һуғыш Мариястың вариҫы Каранни дәүерендә лә дауам иткән. Б. э. т. 1397 йыл тирәһендә хеттар Катхалаиа (Каппадокиялағы) яуында Карани ғәскәрен еңәләр. Хеттар, уңышҡа өмөт итеп, тағы Цопкҡа һөжүм итә, әммә кире сигенә. Ани (Камах) ҡәлғәһе янындағы һуғышта ла хеттар еңеүгә өлгәшә алмай. Һуғыш б. э. т. 1380 йылға саҡлы дауам итә. Каранни ғәскәре бер нисә тапҡыр Хетт батшалығына һөжүм итә, емерә. Б. э. т. 1380 йылда Каранни хеттарҙың баш ҡалаһы Хаттусты баҫып ала һәм яндыра. Оҙаҡҡа һуҙылған яуҙар өсөн тулыһынса үс ала, әммә һуғыш тамамланмай. Б. э. т. 1375 йылда хеттар Һайасаның Ҡара диңгеҙ ярына һөжүм итә, тағы еңеләләр. Б. э. т. 1350 йылда Хетт батшалығы тағы Цопкты яулай, әммә б. э. т. 1349 йылда Хуканна был провинцияны кире ҡайтара. Б. э. т. 1345 йылда хеттар тағы Цопкты баҫып алалар, һөҙөмтәлә Тогарма һәм Мелид кенәзлектәре хеттарға күсә, ә Хуканнаға Хетт батшалығы өҫтөнлөгөн ҡабул итергә тура килә. Хәйер, шул уҡ йылды ул Каппадокияға һөжүм итеп, хеттарҙы Митанни территорияһынан сигенергә мәжбүр итә. Б. э. т. 1324 йылда хеттар Дуккум ҡәлғәһен һәм Ерзнка ҡалаһын яулап ала, әммә Анниястың йән аямай ҡаршы тороуынан һуң тыныслыҡ килешеүе төҙөргә мәжбүр булалар. Б. э. т. 1324, 1321, 1320, 1319 йылдарҙа хеттар Хайаса территорияһына бер нисә поход ойоштороп ҡарай, әммә етди уңышҡа өлгәшә алмай. Шул уҡ б. э. т. 1319 йылда Хетт батшалығы Ура нығытмаһын яулап алырға тырыша, ләкин кире ҡағыла. Ананиа ғәскәре, үсләшеп, Аррина менән Амкувойины баҫып ала һәм, шул ерҙәрҙе бөлгөнлөккә төшөрөп, сигенә. Ананиа б. э. т. 1318 йылда ла үҙ идаралығы аҫтындағы Каска кенәзлеге көстәре менән хеттарға һөжүм итә. Б. э. т. 1317 йылда Ура нығытмаһына хеттар сираттағы һөжүм ойоштора һәм етди еңелеүгә дусар ителә. Киләһе йылда хеттар Канувара эргәһендә еңеләләр. Б. э. т. XIII быуатта, моғайын, Хайаса тарҡала, һәм уның территорияһы хурриттар тарафынан баҫып алына. Был осорҙа Һайаса территорияһы хуррит батшалығы Дайэаниға ҡараған булырға тейеш[8]. Дайэани[9].

Әрмән халҡы формалашыуы (б. э. т. XIII быуат — б. э. VI быуат)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әһәмәниҙәр дәүләте батшаһына яһаҡ түләүсе әрмән ир-аты[10][11]. Персеполдән рельеф барельеф, б. э. т. VI—V быуат.

Фәндә өҫтөнлөк алған теория буйынса, әрмәндәр б. э. т. XIII—VI быуаттарҙа Әрмән ҡалҡыулығында формалашҡан. Урарту дәүләте барлыҡҡа килмәҫ элек б. э. т. XIII быуатта протоәрмән телен йөрөтөүселәр, бригтар (фригийҙар йәиһә мушкалар) Балҡандан Әрмән ҡалҡыулығына күсенәләр һәм Мелитена өлкәһендә йәшәй башлайҙар. Аҙсылыҡ тәшкил иткән протоәрмән халҡы, үҙ теленең нигеҙен һаҡлап ҡалһа ла, башҡа телдәрҙән үҙләштереүҙәрҙең ҡалын ҡатламын ҡабул итеп, этник яҡтан Әрмән ҡалҡыулығында йәшәгән урарттар, хурриттар и лувийҙар араһында шыйыҡлана. Хәҙерге әрмән халҡы аҙ һанлы һинд-европалыларҙың, протоәрмән телен йөрөтөүселәрҙең, урарттар, хурриттар һәм лувийҙар массивында таралыуы нигеҙендә барлыҡҡа килгән. И. М. Дьяконов буйынса, күп һанлы хурриттар халыҡтың төп массаһын тәшкил иткән һәм физик күсәгилешлектең төп һыҙығын билдәләгән, ә протоәрмәндәр, төрлө тарихи сәбәптәр менән аңлатҡанда, яңы халыҡҡа үҙенең телен тапшырған. Хәҙерге әрмәндәр этногенезының башын ултыраҡ йәшәй башлаған мушкаларҙың лувийҙар һәм хурриттар менән тығыҙ контакттары осорона, б. э. т. II меңйыллығына, ҡайтарып ҡалабыҙ. Этнос барлыҡҡа килеүҙең тамамланыуы б. э. т. VI быуатына ҡарай. Урарттарҙың һуңғылары әрмән халҡы менән б. э. т. IV—II быуаттарына ҡушылып бөтә. Шулай итеп, әрмән этногенезы тураһында һуңғы гипотеза буйынса, улар ҡалҡыулыҡта йәшәгән бөтөн халыҡтарҙың физик һәм мәҙәни компонентын, беренсе сиратта, хәҙерге әрмәндәрҙең төп генетик компонентын тәшкил иткән хурриттарҙың, урарттарҙың һәм лувийҙарҙың вариҫтары И. М. Дьяконов концепцияһы академиктар Т. В. Гамкрелидзе һәм В. В. Иванов (1995), шулай уҡ В. А. Сафронов и Н. А. Николаева[12][13], Р. Ишханян һ. б. тарафынан тәнҡитләнә. Әрмән этногенезы хаҡындағы И. М. Дьяконовтың хаталы аңлатмаларын тулыһынса кире ҡағып, һау этнонимының килеп сығыуы һәм Һайаса менән Әрмәнстандың тигеҙлеге (тождественность) кеүек фәндә таралған ҡараштарҙы ғалим Вячеслав Иванов хупланы[14].

Помпония Меланың иң боронғо Рим картаһында Әрмәнстан, б. э. т. I б. I Китап, 13: «[Азияның] эске ерҙәрендә күп төрлө ҡәбиләләр йәшәй: […] Каспий ҡултығы аша — ҡомарҙар, массагеттар, ҡадустар, гиркандар, иберҙәр; […] ә тегендә, беҙҙең диңгеҙҙәргә етәрәк, — матиандар, тибарандар һәм беҙгә нығыраҡ таныштары: медтар, армениҙар, коммагендар, …»

Помпония Меланың иң боронғо Рим картаһында Әрмәнстан, б. э. т. I быуат. I Китап, 13: «[Азияның] эске ерҙәрендә күп төрлө ҡәбиләләр йәшәй: […] Каспий ҡултығы аша — ҡомарҙар, массагеттар, ҡадустар, гиркандар, иберҙар; […] ә тегендә, беҙҙең диңгеҙҙәргә етәрәк, — матиандар, тибарандар һәм беҙгә нығыраҡ таныш булған халыҡтар: медтар, армениҙар, коммагендар, …»

Киреһенсә, фригий теленең фракий һәм әрмән теленә яҡынлығы тел материалы менән раҫланмай.

И. М. Дьяконов концепцияһы академиктар Т. В. Гамкрелидзе һәм В. В. Иванов (1995), шулай уҡ В. А. Сафронов и Н. А. Николаева, Р. Ишханян һ. б. тарафынан тәнҡитләнә. Әрмән этногенезы хаҡындағы И. М. Дьяконовтың хаталы аңлатмаларын тулыһынса кире ҡағып, һау этнонимының килеп сығыуы һәм Һайаса менән Әрмәнстандың тигеҙлеге (тождественность) кеүек фәндә таралған ҡараштарҙы ғалим Вячеслав Иванов хупланы.

Б. э. т. VI быуатта был территория мидийҙар тарафынан яулап алына, ә б. э. т. 550 йылда бында үҙҙәренең мәҙәни традицияларын һәм зороастризм тәғлимәтен таратҡан Ахеменидтар империяһы составына индерелә[15][16]. Антик осорҙан бирле әрмәндәр йәшәгән бөтөн территорияны төрлө күршеләре Мелитенаға бәйле исемдәр менән атаған. Мәҫәлән, бор. фар. Armina арам. ˊarmǝn-āiē — дән килеп сыҡҡан — һәм боронғо грек ʾΑρμένιοι, Мелитена менән сиктәш, Тигрҙың юғары ағымында урынлашҡан хурр. Armi- өлкәһенең хурритса атамаһына барып тоташа.ʾΑρμένιοι, атамаһы таралғанға тиклем әрмәндәрҙең боронғо грекса атамаһы Μελιττήνιοι булған, грузинса — სომხეთი (somkheti), хеттарса Zuḫma һәм аккад. Suḫm — Мелитенанан төньяҡтараҡ юғары Евфрат үҙәне атамаһы, ә Әрмәнстандың үҙ атамаһы — грабарса Հայք (hay-kʿ), Мелитенаның урартса атамаһынан килеп сыҡҡан: урартск. Ḫāti[17][18].

XX быуаттың 1-се ярты йыллығында ҡайһы бер тикшеренеүселәр «Һайаса» һүҙендә әрмән халҡының үҙатамаһын аңлатҡан һүҙгә тура килгән «һайа» (һауа) тамыры төп өлөш булып тора, ә һүҙ һуңындағы "аса ((a)sa) хетт телендә «ил» тигәнде аңлатҡан суффикс тип раҫлағандар. Был инглиз телендәге «land» һүҙенә оҡшаш (Scotland, Ireland). Был фекерҙе Е. Форер башлап әйткән[19], немец ғалимы Пауль Кречмер дауам иткән, «Hayasa» һүҙендә «һай, әрмән иле» тигән Кесе Азия суффиксы бар тигән ул. 1933 йылда Вена фәндәр академияһында Кречмерҙың «Әрмәндәрҙең милли исеме Һайк» (нем. «Der nationale Name der Armenier Haik») тигән хеҙмәте донъя күрә. Кречмер "Богазкёс яҙмаларында ҡулланылған Һайаса атамаһы "Әрмәнстан"ды аңлата тигән һығымта яһай[20]. Миҫал итеп Кесе Азия «Turhunt» һәм «Datta» һүҙҙәрен килтерә, әгәр уларға «(a)са» ((a)sa) суффикстарын ҡушһаң, улар топоним (ил) мәғәнәһен ала, тип раҫлай: «Turhuntasa» и «Dattasa». Һуңғараҡ Әрмәнстанда был фекерҙе Николай Адонц, Григорий Капанцян һәм башҡа тарихсылар нигеҙләй[21]. Геворк Джаукян, был схеманы үҫтереп, «Harsankila», «Parminaija», «Hiwaswanta» һ. б. һүҙҙәрҙе миҫалға килтереп дәлилләй, ысынлап та улар, топонимға әйләнеп, «Harsanasa», «Parminasa», «Hiwasasa» төҫөн алырға тейеш, ти[22]. Шул ыңғай ул былай тип яҙҙы: «Һайасаның төп теле әрмән теле була һәм…әрмән элементы Һайаса дәүләтенең нигеҙен тәшкил иткән»[23]. Рафаэл Ишханян Ван әрмәндәре һәм илдең ҡайһы бер башҡа райондарының (мәҫәлән, Севан күленең көнбайышындығы әрмәндәрҙең) һөйләшендә хетт телендәге Ḫ, атап әйткәндә, грабар теленең Խ- менән алмаштырыла, был инде хетт телендәге Ḫajasa грабар телендәге Հայք (hay-kʿ)трансформацияһын аңлата. Дьяконов раҫлауынса, Һайаса һәм Әрмәнстан һүҙҙәре араһында бәйләнеш эҙләрлек бер сәбәп тә юҡ, бындай трансформация лингвистик яҡтан да хәл итерлек түгел: хетт телендәге Ḫ- грабар Խ- әйләнергә тейеш була, имеш[24]. Әрмәнстандың үҙендә Европа һәм совет ғалимдары тарафынан раҫланған, «һай» һүҙенә яңғырашы яғынан оҡшағанлыҡтан, б. э. т. II меңйыллыҡта Хетт батшалығына ҡаршы һуғышҡан Һайаса өлкәһендә протоәрмән ҡәбиләләре йәшәгән тигән фараз нығынған. ХХ быуаттың 80-се йылдарында был фараз һинд-европа теле әрмән теленән килеп сыҡҡан тигән гипотезаны ла «туҡландыра» ине. Әммә был фараз донъя фәнни берҙәмлегенең күпселеге тарафынан нигеҙһеҙ, тип кире ҡағылды[25] (әрмән гипотезаһы менән бергә[16][26][27]), ә уның хәҙерге замандағы Әрмәнстанда таралыуын ҡайһы бер ғалимдар, бөтөнләй фәнни түгел, тик идеологик мотивтарҙы күҙ уңында тота, тип таба[28][29].

Антик Әрмәнстан (б. э. т. VI быуат — б. э. V быуаты)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әһәмәниҙәр осоронда Әрмәнстан (б. э. т. VI—IV бб.)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Файл:Orontes II.jpg
Әрмәнстан сатрабы Ерванд I монетаһы, б. э. т. 362 йыл

Әрмәнстан тәү тапҡыр б. э. т. 520 йылда Дарий I-нең Бехустин яҙмаһында телгә алына, етмәһә, яҙманың вавилон фаразлауында ил Урартуның синонимы итеп бирелә. Әрмәндә һәм Әрмәнстан тураһындағы иртә мәғлүмәттәр шулай уҡ б. э. т. V быуатта йәшәгән боронғо грек ғалимдары— Геродот һәм Ксенофонт хеҙмәттәрендә лә бар. Һуңғыһы үҙенең «Анабасис» әҫәрендә гректарҙың б. э. т. 401—400 йылдарҙа Әрмәнстан аша Ҡара диңгеҙгә сигенеүен тасуирлаған. Ксенофонт Әрмәнстан хаҡында «Оронт идара иткән йәйрәп ятҡан бай ил» тигән[30]. Әрмәнстандың фарсы батшаһының ҡыҙына өйләнгән Ерванд (Оронт) сатрабынан башҡа ул тағы ла Көнбайыш Әрмәнстан гиппархы ҡайһылыр Тирибаз хаҡында ла телгә алып үтә. Б. э. т. VI быуатта Көнсығыш Әрмәнстан территорияһы (Әрмән ҡалҡыулығы һәм Урартуның элекке территориялары) үҙенең сиктәрен хатта Аракс йылғаһы аръяғына күсереп ҡуйған Мидия тарафынан йотолған. Һуңғараҡ барлыҡҡа килгән риүәйәттәргә ярашлы, башҡа халыҡ менән бер рәттән бында оҙаҡ йылдар дауамында мидий халҡы ла йәшәгән[31]. Әрмәнстанда мидия колонистары «Ашхарацуйц»та телгә алынған Мардаги һәм Мардастан округтарында ла йәшәгән[32]. «Киропедия» әҫәрендә Ксенофонт б. э. т. VI быуатта Мидияға буйһонған, әммә азатлыҡҡа ынтылған Әрмән батшалығы тураһында яҙған. Әрмәнстан батшаһының исеме әйтелмәһә лә, уның улдары атап әйтелгән — Кирҙың иптәше Тигран һәм Эмбастың хәрби башлығы Сабарис; батшалыҡтың күп байлыҡтары һәм хәрби көсө билдәләнгән, боронғо әрмәндәрҙең көнкүрешенә ҡағылған ҡыҙыҡлы ентекләүҙәр килтерелгән. Кир, ул саҡта әле Мидия полководецы, Әрмәнстанды тыныс юл менән буйһондора алған, хатта уларҙың төньяҡ-көнбайыш күршеләре — халдтар (халибтар) менән мөнәсәбәттәрен көйләүгә өлгәшкән булған. Һуңғараҡ Кир, Мидияны ҡыйратып, үҙ батшалығын булдырғанда ла, Тигран етәкселегендәге әрмән ғәскәренә таянған. Ксенофонт яҙған мәғлүмәт күпмелер кимәлдә Мовсес Хоренаци яҙғанға тап килә: Кирҙың, Ерванд батша улы, әрмән батшаһы Тигран менән бер булып, Мидияға ҡаршы торғаны.

Ксенофонт, «Анабасис», б. э. т. V быуат[33]:

Был көндө эллиндар Кентрит йылғаһы тигеҙлектәрендә урынлашҡан ауылдарҙа торҙолар. Кентриттың киңлеге яҡынса 2 плетраға тиң, һәм был йылға Әрмәнстан һәм кардухтар иле араһында сик булдыра[…] Әммә таң атыуға улар йылға аръяғында ҡораллы һыбайлыларҙы күрҙе, күрәһең, улар йылғаны кисеп сығыуҙы булдырмаҫ өсөн шунда торалар; шулай уҡ, һыбайлыларҙан өҫтәге ҡалҡыулыҡтарҙа, эллиндарҙың Әрмәнстанға һөжүм итеүен булдырмау маҡсатында, теҙелеп баҫҡан йәйәүле ғәскәрҙе лә күрҙеләр. Былар Ерванд I|Оронт һәм Артухтың ялланған армияһы — армендар, мардтар һәм халдейҙар ине.

Нисек кенә булмаһын, б. э. т. 521 йылда (Дарий I-нең Бехустин яҙыуы ошо йылдағы ваҡиғаларҙы сағылдыра) беҙ Әрмәнстанды Әһәмәниҙәр державаһының сатрапияһы итеп күрәбеҙ, был сатрапия үҙен батша итеп иғлан иткән ялған мидий батша улы өсөн фарсыларға ҡаршы һуғышҡан; бынан сығып, әрмәндәр үҙҙәренең законлы хөкөмдарҙары итеп мидийҙарҙы таныған тигән һығымтаға килеп була. Дарий I, яҙыу авторы, бында Әрмәнстанды беренсе тапҡыр хәҙерге Армина исеме менән телгә ала ( ). Ихтилал биш яу барышында Дарийҙың ике полководецы тарафынан баҫтырыла (шуларҙың береһе, Дадаршиш әрмән булған[34]. Дьяконов фекеренсә, иран исемен йөрөткән полководецтың әрмән булыуы, ә Әрмәнстанда йәшәүсе бер ябай кеше генә түгеллеге, бик икеле[35]). Геродоттан белеүебеҙсә, әрмән ерҙәре ике Әһәмәниҙәр сатраплығына: 13-сөгә һәм 18-сегә индерелгән булған.

Әрмәнстандағы фарсы хакимлығы ике йөҙйыллыҡ арауығында дауам иткән (б. э. т. 550—330 йй.). Әһәмәниҙәр династияһының һуңғы фарсы батшалары осоронда Әрмәнстан тыныслыҡ һәм имен хозур тормошта, рәхәтлектә йәшәгән. Хакимлыҡ итеүселәр әрмәндәрҙең эске эштәре менән бик аҙ ҡыҙыҡһынған, Әрмәнстанда сауҙагәрлек һәм ауыл хужалығы сәскә атҡан.

Боронғо әрмәндәрҙең дине һәм донъяға ҡарашы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Б. э. т. IV—II быуаттарҙа әрмән мәжүсилегенең ҡатмарлы системаһы формалаша башлаған. Армавирҙағы данлыҡлы Ҡояш һәм Ай храмдарынан башҡа, әрмәндәрҙең Муштан йыраҡ түгел, Тарон провинцияһында, Артишат эргәһендәге изге урманда бик күп ғибәҙәтхана һәм алтарҙары булғаны билдәле. Унда бер нисә храм урынлашҡан булған, иң танылғаны Анахит алиһәһенә бағышланған ғибәҙәтхана.

Боронғо әрмәндәрҙең хоҙайҙар пантеоны синкретик рәүештә булған. Ерлектәге хоҙайҙарын ситтән, грек мифологияһынан һәм фарсы ышаныуҙарынан, индерелгәндәр менән, Урартуҙың емерелеү дәүеренән һаҡланған культтар менән, ҡушып, дини йолалар атҡарғандар. Йыш ҡына бер хоҙайға ике йәиһә өс ипостась йөрөтөлгән: ошоға асыҡ миҫал булып Арай — Арамазд/Ахурамазд — Зевс тора. Боронғо әрмәндәрҙең йышыраҡ ҡулланылған культтарына, уны Ҡояш (Гелиос)менән дә, Аполлон менән дә, Гермес менән дә тиңләгән, Михрға/Митраға табыныуҙы билдәләргә мөмкин.

Боронғо әрмәндәр төрлө оракулдарға, күрәҙәселеккә һәм хоҙайҙарҙың асылына төшөнөүҙәргә әһәмиәт биргәндәр. Төрлө эйәләргә һәм мифик йәндәргә ышанғандар (вишаптар, дейеүҙәр һ. б.)

Әрмәнстанда христианлыҡ рәсми дин булараҡ ҡабул ителгәс, йолалар рәхимһеҙ эҙәрлекләнгәнлектән, әрмән мәжүсилеге тураһында мәғлүмәт һаҡланмаған тиерлек.

