Исхаҡов Салауат Миҙхәт улы
| Исхаҡов Салауат Миҙхәт улы | |
| Зат | ир-ат[1] |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 7 сентябрь 1959 (66 йәш) |
| Тыуған урыны | Меңйетәр, Иглин районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
| Һөнәр төрө | тарихсы |
| Эш урыны | Рәсәй Фәндәр академияһының Рәсәй тарихы институты[d] |
| Уҡыу йорто | Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты[2] |
| Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре докторы[d][3] (2004) |
| URL профиля на сайте Academia.edu | archeo.academia.edu/Sala… |
Исхаҡов Салауат Миҙхәт улы (7 сентябрь 1959 йыл) — СССР һәм Рәсәй тарихсыһы; 1995 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Рәсәй тарихы институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Тарих фәндәре докторы (2003).
Рәсәй Фәндәр академияһының социаль реформалар, хәрәкәттәр һәм революциялар тарихы буйынса ғилми советының ғилми секретары (1995); Тарих фәндәре халыҡ-ара комитетының Рәсәй революцияһы тарихы буйынса халыҡ-ара комиссияһы генераль секретары (2002—2010)[4].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Салауат Миҙхәт улы Исхаҡов 1959 йылдың 7 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Иглин районы Меңйетәр ауылында тыуған.
1988 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай («Башҡортостан сәнәғәте эшселәренең Октябрь революцияһы һәм граждандар һуғышы осоронда иҡтисади хәле»), 2003 йылда — докторлылыҡ диссертацияһы яҡлай («Рәсәй мосолмандары һәм революция (1917 йылдың яҙы — 1918 йылдың йәйе)»)[4].
Фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре[4]:
- XX быуатта Рәсәй революциялары,
- Рәсәйҙә Граждандар һуғышы,
- XX быуаттың тәүге утыҙ йылында Рәсәй мосолмандарының милли‑азатлыҡ хәрәкәте һәм мосолман эмиграцияһы.
Һайланма хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Российские мусульмане и революция (весна 1917 г. — лето 1918 г.). — М., 2003.
- Первая русская революция и мусульмане Российской империи. — М., 2007.
- Отношение российских мусульман к Первой мировой войне // Российская история. — 2014. — № 5.
- Научный совет РАН по истории российских революций // Вопросы истории. — 2007. — № 12.
- Первая российская революция и мусульманское движение // Отечественная история. — 2005. — № 5.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Исхаков Салават Мидхатович. Институт российской истории РАН. Дата обращения: 25 октябрь 2017.