Эллинизм осорондағы Әрмәнстан (б. э. т. IV б. — б. э. V б.)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүге Әрмән дәүләттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әрмән дәүләтселеге тарихына яҡынса 2,5 мең йыл тиһәк тә, Әрмән дәүләтселеге башланғысы Урарту һәм Ассирия дәүләттәренең ҡолатылған осоронан да алдараҡ, күпкә тәрәнерәк тарих төпкөлөндә[36]. Уның башланғысы Арме-Шубрия тиһәк тә була (б. э. т. XII б.), сөнки Б. Пиотровский самалағанса, б. э. т. VII и VI бб. ул скиф-әрмән берҙәмлеген кәүҙәләндергән. Б. э. т. VIII—VII бб. Малатьяла урынлашҡан Табал һәм Мелид (Мелитена), хәҙерге заман ғалимдары раҫлағанса, тәүге әрмән дәүләттәренең береһе булып һанала[36]. Һуңғыһы, Мелитена, б. э. т. V б. Әрмәнстан сатрабының баш ҡалаһы, һәм легендар Тигран I-нең б. э. т. VI быуаттағы Әрмәнстан дәүләтенең баш ҡалаһы булғандыр, моғайын. Б. э. т. XII—IX бб., Алзиҙың Муш батшалығын да Әрмән дәүләтселегенең яралғыһы тип ҡарарға була, һәм шул иҫәптән, Әрмән ҡалҡыулығында йәшәгән хуррит, урарт йәки лувий дәүләттәрен дә тәүге дәүләт тип атарға була, сөнки улар әрмән милләтенә тоҡомдары ҡушылған халыҡтар тарафынан төҙөлгән[36].

Александр Македонский (Искәндәр Зөлҡәрнәй) Әһәмәнидтәрҙең бөтөн фарсы ҡеүәтле дәүләтен (державаһын) буйһондорғанға тиклем Әрмәнстан Фарсы хакимлығы аҫтында булған. Искәндәр үҙе Әрмәнстан еренән бөтөнләй үтмәгән, һәм уның хәрби башлыҡтары ла әрмән территорияһына инмәгән[37]. Бының һөҙөмтәһе булып, Фарсы дәүләте ҡыйратылғас, Әрмәнстандың көньяҡтағы идара итеүселәре генә Искәндәр хакимлығын таныған, уныһы ла формаль ғына булған, ә ысынында инде әрмән ерҙәре бойондороҡһоҙ ҡалған. Македонлыларҙың формаль идаралығы аҫтында Кесе Әрмәнстан ғына ҡалған, әммә ул үлгәндән һуң (б. э. т. 323 йыл) бер йәиһә ике йыл үтеүгә бында — б. э. т. 115 йылда Митридат VI Евпатор уны Понтий батшалығына ҡушҡанға тиклем[37] — ике йөҙ йыл дауамында билдәле булған үҙ аллы Әрмәнстан дәүләте барлыҡҡа килгән.

[Ервандидтар эпохаһында Әрмәнстан батшалығы, б. э. т. IV—II бб.

Башҡа бер әрмән өлкәһе, Софена, Селевкидтар дәүләтенә яһаҡ түләгән, ғәскәр бирергә тейеш булған айырым бер сатрапия булып, Әрмән ҡалҡыулығының көньяҡ-көнбайышында ятҡан, әммә ул урындағы нәҫелдән тапшырылған идарасылар хакимлығы аҫтында булһа ла, эске үҙ аллылыҡ менән файҙаланған һәм ҡайһы бер мәлдәрҙә Селевкидтар идаралығынан бөтөнләй ҡотола ла алған. Аҡсалата әйләнеше һәм урындағы аҡсаһы һуғылған беренсе әрмән өлкәһе Софена була[37].

Арташес I (б. э. т. 190—160 бб.), Бөйөк Әрмәнстандың беренсе батшаһы, Арташесидтар династияһына нигеҙ һалыусы.

Ысын Әрмәнстан, тағы ла бер әрмән өлкәһе, Ван күле эргәһендә Тигр йылғаһының үрге ағымында урынлашҡан, йәғни боронғо Урарту ҡалаһының төп территорияһын биләгән. Софеналағы кеүек, бында ла нәҫелдән нәҫелгә тапшырылған идарасылар хакимлыҡ иткән, әммә үҙенең йәмғиәт үҫеше буйынса был өлкә Софенанан күпкә артта ҡалған булған, һәм Селевкидтар хакимлығы бында сағыштырмаса көслө булған[37]. Был өлкәнән төньяҡ-көнсығышта, Аракс йылғаһы үҙәнендә, б. э. т. IV быуат һуңында баш ҡалаһы Армавир тип аталған Арарат батшалығы урынлашҡан булған. Баштан башлап Искәндәр хакимлығын таныған Арарат батшалығы, б. э. т. 316 йылда диадохтар менән һуғышҡан дәүерҙән бирле, үҙ аллы булған. Был батшалыҡ селевкид батшаһы Бөйөк Антиох III[37] тарафынан б. э. т. 200 йылда юҡҡа сығарылған.[38][39][40][41][42]; әммә Антиох римлеләрҙән еңелгәндән һуң, уның тарафынан ҡуйылған урындағы идарасылар (боронғо батша нәҫеленән дә булыуы бик мөмкин) Арташес I һәм Зарех б. э. т. 190 йылда үҙҙәрен батша тип иғлан итәләр. Һөҙөмтәлә өс әрмән батшалығы барлыҡҡа килгән һәм улар: Бөйөк Әрмәнстан (Евфраттан, Арарат үҙәнен индереп, көнсығышҡа, Арташес хакимлыҡ иткән), Кесе Әрмәнстан (Евфраттан көнбайышҡа, бында Антиохтың туғаны һәм союздашы Митридат хакимлыҡ иткән) һәм Софена (әрмәнсә Цопк, хәҙерге Диярбакыр эргәһендә, бында Зарех хакимлыҡ иткән)[43].

Б. э. т. 163/162 йылдарҙа[44], Бөйөк Әрмәнстандан көньяҡ-көнсығышҡа тағы ла бер әрмән батшалығына нигеҙ һалынған, Коммагена[45], унда элекке Әрмәнстан батшалары Ервандидтар династияһының бер тармағы хакимлыҡ иткән. Коммагена батшалығы б. э. 72 йылына тиклем йәшәгән, шунан Рим империяһына ҡушылған[46]. Б. э. т. III—II быуаттарҙан башлап әрмән халҡының сәйәси һәм мәҙәни тормошо үҙәге яйлап Арарат үҙәненә күсә барған[47]

Софена батшаһы Аршам II монетаһы, б. э. т. 230 йыл. Немрут тауы башындағы әрмән Коммаген батшалығы батшаһы Антиох I ҡәберлеге,(б. э. т. I быуат) Гарни храмы, б. э. I быуат. Трдат батша яҙыуында: «Гелиос! Бөйөк Трдат, Бөйөк Әрмәнстан (Μεγαλη Αρμενια) батшаһы, хөкөмдар үҙенең батшалыҡ итеүенең ун беренсе йылында батшабикәгә агарак (һәм) был яҡын барғыһыҙ ҡәлғәне төҙөгән…» тигән һүҙҙәр бар[48] Ахцкта әрмән Аршакидтары мавзолейының емереклектәре, Арагацотн өлкәһе (IV быуат)

Арташесидтар династияһы Бөйөк Әрмәнстанда ике йөҙйыллыҡҡа яҡын батшалыҡ иткән. Арташес I дәүерендә Арташес үҙе б. э. т. 176 йылда, Карфаген полководецы Ганнибал кәңәшен тотоп (ҡыҫҡа ғына осор Әрмәнстанда йәшәгән), Аракс йылғаһы ярына, элекке баш ҡала Армавирҙан йыраҡ түгел, хәҙерге Ереван янында нигеҙ һалған Арташат (Артаксата) ҡалаһы баш ҡала итеп иғлан ителгән. Арташат б. э. 164 йылына саҡлы Бөйөк Әрмәнстандың баш ҡалаһы булып ҡалған. Арташесидтар династияһының иң билдәле вәкиле — Бөйөк Тигран II (б. э. т. 95—55 йй.). Йәш сағында ул әрмәндәрҙе еңгән парфяндарҙа тотҡонлоҡта булған. Батша булып алғас, ул үҙе парфяндарҙы тар-мар иткән, Атропатенаны (хәҙерге Иран Әзербайжаны) яулаған һәм «батшаларҙың батшаһы» тигән титул ҡабул иткән. Шунан һуң Тигран понтий батшаһы Митридат_VI_Евпатор менән хәрби һәм туғанлыҡ союзы урынлаштыра, уның ҡыҙы Клеопатраға өйләнә. Тигран II дәүерендә Әрмәнстан эре державаға әүерелә, сиктәре Кура йылғаһынан Иордан йылғһына һәм Урта диңгеҙҙән Каспийғаса йәйелә. Әрмән самодержецы Селевкидтар батшалығын юҡҡа сығара. Баҫып алған ерҙәрендә Тигранакерт тигән яңы баш ҡала төҙөтә, унда күп грек ҡалаларынан көсләп халыҡты күсеп килергә мәжбүр итә. Тигранакерт Арташат менән ярышырлыҡ икенсе баш ҡалаға әйләнә.

Уңыштарының иң бейек нөктәһендә Тигран башта Лукулл, һуңынан Помпей етәкселегендәге римлеләрҙең ғәскәре менән бәрелешә һәм б. э. т. 63 йылда үҙенең бөтөн яулағанын юғалта.

Б. э. т. 55 йылда Тигран үлгәндән һуң Бөйөк Әрмәнстан тәхетенә уның улы, нигеҙҙә нейтраль сәйәсәт алып барған, Артавазд II (б. э. т. 55—34 йй.) тәхеткә ултыра. Б. э. т. 53 йылда Каррыла парфяндар менән һуғышҡанда римлеләрҙең еңелеүенән һуң Артавазд, Софена менән Кесе Әрмәнстанды ҡушып, Әрмәнстандың көнбайыш сиктәрен киңәйтә алған хатта. Б. э. т. 36—34 йй. рим полководецы Марк Антоний, тәүге еңелеүҙәренән һуң, килешеү төҙөү һылтауы менән әрмән батшаһын үҙенең лагерына саҡырған, ә һуңынан әсирлеккә алған һәм язалаған.

Б. э. т. 30 йылында, союздаш Парфия ярҙамы менән булырға тейеш, Артаваздың улы Арташес II (б. э. т. 30—20 йй.) әрмәндәр батшаһы итеп ҡуйыла. Тәхеткә килгәненә күп тә үтмәй, Арташес II ғәскәре Әрмәнстанда тороп ҡалған Антонийҙың рим гарнизондарын ҡырып һала. Арташес II үлгәндән һуң Арташесидтар династияһы етәкләгән әрмән дәүләте бөлгөнлөк юлына баҫҡан. Арташесидтар династияһы тамыры, б. э. т. I быуаты — б. э. I быуаты сиктәрендә Эрато батшабикәһенең үлеме менән, ҡорой, һәм әрмәндәр ҡараштарын үҙҙәренә мәҙәни һәм көнкүреш яҡтан яҡын торған парфяндарға боралар. Шул саҡтан алып Рим менән Парфия араһындағы яҡынса алтмыш йылға һуҙылған Әрмәнстанға баш булыу өсөн көрәше башлана.

Аршакидтар. Рим һәм Парфия араһында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әрмәнстан географияһы. Бөйөк һәм Кесе Әрмәнстан

Страбон, унан һуң Өлкән Плиний һәм Птолемей әрмән ерҙәренең ентекле географик тасуирламаһын бирәләр. Бөйөк Әрмәнстан төньяҡтан Понттан һәм Колхиданан Корон тауҙары менән, Ибериянан һәм Албаниянан — Кура йылғаһы менән, көнсығыштан Мидиянан — Аракс һәм Атропатен тауҙары менән, көньяҡта Ассириянан — Нифат тауҙары менән һәм Месопотамиянан — Тигр йылғаһы менән, көнбайышта Кесе Әрмәнстандан — Евфрат менән сикләнгән. Кесе Әрмәнстан төньяҡта Понттан Скидис һәм Париадр тауҙары менән, көнсығышта Бөйөк Әрмәнстандан — Евфрат менән, көньяҡта Сириянан һәм Киликиянан — Тавр менән, көнбайышта Каппадокиянан Антитавр тау армыттары менән сикләнгән. Сама менән VII быуатта әрмән ғалимы Анания Ширакаци үҙ эсенә Әрмәнстан географияһының ентекле тасуирламаһын һыйҙырған Ашхарацуйц — донъя географик атласын төҙөй.

Бөйөк Әрмәнстан тарихы

Бөйөк Әрмәнстан территорияһында Әрмәнстан дәүләте 428 йылға, Сәсәниҙәр Ираны тарафынан баҫып алынған дәүергә саҡлы, йәшәгән. Урта быуаттарҙа Бөйөк Әрмәнстан территорияһы ғәрәптәр, византиялылар, сельджуктар, монголдар тарафынан яулап алынған. XV быуат башында Әрмәнстан фарсы провинцияһы булған, бер быуат уҙғас, уның көнбайыш өлөшөн төрөк солтаны Сәлим II яулап алған. Рус-фарсы һуғыштары (1813, 1828) һәм рус-төрөк һуғыштары дәүеренән (1878) көнсығыш өлөшө рус державаһы биләмәләренә күскән. Хәҙер тарихи Көнсығыш Әрмәнстан ерҙәренең бер өлөшөндә Әрмәнстан Республикаһы урынлашҡан. Көнбайыш Әрмәнстан Төркиә территорияһында ҡалған.

Кесе Әрмәнстан тарихы

Митридат династияһы Кесе Әрмәнстанда б. э. т. I быуат һуңында, Митридат Евпатор илде үҙенең батшалығына ҡушҡандан һуң, хакимлыҡ иткән. Уларҙы ҡыйратҡас, Помпей илде үҙенең союзнигы Дейотарға, Галатия тетрархына тапшыра. был батшаның улы үлгәс, римлеләр илде төрлө хөкөмдарҙарға биреп ҡарай һәм аҙаҡтан уны Рим провинцияһына әйләндерәләр. Көнсығыш Рим империяһы барлыҡҡа килгәндә, был ерҙәр Рим провинцияһы булып киткән инде. Һуңғараҡ Ғосман империяһы һәм Төркиә составына индерелгән.

Аршакидтар хакимлығын раҫлау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Версаль һарайының паркында Тиридат I в статуяһы

Арташесидтар династияһы ҡолатылғандан аҙаҡ I быуат уртаһына тиклем римлеләр һәм парфяндар ҡуйған кешеләр идара иткән. Парфяндар тарафынан тәхеткә ултыртылған беренсе Аршакид, Вонон, оҙаҡҡа сыҙамай. Уны Рим тарфынан ҡуйылған, аҙаҡ туғанының улы Радамист тарафынан хыянатсыл үлтерелгән (Радамист бабаһының урынына ултырған була) Иберия хөкөмдары Митридат, алмаштыра. Рим тарихсыһы Тацит мәғлүмәте буйынса, уларҙың ҡайһы берҙәре «әрмәндәрҙең йолалары һәм тормош — көнкүреше менән таныш булған»[49]. 53 йылда парфян батшаһы Вологез I әрмән тәхетенә үҙенең туғаны Тиридатты ултырта. Был Парфия һәм Рим араһында һуғыш башланыуға сәбәп була. 58 йылда Корбулон етәкселегендәге рим ғәскәрҙәре Әрмәнстанға баҫып инәләр һәм тәүге уңыштары менән файҙаланып, үҙҙәренең идара башлығын ҡуялар. Әммә 62 йылда Рандейҙа хурлыҡлы еңелеүгә дусар ителәләр. Һөҙөмтәлә Неронға Тиридатты Әрмәнстандың бойондороҡһоҙ батшаһы итеп танырға тура килгән; парфяндар яғынан юл ҡуйыу ғына булған (тик престиж өсөн генә) Тиридат дәрәжәһен (сан) Нерон ҡулынан алырға тейеш булған һәм шул маҡсат менән ул Римгә сәфәр ҡылған. Әрмән батшалары «Бөйөк Әрмәнстан батшалары» титулын йөрөтөргә тейеш булған[50]. Рим һәм парфян армиялары Әрмәнстан ерҙәрен ҡалдырып китергә тейеш булған, Әрмән дәүләтенең сиктәре тулыһынса тергеҙелгән[51]. Был ваҡыттан Бөйөк Әрмәнстан Аршакидтар династияһының әрмән тармағы идаралығы аҫтындағы Рим менән Парфия араһындағы буфер дәүләткә әүерелә. Тиридат осорондағы иран йолалары һәм ышаныуҙарының яңырыуы алдағы йөҙйыллыҡта Әрмәнстанда һәм Парфияла асыҡ тойомланған романизация тенденцияһын ҡаҡшатҡан.

Парфия менән һуғыш башлаған Траян 117 йылда Әрмәнстанды рим провинцияһы тип иғлан иткән, ләкин Адриан рим легиондарын Евфрат аръяғына саҡыртып алған. Римлеләрҙең бер походы ла Әрмәнстан дәүләтен юҡ итә алмаған. Аршакидтар ваҡытында, уларҙы Сәсәниҙәр ҡолатҡанлыҡтан, Әрмәнстан һәм Иран араһында дошманлыҡ мөнәсәбәттәре урынлашҡан. Сәсәниҙәр фекеренсә, әрмән Аршакидтары, күрә алмаған династияның эйәрсендәре, һәм улар тамырынан ҡоротолорға тейеш булған. Хосров I Сәсәниҙәр династияһына нигеҙ һалған Арташир менән оҙайлы һуғыш алып барған. III быуат уртаһында Әрмәнстан яңы барлыҡҡа килгән Сәсәниҙәр батшалығының емерткес һөжүмдәренә дусар ителгән: Шапур I үҙенә Әрмәнстанды, Албанияны һәм Иберияны буйһондора алған. Һуңғыһының улы Ормизд-Ардашир бер аҙ ваҡыт хатта «Әрмәндәрҙең бөйөк батшаһы» титулын да йөрөткән.

Христианианлаштырыу һәм Сасанидтарға ҡаршы һуғыш. Әрмәнстанды бүлгеләү. Фарсы Әрмәнстаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әрмән халҡын суҡындырыу. Рәссам И. К. Айвазовский
Агатангелос, «Әрмәндәрҙе христиан диненә ауҙарыу тарихы», V быуат[52]:

Һәм батша үҙенең юғары бойороғо менән дөйөм хуплауҙан таяныс алып, ата-бабалар алла тип атаған һынташтарҙы онотторорға, хәтерҙән юйырға, ер йөҙөнән юҡ итергә, тип дәрүиш Григорға йөкмәтте. Һуңғараҡ батша үҙе лә ғәскәре менән Вагаршапат ҡалаһынан Арташатҡа Еразамуйн тигән ерҙә урынлашҡан Анаит алиһәһенең мәжүси ғибәҙәтханаһын емереү ниәтендә шунда йүнәлгән. Юлда иң тәүге булып, төштәр күреп юраусы, Диван Ормиздың сәркәтибе тип аталған жрецтарҙың тәғлимәтен яҙыусы, әүлиәлеккә өйрәтеүсе, Тирға ғибәҙәт ҡылыу храмы осраған. Тәү сиратта, шул ғибәҙәтхананы емергәндәр, яндырғандар, юҡ иткәндәр.

287 йылда римлеләр ярҙамы менән тәхеткә Хосров II улы, Бөйөк Тиридат III ултыра. Ошо быуаттың һуңында 298 йылда Нисибис килешеүе буйынса Әрмәнстандың бойондороҡһоҙлоғон Рим һәм Персия (Фарсыстан) таный, шулай уҡ Әрмәнстандың Рим һәм Фарсыстан менән сиктәрен төгәлләргә тырышалар. Тиридат III дәүерендә христиан дине Әрмәнстандың дәүләт һәм берҙән-бер дине сифатында раҫланған. Христианлыҡты ҡабул итеү өсөн төп дәрәжәләге әһәмиәтле эштәр башҡарыусы изге Григорий Мәғрифәтсе Әрмән сиркәүенең беренсе Католикосы вазифаһын башҡарған(302—326). Тәүге осорҙа христиандарҙы эҙәрлекләүҙәргә дусар иткәндәр, әммә Тиридат үҙе христианлыҡты ҡабул иткәс, ул дәүләт диненә әйләнгән (традиция буйынса был ваҡиға 301 йылда булған тиҙәр, әммә ҡайһы бер хәҙерге тикшеренеүселәр христиан дине 314 йылдан да алда ҡабул ителмәгән, тигән фекер әйтә[53]), ул нигеҙҙә боронғо иран ышаныуҙарына бәйләнгән традицион милли әрмән динен, ҡан ҡойош менән, ҡыуған һәм дәүләт диненә әүерелгән. Шулай итеп, Әрмәнстан тарихта тәүге христиан дәүләте булған[54][55]..

332—338 йылдарҙа Хосров III Котак Әрмәнстан батшаһы булған. Аракс йылғаһының һыу юлы үҙгәреше менән бәйле экологик хәлдәр киҫкенләшеү сәбәпле, батша Двин ҡалаһын төҙөтә һәм халыҡты яңы урынға күсертә[56].

337 йылда, тыныслыҡ Килешеүе булыуға ҡарамаҫтан, Әрмәнстанға Сасанид Шапур II ғәскәре баҫып инә. Әрмәндәргә ярҙамға рим ғәскәрҙәре килә, һәм улар бергәләп фарсыларҙы ҡыҫырыҡлап сығаралар. Хосровтың улы III Тиран (339—350) батша булып китә. Тиран илдең бойондороҡһоҙлоғон һаҡлау сәйәсәтен алып бара. Мовесаоренаци әйткәнсә, ул атаһы кеүек көн күргән, ҡаһарманлыҡ та, ғәййәрлек тә күрһәтмәгән. Фарсылар менән татыулыҡ мөнәсәбәттәрен һаҡларға тырышҡан. 345 йылда фарсы шахы Шапур II, һөйләшеүҙәр алып барыу һылтауы менән, Тиранды үҙенә саҡыра ла әсирлеккә ала, шунан Иранға алып китеп, күҙен һуҡырайта. Әммә фарсылар Әрмәнстанға сәйәси йоғонто яһарға бик ынтылһалар ҙа, әрмән монархы тәхете уның улы Аршак II күсә (350—368).

Аршак II, үҙәк хакимиәтте нығытыу һәм нахарарҙар сепаратизмын бөтөнләйгә туҡтатыу теләге менән, ҡәтғи сараларға күскән. Арарат тауының көньяҡ итәгендә ул Аршакаван тип аталған ҡалаға нигеҙ һалған. Бында үҙҙәренең хужаларынан ҡасып киткән крепостнойҙар һәм ҡолдар, шулай уҡ бурыстарын бер ҙә түләй алмағандар йәшеренер урын тапҡандар. Шулай итеп, батша элек нахарарҙар хакимлығы аҫтында йәшәгән кешеләр иҫәбенә үҙенең һалым түләүсе халҡын арттырыуға иҫәп тотҡан. Нахарарҙар быға киҫкен ризаһыҙлыҡ белдергәндәр һәм, ҡасҡындарҙы ҡайтарыу мөмкинлеге биргән законға таянып, батшанан ҡасып киткән хеҙмәтселәрен кире ҡайтарыуҙы талап иткәндәр. Ләкин Аршак яңы ҡала сиктәрендә был законды ҡулланыуҙы тыйған. Шулай булғас, нахарарҙар үҙҙәренең отрядтарына етәкселек итеп Аршакаванға йүнәләләр һәм уны яулап алалар. Егерме мең кеше йәшәгән ҡаланың бөтөн халҡы донъя йөҙөнән юҡ ителә. Аршак фетнәселәргә ҡаршы аяуһыҙ көрәш башлай. Ул нахарарҙар юлбашсыһы Камсаракандарҙан Гирак һәм Аршаруникты тартып алған, Артагерс ҡәлғәһен баҫып алып Камсаракандар ырыуының тамырын ҡорота. Ошонан һуң күп кенә нахарарҙар Иран яҡлауына биреләләр. Фарсыларҙың баҫып алыу ҡурҡынысы һәр йыл һайын үҫә бара. Рим империяһы ла һаман көсһөҙләнгән. Фарсылар аҡрынлап римлеләрҙе Месопотамиянан ҡыҫырыҡлап сығаралар, ә 363 йылда император Иовиан, әрмәндәргә бөтөнләй ярҙам итмәйәсәге хаҡында вәғәҙә биреп, шах Шапур II менән Нисибис килешеүен ҡабул итәләр (Ҡара. Шапур II, Әрмәндәр һәм иверҙар менән һуғыш).

Күпмелер ваҡыт үткәс, Аршактың ҡулы аҫтынан Алдзник нахарарлығы ысҡынған, һуңынан сиктәге өлкәләрҙе биләүселәр баш күтәргән һәм фарсылар яғына сыҡҡан. Шундай күп һанлы хыянаттар булыу сәбәпле, батша ғәскәрендә яугирҙар һаны кәмей. Бола арҡаһында һуғыш хәрәкәтен дауам итеү мөмкин булмай.

360 йылдарҙа Әрмәнстан Фарсыстанға ҡаршы ныҡышмалы көрәш алып барған. 367 йылда Сасанидтар Әрмәнстанға яңынан баҫып ингән. Фарсылар тоталар ҙа Тигранакертты емергәндәр, а һуңынан, Арацани йылғаһын кисеп һәм Евфрат ағымы ыңғайына хәрәкәт итеп, Ани-Камахты баҫып алғандар. Арарат тигеҙлегендәге хәл иткес бәрелештә Васак Мамиконян етәкләгән әрмән ғәскәрҙәре дошманды тар-мар иткәндәр. Һуғыш барышында һынылыш күҙәтелгән, һәм фарсыларҙың илгә үтеп инергә тырышыуы кире ҡағылып торған. Әммә батша һәм нахарарҙар араһындағы низағ, ваҡытлыса туҡтап торған кеүек булһа ла, яңы көс менән тоҡанып киткән. Ил эсендә хәлдәр ҡатмарлашҡанға күрә, Аршак тыныслыҡҡа ынтылған. Шапур әрмән батшаһын һәм Васак Мамиконянды, тыныслыҡ килешеүе төҙөү һылтауы менән, Ктесифонға саҡырып килтергән. Бында икеһен дә мәкерле рәүештә ҡулға алғандар. Васакты язалағандар, ә Аршак II төрмәгә ябылған.

Әрмәнстан батшалығы үтә ҡыйын хәлдә ҡалған: Аршактың улы Пап (353—374) кескәй генә булған, ә батшабикә Парандзем етерлек абруй менән файҙаланмаған, ил идарасыһыҙ тороп ҡалған. Фарсылар, шуның менән файҙаланып, эре әрмән: Арташат, Вагаршапат, Ервандашат, Нахчаван, Заришат, Ван һәм Тигранакерт ҡалаларын тулыһынса емерә, өлкән ирҙәрең барыһын да үлтереп бөтөргәндәр, ә балаларҙы һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы Иранға алып киткәндәр. Тиҫтәләгән мең әрмән һәм еврей көсләп Фарсыстан[57] төпкөлөнә күсерелгәндәр (депортацияланғандар).

368 йылда Әрмәнстандың һаҡланып ҡалған һуңғы бастионы булып, батшабикә Парандзем улы, батша вариҫы, Пап менән йәшеренгән урын, Артагерс ҡәлғәһе ҡалған. Пап тиҙҙән римлеләргә ҡасып китә алған, ә батшабикә, үҙенә тоғро нахарарҙары һәм 11 мең яугирҙан торған гарнизоны менән бер йыл буйына, ҡаты аслыҡ һәм сирҙәргә ҡарамай, фарсыларҙың ҡамауына сыҙап торған. 369 йылда дошман Артагерсҡа ла, батша хазиналарына ла хужа булған. Парандземды, башҡа әсирҙәр менән, Иранға килтерәләр. Шах Шапур, уны мәсхәрә итер өсөн, үҙенең баш ҡалаһындағы майҙанда махсус өй һалырға бойора, унда һәр теләгән кешегә ҡолатылған батшабикә менән енси мөнәсәбәткә инергә рөхсәт бирә. Меҫкен ҡатын шулай ғазаплап үлтерелгән. Ә яулап алынған Әрмәнстанда сиркәүҙәрҙе емереү һәм христиандарҙы эҙәрлекләү башлана.

Пап батша һәм спарапет Мушег Мамиконян. XVI быуат миниатюраһы

Әммә Әрмән батшалығы бөтөнләй бөлгән кеүек бер мәлдә, Пап ҙур рим ғәскәре менән килгән. Уның эргәһенә патриоттарҙың тарҡау отрядтары берләшә башлаған һәм һуғыш хәрәкәттәре яңынан тоҡана. Бер нисә тапҡыр еүелеү хурлығынан һуң, фарсылар сигенгәндәр. 369 йылда Мушег Мамиконян (фарсылар язалаған Васактың улы) менән батша Арташатҡа инә. 371 йылда Шапур Әрмәнстанға тағы һөжүм иткән. Хәл иткес яу Дзирав тигеҙлегендәге Нпат тауы итәгендә булған. Әрмән армияһы, император Валент ебәргән ҙур рим отряды ярҙамы ла булғас, ҙур батырлыҡ менән һуғышҡан һәм еңеү яулаған. Шапур Папты Әрмәнстан батшаһы тип танырға мәжбүр булған. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул үҙен һәләтле дәүләт эшмәкәре тип таныта. Әрмән батшаһы батша хакимлығын нығытыуға ынтылған. Батшалыҡ итеү дәүерендә ул Иран менән тыныслыҡ мөнәсәбәттәрен һаҡлай алған һәм шуның менән иленә, ҡыҫҡа ғына булһа ла, бик кәрәкле тынлыҡ, ял биргән.

Паптың бойондороҡһоҙ һәм үҙ аллы сәйәсәте (бигерәк тә уның шах менән йыш аралашыуы) римлеләргә оҡшамай башлаған. 374 йылда рим полководецы Теренций пригласил Папты һый мәжлесенә саҡырған . Бында өҫтәл артында ултырған сағында рим легионерҙары[76] әрмән батшаһын сапҡылап үлтергәндәр.

IV быуатта Әрмәнстанда феодал мөнәсәбәттәр формалаша.

387 йылда Әрмәнстан бүленеүгә дусар ителә: бәләкәй, көнбайыш, яғы Римгә, төп өлөшө — Фарсыстанға китә. Әрмәнстандың территориаль сиктәре кинәт ҡыҫҡарған [77]. Әрмәнстандың сик буйындағы ерҙәре Ирандың вассалы[78][79] хоҡуғын алған Иверияға һәм Албанияға бирелгән.

Аварайр яуы. Егишеның «Вардан һәм әрмән һуғышы» ҡулъяҙмаһынан XVI быуат миниатюраһы

Христиан динен нығытыу, Тәүратты (Библияны) һәм ғибәҙәт китаптарын тәржемә итеү, әрмән милли мәктәптәренә нигеҙ һалыу маҡсатында, Месроп Маштоц 405—406 йылдарҙа хәҙерге әрмән алфавитын төҙөй. Был идеяны тормошҡа ашырырға милли берҙәмлек тойғоһо булышлыҡ иткән[58].

Әрмәнстандың фарсы өлөшөндә Аршакидтар хакимлығы бер ни тиклем һаҡланған, әммә Йездигерд I дәүеренән Әрмәнстан менән мөнәсәбәттәр насарая. 428 Йәздигердтың улы Варахран V Әрмәнстанды сасанид дәүләтенең провинцияһына әйләндерә һәм, Арташесты ҡолатҡас, Әрмәнстанд Аршакид династияһын ҡорота. Тәҙәрәк фарсылар Әрмәнстанға шаҡтай ҙур ғына автономия биргәндәр. Марзпан, спарапет (баш командующий) һәм азарапет (иҡтисадты етәкләүсе) вазифалары әрмәндәр ҡулында ҡалған. Әрмән католикосы (христиан сиркәүе башлығы) «Бөйөк судья», һалым йыйыусылар ҙа әрмән булған. Месроп Маштоц һәм уның уҡыусылары эшмәкәрлеге менән бәйле, ил мәҙәни үҫеш кисергән. Фарсыларҙың, христиан дине әрмәндәрҙе Римгә яҡынайта, тип тынысһыҙланыуы нигеҙһеҙ булмаған.

438 йылда Йездигерд II фарсы батшаһы булып киткән, империяһының халыҡ-ара хәлен нығытып, ул илдең эске берҙәмлеген тәьмин итеү маҡсаттарын ҡуя. Әрмәндәрҙең ҡайһы бер привилегияларын бөтөрткән һәм зороастризмға күсергә бойорған. Был талаптар Әрмәнстанда ихтилал башланыуға килтергән, баш күтәреүселәр ғәскәре һәм сасанид армияһы араһында һуғыш башлана. Аварайр яуы — һуғыштың хәл иткес эпизоды, ошо һуғышта баш күтәреүселәрҙең юлбашсыһы Вардан Мамиконян һәләк булған. Фарсыларҙың пирралы еңеүенән Ездигерд II бәхет тойғоһо кисермәгән: таланған, унан һалым да, яугирҙар ҙа килмәгән. Етмәһә, яңынан күскенселәр тынғыһыҙлай башлаған. Ситуацияны төҙәтеү маҡсатында ул әрмәндәргә христиан дине тотоуҙы рөхсәт иткән, ә кемдәр көслөк менән зороастризмға күсерелгән булған, христианлыҡҡа кире ҡайтырға рөхсәт иткән.

460-сы йылдарҙа Фарсыстандың яңы батшаһы Пероз тағы христиандарҙы эҙәрлекләү сәйәсәтен башлаған. Яңы ихтилал ҡалҡҡан, 484 йылда әрмәндәр һәм фарсылар, Әрмәнстанға тулы дини ирек биргән ярым бойондороҡһоҙ статус һаҡлаған, Нварсак килешеүен төҙөй.

Урта быуат Әрмәнстаны (VI—XV быуаттар)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрлө стратегик сәбәптәр арҡаһында Әрмәнстан Византия империяһы һәм Фарсыстан батшалығы араһындағы ыҙғыш алмаһына әйләнә[81]. Юстиниан I 535—538 йылдарҙағы идара реформаһы Әрмәнстандың хәлендә хәтһеҙ сағылыш тапҡан. Уның сиктәрендә, мәҫәлән, әрмән аристократияһын кәметеүгә маҡсатлы йүнәлтелгән бойороҡтар сыҡҡан. 21-се новеллала былай тиелгән: «Әрмәндәр бар нимәләрҙә лә рим законына эйәрергә тейеш». Шулай итеп, Әрмәнстандың хоҡуҡ нормалары дөйөм империяныҡынан айырылырға тейеш түгел, тип һыҙыҡ өҫтөнә алғандар:

Беҙ әрмәндәрҙе, элекке ғәҙелһеҙлектән арындырып, бөтөнләй беҙҙең ҡанундарыбыҙға күсерергә һәм уларға тейешле тигеҙлек бирергә теләйбеҙ.

Әрмәндәр таралышып ултырған бик ҙур ерҙәр дүрт провинцияға: Әрмәнстан Беренсе, Икенсе, Өсөнсө һәм Дүртенсегә бүленгән[59].

591 йылда византия императоры Маврикий (әрмән сығышлы булыуы мөмкин[83]) фарсылар өҫтөнән еңеү яулаған һәм империяға Әрмәнстан территорияһының ҙур ғына ҡалған өлөшөн, уның сиктәрен Ван күленә саҡлы киңәйтеп, кире ҡайтарған[81]. Маврикийҙы тиран Фока ҡолатҡан, ә Фоканы — әрмән Ираклий, полководец Өлкән Ираклийҙың улы. 629 йылда Ираклий Маврикий башлаған баҫҡынсы һуғыштарҙы тамалап ҡуйған. VI быуат аҙағынан Әрмәнстан Византия дәүләтенең вассалына әүерелә.

Ғәрәп хәлифлегенең Әрмән эмираты,750—885 й.
аль-Арминия I — Ҡаф тауы өлкәһе Арран
аль-Арминия II — Грузия
аль-Арминия III — Тарихи Әрмәнстан

Сасанидтар династияһы 630-сы йылдарҙа Алғы Азия баҫҡынсылары — ғәрәп хәлифтәре тарафынан ҡыйратыла. 645 йылда Хәлифлектең ғәрәп армиялары Әрмәнстанға һөжүм иткән, илдең күп өлөшө хәлиф хакимлығына күскән. Әрмән кенәзе Теодорос Рштуни ғәрәптәр тарафынан Әрмәнстандың, Грузияның һәм Ҡаф тау Албанияһының юғары идарасыһы итеп тәғәйенләнгән[60]. VII быуат аҙағында Әрмәнстан фактик үҙ аллылығын юғалтҡан. Регионды баҫып алғас, ғәрәптәр тик идара итеү маҡсатында бөтөн Көньяҡ Ҡаф тауын аль-Арминия тигән ҙур бер провинцияға берләштерә. Наместничество, составында әрмән ерҙәре күп булғанлыҡтан, Арминия, тип аталған[61].

Калифтар һәм византия императорҙары һуғыш алып барғанда, Әрмәнстан ҡурҡыныс яфаларға дусар ителгән һәм өлөшлөтө византия, өлөшләтә ғәрәп наместниктары тарафынан идара ителгән. Калифтар хакимлығындағы наместниктар остикандар тип, византия императорҙары ҡулы аҫтында — куропалаттар тип аталғандар. Беренсе куропалат Ашот I Тао-Кларджети тигән кенәзлеккә нигеҙ һалған һәм атаҡлы Багратиондар династияһын башлаған[62]. Әрмән куропалаттары Византияның эске сәйәсәтенә һиҙелерлек тәьҫир иткәндәр: миҫал өсөн Тао-Кларджетиҙың идарасыһы Давид III X быуаттың икенсе яртыһында Василий II[63] ҡаршы көрәшкән Варда Склир ихтилалын баҫтырған.

Хәлифлек составында әрмәндәр ғәрәп империяһының үҫешенә күп өлөш индергән. Ибн Бахтишу[88][89] әрмән табиптар династияһы дан-шөһрәт ҡаҙана. Династияны башлаусы Джибраил ибн Бахтишу в 765 йылда үлергә етешкән Аль-Мансур хәлифте[90] терелтә. Уның ейәне, ул да Джибраил исемле, 800 йылдар тирәһендә Бағдадта Харун ар-Рәшид[91] хәлиф инициативаһы менән төҙөлгән тәүге дауаханаға нигеҙ һалған.

VII—IX быуаттарҙа Әрмәнстанда павликиан һәм тондракийсылар христиан секталары барлыҡҡа килгән һәм таралған. Улар Византия империяһында ла етди тәьҫир итеү көсөнә эйә булған.

Әрмәндәр Византияла[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Византия императоры (813—820) Әрмән Лев V

VIII—IX быуаттар дауамында әрмәндәр ғәрәп иҙеүенә ҡаршы күп тапҡыр баш күтәргәндәр. Һуңғараҡ меңәрләгән әрмән Византияға күсергә мәжбүр булған, сөнки әрмән халҡы унда мөһим роль уйнаған. Византия императорҙары, полководецтарының, патриархтарының, сауҙагәрҙәр вәкилдәренең, дәүләт хеҙмәтендә эшләгәндәрҙең һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең күпселеге сығышы менән этник әрмән булған[64]. Икенсе император әрмән Вардан Филиппик кеүек үк, Ираклий (византия императоры) хатта миафизит булған. Изге императрица Байғош Феодора һәм уның улы Михаил III сығышы менән әрмән аристократтары Мамиконяндарҙың нәҫеленән булған[65]. Шулай уҡ әрмән сығышлы булғандар башҡа бик күп византия аристократик заттары, араларында Лакапиндар, Куркуастар, Гаврастар, Заутцтар һ.б. Василий I-нән Василий II-гә (867—1025) тиклемге бөтөн Византия императорҙары әрмән йәиһә өлөшләтә әрмән сығышлы булған[66].

Степанос Таронеци, "Дөйөм тарих ", X б. аҙағы—XI быуат башы[67]:

Вард Бағдадта саҡта һәм Василий батшалығы тыныслыҡҡа ләззәтләнгәндә, Василий үҙенең ҡулы аҫтындағы әрмәндәрҙе, уларҙы булхарҙарға ҡаршы ҡуйыр өсөн, илде рәтләп төҙөү мөмкинлеген биреү ниәте менән, Македонияға күсергән. Бына шуның өсөн ул әрмәндәрҙең күбеһен күсергән дә инде. Ихтыярһыҙ пастырҙар һәм севастий митрополиты әрмәндәрҙе дине өсөн ҡыҫырыҡлай башлаған.

Ул саҡта дин һиҙелерлек сәйәси роль уйнаған, һәм, Византия әрмәндәрҙең дини доктринаһы айырымлыҡтары арҡаһында йыш ҡына әрмән дәүләтселегенә зыян килтерерлек саралар үткәргән һәм Әрмәнстандың бойондороҡһоҙлоғона янаған. Әммә византия императорҙары Кесе Азияға хәрби походтар ойошторған, ерҙәр яулап алған, әрмәндәрҙе күпләп империяның хәүефһеҙерәк тип һаналған көнбайышына, башлыса Фракияға күсергәндәр, шуның менән әрмәндәрҙе баҫҡынсы мосолман ғәрәптәрҙән,ә һуңғараҡ төрөк-сельджуктарҙан ҡурсалағандар. Аҙаҡ был өлкәләрҙән күренекле императорҙарҙың тотош династиялары сыҡҡан[68]. Бындай дини айырмалыҡтан ҡасыр өсөн ҡайһы бер, әрмән (Константинополь патриархы) Бөйөк Фотий I кеүек, константинополь патриархтары, монофизитлыҡ — ул төп дини тәғлимәткә ҡаршы киткән христологик сафсата, тип аңларға кәрәк һәм православие[69] араһында тигеҙлек билдәһе ҡуйып, ялған раҫлауҙарын нигеҙләргә тырышҡандар. Тап патриарх Фотий осоронда (үҙе православ булмаһа ла, православие барлыҡҡа килеүҙә төп роль уйнаған) Византияла Григорий Мәғрифәтсене (Григорий Әрмәнлене) ихтирамлау башланған[70]. Шул уҡ «фальсификатор» Фотий патриарх Василий I (византия императоры) шәжәрәһен ябай әрмән крәҫтиән ғаиләһенән әрмән батшаларына Аршакидтарға тиклем төҙөгән[71]. Шулай уҡ, Византия тәхетенә 867 йылда ултырған Василий I Македониялы, әрмән сығышлы, тип йөрөтөлгән Македония династияһына нигеҙ һалған[72][73]. Василий үҙендә әрмәндәрҙең Көнсығыш Рим империяһына көслө тәьҫирлелеген кәүҙәләндергән[74]. Ысынында, Византия империяһы сиктәрендә милли һәм тел айырмалыҡтары булған күп төрлө халыҡ һыйышып йәшәһә лә, тик әрмәндәргә генә үҙ мәҙәниәтен һаҡлауға юл ҡуйылған булған. Әйтергә кәрәк, ошо династия идара иткән дәүерҙә генә әрмән теле, грек теленән ҡала, икенсе рәсми тел булған. Византия дәүләтенең ҡөҙрәтле һәм алдынғы ил булып киткән дәүерендә династияның иң сағыу вәкиле булған әрмән Василий II (византия императоры) уның тәхетендә ултырған[64][75][76]. Идара иткән ваҡытында ул Әрмән дәүләтселеген бөтөнләй емергән һәм ғәрәптәрҙән Көнбайыш Әрмәнстанды тартып алған[77]. Ул бик күп әрмәнде Фракияға, Филиппополь (Пловдив) эргәһенә, ә болгарҙарҙы Әрмәнстанға күсерә[77]. Василий үҙенән һуң вариҫтар ҡалдырмай, һәм уның үлеменән һуң күп тә тормай иң данлыҡлы династияның тамыры ҡороған, икенсе әрмән династияһына — Комниндар.

Әрмән дәүләтен тергеҙеү. Әрмән Багратидтар батшалығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

IX быуат башынан Аббасид хәлифлегендә уның тарҡалыуына килтергән процестар башланған. Хәлифлектең көсһөҙләнә барыуы Әрмәнстанға ҡарата һығылмалыраҡ сәйәсәткә күсергә мәжбүр иткән. 806 йылда уҡ хәлиф тарафынан әрмән кенәзе Ашот Мсакер (Ит ашаусы) Әрмәнстан хакимы итеп тәғәйенләнә. 862 йылда Әрмәнстан кенәздәренең кенәзе тип (батрик ал батарика) уның ейәне Ашот Багратуни танылған. Әйтергә кәрәк, Ашот өсөн юғары титулды хәлифтең наместнигы (урындағы идара башлығы), этник әрмән Али ибн Яхья аль-Армани һораған. 875 йылда уҡ әрмән юғары ҡатламы Ашотты әрмән тәхетенә претендент сифатында күрһәткән.

IX быуат аҙағында Багратидтар династияһы Әрмәнстанды мәҙәни, сәйәси һәм иҡтисади күтәрелешкә еткергән, шулай итеп әрмән тарихына яңы алтын быуат билдәләнгән. 885 йылда Әрмәнстан региондағы ике төп көстәр: ғәрәп Хәлифлеге һәм Византия империяһы тарафынан үҙ аллы (суверенлы) батшалыҡ тип танылған. Ашот I (885—890) — боронғо һәм ҡөҙрәтле әрмән Багратидтар нәҫеле вариҫы — Мутамид Биллах ҡәлиф рөхсәте менән тажға эйә булған һәм Багратидтарҙың өсөнсө династияһына нигеҙ һалыусы, йәки Багратуни булып киткән. Бөйөк Әрмәнстан дәүләте ҡолатылғанға яҡынса 450 йыл үткәс, әрмән дәүләте тергеҙелгән. Багратидтар эпохаһы тарихсыһы Степанос Таронеци был ваҡиға тураһында: « Ашот Багратуни менән әрмән батшалығын өсөнсө тапҡыр яңыртыу», — тип яҙған.

Ашоттың хәлифлек тарафынан танылған вариҫы Смбат I көслө үҙәкләштерелгән идара итеү сәйәсәтен дауам иткән, шулай уҡ ул әрмән монархияһының сиктәрен киңәйткән. Әрмән дәүләтенең көсәйкүе менән килешмәгән хәлиф, үҙенең наместнигы саджид эмир Йософҡа таянып, Әрмәнстанды буйһондороу буйынса планлы көрәш башлаған. Был периодта саджидтар Әрмән батшалығының төп дошманына әүерелгән. Бер нисә йыл буйына ныҡышмалы көрәшкәндән һуң 914 йылда Смбат I Двинда язаланып үлтерелә. Шу ваҡытта был урында кескәй генә ғәрәп эмирлығы булған, һәм артабан әрмән батшаһына ҡаршы торор өсөн хәрби форпост хеҙмәтен үтәгән.

Смбаттың улы Тимер Ашот II (914—928), Әрмәнстанды талаусы мосолмандарҙы ҡыуып сығарып, илдең үҙаллылығын һәм эске берҙәмлеген тергеҙә алған. 922 йылда хәлифлек уны Әрмәнстан батшаһы, юғары титулға эйә шахиншаһ — батшаларҙың батшаһы тип иғлан иткән. Бөтөн Ҡаф тауында уның сәйәси гегемонияһы танылыу алған.

Әрмәнстан шахиншаһы Смбат II (уңда) һәм уның кесе ҡустыһы Гурген I ктитор скульптураһында (Ахпат монастыры), 976—991 йылдар[78]

Әрмәнстан ҡөҙрәтле ил апогейына, юғары үҫешкә һәм мәҙәни осошҡа Ашот вриҫтары: Карсты баш ҡала иткән уның ҡустыһы Аббас I (928—953) дәүерендә; баш ҡаланы Аниға күсергән Аббастың улы Ашот III Миһырбанлы (953—977) заманында; ә аҙаҡ Ашот III улдары Смбат II (977—989) һәм, бигерәк, Гагик I (989—1020) ваҡытында өлгәшкән. X быуат башынан Византия империяһы Ҡаф тауы артындағы илдәрҙә — бигерәк тә христиан дәүләттәре араһында — Әрмәнстандың сәйәси гегемонияһын таныған. Әрмән батшалары Ашот I, Смбат I һәм Ашот II «архонттарҙың архонты» титулына эйә булған[79], был Византия ориентациялы Ҡаф тауы арты илдәренең башҡа башлыҡтарына әрмән батшаларының уларҙан юғары тороуын аңлатҡан[80]. Хәлифлек,үҙ сиратында, әрмән батшаларына «шахиншах» — батшаларҙың батшаһы титулын биргән[81].

Әрмән дәүләтенең һәм үҙәк идараның нығыныуына шул уҡ ваҡыттағы феодаль тарҡаулыҡ ҡамасаулаған. Х быуат аҙағында—XI быуат башында Багратидтар династияһының төрлө тармаҡтары араһындағы конфликттар һәм көслө Арцрунидтар династияһы етәкләгән Васпуракандың 908 йылда бүленеүе илдең эске берҙәмлеген ҡаҡшатҡано. 963 йылда, баш ҡаланы Карстан Аниға күсереү сәбәпле, Карс батшалығы, 978 йылда шахиншаһ Ашот III Миһырбанлы үлгәс, төньяҡ Әрмәнстанда уның кесе улы Кюрике I (Гурген) Ташир-Дзорагет батшалығын иғлан иткән, 987 йылда, Раввадид Абу-л-Хайдж походы мәлендә, үҙенең бүленеп сығыуы тураһында Сюниктың сюзерены Смбат I Саакян иғлан иткән. Әммә һуңғараҡ, уларҙың барыһы ла Багратидтарҙың юғары хакимлығын һәм сюзеренитетын танығандар.

Истахри, X быуат[82]:
«Двин (Дабиль) Әрмәнстандың баш ҡалаһы һәм ундағы Санбат, Ашуғ улы. Ҡала даими рәүештә юғары ҡатлам христиандар ҡулында булған, ә христиандар Әрмәнстанда йәшәгәндәрҙең күпселеген тәшкил иткән, был „Арман батшалығы“. Әрмәнстан Византия (Рум) менән сиктәш һәм уның сиге Бард (Берда) ҡалаһы, Джезире (Джазиры) һәм Көньяҡ Әзербайжанға (Адербейджан)саҡлы»

Шулай итеп, XI йөҙйыллыҡ башынан уҡ эске мөнәсәбәттәре ҡаҡшаған Әрмәнстан Византия өсөн уңайлы сәпкә әйләнгән булған. 1021 йылда көнсығыш хәрби походында Василий II (Болгаробойца) Византияға Васпуракан батшалығын ҡушҡан. Икенсе йылдың башында әрмән батшаһы Ованес-Смбат (1020—1041), илде бөлгөнлөктән һаҡлап ҡалыр өсөн, Әрмән батшалығын Византияға васыят иткән, католикос Петрос I Гетадарц Трапезунд килешеүенә ҡул ҡуйған. Тиҫтә йыл уртаһына әрмән батшаһының биләмәләре байтаҡҡа кәмегән. Ованес-Смбат вафат булғандан һуң, Византия агрессив һөжүм сәйәсәтенә күскән, Әрмәнстандың империяға ҡушылыуын талап иткән. Багратидтар династияһынан Әрмәнстандың һуңғы батшаһы Гагик II 1045 йылда, византия аннексияһына дүрт йылға яҡын ҡаршы торғандан һуң, капитуляцияға риза булған. Батшалыҡтың тарҡалыуында башында византофил католикос Петрос I торған әрмән юғары ҡатламы мөһим роль уйнаған.

Багратидтарҙың Әрмән батшалығы дәүерендә историография (тарихнамә), фәлсәфә, математика, медицина, әҙәбиәт, архитектура, миниатюра, фреска живописе, декоративно-прикладное искусство, сәнғәттең һәм фәндең башҡа өлкәләре бик көслө үҫешкән, тулайым алғанда, эпоха мәҙәни яңырыу менән билдәләнгән.

961 йылдағы үҫеше апогеяһында боронғо Ани ҡалаһы Әрмән батшалығының яңы баш ҡалаһына әйләнгән. Һуңғы баш ҡалаһы атамаһы менән бәйле, батшалыҡ үҙе лә Аний батшалығы тип атала[83]. Халыҡ һаны яҡынса 100 мең кеше тәшкил иткән һәм ул «1001 сиркәү ҡалаһы» тип аталған. Әрмәнстан, Ани батшалыҡтың баш ҡалаһы булып үҫешкән дәүерҙә, региондың башҡа дәүләттәренә сәйәси һәм иҡтисади яҡтан йоғонто яһаған күп һанлы халыҡ йәшәгән һәм ныҡ үҫешкән ил булып танылған.

Византияның Әрмәнстан батшалығын аннексиялауы, шулай уҡ уғыҙ-сельджук ҡәбиләләренең баҫҡынсылығы көсәйеүе арҡаһында, әрмән халҡының тарихи тыуған иленән күп быуаттарға һуҙылған ирекһеҙләнеп күсенеүе башланған. Әрмән батшалығын аннексиялау шулай уҡ сельджуктарҙың Кесе Азияға тотҡарлыҡһыҙ үтеүенә һәм Византия империяһын артабанғы баҫып алыныуына килтергән. Матфей Эдесский, XII быуат тарихсыһы былай тип яҙған:

« Әрмән эраһының 498 йылында (1049-1050) Әрмән батшалығын Багратуни династияһынан, әрмән католикосы ғали йәнәптәрен патриарх тип таныу хаҡындағы алдаҡ анттар менән мәкерле рәүештә тартып алған император Мономах идара иткән йылдарҙа, Фарсыстандан Тоғрул бәк солтан бойороғо менән Аллаһы тәғәләнең ҡәһәре – афәт килгән. Ибраһим менән Ҡотолмыш исемле ике зорапет, римлеләр ҡул аҫтында тороу тотош илде бөлгөнлөккә килтергәнен һәм уның ҡурсаланмауын, римлеләр Көнсығышты иң ҡыйыу һәм иң көслө ир-егеттәрһеҙ ҡалдырғанын, ә улар урынына Әрмәнстанда һәм Көнсығышта зорапет-евнухтарҙы ҡуйыуҙарын белгәнлектән, күп һанлы көстәр менән һарайҙы ташлап киткән һәм ҙур ғәскәр башында Әрмәнстанға йүнәлгән. »

Төрөк-сельджуктарҙың баҫып алыуҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әрмәнстан территорияһында, Манцикерт эргәһендәге ҡаты алышты һүрәтләгән XV быуат француз миниатюраһы

Төрөк-сельджук (уғыҙ-төрөкмән) ҡәбиләләренең Әрмәнстанға тәүге сапҡындары 1016 йылда, уларҙың Васпуракан батшалығына һөжүменән башланған. Уғыҙ-төрөкмән ҡәбиләләре — Урта Азиянан ябырылып килгән, Иранда һәм Алғы Азияның башҡа өлөштәрендә нығынған баҫҡынсылар. Сельджук һөжүме әрмән этносына һәләкәтле бәхетһеҙлектәр алып килгән. Сюник, Васпуракан, Гохтн (Нахичевандә) һәм башҡа әрмән өлкәләре баҫҡынсылыҡ объектына әүерелгән[84]. XI быуат уртаһында инде Әрмәнстанға уларҙың системалы һөжүме башланған. 1048 йылда Тоғрул бәк Әрмәнстанға тәүге тапҡыр ябырылған[85]. Сельджуктар Эрзурум эргәһендәге Арзниҙы талаған. 1049 йылда Эрзурумда ҡот осҡос һуйыш булған. Византий хронисы Иоанн Скилица, төрөктәр Эрзурумды яулағанда, 140 мең кеше һуйылған, ти. Был төрөк-сельджуктар яулап алыуының урындағы әрмән һәм грек халыҡтары өсөн ауыр эҙемтәләре хаҡында һөйләй[86]. 1064 йылда Алып Арыҫлан етәкләгән был ҡәбиләләр Әрмәнстан территорияһында хәрби кампания ойошторған[87] һәм Византиянан Аниҙы тартып алған. 1071 йылғы Әрмәнстан территорияһында Манцикерт ҡаты алышында византий армияһының сельджуктар тарафынан ҡыйратылыуы региондың артабанғы яҙмышын хәл иткән. Был саҡта сельджуктар Әрмәнстандың күп өлөшөн (Манцикерт ҡаты алышынан һуң ҡалған Анатолия һәм Бейликты ла) баҫып алған[85][88][89], Михаил Сүриәле әйткәнсә, «Был /Манцикерт янындағы/ ҙур еңеү менән төрөктәр Әрмәнстанда тулыһынса өҫтөнлөк алды»[90]. Тик бер нисә әрмән сәйәси ҡоролошо ғына, башлыса вассалитетты танығанлыҡтан, үҙҙәренең бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡала алған. Мәлик шаһ үлгәндән һуң ғына (1092), сельджуктар власы юҡҡа сыҡҡан һәм урындағы хөкөмдарҙарға күскән. Шулай итеп, бөтөн Әрмәнстан һәм шулай уҡ көнбайыш Ирандың, Фарсы Ирагының, Ҡаф тауы артының күп өлөшө туҡһан йылға яҡын Ильдегизидтар власына буйһонған[91].

Сельджук баҫып алыуы дәүеренән төрөк ҡәбиләләре тарафынан әрмән халҡын Әрмәнстандан күп быуаттарға һуҙылған ҡыҫырыҡлау процесы башланған[92].

1045 йылдан һуң Әрмән милли дәүләт ҡоролошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1045 йылда Әрмәнстан территорияһында, Аний батшалығынан башҡа, тағы ла 3 бәләкәй әрмән батшалығы, шулай уҡ бер нисә ваҡ кенәзлек йәшәүен дауам иткән. XI быуат тарихсыһы Аристакес Ластиверци яҙғанса, быуат уртаһына «[Давит] Куропалат кенәзлегенән һәм ромейҙарға буйһонған территорияларҙан тыш, Әрмәнстанда дүрт батшатәхете булған»[93].

1064 йылда Әрмәнстанға башында Алып Арыҫлан торған сельджук ғәскәрҙәре баҫып ингәндән һуң, әрмән милли дәүләт ҡоролошо һаҡланып ҡалған аҙ һанлы өлкәләр генә билдәләнгән: Сюник, Ташир, Хачен (Таулы Ҡарабахта) һәм Сасун[85][94][95].

Аний батшалығынан һуң тәүгеләрҙән булып Карс батшалығы йәшәүҙән туҡтаған. 1065 йылда, сельджук солтаны Алып Арыҫлан походынан һуң, уның Багратидтар династияһнан булған һуңғы хакимы Гагик Карслы үҙ иленең Византия дәүләтенә инеүенә юл ҡуйған[96].

Аний дәүләте ҡыйратылғандан һуң һаҡланып ҡалған XI—XII быуаттарҙағы (Зангезурҙағы) Сюник батшалығы[85]

Карстан һуң төньяҡ Әрмәнстанда әрмән Багратидтарының кесе тармағы, Ташир-Дзорагет батшалығында, Кюрикидтар нәҫеле йөҙөндә йәшәүен дауам иткән. Ерһеҙ Давид I осоронда батшалыҡ үҙенең юғары үҫеш дәүеренә еткән. Ул Гянджи Шеддадидтарының атакаларын кире ҡаға һәм хатта улар ҡулында булған бер нисә әрмән өлкәһен ҡуша алған. Алып Арыҫландың 1064 йылғы походы шулай уҡ был батшалыҡтың тарихи яҙмышында сағылыш тапҡан. Кюрике II ирекһеҙҙән Алып Арыҫлан сюзеренитетын таныған. Шул уҡ ваҡытта Грузия батшаһы Баграт IV баҫымы аҫтында һуңғыһы, баш ҡаланы Самшвилдтан Лори ҡала-ҡәлғәһенә күсереп, төньяҡтағы байтаҡ ерҙәрен бирергә ризалашҡан. 1118 йылда Кюрике II вариҫтары Давид һәм Аббас идаралыҡ иткән йылдарҙа Ташир-Дзорагет батшалығы грузин батшаһы Төҙөүсе Давид тарафынан Грузияға ҡушылған. Давид һәм Аббас Тавуш (Кюрикидтар) һәм Мацнаберд кенәзлектәренең ҙур булмаған өлкәләрендә идара иткәндәр.

Әрмәнстандың көнсығышындағы Сюник батшалығы Аний Багратидтарының үҙәкләштерелгән дәүләтенән (уны аннексиялағанға саҡлы вассал бойондороҡлоҡто һаҡлап) иң һуңғы булып сыҡҡан һәм башҡа әрмән дәүләттәренән оҙағыраҡ һаҡланып ҡалған. XI быуат башында батшалыҡ үҙ үҫешенең иң юғары нөктәһенә еткән. Алып Арыҫлан походы дәүерендә лә ул үҙ аллығын һаҡлап ҡалған[94], әммә Сенекерим хакимлығы солтан Мәлик шаһ I тарафынан раҫланған. Сенекерим үҙен «Сюникта ултырған Әрмәнстан батшаһы» тип атаған. XII быуат был батшалыҡтың сельджук баҫып алыусыларына ҡаршы алып барған көрәше менән билдәле. 1170 йылда Ильдегизидтар Сюникты баҫып алған.

Закаряндар нәҫеле етәкселегендәге әрмән-грузин ғәскәрҙәренең Көнсығыш Әрмәнстанды азат итеүе Сюник өсөн һынылышлы тарихи момент булған. 1210-сы йылдарҙа, ҡырҡ йыл дауам иткән өҙөклөктән һуң, бында Сюник кенәзлегендә әрмән идаралығы тергеҙелгән. Әрмәнстандың был өлкәһендә, уға байтаҡ иҡтисади һәм мәҙәни үҫеш килтергән, Орбеляндар ырыуы идаралыҡ иткән. Орбеляндар һәм уларҙың Хахбакян ырыулы вассалдары 1435 йылға саҡлы идара иткән. Һуңғараҡ, Таулы Карабахтағы кеүек, был территорияла бер нисә әрмән мәликлектәрпе ойошторолған.

Таулы Карабах территорияһында ҙур булмаған Хачен әрмән кенәзлеге булған[85]. XIII быуат башынан бында боронғо Арраншаһтар ырыуы вариҫтары Гасан-Джалаляндар сюзерен хоҡуғына эйә булған. XII—XIII быуаттар сигендә Мхитар Гош яҙып ҡалдырған[97]:

« Эламитяндар хакимлыҡ иткән осорҙа Әрмән батшалығы күптән тулыһынса тарҡалған булған, бар мөлкәтенән ҡалған ишхандар ҡалдыҡтары, ҡайһы ҡайҙа һибелеп, бигерәк тә илдең Арцах кеүек буй етмәҫлек нығытмаларында йәшәгәндәр, бер-беренә буйһоноуҙан баш тартып, илдән-илгә йөрөгәндәр. »

Боронғо әрмән провинцияһы Арцах территорияһындағы Хачен кенәзлеге, XVI быуаттың аҙағына, һуңғараҡ уның урынына яйлап Хамс мәликлектәре булараҡ билдәлелек алған әрмән мәликлектәре ойошторолғанға саҡлы (улары, үҙ сиратында, XVIII быуат уртаһына саҡлы торған) йәшәүен дауам иткән.

Киликий әрмән дәүләте. Тәре йөрөтөүсләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Киликий әрмән дәүләте, 1080—1375 йй.

Яҡынса 1080 йылда Киликия һәм әрмән халҡының күбеһе тауҙарында фарсылар һәм төрөктәрҙән бик оҙаҡ йылдар йәшеренеп йәшәгән Кесе Әрмәнстандың бер өлөшө, византий иҙеүенән тауҙарҙа ҡасып йөрөгән Багратидтарҙың һуңғы батшаһы Рубен I тарафынан азат ителгән. Үҙенең туғаны, Әрмәнстандың һуңғы батшаһы Гагик II-не үлтереүселәрҙең ҡулына эләгеп, язаланыу йә ҡол булыуҙан ҡасып, Рубен I башҡа әрмәндәр менән ущелью горы Тавр тауы тарлауығына, ә һуңғараҡ киликий ҡалаһы Тарсҡа йүнәлгән. Бында урындағы византий хөкүмәте уларға һыйыныу хоҡуғы биргән. Шулай итеп, яҡынса 1080 йылдан алып 1375 йылға саҡлы әрмән дәүләтселеге Киликияның көньяғына күскән.

Беренсе тәре походы ҡатнашыусылары Кесе Азияла пәйҙә булғандан һуң, әрмәндәр, мосолмандар тарафынан яулап алынғансыға саҡлы уҡ, Левантала үҫешкән европа тәре йөрөтөүселәре дәүләттәре менән мөнәсәбәттәр төҙөй башлаған булған. Үҙенә яҡын торған тәре йөрөтөүселәр менән Кесе Азия аша Иерусалимға һыу аша сығып, граф Балдуин I Иерусалимлы Тәре йөрөтөүселәр армияһын ташлап киткән һәм Тороста, Эдессаның православиены таныған әрмән хакимында, һыйыныр урын тапҡан[98]. Әрмәндәр сельджуктарҙың дошманы булғанлыҡтан һәм византийлыларҙы күрә алмағанлыҡтан, улар тәре йөрөтөүселәрҙең графына киң күңеллек күрһәткән, һәм, Торос үлтерелгәндән һуң, Балдуин тәре йөрөтөүселәрҙең яңы Эдесса графлығы хакимы булып киткән. Әрмәндәргә Балдуиндың һәм ғөмүмөн тәре йөрөтөүселәрҙең хакимлығы, күрәһең, оҡшаған, шуның өсөн уларҙың күпселеге иңгә иң терәшеп европа христиандары яғында һуғышҡан. 1097 йылда Антиохияны яулап алғандан һуң, Рубендың улы Константин тәре йөрөтөүселәрҙән барон титулы алған.

Смбат Спарапет, «Йылъяҙма», XIII быуат[99]


Әрмән йыл иҫәбе буйынса 647 йылдың (1198) 6 ғинуарында, Аллаһы тәғәлә күренгән (Богоявление) көнөндә, рим сиркәүе һәм герман императоры ҡурсалауында Левонды Әрмәнстан тәхетенә ултыртҡандар. Әрмәндәр барыһы ла шатланғандар, сөнки улар инсафлы һәм алланы яратыусы әрмән батшаһы Левон йөҙөндә үҙ дәүләттәренең тергеҙелеүен һәм яңырыуын күргәндәр.

Башҡарып сығарылмаған Өсөнсө тәре йөрөтөүселәр һәм башҡа ҡайһы бер ваҡиғалар Киликий Әрмәнстанын Яҡын Көнсығышта берҙән бер әһәмиәтле христиан дәүләте итеп танытҡан[98]. Византия, Изге Рим империяһы, папалыҡ, хатта Ғәббәсидтәр хәлифе кеүек донъяуи көстәр Киликияға йоғонто яһау яғынан көнәркәш булған. Һәр береһе Рубенидтар (Рубинян) династияһынан Киликия принцы Левон II-сене тәүгеләрҙән булып законлы король итеп танырға тырышҡан. Һөҙөмтәлә, 1198 йылдың 6 ғинуарында Тарс ҡалаһында ул тәхеткә ултырған, Герман һәм Византия империялары короле итеп иғлан ителгән. Левон II-гә таж кейҙергәндә христиан һәм бер нисә мосолман илдәре вәкилдәре ҡатнашҡан; шуның менән Киликияның әһәмиәтле урыны һыҙыҡ өҫтөнә алынған булһа кәрәк[98]. Әрмәнстан хөкүмәте тәре йөрөтөүселәр менән йыш бәйләнештә торған һәм, билдәле, башҡа походтарға ла булышлыҡ иткәндер. Тәре йөрөтөүселәр үҙҙәренең Киликия менән бәйләнештәрен йыш ҡына никахлашыу ярҙамында нығытҡан. Шулай, Эдесса графы Жослен I де Куртене Констандин I-нең ҡыҙы принцесса Беатрисҡа, ә граф Балдуин I Иерусалимлы (уның ҡатыны Гутуера 1097 йылда Марашта вафат булған) Константиндың туғанының ҡыҙы Арданы кәләшлеккә алған[100]. Уның ике туғаны һәм вариҫы Балдуин II Иерусалимлы, Эдесса графы булып алғандан һуң, ағаһының өлгөһөнә эйәреп, Мелитенаны буйһондорған Гавриилдың кенәз ҡыҙына — Морфияға өйләнгән[101].

Күренекле мосолман полководецы, Иерусалимды баҫып алыусы һәм тәре йөрөтөүселәрҙең ғәйрәтле дошманы Сәләхетдин дә Киликий Әрмәнстанынан булған тиҙәр[102][103]. Ә Салауат Хәмиҙуллин үҙенең «Тарихи мөхит» документаль телефильмдар циклында Сәләхетдинде мәмлүк итеп тәрбиәләнгән башҡорт ир-егете булған тип иҫбатлай[104]

Хетум I батша осорондағы тәңкә

Үҙ ваҡытындағы берҙән-бер бойондороҡһоҙ әрмән дәүләте булғанлыҡтан, Киликия шаҡтай үҫешкән булған. Кесе Әрмәнстанда әрмән мәҙәниәте тәре йөрөтөүселәрҙең европа мәҙәниәте менән дә, Киликияның эллин мәҙәниәте менән дә үрелеп үҫешкән. Киликий батшалығының иң үҫешкән дәүере Хетум I батша хакимлыҡ иткән осор менән тап килгән. Ул монголдар менән килешеү төҙөгән, һәм был аҙымы менән үҙ илен емерелеүҙән генә һаҡлап ҡалмаған, бындай хәлде дошмандары менән көрәш ысулы итеп тә файҙаланған. Католик ғаиләләр Киликияла үҙ йоғонтоһон тарата башлау менән, Рим Папаһы әрмәндәрҙең захотел, католик динен ҡабул итеүҙәрен теләгән. Был ситуация батшалыҡ халҡын прокатолик һәм проапостол лагерҙарына бүлгән.

Киликий әрмән дәүләтенең бойондороҡһоҙлоғо, Ша-бан солтан етәкселегендәге мысыр мәмлүктәре, ундағы стабилһыҙлыҡты файҙаланып Киликияны юҡ иткән дәүергәсә, 1375 йылға саҡлы, дауам иткән. Әсәһе яғынан Багратион (Георгий V Күркәмдең ейәне), Лузиньян династияһының һуңғы батшаһы Левон VI, мысыр әсирлегенән ҡотолғандан һуң, Парижға киткән һәм шунда 1393 йылда вафат булған. Шул ваҡыттан бирле Киликий Әрмәнстаны бойондороҡло дәүләткә әйләнгән һәм 1403 йылда мысыр солтандарынан — Ҡараманидтарға күскән, 1508 йылда — фарсылар ҡулында булған һәм, ахырҙа, 1522 һәм 1574 йылдарҙа — ғосмандар власы аҫтында ҡалған.

Шеддадидтарҙың Двин һәм Аний эмираттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баштараҡ Шеддадидтар бында 951 йылда, Двина ҡалаһы һәм өлкәһе Мусафиридтар власы аҫтында саҡта, нигеҙләнгән. Әммә бер нисә йылдан һуң улар өлкәнән ҡыҫырыҡлап сығарылған. Шеддадидтар Двинала ҡабаттан X йөҙйыллыҡ аҙағында Фазл I дәүерендә килеп нығынған. Шул осорҙан алып XI быуатҡа, тулыһынса сельджук гегемонияһы раҫланғансы, был ырыу Ҡаф тауы арты сәйәси яҙмышында билдәле роль уйнаған. Византий хронисы Иоанн Скилица называет Шеддадид Абу-л-Асварҙы «Тивий һәм Фарсы-Әрмәнстандың архонты» тип атаған.

Әрмәнстан батшалығын Византия аннексиялағандан һуң, уның территорияһында тайк менән бергә «Әрмәнстан һәм Иверия» тигән фема барлыҡҡа килгән. Әммә бында византий катепандары оҙаҡ тормаған. 1064 йылда Ҡаф тауы артын сельджуктар баҫып алғандан һуң, 1072 йылда[85] род Шеддадидтар ырыуы төрөктәрҙән әрмән Багратидтарының элекке Аний батшалығы территорияһын вассал биләмә итеп алған (башҡа мәғлүмәт буйынса, һатып алған), һәм Аний эмиратын төҙөгән. Аниҙа идара итә башлаған Манучихр ибн Шавур II — Шеддадидтарҙың аний тармағына нигеҙ һалыусы[105], әрмән ҡалаһы Ани, Әрмәнстандың төньяҡ өлөшө менән Грузияға ҡушылғандан һуң, 1199 йылда йәшәүен туҡтатҡан[105].

Абруйлы «Ираника» энциклопедияһы яҙғанса, Шеддадидтарға әрмән даирәһе һәм әрмән туғанлыҡ бәйләнештәре мәҙәни яҡтан шаҡтай тәьҫир иткән[106].

Шаһ-Арменидтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Грузин батшалығы составындағы Захарид Әрмәнстаны (ҡыҙғылт һары төҫтә), Шаһ-Арменидтар дәүләте (үҙәк өлөштө ал төҫтә) һәм XIII б. башында күрше дәүләттәр

1100—1207 йылдар арауығында көньяҡ Әрмәнстанда, Ван күле эргәһендәге өлкәләрҙә үҙәге Хлат ҡалаһында урынлашҡан Шаһ-Арменидтар дәүләте булған. Шаһ-Арменидтар, Шеддадидтар кеүек үк, курд сығышлы булған, аҙағыраҡ әрмәнләшкәндәр. «Шаһ-Армена» йәғни әрмән шаһы тигән титул йөрөткәндәр, XIII быуатта йәшәгән грузин йылъяҙмасыһы яҙғанса «Шаһ-Арменға, әрмәндәр батшаһы тип аталыусыға»[107]. Әрмәндәр был регионда күпселекте тәшкил иткән.

Закаряндар осорондағы Әрмәнстан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1190—1230-сы йылдарҙағы ҡыҫҡа арауыҡ эсендә Әрмәнстан территорияһындағы мосолман көстәре, Грузия батшалығы батшабикә Тамара идаралыҡ иткән дәүерҙә нығынғанлыҡтан, етди ҡыҫырыҡланған булған. Урындағы әрмән юғары ҡатламы — нахарарҙар —, тырышлыҡтарын грузиндар менән берләштереп, әрмән халҡының даими ярҙамына таянып[108], сельджуктарҙан бөтөн Көнсығыш Әрмәнстанды һәм Үҙәк Әрмәнстандың[109], Ани, Карс һәм Двин кеүек ҡалаларҙы индереп, күп өлөшөн азат иткән[108][110]. Был ерҙәрҙә грузин тәхете власы аҫтында торған әрмән династияһы[111] билдәле Закаряндар, икенсе төрлө әйткәндә Мхаргрдзели, нәҫеле идара иткән[112]. Киракос Гандзакеци, XIII быуат тарихсыһы, былай тип яҙған[113]

« Закарэ грузин батшаһы власы аҫтындағы грузин һәм әрмән ғәскәре хәрби начальнигы, ә Иванэ атабәк вазифаһында ине. Улар алыштарҙа ҙур ғәййәрлек күрһәтте: фарсылар һәм мосолмандар биләгән күп әрмән ҡала-өлкәләрен, — Севан (Гегаркуни диңгеҙе) тирәләй урынлашҡан Ташир гаварын, Айрарат, Бджни, Двин, Амберд, Ани, Карс ҡалаларын, Вайоц-Дзор, Сюний өлкәләрен һәм яҡындағы ҡәлғәләр, ҡалалар һәм гаварҙарҙы яуланы һәм үҙҙәренә алды »

Грузин батшалығы сюзеренитеты аҫтында үҙ аллы әрмән феодал кенәзлеге барлыҡҡа килгән. Ҡаф тауы артында (көнсығыш) Әрмәнстандың төрлө ерҙәрендә идара иткән Вачутян, Орбелян, Хахбакян, Гасан-Джалаляндар һ.б. әрмән нәҫелдәре[114], үҙ сиратында, Закаряндарҙың вассалы булған. Әммә 1236—1243 йылдарҙа регионды монголдар яулаған, ә әрмән дәүләтселеге юҡҡа сыҡҡан.

Ильдегизидтар, грузин ғәскәрҙәренең Әрмәнстанға баҫып инеүен ике тапҡыр кире ҡағып, Ани ҡалаһын тартып алған һәм яңынан төҙөгән. Монголдар баҫып ингән осорға саҡлы Ҡаф тауы арты Әрмәнстанының бер өлөшө ильдегизидтар дәүләте составына ингән. Унан һуң Әрмәнстан Атабәктар, хорезмшаһ Джелал ад-Дин Манкбурндар һәм монголдарҙың һуғыш аренаһына әүерелгән. Был һуғыш Әрмәнстандың һәм бөтөн региондың тулыһынса еңелеүе һәм яуланыуы менән тамамланған[115]. Бары тик Таулы Ҡарабахтағы Хачен кенәзлеге һәм Зангезурҙағы Сюник ҡына аҙмы-күпме бойондороҡһоҙ булып ҡала алған[94].

Монгол яулап алыуы. Тимуридтар. Ҡара Ҡуйлылар. Аҡ Ҡуйлылар. Сәфәүиҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1385 йылда Туҡтамыш хан Арцахтан, Сюниктан һәм Нор-Ширакандан (Парскаайканан) унар меңләгән әрмәнде әсирлеккә алып киткән[116] ә 1386 йылдан башлап Әрмәнстанға Аҡһаҡ Тимер емергес походтарын ойошторған.

Товма Мецопеци, «Тимерҙең һәм уның вариҫтарының тарихы», XV быуат[117].


…Теге яҡтан ул [Тимер] Айрарат (Арарат) иленә Ҡотай өлкәһендәге Карбиға килде һәм, Бжни (Бчни) нығытмаһын ҡамауға алып, уны яуланы, Тер-Ванакан өлкәһенең епискобын, аҡыллы һәм ғалим, яғымлы һәм бөтә ярлылар тураһында хәстәрлек күргән ир-атын, үлтерҙеләр. Башҡа бик күп динле [христиандарҙы] ғазаплағандар һәм язалағандар; күп халыҡ йәшәгән Әрмән өлкәһен улар аслыҡ, ҡылыс, әсирлек, ғәҙәттән тыш яфалар һәм кешелекһеҙ мөнәсәбәт менән сүллеккә әйләндерҙе

Әрмәнстанға ябырылып килгән төрөк ҡәбиләләренең яңы тулҡыны Аҡһаҡ Тимер баҫҡынсылығы менән бәйле булған. Әрмән ерҙәре урындағы халыҡтан тартып алынған һәм килмешәк күскенселәргә бирелгән[92].

XV быуат дауамында Әрмәнстан территорияларының бер өлөшө ситтән килеүсе Ҡара Ҡуйлылар һәм Аҡ Ҡуйлылар күскенсе ҡәбиләләре[118] төҙөгән дәүләттәр составына ингән. Әрмән халҡы әсирлеккә төшкән, шулай уҡ күпләп[119] Грузияға, Ҡырымға, Украинаға[120] ҡасып киткән һ.б.[119]. XIII—XIV быуаттар дауамында Әрмәнстандың юғары ҡатламын аҡрынлап килмешәк хәрби-күскенсе — монгол, төрөк һәм курд — юғары ҡатламының ҡыҫырыҡлау процесы барған[120]. И. П. Петрушевский билдәләгәнсә, «әрмән феодалдарының урынын үҙҙәренең башҡа типтағы тәртибен килтергән баҫҡынсылар — монгол, төрөкмән һәм курд хәрби-күскенсе юғары ҡатламы биләгән.»[119]. Монгол илхандарының һәм бигерәк тә төрөкмән ҡара ҡуйлылар һәм аҡ ҡуйлылар баҫҡынсыларының хакимлығы Әрмәнстан өсөн сикһеҙ ауыр эҙемтәләргә эйә булған: етештереү көстәре бөлгөнлөккә төшкән, халыҡтың бер өлөшө таланған һәм ҡырылған, мәҙәниәт һәйкәлдәре ҡыйратылған[119].

Сәфәүиҙәр династияһы Аҡ Ҡуйлылар дәүләтен юҡ иткән, һәм Көнсығыш Әрмәнстан Сәфәүиҙәр дәүләтенең бер өлөшө булып киткән. Көнбайыш Әрмәнстан һуңғараҡ Ғосман империяһы составына ингән.

Әрмәнстан һәм империялар һуғышы (1500—1878 йылдар)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көнсығыш Әрмәнстан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаф тауы арты әрмәндәрен Фарсыстанға ҡыуыу. «Бөйөк һөргөн»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1603 йылда ҡаф тауы арты әрмәндәрен Фарсыстанға һөргән шаһ Бөйөк Аббас I

Һуғыштарға, баҫып инеүҙәргә һәм күсереүҙәргә ҡарамаҫтан, әрмәндәр, моғайын, XVII быуатҡа саҡлы, Көнсығыш Әрмәнстан халҡының күпселеген һаман да әрмәндәр тәшкил иткән[121]. 1604 йылда Бөйөк Аббас I Арарат үҙәнендә ғосмандарға ҡаршы Көйҙөрөлгән ер тактикаһын ҡулланған. Көнсығыш (Ҡаф тауы арты) Әрмәнстанынан[122] 250 меңдән ашыу әрмән һөрөлгән[121][123]. Аракел Даврижеци, XVII быуат авторы, мәғлүмәте[124]:

Аббас шаһ әрмәндәрҙең үтенесенә ҡолаҡ һалып та ҡарамаған. Ул үҙенең нахарарҙарын саҡырып алған һәм, һәр кенәздән үҙенең ғәскәре менән бер гаварҙың халҡын ҡыуҙырыу маҡсатында, уларҙы ил халҡының баҡтансыһы һәм юл күрһәтеүсеһе итеп тәғәйенләгән. Ғәмәлдә Ереван ҡалаһы, Арарат өлкәһе һәм яҡын ятҡан айырым гаварҙарҙың халҡы Амиргун ханға [тапшырылған].

Нахичеван провинцияһындағы Джульфа ҡалаһы баҫҡынсылыҡ башланған тәүге көндәрҙә үк яулап алынған. Шунан һуң Аббас армияһы Арарат үҙәне тирәләй веер һымаҡ йәйелгән. Шаһ бик һаҡ стратегияға таянған: ситуацияға ҡарап һөжүм иткән һәм сигенгән, ул, үҙенән көслөрәк дошман менән маңлайға маңлай төкәшеп, хәрби походын уңышһыҙлыҡҡа тарытырға теләмәгән.

Карс ҡәлғәһен ҡамағанда, ул Джигазаде Синан Паша етәкләгән ҙур ғосман армияһының яҡынлашып килгәнен белеп ҡалған. Ғәскәрҙе кире сығарыу тураһында бойороҡ биргән. Дошман ошо ерҙә үҙенә запас булдырмаһын өсөн, Аббас тигеҙлектәге бөтә ҡалаларҙың һәм ауылдарҙың файҙаланыу биләмәләрен емереү тураһында бойороҡ биргән. Һәм бының бер өлөшө булып, бөтөн халыҡҡа сигенеүсе фарсы армияһын оҙатып барырға бойороҡ бирелгән. Шулай итеп, 300 меңгә яҡын кеше Аракс йылғаһы ярҙарына оҙатылған. Һөрөлөүгә ҡаршылыҡ күрһәткәндәр шунда уҡ үлтерелгән. Тәүҙәрәк шаһ берҙән-бер күперҙе емерергә бойорған, һәм кешеләрҙе һыу аша сығырға мәжбүр иткәндәр, һәм бында, ағым алып китеп, бик күп кеше ҡаршы яҡҡа сыға алмай батып үлгән. Был ҡот осҡос һынауҙарҙың башы ғына булған. Быны үҙ күҙе менән күргән кеше, — Атай де Гуян, — ҡасҡындар хәлен түбәндәгесә һүрәтләгән:

Һөрөлгән халыҡҡа ҡышҡы һыуыҡтар ғына ғазаптар һәм үлем килтермәгән. Иң ҙур яфалаусы аслыҡ булған. Үҙҙәре менән алған аҙыҡ-түлек бик тиҙ бөткән … имсәк балалар, ризыҡ һәм һөт һорап, илашҡан, әммә ҡатын-ҡыҙ күкрәктәре аслыҡтан кипкәнлектән, быларҙың бер нимәһе лә булмаған. Бик күп ас һәм ябыҡҡан ҡатын-ҡыҙ, аслыҡтан үлгән балаларын юл ситендә ҡалдырып, үҙҙәренең интектергес сәйәхәтен дауам иткән. Ҡайһы берҙәре, аҙыҡ табыу өмөтөнән, яҡындағы урмандарға ингән. Ҡағиҙә булараҡ, улар кире әйләнеп ҡайтмаған. Йыш ҡына үлгән кешеләр әлегә тереләр өсөн аҙыҡ булып хеҙмәт иткән.

1740 йылғы картала Көнсығыш Әрмәнстан (Armenia orientalis)
Ғосман һәм Фарсы империялары картаһы. Әрмәнстан улар араһында бүленгән күренештә һынланған, Robert de Vaugondy, 1753 йыл.

Буш тигеҙлектә армияһын һаҡлай алмаған Синан Паша Ван ҡалаһында ҡыш сығырға мәжбүр булған. Шаһты эҙәрлекләү маҡсатында ебәрелгән армиялар 1605 йылда ҡыйратылған, һәм 1606 йылға Аббас элек төрөктәр баҫып алған ерҙәрен кире яулап алған.

XV быуаттан Әрмәнстан территорияһының бер өлөшө шулай уҡ Чухур-Саад тип билдәле булған. Исмаил I дәүеренән ул административ яҡтан Сефевидтар дәүләтенең Чухур-Саад бегларбеклығын тәшкил иткән. Надир-шаһ үлгәндән һуң һәм Афшарҙар династияһы ҡолатылғандан һуң, Чухур-Саадтың нәҫел милекселәре булған Устаджлу ҡәбиләһенең урындағы ҡыҙылбаш идарасылары Эриван ханлығын булдырып, үҙҙәренең бойондороҡһоҙлоғон иғлан иткән. Әрмән халҡын Әрмәнстандан ҡыҫырыҡлап сығарыу һөҙөмтәһендә[125] XVIII быуатҡа Чухур-Саад өлкәһе халҡының дөйөм һанынан 20 % әрмән милләтле булған. Һуңғараҡ хан тәхетендә Устаджлу ырыуын төрөк ҡәбиләһе Кенгерли алмаштырған. Каджарҙар власы осоронда Эриван ханлығы Каджар Иранының вассал бойондороҡлоғон таныған. Кенгерли хан ырыуы Каджар ырыуы ханына алмаштырылған. Тарихи Әрмәнстан территорияһында шулай уҡ Нахичеван һәм Ҡарабах ханлыҡтары булған.

XVII быуат башынан XVIII быуат уртаһына саҡлы Таулы Ҡарабах территорияһында, сефевид шаһы Аббас I дәүерендә, дөйөм Хамса атамаһы аша билдәле булған биш әрмән мәликлеге (ваҡ кенәзлектәре) булған[119]. Хамсаның әрмән халҡы идарасылары Мәлик-Беглерян, Мәлик-Исраелян (һуңғараҡ Мирзаханян һәм Атабекян), Мәлик-Шахназарян, Мәлик-Аванян һәм Гасан-Джалаляндар династияһы, шулар араһында Гасан-Джалаляндар, уларҙың кесе тармағы Атабекяндар һәм Мәлик-Шахназаряндар төп династиялар булған, ҡалған кенәздәр Әрмәнстандың башҡа өлкәләренән күсеп килгән булған.

XVIII быуатта Давид Бәк һәм Иосиф Эмин ҡаф тауы арты әрмәндәренең төрөк һәм ирандарға ҡаршы көрәше башында торған.

XVIII быуатта әрмән милли азатлыҡ көрәше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исраэл Ори портреты

Бөйөк Пётр I идаралыҡ иткән замандарҙан Рәсәйҙә проәрмән ориентацияһы башланған. Бында әрмән милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәренең береһе Исраэл Ори әһәмиәтле роль уйнаған. Мәскәүҙә Ори Пётр I менән осрашҡан һәм уға сюник мәликтәренең хатын тапшырған. Пётр Швеция менән һуғыш тамамланғандан һуң әрмәндәргә ярҙам итергә вәғәҙә биргән. Үҙенең киң эрудициялылығы һәм интеллекты менән Ори император һарайының иғтибарын йәлеп иткән. Ори Пётрға түбәндәге план тәҡдим иткән: Грузияны һәм Әрмәнстанды азат итеү маҡсатында Ҡаф тауы артына 25 меңлек рус армияһын, шул иҫәптән, 15 мең казак һәм 10 мең пехота, ебәрергә кәрәк тигән. Казактар Дарьял тарлауығы аша, ә йәйәүле ғәскәр Әстерхандан Каспий диңгеҙе буйлап йөҙөп китергә тейеш булған. Урында рус ғәскәрҙәре грузин һәм әрмәндәрҙең ҡораллы көстәренең ярҙамын алырға тейеш булған. Фарсыстанға, урында йәшәгән халыҡтың фекер йүнәлешен билдәләү, юлдар, ҡәлғәләр һ.б. тураһында мәғлүмәт йыйыу маҡсатында, башында Ори торған махсус миссия ебәрергә ҡарар ителгән. Шик тыуҙырмаҫ өсөн, Ори рим папаһы тарафынан Хөсәйен солтан һарайына Фарсыстан империяһында йәшәгән христиандар тормошо тураһында мәғлүмәт йыйыу маҡсатында ебәрелеүен хәбәр итергә тейеш булған.

1707 йылда, кәрәкле әҙерлектән һуң, Ори, рус армияһы полковнигы рангыһында, ҙур отряд менән юлға сыҡҡан. Фарсыстандағы француз миссионерҙары, шаһҡа Рәсәй бойондороҡло Әрмәнстан булдырырға, ә Ори әрмән батшаһы булырға теләй, тип ошаҡлашып, Ориҙың Исфаханға килеүенә ҡамасаулыҡ ҡылырға маташҡан. Ори, Ширванға килеп еткәндән һуң, бер нисә көн буйы ил биләмәләренә инеү рөхсәтен көткән. Шемахта ул Рәсәй ориентациялы грузин һәм әрмән лидерҙары менән осрашҡан һәм уларҙың фекерен хуплаған. 1709 йылда ул Исфаханға килгән, һәм тағы а сәйәси лидерҙар менән һөйләшеүҙәр алып барған. Фарсыстандан Рәсәйгә ҡайтҡан сағында, 1711 йылда Ори көтмәгәндә Әстерханда вафат булған.

1722 йылда Сюник һәм Таулы Ҡарабах әрмәндәре фарсы хакимлығына ҡаршы ихтилалға күтәрелгән. Ихтилал башында Давид Бәк һәм Есаи Гасан-Джалаляндар торған, һәм улар бер нисә йылға иран хакимлығын ҡолатҡан. Ихтилал Нахичеван крайын солғап алған. 1727 йылда Сефевидтар регионда Давид Бәк власын таныған, ә полководец үҙе хатта тәңкә һуғыу хоҡуғын да алған. 1730 йылда уның вариҫы Мхитар Спарапетты үлтергәндән һуң Сюник әрмәндәрең 8 йыл даукм иткән ихтилалы тамамланған.

Әрмән милли-азатлыҡ хәрәкәтенең яңынан терелеүе XVIII йөҙйыллыҡтың икенсе яртыһында күҙәтелгән. Шулай, 1773 йылда уҡ Шаамир Султанум Шаамирян «Шөһрәт яратыусанлыҡ тоҙағы» тигән хеҙмәтендә төҙөләсәк бойондороҡһоҙ Әрмән дәүләтенең республиканса принциптарын яҙып ҡуйған булған[126]. Әрмән дәүләтен тергеҙеү планын төҙөгән Иосиф Эмин һәм Мовсес Баграмян был осор милли-азатлыҡ көрәшенең әһәмиәтле эшмәкәрҙәре булған.

XVIII быуаты аҙағында Таулы Ҡарабахтың әрмән мәликтәре, Рәсәй империяһы ярҙамында Ҡарабахта әрмән идаралығын тергеҙеү өмөтө менән арымай-талмай Ибраһим Хәлил ханға ҡаршы көрәшкән.

Көнсығыш Әрмәнстандың Рәсәй империяһы составына инеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIX быуат башынан тарихи Көнсығыш Әрмәнстан территорияһы яйлап Рәсәй империяһына ҡушылған[127]. 1804—1813 йылдарҙағы Рус-фарсы һуғышы һөҙөмтәһендә Рәсәйгә Ҡарабах ханлығы (XVIII быуат уртаһында әрмән[128] Хамс мәликлеге) ҡушылған, ә Таулы Ҡарабахтың таулы өлөшөндә башлыса әрмәндәр йәшәгән[129][130][131], шулай уҡ был ваҡытҡа ҡатнаш халыҡ йәшәгән тарихи Сюниктағы Зангезурҙа. Эриванды ҡамауға йүнәлтелгән ике ынтылыш та уңыш килтермәгән. 1826—1828 йылдарҙағы Рус-фарсы һуғышы барышында, 1827 йылдың 5 октябрендә, граф Паскевич Эриванды яулап алған; бынан алдараҡ (июндә) Нахичеван ханлығының баш ҡалаһы Нахичеван да ҡолатылған.

Һуңғараҡ ҡул ҡуйылған Туркманчай тыныслыҡ килешеүе был ханлыҡтар территорияларын Рәсәйгә биргән һәм йыл әйләнәһендә мосолмандарҙың Фарсыстанға, ә христиандарҙың — Рәсәйгә ҡушылыу хоҡуғы билдәләнгән. 1828 йылда Эриван һәм Нахичеван ханлыҡтары урынында Әрмән өлкәһе барлыҡҡа килгән, һәм унда Ирандан XVII быуат башында фарсы властары[132] Ҡаф тауы артынан Иранға һөрөлгән бик күп әрмән тоҡомдары яңынан күсерелгән[130]. Һуңғараҡ, 1849 йылда, Әрмән өлкәһе Эриван губернаһы тип үҙгәртелгән.

1877—1878 йылдарҙағы Рус-төрөк һуғышы йомғаҡтары буйынса, Рәсәй империяһы күҙәтеүе аҫтына икенсе тарихи биләмә (Көнбайыш Әрмәнстан) — һуңынан ойошторолған Карс өлкәһенә Карс һәм уның тирә-яны күскән.

үҙәк
1740(недоступная ссылка) йылғы картала Көнсығыш Әрмәнстан (Armenia orientalis).
үҙәк
үҙәк
Ериван(недоступная ссылка) губернаһы (1849—1917)
Елисаветполь(недоступная ссылка) губернаһы (1868—1917)
Карс(недоступная ссылка) өлкәһе (1878—1917)

Көнбайыш Әрмәнстан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVIII быуаттың беренсе яртыһында Көнбайыш Әрмәнстан. Һолланд картографы Герман Моллдың картаһы (1678—1732).

1453 йылда Мехмед II Истамбулды яулаған һәм уны Ғосман империяһының баш ҡалаһына әйләндергән. Ғосман солтандары, Константинополдә әрмән патриархатына нигеҙ һалыу маҡсатында әрмән архиепискобын саҡырғандар. Константинополь әрмәндәре һан яғынан артҡан һәм йәмғиәттең абруйлы (тулы хоҡуҡлы булмағанда ла) ағзалары булғандар.

Ғосман империяһы картаһында Көнбайыш Әрмәнстан, Джон Пинкертон, 1818 йыл.

Ғосман империяһы ислам закондарына ярашлы идара ителгән. Христиандар һәм йәһүдтәр кеүек «башҡа дин тотоусылар» үҙҙәренең статусы талаптарын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында өҫтәлмә һалым — зимми түләргә тейеш булған. Константинополдә йәшәгән әрмәндәр, тарихи Әрмәнстан территорияһындағы әрмәндәрҙән айырмалы рәүештә, солтанға таянған. Улар урындағы паша һәм бейҙәр яғынан ҡаты мөнәсәбәткә дусар ителгән һәм курд ҡәбиләләренә лә һалым түләргә тейеш булған[133]. Ғосман империяһында йәшәгән башҡа христиандар кеүек үк, шулай уҡ әрмәндәр сәләмәт малайҙарын, янычарҙар тәрбиәләү маҡсатында, солтан хөкүмәтенә бирергә тейеш булған. Ҡайһы бер ғосман генералдарының үҙҙәренең әрмән сығышлы булыуы менән ғорур булғаны билдәле[134].

XVI—XX быуаттар башында Ғосман империяһы хөкөмдарҙары тарихи әрмән ерҙәренә төрөк идаралығына лояль булған һәм, әрмәндәрҙән айырмалы, сәйәси амбициялары кәм булған мосолман курдтарҙы әүҙем рәүештә урынлаштырған. XVII быуатҡа, Ғосман империяһының бөлгөнлөккә төшөүе менән бәйле, властарҙың ғөмүмән христиандарға һәм, айырып әйткәндә, әрмәндәргә мөнәсәбәте күҙгә күренеп насарланған. Солтан Абдул Меджид I 1839 йылда үҙ территорияһында «үҙгәрештәр» эшләгәндән һуң, Ғосман империяһында әрмәндәрҙең хәле күпмелер дәрәжәлә яҡшырған.

Милли хәрәкәт һәм әрмән мәсьәләләре (1878—1922)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIX б. һуңында — XX б. башында әрмәндәрҙең хәле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1877—1878 йылдарҙағы Рус-төрөк һуғышынан һуң Рәсәйгә Төркиәнән тарихи Әрмәнстан биләмәләре — Карс һәм уның тирә-яны күскән. Был һуғышты тамамлаған Берлин трактаты солтандан шулай уҡ Төрөк Әрмәнстаны территорияһында ла реформалар үткәреүҙе талап иткән һәм әрмәндәргә хәүефһеҙлек һәм үҙидаралыҡ гарантияһын биргән. Шулай итеп, әрмән мәсьәләһе тәүге тапҡыр халыҡ-ара дипломатик проблема булараҡ хәл ителгән, һәм был әрмәндәрҙә сикһеҙ өмөт уятҡан.

1896 йылда әрмән халҡын Ғосман империяһының көнсығыш өлкәләренә таратып ултыртыу (Көнбайыш Әрмәнстан)

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, солтан Әбделхәмит II (1876—1908) идара иткән йылдарҙа Төрөк Әрмәнстанындағы йәшәү шарттары күҙгә күренеп насарланған. Икенсе сорт граждандары тип йөрөтөлгән әрмәндәргә ҡорал йөрөтөү тыйылған, һәм улар курд һуғыш ваҡытында халыҡты талап йөрөүсе һәм оттоман һалым йыйыусылары ҡорбандарына әйләнгәндәр. Әммә Истанбулда улар әлегә мөһим өҫтөнлөктәр менән файҙаланған. Улар айырым «милләттәр» (милли берләшмәләр ойошторған) һәм ҡайһы коммуналь үҙидараға рәхәтләнгәндәр. Оттоман дәүләт хеҙмәтендә һәм банк системаһында күпселеген әрмән һәм гректар эшләгән. Күпкә юғары мәҙәни кимәле һәм тырышлығы менән улар урындағы халыҡтың — төрөк сауҙагәрҙәренең һәм баҙар һатып алыусыларының көнсөллөгөн уятҡанн.

Әрмән милли-азатлыҡ хәрәкәте әрмәндәрҙең тыуған иле Әрмәнстанды (тарихи регион) ғосман һәм урыҫ өҫтөнлөгөнән азат итеүгә һәм бойондороҡһоҙлоҡҡа ынтылышты сағылдыра. Балҡан халыҡтарының милли-азатлыҡ хәрәкәте һәм Көнсығыш мәсьәләләренә европа көстәрен артабан ылыҡтырыу был моментта Ғосман империяһында баҫтырыуға дусар ителгән әрмән милли хәрәкәтенә һәм милли-азатлыҡ идеологияһына көслө тәьҫир иткән[135]. Әрмән милли хәрәкәте өс партия: Гнчакян Социал-демократик партияһы, Арменакан һәм Дашнакцутюн аша кәүҙәләндерелгән ойошторолған эшмәкәрлек булған. Һуңғыһы иң эре һәм иң йоғонтоло партия булған. Милли хәрәкәтте хупламаған һәм нейтраль ҡалған әрмәндәр «чезок» (әрмән теленән тәржемә иткәндә «չեզոք» означает нейтраль тигәнде аңлата) тип аталғандар.

1915 йылда Әрмәндәр геноцидына тиклемге Көнбайыш Әрмәнстандың этник картаһы. Константинополь патриархаты мәғлүмәте.

1895 йылда Абдул-Гамид үҙенең «әрмән мәсьәләһен тулыһынса хәл итеү» вариантын тормошҡа ашырыуға тотонған. Солтан исеме менән аталған «Гамидие (кавалерия)» махсус ҡораллы отрядтар Сасун гаварында, Эрзрумда һуйыш, Трабзонда, Ван ҡалаһында, Харпутта, Истамбулда һәм Марашта әрмән халҡын күпләп үлтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Әрмән революционерҙары яуап итеп Истамбулдағы Оттоман банкын ҡулға алған һәм ярҙам һорап европа державаларына мөрәжәғәт иткән. Был 1894—1896 йылдарҙа әрмәндәрҙе күпләп ҡырыуға йәғни һуйыуға алып килгән сигнал булған: 300000 яҡын әрмән һәләк ителгән, шулай уҡ 80000 әрмән башҡа илдәргә ҡасып киткән. 1904 йылда сасунлылар, еңелеү менән тамамланған Сасун ихтилалын ойошторған.

Католикос Мкртич I Ванеци (Хримян)

1908 йылда Төркиәлә башында «Берләшеү һәм прогресс комитеты», йәки Йәш төрөктәр торған революция булған. Комитет Абдул Гамид II мәрхәмәтһеҙ хакимлығының тамамланыуын һәм империяның милли аҙсылығына ҡарата яңы курс башланыуын иғлан иткән. Әрмәндәр йәш төрөктәр хәрәкәтен хуплаған һәм яңы хөкүмәт формалашыуында ҡатнашҡан. Әммә тиҙҙән, 1909 йылда, 15000 артыҡ әрмәндең ғүмерен өҙгән йыртҡыстар Киликий һуйышы йәмәғәтселекте тетрәндергән.

Рәсәй империяһының әрмән подданныйҙары, XX быуат башында татарҙар (әзербайжандар) менән бәрелештәргә ҡарамай, (ҡарағыҙ: 1905—1906 йылдарҙағы Әрмән-татар һуйышы), Ғосман Төркиәһендә йәшәгән ҡәрҙәштәре менән сағыштырғанда, күпкә именерәк йәшәгән. 1900-сө йылдарҙа Ҡаф тауы артында марксизм популярлашҡан. Бының менән бер рәттән Әрмәнстандың бойондороҡһоҙлоғона ынтылған милли кәйефле төркөмдәр ҙә барлыҡҡа килгән (ҡарағыҙ: Дашнакцутюн (Дашнактар).

1903 йылдың 12 июнендә Әрмән апостол сиркәүенә һәм дини учреждениеларға ҡараған күсемһеҙ милектең (табышлы ерҙәрҙе лә индереп) хөкүмәт идаралығына күсеүе тураһында закон сыҡҡан. Был законға яуап итеп Ереванда, Александрополдә, Эчмиадзинда, Аштаракта, Ахалцихта һәм Кавказ тауының әрмәндәр йәшәгән башҡа урындарында күп кеше ҡатнашҡан протест демонстрациялары уҙған, Гәнжәлә (Елизаветполь), Тифлиста, Шушала, Баҡыла, Карста, Камарлуҙа, Лориҙа әрмәндәрҙең полиция һәм ғәскәрҙәр менән ҡораллы бәрелештәре булған. 1903 йылдың 14 октябрендә гнчаксылар Ҡаф тауы наместниклығына һәм уның баш начальнигы Григорий Сергеевич Голицындың (1838) ғүмеренә ахырына еткерелмәгән һөжүм ойошторғандар. Сиркәү милеген элекке ҡортомға алғандар мөлкәтте эксплуатациялауҙан баш тартҡан, крәҫтиәндәр йыйылған уңышты юҡҡа сығарған йәки Эчмиадзинға йәшертеп кенә тапшырған.

1905 йылдың 1 авгусында Николай II әрмән сиркәүенә конфискацияланған милеген кире ҡайтарыу тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйған; шуның менән бер рәттән әрмән милли мәктәптәрен ҡабаттан асыу рөхсәт ителгән[136].

Әрмәндәр геноциды[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуйыштың төп райондары, концентрацион лагерҙар (Дер Зор, Рас ул-Айн һ.б.)
Үлтерелгән әрмәндәрҙең мәйеттәре (АҠШ илсеһе Генри Моргентауҙың китабында 1918 й. баҫылған фотография)

Ғосман империяһының һуңғы көндәрендә унда христиан динендә торған халыҡты «этник таҙартыу» башланған; һәм әрмәндәр бигерәк тә ҡаты ғазаптарға дсар ителгән. 1894—1896 йылдарҙа халыҡты күпләп ҡырыуҙың тәүге тулҡыны үтһә, һуңғыһы — 1915—1923 йылдарҙа булған. Беренсе донъя һуғышы барышында ғосман төрөктәре әрмәндәрҙе Рәсәй империяһы менән союзда тороуҙа ғәйепләгән һәм ошо дәлилде барлыҡ әрмән халҡын ил эсендәге дошман тип иғлан итеүгә һылтау итеп файҙаланған. 1915 йылдан алып 1923 йылға саҡлы ваҡиғаларҙы күпселек ғалимдар дәүләт хуплаған күмәк халыҡты ҡырыу — геноцид тип баһалаған[137]. Әммә төрөк властары үлемдәр, сир һәм аслыҡ менән аралашып, ике яҡтан да күп ҡорбанға килтергән Граждандар һуғышы һөҙөмтәһе, тип раҫларға тырыша.

Үлгән кешеләрҙең төгәл һанын һанап бөтөрлөк түгел. Бик күп мәғлүмәттәрҙән билдәле булғнса, әрмәндәрҙе үлтереүҙең башҡа төрлө ысулдарын һанамағанда, лагерҙарҙа ғына миллиондан артыҡ кеше һәләк булған. Ҡорбандарҙың дөйөм һаны миллион ярым тип баһалана. Йөҙәр меңләгән әрмән, эҙәрлекләүҙәрҙән ҡасып, йәшәргә икенсе ил эҙләргә мәжбүр булған.
Геноцидтың төп ойоштороусылары һәм башҡарыусылары әрмән халҡының үс алыусылары ойошторған «Немезис» операцияһы" барышында юҡ ителгән.
24 апрель — Әрмәнстанда Геноцид ҡорбандарын иҫкә алыу көнө, тип иғлан ителгән.

Әрмәнстан Демократик Республикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Севр тыныслыҡ килешеүе буйынса Әрмәнстандың көнбайыш сиге

XI быуат уртаһынан алып XX быуат башындағы осорҙа тарихи Әрмәнстан территорияһында көслө әрмән дәүләтселеге булмаған. Сағыштырмаса бойондороҡһоҙ кенәзлектәр һәм мәликлектәр генә булған. Улар ҡайһы саҡта византийҙар, монголдар, фарсылар һәм төрөктәр күҙәтеүе аҫтында булған. XX быуат башында Көнбайыш Әрмәнстан һаман төрөк иҙеүе аҫтында, ә Көнсығыш Әрмәнстан Рәсәйҙең бер киҫәге булған. Ғосман һәм Рәсәй империялары тарҡалыуы менән бәйле тарихи Әрмәнстан территорияһында көслө Әрмән дәүләте төҙөү өмөтө яңынан уянған.

1917 йылдың сентябрендә Тифлис съезында Әрмән милли советы һайланған — 1375 йылда Кесе Әрмәнстан ҡолатылғандан һуң, Әрмәнстанда тәүләп юғары сәйәси орган барлыҡҡа килгән.

1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң, Рәсәй империяһы тулыһынса тарҡалғанға һәм СССР төҙөлгән дәүергә саҡлы Тифлиста Ҡаф тауы арты (Закавказский) комиссариаты булдырылған.

1917 йылдың 5 (18) декабрендә рәсәй һәм төрөк ғәскәрҙәре араһында Эрзинджан килешеүе төҙөлгән. Был урыҫ ғәскәрҙәренең Көнбайыш (Төрөк) Әрмәнстанынан Рәсәй территорияһына күпләп ҡайтыуына килтергән. 1918 йыл башында төрөк көстәренә фактически ике йөҙ офицер командалығындағы бер нисә мең генә ҡаф тау (нигеҙҙә әрмәндәрҙән торған) үҙҙәре теләп һуғышҡан көстәр ҡаршы торған.

1918 йылдың 18 апреленә тиклем әрмәндәр Ван ҡалаһында төрөк армияһына ҡаршы тороуын дауам иткән, ләкин, ахырҙа, Фарсыстанға эвакуацияланырға һәм сигенергә мәжбүр булған.

1918 йылдың апрелендә Ҡаф тауы арты сеймы Ҡаф тауы арты Демократик Федератив Республикаһын иғлан иткән. Ғосман империяһы уны таныған һәм май айында тыныслыҡ килешеүен төҙөгән. Әммә 15 майҙа төрөк ғәскәрҙәре килешеүҙе өҙгән һәм һөжүм башлаған.

Грузиндар һәм бигерәк тә төрөк яҡлы булған әзербайжан татарҙары, һуғышты артабан алып барыуҙың мәғәнәһен күрмәгән. Ҡаф тауы арты федерацияһы тарҡалған, һәм 1918 йылдың 28 майында Тифлиста тәүге Әрмәнстан Демократик Республикаһы иғлан ителгән.

Ҡара ҡылыс ҡаты алышында, Баш-Апаран ҡаты алышында һәм Сардарапат ҡаты алышында әрмән корпусы төрөк ғәскәрҙәренә емергес еңелеү килтергән һәм дошмандың Көнсығыш Әрмәнстанға үтеүенә кәртә ҡорған. Бындай ғәййәрлек яңы барлыҡҡа килгән йәш республиканы һәләк булыуҙан ҡотҡарған…

1921 й. 16 мартында Совет Рәсәйе һәм Төркиә араһында октябрҙә ҡабул ителгән Карс килешеүендә ҡабатланған шарттар нигеҙендә Мәскәү килешеүе төҙөлгән. Ул осрашыуҙа яңы Ҡаф тауы арты совет республикалары — Әрмәнстан, Грузия һәм Әзербайжан да ҡатнашҡан. Килешеүгә ярашлы, Төркиәгә Карс, Ығдыр һәм Ардахан илдәре бирелгән, әммә ғәскәрен Гюмриҙан һәм Аджариянан алырға тейеш булған; Әрмәнстан һәм Әзербайжан араһында бәхәсле территория булған Нахичевань Әзербайжан ССР-ына тапшырылған). Әрмәндәрҙең рух символы булған боронғо Ани ҡалаһы һәм Арарат тауҙары территорияһы Төркиәгә бирелгән.

Карс килешеүе буйынса урынлаштырылған совет-төрөк сиге

Әрмәнстан һәм Төркиә араһындағы Александрополь килешеүе буйынса (1920 йылдың 2 октябре) Әрмәнстан ҡатнаш халыҡ (әрмәндәр һәм әзербайжандар) йәшәгән Сюникты (Зангезур һәм Нахичевань) Әзербайжанға биреү бурысын алған, ләкин башында Гарегин Нжде торған Зангезур әрмәндәре, килешеү һәм Әрмәнстандың артабан большевиклашыуы менән килешмәгәнлектән, Таулы Әрмәнстан Республикаһын иғлан иткән (унда Зангезурҙан тыш Таулы Ҡарабахтың көньяҡ өлөшө ингән булған).

1921 й. февралендә Әрмәнстанда антибольшевистик Февральское ихтилалы тоҡанған, 18 февралдә баш күтәреүселәр Ереванды яулап алған. Башында Симон Врацян торған «Тыуған илде ҡотҡарыу комитеты» тип аталған ваҡытлы революцион хөкүмәт барлыҡҡа килгән. Ләкин 2 апрелдә РККА көстәре баш күтәреүселәрҙән Ереванды тартып алған, ҡалған ихтилалсылар Зангезурҙағы Гарегин Нждеға ҡушылған[138].

1921 й. яҙында дашнактарҙың ҡораллы отрядтарын Ҡыҙыл Армия Иранға ҡыуып сығарған, шуға ҡарамаҫтан Мәскәү Зангезурҙы Әрмәнстанға биргән.

1922 йылда Әрмәнстан, ЗСФСР (Ҡаф тауы арты СФСР) составындағы өс республикаһының береһе булып, СССР-ға ингән. Шулай итеп, Әрмәнстан, халыҡ-ара сәйәсәттә суверенитетын һәм Көнбайыш Әрмәнстан әрмән халҡын юғалтҡанлыҡтан, әрмән мәсьәләһе халыҡ-ара повестканан төшөп ҡалған.

Совет Әрмәнстаны (1922—1991)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әрмән Совет Социалистик Республикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Агаси Гевонд улы Ханджян, 1930—36 йылдарҙа Әрмәнстан КП(б) Үҙәк Комитетының беренсе секретаре

1928 йылда Әрмәнстанда күп яңғыҙ хужалыҡтарҙы коллективлаштырыу башланған.

Ҡаф тауы арты Совет Федератив Социалистик Республикаһы 1936 йылда бөтөрөлгән, һәм Әрмәнстан ССР-ы туранан-тура СССР — Советтар Союзы составына ингән. Советтар Союзының башҡа республикаларындағы кеүек үк, совет етәкселеге тарафынан ойошторолған ижтимағи үҙгәрештәр эҙемтәләре Әрмәнстан өсөн дә ауыр булған. Әрмәндәр ҡаты контроль аҫтында йәшәгән, һүҙ азатлығы юҡ кимәлендә булған. Сталин идара иткән осорҙа теләһә ниндәй гражданин, университет тарих профессорымы ул, әллә тулы урта белеме булмаған колхозсымы, үҙенең хеҙмәттәрендә йә көнкүреш тормошонда милли риторика ҡулланыуҙа ғәйепләнеп, хыянатсы, милләтсе, дашнак, пропагандист һәм халыҡ дошманы, тип репрессияға тарттырылған.

1930—1940-сы йылдарҙа әрмән интеллигенцияһы масштаблы репрессияларға дусар ителгән. Шуның менән бер рәттән Совет Әрмәнстаны, фронт һыҙығына йөҙәр мең һалдатын ебәреп, Икенсе донъя һуғышында нацизмға ҡаршы көрөшкә үҙенең өлөшөн индергән[139][140][141].

Сталин һәм Төркиә. Әрмән ССР-ына сит илдәрҙәге әрмәндәрҙе күсереү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мартирос Сергей улы Сарьян эскизына нигеҙләнгән Әрмән ССР-ы Гербы

XX быуат уртаһында әрмәндәрҙе Әрмән ССР-ына репатриациялау башланған. 1945 йылдың 7 июнендә СССР сит ил эштәре министры Вячеслав Молотов Мәскәүҙә төрөк илсеһе менән осрашҡанда, совет-төрөк сик һыҙығын ҡайтанан ҡарау тураһындағы талабын ҡуйған. Был претензияларҙы нигеҙләү маҡсатында Ялта конференцияһы тамамланыу менән Сталин идаралығындағы совет етәкселеге Әрмән ССР-ы халҡы составын үҫтереү һәм Әрмәнстан территорияһына сик аръяғында йәшәгән әрмәндәрҙе күсереү инициативаһы менән сығыш яһай[142]. 1945 йылда яңы һайланған әрмән католикосы Геворг VI направил письмо Сталинға, әрмән диаспораһын Әрмән ССР-ына репатриациялау һәм Төркиәләге әрмән ерҙәрен кире ҡайтарыу сәйәсәтен хуплап хат яҙған[142].) Это было частью общественной кампании направленной на создание гуманитарного обоснования территориальных претензий к Турции инициированной Сталиным[143].

Төркиәнең НАТО-ға инеүе һөҙөмтәһендә Карсты һәм Ардаганды аннексияһы мөмкин булмаған. «Аҫаба ерҙәрҙе» ҡайтарыу мөмкин булмауын аңлағанлыҡтан, лидеры Грузия һәм Әрмәнстан лидерҙары Әзербайжанға ҡаршы йүнәлтелгән интригалар ҡорған[144]. 1953 йылда, Сталиндың вафатынан һуң, СССР Сит ил эштәре министрлығы (МИД) Совет Әрмәнстаны һәм Грузияһы халыҡтарының Төркиәгә территория мәсьәләләре буйынса претензияһы юҡ тип иғлан итһә лә[145], Төркиәгә территория претензияһын ҡуйыу менән бергә алып барылған әрмәндәрҙе күсереү — тормошҡа ашырылған. 1945 йылға саҡлы, 1929—1937 йылдарҙа, Әрмән ССР-ына 16 меңдән артыҡ әрмән күсеп килгән. нигеҙҙә күсеп килеүселәр Европанан булған, күсенеү тулыһынса совет хөкүмәте тарафынан финансланған[146]. Иң масштаблы күсенеү бар донъяны, Грецияны, Сүриәне, Мысырҙы, Иранды, Францияны, АҠШ-ты яулап алған. 2 йыл эсендә, 1946 йылдан 1948 йылға саҡлы Әрмән ССР-ына 100 меңдән артыҡ әрмән күсеп ҡайтҡан[147]. Әрмәндәрҙең күсеп ҡайтыуы һәм урынлашыуы әзербайжандарҙы Әрмәнстандан Әзербайжан ССР-ының Кура-Аракс уйһыулығына күпләп (200 мең әзербайжан) депортациялау менән йәнәшә барған (1947—1950). Зубок биргән мәғлүмәткә ярашлы, был депортация һәм әрмәндәрҙе күсереп килтереү Г. Арутюновтың[128], 1947 йылда И. В. Сталин һәм СССР Министрҙар Советының 1948 йылда ҡабул ителгән 4083-се һанлы и Постановлению Совета министров СССР за № 4083 «Колхозсыларҙы һәм башҡа әзербайжан халҡын Әрмән ССР-ынан Әзербайжан ССР-ының Кура-Аракс уйһыулығына күсереү тураһында» Ҡарары раҫлаған планы буйынса алып барылған.

Һуғыштан һуңғы осор. Ҡарабах конфликты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Совет идаралығы шулай уҡ бер нисә позитив аспектҡа ла эйә. Күп йылдар дауамында сит-ят хакимлығынан көсһөҙләнгән Әрмәнстан, дошмандарса мөнәсәбәттә торған күрше төрөктәр ҡамауында дәүләтселеген һаҡларға һәләтле булмаған булыр ине; шуның өсөн СССР составында булыуы Әрмәнстанды кәмал Төркиәһенән һаҡлау мөмкинлеге биргән. Шулай уҡ Әрмәнстан совет иҡтисадынан, бигерәк тә ул күтәрелеш үрендә булған дәүерҙәрҙә, ҙур файҙа күргән. Әрмәнстан аграр илдән индустриаль илгә әүерелгән, инфраструктураһы үҫешкән. Яйлап провинциаль ауылдар үҫешкән һәм ҡалаға әйләнгән. Ваҡытлыса булһа ла, Әрмәнстан һәм Әзербайжан араһында тыныслыҡ урынлаштырылған. 1943 йылда СССР Фәндәр Академияһының әрмән филиалы базаһында Әрмәнстан Республикаһы Милли Фәндәр академияһы барлыҡҡа килгән. Был осор дауамында Әрмәнстанда байтаҡ әзербайжан аҙсылығы, башлыса Ереванда, тупланып йәшәгән. Шулай уҡ Әзербайжанда ла, Баҡы һәм Гянджа (Кировабад) ҡалаларында тупланып, бик күп әрмән йәшәгән. Ләкин бындай демография Ҡарабах конфликты осоронда һәм унан һуң бик ныҡ үҙгәргән. 1965 йылдың 24 апрелендә, 1915 йылғы Әрмән геноцидында ата-бабалары ниндәй ҡот осҡос яфаларға дусар ителгәнен донъя халыҡтары хәтеренә төшөрөү маҡсатында, унар меңләгән әрмән Ереван урамдарына сыҡҡан.

1980-се йылдар һуңында Әрмәнстан, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашлы саралар менән тәьмин ителмәгән химия һәм тау-байыҡтырыу сәнәғәте үҫешеүе арҡаһында, тирә-яҡ мөхиттең ағыуланыуынан интеккән. Горбачёв Михаил Сергеевич индергән билдәлелек һәм үҙгәртеп ҡороу йылдарында күмәк кеше ҡатнашҡан демонстрацияға сығыу дөйөм ҡабул ителгән күренеш булған. СССР ябай экологик мәсьәләләрҙе лә хәл итерлек булмағанлыҡтан, Ереванда күмәк халыҡ йәлеп ителгән демонстрацияларҙа меңләгән әрмән ҡатнашҡан. Һуңғараҡ, Ҡарабах конфликты башланғас, демонстрациялар азатлыҡ төҫөнә эйә була барған. Күп кенә әрмәндәр тыуған иленә дәүләтселек статусы талап иткән.

1988 йылда унар меңләгәнкеше Спитак ер тетрәүе ҡорбаны булды. Ленинакан (хәҙер Гюмри) һәм Спитак ҡалалары емерелгән. Күп ғаиләләр торлаҡһыҙ тороп ҡалды. Ер тетрәүе менән бәйле ауыр ситуация Әрмәнстандың күп халҡын илде ташлап китергә һәм Төньяҡ Америка, Көнсығыш Европа илдәрендә һәм Австралияла төпләнеп ҡалырға мәжбүр иткән.

1988 йылдың 20 февралендә ул саҡта Әзербайжан ССР-ы составындағы Таулы Ҡарабах автономиялы өлкө парламенты регионды Әрмәнстанға (миацум) ҡушыу яҡлы булып тауыш биргән, Таулы Ҡарабах әрмәндәре һәм әзербайжанар арпһында этник-ара конфликт башланған.

1990 йылдың 23 августында Әрмәнстан үҙенең Советтар Союзынан бойондороҡһоҙлоғон иғлан иткән. Август путчынан һуң ойошторолған референдумда айырылып сығыу мәсьәләһе күтәрелгән. Ғәҙәттән тыш тауыш биреү ойошторолған, ә тулы бойондороҡһоҙлоҡ 1991 йылдың 21 сентябрендә иғлан ителгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, 1991 йылдың 25 декабрендә Советтар Союзының формаль тарҡалғанына саҡлы, илдең үҙаллылығы тулыһынса танылмаған.

Әрмәнстан Республикаһы (1991 — хәҙерге ваҡыт)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бойондороҡһоҙлоҡҡа 20 йыл, 2011 й. Әрмәнстан маркаһы

1991 йылдың 17 октябрендә Әрмәнстан халҡы Левон Акоп улы Тер-Петросянды үҙенең тәүге президенты итеп һайланы. Әрмәнстан[148] Ҡарабах һуғышында еңеп сыҡҡандан һуң[148] Әзербайжан һәм Төркиә үҙҙәренең Әрмәнстан менән сиктәрен япты һәм бөгөнгө көнгә саҡлы дауам иткән[149], блокада урынлаштырҙы. Был ваҡиғалар йәш республиканың иҡтисадына ныҡ тәьҫир итте һәм уның Европа менән төп бәйләнеш юлдарын япты. 1998 йылдың февралендә Левон Тер-Петросян был отставкаға бирергә мәжбүр булды.

1998 йылда власҡа Роберт Седрак улы Кочарян килде. 1999 йылдың 27 октябрендә әрмән парламентында премьер-министр, парламент спикеры һәм тағы ла 5 кешенең ғүмерен ҡыйған террор акты ойошторолдо. 2008 йылдың апрелендә президент посына Серж Азат улы Саргсян һайланды.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Любин В. П., Беляева Е. В. Традиции и трансфор мации в раннем палеолите Кавказа и Ближнего Востока // Традиции и инновации в истории и культуре, 2015 2015 йыл 21 ноябрь архивланған.
  2. Древнейший ашель — в Армении?
  3. ОТКРЫТИЕ ДРЕВНЕЙШИХ РАННЕПАЛЕОЛИТИЧЕСКИХ ПАМЯТНИКОВ НА СЕВЕРЕ АРМЯНСКОГО НАГОРЬЯ (АРМЕНИЯ)
  4. Атомный реактор людей палеолита. В Армении найдены орудия гоминид, проливающие свет на эволюцию абстрактного мышления
  5. Памятники мустьерской эпохи и остатки неандертальцев на территории СССР
  6. Б. Г. Ерицян, А. Ю. Худавердян. Среднепалеолитические пещерные стоянки Ереван I и Лусакерт I (Армения) // Научные ведомости Белгородского государственного университета, № 7 (204), вып. 34 Июнь 2015 2021 йыл 12 ғинуар архивланған.
  7. Իշխանյան Ռ.Ա. «Պատկերազարդ պատմություն Հայոց», Երևան 1989 (әрмән телендә), тәржемәлә Ишханян Р. А. Әрмәнстандың иллюстрацияларҙағы тарихы, Ереван, 1989, 54-се бит.
  8. Barnett R. D. Urartu // Edwards I.E.S., Gadd C.J., Hammond N.G.L., Boardman J. Cambridge Ancient history. — London: Cambridge University Press, 1982. — Vol. 3, part 1. — P. 314—371. — ISBN 0-521-22496-9.
  9. Дьяконов И. М. Предыстория армянского народа. История Армянского нагорья с 1500 по 500 г. до н.э. Хурриты, лувийцы, протоармяне / Еремян С. Т.. — Ереван: Издательство АН Армянской ССР, 1968. — С. 210—211. — 266 с. — 1000 экз.
  10. University of Oxford. Classical Armenian Studies 2011 йыл 18 ғинуар архивланған.
  11. Livius. Articles on Ancient History
  12. Сафронов В. А., Николаева Н. А. История Древнего Востока в Ветхом Завете. М., 2003.
  13. Сафронов В. А. Индоевропейские прародины
  14. Иванов В. «Боронғо әрмән телендә төрлө хронологик ҡатламдарҙы айырыу һәм Вахангу гимны тексының тәү структура (төҙөлөш) проблемаһы», ИФЖ, N 4, Ереван 1983: «Өр-яңы асыштар, һау этнонимының килеп сығыу тарихына һәм әрмән этногенезына ҡағылған бүтән фекрҙәрҙең, бигерәк тә һауа топонимы һәм этнонимының Armi и Azi-ға мөнәсәбәте һығымтылырҙың дөрөҫлөгөн Г. А. Капанцян һ. б. теҙемдәрҙең тулыһынса хаталы булыуын дәлилләй И. М. Дьяконовa».
  15. R. ARMENIA and IRAN i. Armina, Achaemenid province // Encyclopædia Iranica 2012 йыл 27 ғинуар архивланған.
  16. 16,0 16,1 Russell J. The Formation of the Armenian Nation // University of Los Angeles The Armenian People from Ancient to Modern Times. — New York: St. Martin’s Press, 2004. — С. 19—36. — ISBN 1403964211.
  17. Дьяконов И. М. Предыстория армянского народа. История Армянского нагорья с 1500 по 500 г. до н.э. Хурриты, лувийцы, протоармяне / Еремян С. Т.. — Ереван: Издательство АН Армянской ССР, 1968. — 266 с. — 1000 экз.
  18. A. E. Redgate. The Armenians. — Oxford: Blackwell, 1998. — С. 24. — 332 с. — ISBN 0-631-14372-6.
  19. E. Forrer «Hajassa-Azzi», Caucasica Leipzig 1931 N 9
  20. Линецкий А. В., Двуреченских В. А., Гаспарян М. Ю., Родина Е. Ю., Делба В. В., Акимов П. А., Давыдов А. В., Жосану П. А., Еропкина Е. Г., Непочатой Д. А. Оценка историко-культурного наследия Армении. — Москва: Тровант, 2010. — С. 218. — 744 с.
  21. Ադոնց Ն. «Հայաստանի պատմությունը», Երևան 1972 թ. (на армянском), в переводе Адонц Н. «История Армении», Ереван 1972, Ավետիսյան Հ.Մ. «Հայկական լեռնաշխարհի և Հյուսիսային Միջագետքի պետական կազմավորումների քաղաքական պատմությունը մ.թ.ա. XVII—IX դդ», Երևան 2002 (на армянском), в переводе Аветисян Г. М. «Политическая история государственных образовании Армянского нагорья и северной Месопотамии в XVII—IX веках до н. э.», Ереван 2002, Թովմասյան Պ.Մ. «Հայկական լեռնաշխարհը և Միջագետքը», Երևան 2006 (на армянском), в переводе Товмасян М. П. «Армянское нагорье и Месопотамия», Ереван 2006, Քոսյան Ա.Վ. «Հայկական լեռնաշխարհի տեղանունները (ըստ խեթական սեպագիր աղբյուրների)», Երևան 2004 (на армянском), в переводе Косян А. В. «Топонимика Армянского нагорья (по хеттским источникам)», Ереван 2004, «Հայոց պատմություն», ՀՍՍՀ ԳԱ Երևան 1968 (на армянском), в переводе «История Армении» изд. АН АССР Ереван 1968 и тд.
  22. Джаукян Г. Б. «О соотношении хайасского и армянского языков», ИФЖ 1988, N 1
  23. Джаукян Г. Б. «О соотношении хайасского и армянского языков» 2014 йыл 13 декабрь архивланған., ИФЖ 1988, N 2, стр. 87-88
  24. Дьяконов И. М. Предыстория армянского народа. История Армянского нагорья с 1500 по 500 г. до н.э. Хурриты, лувийцы, протоармяне / Еремян С. Т.. — Ереван: Издательство АН Армянской ССР, 1968. — С. 211. — 266 с. — 1000 экз.
  25. . Доминирование миграционно-смешанной гипотезы в мировой науке отражено в энциклопедии Британника, статья «Armenia», раздел «Ancient and premodern Armenia» (электронное издание 2003 года), где миграционная гипотеза указана в качестве единственной. Факт доминирования миграционно-смешанной гипотезы среди среди специалистов также явно отражен в следующих современных монографиях, статьях и учебниках последних лет (в обратном хронологическом порядке):
    • Russell J. The Formation of the Armenian Nation // University of Los Angeles The Armenian People from Ancient to Modern Times. — New York: St. Martin’s Press, 2004. — С. 19—36. — ISBN 1403964211.
    • Шнирельман В. А. Войны памяти: мифы, идентичность и политика в Закавказье / Рецензент: Л. Б. Алаев. — М.: Академкнига, 2003. — С. 39—40. — 592 с. — 2000 экз. — ISBN 5-94628-118-6.
    • Bournoutian G. A. A concise history of the Armenian People. — Costa Mesa, California: Mazda Publishers, 2002. — С. 17—18. — ISBN 1-56859-141-1.
    • Robert H. Hewsen. Armenia: A Historical Atlas. — University of Chicago Press, 2001. — 341 p. — ISBN 0226332284, ISBN 9780226332284.
    • Zimansky P. Archaeological inquiries into ethno-linguistic diversity in Urartu // Drews R. Greater Anatolia and the Indo-Hittite language family: Papers presented at a Colloquium hosted by the Univ. of Richmond, March 18-19, 2000. — Washington (D.C.): The Institute for the Study of Man, 2001. — С. 15—27.
    • A. E. Redgate. The Armenians. — Oxford: Blackwell, 1998. — С. 13—18,24. — 332 с. — ISBN 0-631-14372-6.
    • Suny R. G. Transcaucasia, Nationalism, and Social Change. Essays in the History of Armenia, Azerbaijan, and Georgia. — Ann Arbor: The University of Michigan Press, 1996. — С. 3. — 543 с. — ISBN 0-472-09617-6.
    • René Grousset. Histoire de l’Arménie. — Paris: Payot-Rivages, 1995. — С. 73. — 656 с. — ISBN 9782228889124.
    • Astourian S. H. In search of their forefathers: National identity and the historiography and politics of Armenian and Azerbaijani ethnogeneses // Schwartz D.V., Panossian R. Nationalism and history: the politics of nation building in post-Soviet Armenia, Azerbaijan and Georgia. — Toronto, Canada: University of Toronto Centre for Russian and East European Studies, 1994. — С. 41—94.
    • George A. Bournoutian. A History of the Armenian People. — Mazda Publishers, 1993. — Vol. I. Prehistory to 1500 A.D.. — P. 21. — 176 p. — ISBN 0939214962, ISBN 978-0939214969.
    Кроме этого ряд армянских авторов, придерживающихся альтернативных «хайасских» гипотез этногенеза, на страницах своих работ также признают, что таким образом дискутируют с
    • «большинством учёных» Косян А. В. Этнические передвижения в Малой Азии и на Армянском нагорье в XII в. до н.э. // Историко-филологический журнал. — Ереван, 1991. — № 1.
    • «официально принятой версией» Тер-Мартиросов Ф. Образование царства Армения // Историко-филологический журнал. — Ереван, 2004. — № 1.
    Самый полный современный вариант миграционно-смешанной гипотезы изложен здесь:
    • Дьяконов И. М. Предыстория армянского народа. История Армянского нагорья с 1500 по 500 г. до н.э. Хурриты, лувийцы, протоармяне / Еремян С. Т.. — Ереван: Издательство АН Армянской ССР, 1968. — 266 с. — 1000 экз.
    • Перевод на английский язык: Diakonoff I. M. The pre-history of the Armenian people. — Delmar, NY: Caravan Books, 1984. — (Anatolian and Caucasian studies). — ISBN 0882060392.
    • Рецензии: Maurits N. van Loon // Bibliotheca Orientalis 44 (1987) 230—233; Edgar C. Polomé, Annual of Armenian Lingustics 8 (1987) 103—109
    • Дополнительные комментарии также изложены в статьях Дьяконов И. М. Малая Азия и Армения около 600 г. до н.э. и северные походы вавилонских царей // Вестник древней истории. — Москва: Наука, 1981. — № 2. — С. 34—63. и Дьяконов И. М. К праистории армянского языка (о фактах, свидетельствах и логике) // Историко-филологический журнал. — Ереван: Издательство АН Армянской ССР, 1983. — № 4. — С. 149—178.
  26. Mallory J. P. In search of the Indo-Europeans: language, archaeology, and myth. — Thames and Hudson. — London, 1989. — С. 7. — 288 с. — ISBN 0-500-27616-1.
  27. В качестве наиболее слабых мест теории указывается на некорректные сопоставления праиндоевропейских корней с семитскими, которые являются ключевым основанием для такой локализации, на явную отдаленность армянского языка от реконструированного праиндоевропейского, несмотря на то, что армяне, согласно теории, были единственными немигрирующими индоевропейцами и должны были лучше всех сохранить праиндоевропейский язык, и на полное несоответствие предложенной схемы миграций индоевропейцев имеющимся археологическим данным (см. Дьяконов И. М. О прародине индоевропейских диалектов // Вестник древней истории. — Москва: Наука, 1982. — № 3—4. — С. 11—24, 3—30. и Mallory J. P. In search of the Indo-Europeans: language, archaeology, and myth. — Thames and Hudson. — London, 1989. — С. 150, 182. — 288 с. — ISBN 0-500-27616-1.). Книга, излагающая теорию, после перевода на английский язык получила серию критических рецензий от других индоевропеистов, указывающих на отсутствие фонологической точности и неубедительность выводов (см. Penney J. H. W. Review // University of London Bulletin of the School of Oriental and African Studies. — London: Cambridge University Press on behalf of School of Oriental and African Studies, 1998. — В. 61. — № 1. — С. 153—155.), на наличие внутренних противоречий (см. Melchert H. C. Review // Journal of the American Oriental Society. — American Oriental Society, 1997. — В. 117. — № 4. — С. 741—742.) и слабую аргументацию (см. Friedrich P. Review // American Anthropologist, New Series. — Blackwell Publishing on behalf of the American Anthropological Association, 1991. — В. 93. — № 1. — С. 226—227.)
  28. Шнирельман В. А. Войны памяти: мифы, идентичность и политика в Закавказье / Рецензент: Л. Б. Алаев. — М.: Академкнига, 2003. — 592 с. — 2000 экз. — ISBN 5-94628-118-6.
  29. Ronald Grigor Suny. Constructing Primordialism: Old Histories for New Nations (инг.) // The Journal of Modern History. — Chicago: The University of Chicago Press, 2001. — Vol. 73. — № 4. — P. 862—896.
  30. Ксенофонт, Анабасис, III, V
  31. История Востока. Восток в древности.. — Восточная Литература, 2002. — Т. I. — С. 332.

  32. James R.Russell. Zoroastrianism in Armenia. — Harvard University, 1987. — P. 39.

  33. «Анабасис», IV, III
  34. Dadarsis — Encyclopædia Iranica
  35. И. М. Дьяконов. Предыстория армянского народа. — Ереван: АН Армянской ССР, 1968.
  36. 36,0 36,1 36,2 И. М. Дьяконов. Глава III. Образование армянского народа // Предыстория армянского народа: История Арм. нагорья с 1500 по 500 г. до н. э. Хурриты, лувийцы, протоармяне. — Ер.: АН Арм. ССР, 1968. — С. 242. — 264 с.

  37. 37,0 37,1 37,2 37,3 37,4 Всемирная история / Под ред. А. Белявский, Л. Лазаревич, А. Монгайт. — М., 1956. — Т. 2, ч. II, гл. XIII.
  38. «Көнсығыш тарихы» (Боронғо Көнсығыш). XXIX глава, ЭЛЛИНИЗМ ДӘҮЕРЕНДӘ ҠАФ ТАУЫ АРТЫ ҺӘМ УНЫҢ МЕНӘН СИКТӘШ ИЛДӘР. 1-се бүлек. Б. э. т. IV—III быуаттарҙағы бойондороҡһоҙ дәүләттәре.:

  39. The Cambridge History of Iran Volume 3. Chapter 12: Iran, Armenia and Georgia. Страница 512:

  40. Кирилл Туманов, «Studies in Christian Caucasian History». «The Orontids of Armenia» бүлеге, 277—354 бб. 282—283 бб. ҡара
  41. Ричард Ованнисян, «The Armenian People From Ancient to Modern Times» Volume I. 36 б., Ервандидтар династияһы генеалогияһы.
  42. Рыжов К. В., «Донъяның бөтөн монархтары: Боронғо Көнсығыш: Белешмә». Мәҡәлә: Әрмәнстандың батшалары(недоступная ссылка).
  43. СССР тарихы очерктары: СССР территорияһындағы тәүтормош-община ҡоролошо һәм боронғо дәүләттәр / Евгений Михайлович Жуков. — Изд-во Академии наук СССР, 1956. — Т. 2. — С. 422—424.:

  44. Энциклопедия Ираника. Мәҡәлә: Commagene
  45. The Cambridge History of Iran. Volume 3. The Seleucid, Parthian and Sasanid Periods, Part 1. Стр. 535:

  46. Энциклопедия Британника. Мәҡәлә: Commagene
  47. А. П. Новосельцев. О местонахождении библейской “горы Арарат” // Восточная Европа в древности и средневековье. — М.: Наука, 1978.:

  48. К. В. Тревер. Очерки по истории культуры древней Армении (II в. до н. э. — IV в. н. э.). — М. Л., 1953. — С. 187.
  49. Тацит. Анналы, II, 56
  50. К. В. Тревер. Очерки по истории культуры древней Армении (II в. до н. э. — IV в. н. э.). — М. Л., 1953. — С. 276.
  51. Ҡалып:Из Б =атамаһы=Рандей тыныслыҡ килешеүе
  52. «История Армении»; «Спасительное обращение страны нашей Армении через святого мужа-мученика», 778
  53. Тер-Нерсесян Сирарпи. Армения. Быт, религия, культура / Пер. c англ. Л. А. Игоревского. — М.: ЗАО Центрполиграф, 2008. — C. 84. — ISBN 978-5-9524-3803-3.
  54. Armenian Apostolic ChurchБританника энциклопедияһында:

  55. Армянская апостольская церковь // Православная энциклопедия. — М., 2001. — Т. 3. — С. 329-355.
  56. Мовсес Хоренаци, кн 3, гл. 8
  57. Фавстос Бузанд, История Армении, стр 133; книга 4.
  58. ArmeniaБританника энциклопедияһында:"Although the Armenian nobles had thus destroyed their country’s sovereignty, a sense of national unity was furthered by the development of an Armenian alphabet and a national Christian literature; culturally, if not politically, the 5th century was a golden age."
  59. Н. Адонц. Армения в эпоху Юстиниана. Ереван. ЕГУ. 1971
  60. Encyclopaedia of Islam. — Leiden: BRILL, 1986. — Т. 1. — С. 636.:

  61. Восток в средние века // История Востока / Под ред. Р. Б. Рыбакова. — М.: «Восточная литература» РАН, 1997:

  62. Ашот Багратиони
  63. История Грузии с древности
  64. 64,0 64,1 Бөтөн донъя тарихы
  65. Изге Феодора Византия императрицаһы(недоступная ссылка)
  66. Peter Charanis.Studies on the demography of the Byzantine empire: collected studies Variorum Reprints, 1972 p223(360):«Thus, every emperor who sat on the Byzantine throne the accession of Basil I to the death of Basil II (867—1025) was of Armenian or partially Armenian origin. But besides the emperors there were many others among the military and political leaders of Byzantine during this period who were Armenians or of Armenian descent»
  67. .
  68. Византия в VIII веке
  69. ЯВЛЯЮТСЯ ЛИ АРМЯНЕ ПРАВОСЛАВНЫМИ? ВЗГЛЯД СВЯТИТЕЛЯ ФОТИЯ ВЕЛИКОГО 2011 йыл 25 сентябрь архивланған.
  70. Григорий Изгелекле (святитель) иҫтәлеген, Әрмәнстан Мәғрифәтсеһен ихтирам итеү
  71. Феофанды дауам иттереүсе. батшаларының тормошон һүрәтләү (недоступная ссылка)
  72. Dana Carleton Munro. A History of the Middle Ages‎, p. 104
  73. Chahin M. The kingdom of Armenia: a history. — London: Routledge, 2001. — P. 232. — 350 p. — ISBN 978-0700714520.
  74. Basil I in Encyclopaedia Britannica. Дата обращения: 6 февраль 2007. Архивировано 28 август 2011 года.
  75. Братство Креста Господня 2009 йыл 15 апрель архивланған.
  76. V Әрмән династияһы дәүерендә (867—1025) Көнсығыш рим ҡөҙрәтенең күтәрелеүе
  77. 77,0 77,1 Литаврин Г. Г. Византийҙар нисек йәшәгән
  78. . — Т. 2, кн. 1.
  79. Ҡара: мәҫәлән, Константин VII Багрянородный. «Империя менән идара итеү тураһында», гл. 44
  80. {{{заглавие}}}.:

  81. {{|Энциклопедиянан Британника|http://www.britannica.com/EBchecked/topic/35178/Armenia/44269/The-marzpans%7Cатамаһы=Armenia}}
  82. {{{заглавие}}}.
  83. Armenia Sacra. Дата обращения: 8 февраль 2007. Архивировано 28 август 2011 года. 2011 йыл 1 ғинуар архивланған.
  84. А. Новосельцев, В. Пашуто, Л. Черепнин. Пути развития феодализма. — М.: Наука, 1972. — С. 47.:

    Ә һуңынан сельджук баҫып алыуы башланған

  85. 85,0 85,1 85,2 85,3 85,4 85,5 ArmeniaБританника энциклопедияһында:

  86. Каждан А. П. Новые исследования по византийской демографии // http://vremennik.biz/opus/BB/29/52013
  87. The Cambridge History of Iran. — Cambridge University Press, 1991. — Т. 5. — С. 62.

  88. Byzantium and Its Influence on Neighboring Peoples. Дата обращения: 8 февраль 2007. Архивировано 28 август 2011 года.
  89. 1071 й. Алып Арыҫлан солтан әрмән ҡалаһы Манцикерт янында византий императоры Роман IV Диогенды емергес тар-мар иткән. Был еңеү Әрмәнстанда византий идараһының юҡҡа сығыуын һәм сельджук хакимлығының башланыуын аңлатҡан
  90. Из хроники Михаила Сирийца. (Статья первая) // Письменные памятники Востока, М. Наука. 1979
  91. Encyclopedia Iranica, «Atabakan-e Adarbayjan», Saljuq rulers of Azerbaijan, 12th-13th, Luther, K. pp. 890—894.
  92. 92,0 92,1 История Востока. В 6 т. Т. 2. Восток в средние века. М., «Восточная литература», 2002
  93. Повествование вардапета Аристакэса Ластиверци / пер. К. Н. Юзбашяна. — М., 1968. — С. 106.
  94. 94,0 94,1 94,2 University of Cambridge. The Cambridge history of Iran. — Cambridge University Press, 1991. — Т. 5. — С. 64.:

  95. Andrew C. S. Peacock. Early Seljūq History: A New Interpretation // Routledge Studies in the History of Iran and Turkey. — Routledge, 2010. — Т. 7. — С. 113.

  96. [ Карсское царство] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3 издание)
  97. Мученичество Хосрова Гандзакеци 2013 йыл 21 сентябрь архивланған.
  98. 98,0 98,1 98,2 Cilicia: A Historical Overview. Дата обращения: 8 февраль 2007. Архивировано 14 июнь 2007 года. 2007 йыл 14 июнь архивланған.
  99. Смбат Спарапет. Летопись.
  100. Балдуин II де Бурк Король Иерусалима
  101. Перну Р. Крестоносцы и женщины
  102. В. Ф. Минорский,The Prehistory of Saladin, Studies in Caucasian History, Изд. Кембриджского университета, 1957, стр. 124—132.
  103. Bahā' al-Dīn «Жизнь Саладина» (2002), стр. 17.
  104. Салават Хамидуллин. Башкирский след. Цикл документальных телефильмов «Историческая среда» — You Tube
  105. 105,0 105,1 Шеддадиды — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3 издание)
  106. Shaddadis — Encyclopædia Iranica. Andrew Peacock
  107. История и восхваление венценосцев. Тбилиси. АН ГрузССР. 1954
  108. 108,0 108,1 Всемирная история. — М., 1957. — Т. 3, ч. III, гл. XXXIII.:

  109. Cyril Toumanoff. Caucasia in the 12-15th Centuries // The Cambridge Medieval History. — Cambridge, 1966. — P. 624.
  110. Armenia and Iran. vi. Armeno-Iranian Relations in the Islamic Period — Encyclopædia Iranica. G. Bournoutian:

  111. Cyril Toumanoff. Armenia and Georgia // The Cambridge Medieval History. — Cambridge, 1966. — Т. IV: The Byzantine Empire, part I chapter XIV. — С. 593—637.:

  112. Шулай ҙа 1164 й. грузиндар тағы ла Әрмәнстанға баҫып ингән һәм Ани ҡалаһын яулаған. Ильдегиз уларҙы ҡаланан бәреп сығарған, ә һуңынан уны яңынан төҙөгән. — Рыжов К. В. Все монархи мира. Мусульманский Восток. VII—XV вв. — М. : Вече, 2004.
  113. История Армении, гл. 4
  114. Bayarsaikhan Dashdondog. The Mongols and the Armenians (1220-1335). — BRILL, 2010. — С. 34.:

  115. [1][2]
  116. Ҡалып:Книга:Richard G. Hovannisian:The Armenian People from Ancient to Modern Times (1997, Vol. 1)
  117. История Тимур-Ланка и его преемников
  118. Рыжов К. В. Кара-коюнлу // Все монархи мира. Мусульманский Восток. VII—XV вв. — М. : Вече, 2004.
  119. 119,0 119,1 119,2 119,3 119,4 Петрушевский И. П. Очерки по истории феодальных отношений в Азербайджане и Армении в XVI - начале XIX вв. — Л., 1949. — С. 35.
  120. 120,0 120,1 Всемирная история. Энциклопедия. Глава XXXVII. 3. — М., 1957. — Т. 3.:"

  121. 121,0 121,1 Джордж Бурнутян. Раздел «Eastern Armenia from the Seventeenth Century to Russian Annexation» в книге «The Armenian People From Ancient to Modern Times, Volume II: Foreign Dominion to Statehood: The Fifteenth Century to the Twentieth Century». Под редакцией Р. Ованнисяна. Стр. 96:

  122. Vahé Baladouni, Margaret Makepeace, East India Company. Armenian merchants of the seventeenth and early eighteenth centuries: English East India Company sources, xxi:

  123. James Stuart Olson, Lee Brigance Pappas, Nicholas Charles Pappas. An Ethnohistorical dictionary of the Russian and Soviet empires, p.44:

  124. Аракел Даврижеци «Книга историй», гл. 4
  125. Ҡалып:Статья:George A. Bournoutian: The Politics of Demography

  126. [ Шаамирян Шаамир Султанум] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3 издание)
  127. Шнирельман В. А. Войны памяти: мифы, идентичность и политика в Закавказье / Рецензент: Л. Б. Алаев. — М.: Академкнига, 2003. — С. 236—237. — 592 с. — 2000 экз. — ISBN 5-94628-118-6.
  128. 128,0 128,1 Петрушевский И. П., Очерки по истории феодальных отношений в Азербайджане и Армении в XVI — начале XIX вв., Л., 1949, с. 59:

  129. Ҡалып:Статья:George A. Bournoutian: The Politics of Demography

  130. 130,0 130,1 Мельтюхов, Тер-Саркисян, Трапезникова. Исторические фальсификации с политической подоплёкой.
  131. Грамоты и другие исторические документы XVIII столетия, относящиеся к Грузии, т. I, с. 1768 по 1774 гг., под ред. А. А. Цагарели, СПб. 1891, док.198, с. 434.

  132. А. Грибоедов. Записка о переселеніи армянъ изъ Персіи въ наши области. 1928 г.
  133. Армения и Ближний Восток: Армения в XIX веке(недоступная ссылка)
  134. РОССИЯ АРМЕНИЯ.РУ 2009 йыл 21 май архивланған.
  135. Арам Джей. Киракосян — Британская дипломатия и армянский вопрос: с 1830-х по 1914 гг, страница 58 (англ.)
  136. ЗАКОН О КОНФИСКАЦИИ ИМУЩЕСТВА АРМЯНСКОЙ ЦЕРКВИ 1903 Г.
  137. International Association of Genocide Scholars 2009 йыл 14 март архивланған.
  138. Февральское восстание 1921 года в Армении
  139. Арутюнян К. А., "Участие армянского народа в Великой Отечественной войне Советского Союза (1941—1945 гг.), Ереван, 2004, Институт Истории НАН РА, «Гитутюн» («Знание»)
  140. О дополнительных мероприятиях, планируемых в государствах — участниках и органах СНГ, в связи с объявлением 2010 года в СНГ Годом ветеранов Великой Отечественной войны 1941—1945 годов
  141. К. Микоян, Армяне во Второй мировой войне, ВОПД «Духовное наследие», № 8 (127) 2009 йыл 13 апрель архивланған.
  142. 142,0 142,1 The Armenians: past and present in the making of national identity, Caucasus world, CAUCASUS WORLD. PEOPLES OF THE CAUCASUS. Peoples of the Caucasus Series. Edmund Herzig, Marina Kurkchiyan. Routledge, 2005. ISBN 0-7007-0639-9, 9780700706396. Всего страниц: 255. Стр.119. Ссылка: [3]

  143. A failed empire: the Soviet Union in the Cold War from Stalin to Gorbachev. The new Cold War history. Vladislav Martinovich Zubok. UNC Press, 2007. ISBN 0-8078-3098-4, 9780807830987. Всего страниц: 467. Стр.38. Ссылка: [4]
  144. A failed empire: the Soviet Union in the Cold War from Stalin to Gorbachev. The new Cold War history. Vladislav Martinovich Zubok. UNC Press, 2007. ISBN 0-8078-3098-4, 9780807830987. Всего страниц: 467. Стр.58. Ссылка: [5]
  145. Ҡалып:Книга:Ronald Grigor Suny:The making of the Georgian nation (2)
  146. The Armenians: past and present in the making of national identity, Caucasus world, CAUCASUS WORLD. PEOPLES OF THE CAUCASUS. Peoples of the Caucasus Series. Edmund Herzig, Marina Kurkchiyan. Routledge, 2005. ISBN 0-7007-0639-9, 9780700706396. Всего страниц: 255. Стр.117. Ссылка: [6]
  147. Population Redistribution in the Soviet Union, 1939—1956. Michael K. Roof and Frederick A. Leedy. Geographical Review, Vol. 49, No. 2 (Apr., 1959), pp. 208—221 American Geographical Society. Стр.215

  148. 148,0 148,1 Азербайджан и Россия. Общества и государства
  149. Marshall Cavendish. World and Its Peoples: The Middle East, Western Asia, and Northern Africa. p.768:

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

инглиз телендә:

  • Robert H. Hewsen. .
  • Әрмәнстан тарихы — Encyclopædia Iranica. Multiple Authors
  • Bayarsaikhan Dashdondog. . — 2010.
  • Nira Stone, Michael E. Stone. [7]. — 2007.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]