Эстәлеккә күсергә

Исҡужин Рудик Ғәзиз улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рудик Ғәзиз улы Исҡужин
Рудик Ғәзиз улы Исҡужин
Флаг
Флаг
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенән Рәсәй Федераль Йыйылышы Федерация Советы ағзаһы
Флаг
Флаг
2004 йыл 19 февраль — 2006 йыл 27 декабрь
Алдан килеүсе: Якубов Александр Рустамович
Дауамсы: Рәмил Кәбир улы Исҡужин
Флаг
Флаг
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтайҙан Рәсәй Федераль Йыйылышы Федерация Советы ағзаһы
Флаг
Флаг
27 декабрь 2006 йыл — 25 сентябрь 2013 йыл
Алдан килеүсе: Игорь Владимирович Изместьев
Дауамсы: Рафаил Нариман улы Зиннуров
 
Тыуған: 28 июль 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (74 йәш)
Таймаҫ ауылы,
Көйөргәҙе районы, Башҡорт АССР-ы, СССР
Партия: КПСС, «Единая Россия»
Белеме: Тау-механика техникумы (1969);
СССР Дәүләт именлеге комитетының Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Юғары мәктәбен (1976) һәм Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Институты (1985).
Профессияһы: техник, техник-релейщик, менеджер
 
Наградалары:
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены  — 1988 «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы
Медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР»
Медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР»
«70 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
«70 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
Тышҡы рәсемдәр
Рудик Газизович Искужин. Фотография в журнале «Российская Федерация сегодня», март 2008[1]

Исҡужин Рудик Ғәзиз улы (28 июль 1950 йыл) — СССР-ҙың хәрби хеҙмәткәре, Рәсәй дәүләт эшмәкәре. 1972—1992 йылдарҙа СССР Дәүләт именлеге органдары хеҙмәткәре, генерал-майор. 2004—2013 йылдарҙа Рәсәйҙең Федерация Советы ағзаһы.

Рудик Ғәзиз улы Исҡужин 1950 йылдың 28 июлендә Башҡорт АССР-ының Күмертау районы (хәҙерге Көйөргәҙе районы) Таймаҫ ауылында тыуған.

1976 йылда СССР Дәүләт именлеге комитетының Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Юғары мәктәбен, 1985 йылда — Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Институтын тамамлаған, В. В. Путин менән бер төркөмдә (группала) уҡый[2].

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1969 йылда һәүерташ комбинаты технигы (Силямяе ҡалаһы, Эстон ССР-ы) булып башлай. 1972—1992 йылдарҙа Ҡораллы Көстәрҙә танк полкында хеҙмәт итә[3].

Төрлө йылдарҙа электр селтәрҙәре техник-релейщигы (Күмертау ҡалаһы); «Махсуслаштырылған Мәғлүмәт һәм Именлек агентлығы» фирмаһы директоры (Мәскәү); «Халыҡ-ара Иҡтисади Хеҙмәттәшлек» компанияһының программалар етәксеһе (Мәскәү ҡалаһы); «Газпром» Рәсәй акционерҙар йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы нефть операторы, Яҡын һәм Урта Көнсығыш илдәрендә «Транснефть» акционерҙар компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең программалар етәксеһе[2]. Сит илдәр менән Эшлекле хеҙмәттәшлек үҙәге компанияһы вице-президенты; РФ Федераль Йыйылышы Федерация Советы ағзаһының ярҙамсылар төркөмө етәксеһе; «Машиноимпорт» генераль директоры урынбаҫары; «Берҙәм Рәсәй» партияһының Генераль советы секретары советнигы булып эшләй.

2004 йылдан 2013 йылға тиклем Рудик Исҡужин Рәсәй Федераль Йыйылышы Федерация Советы ағзаһы була[4].

Федерация Советына тәғәйенләнгәнсе Берҙәм Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының Генераль Советы сәркәтибенең кәңәшсеһе[1], Берҙәм Рәсәй үҙәк тикшереү-ревизия комиссияһы рәйесе урынбаҫары була.

Урыҫ һәм башҡорт телдәренән тыш инглиз, ғәрәп, фарсы, португал телдәрен белә.

Уның сығышы 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы етәксеһе Емельян Пугачевтың (Бүгәсәү)көрәштәше һәм уның полковнигы, башҡорт дворяны, абыҙ, философ, дин белгесе, старшина Кинйә Арыҫлановҡа барып тоташа[3].

Өйләнгән, ике ҡыҙ атаһы. Ҡатыны Светлана Ҡәйүмова, уның менән Өфө ҡалаһында ЭЭМ(МВД) мәктәбендә уҡыған ваҡытта таныша. Карате буйынса тренер, ҡара билбау эйәһе, спорт оҫтаһы. Бабаһы — Ғәфиәтулла Арыҫланов — 1939 — 1940-сы йылдарҙағы Совет-фин һуғышында ҡатнашыусы, башҡорттар араһында тәүгеләрҙән булып Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған,

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 Члены Совета Федерации. Краткие биографические сведения о членах Совета Федерации Федерального Собрания Российской Федерации (по состоянию на 20 марта 2008 года) // Российская Федерация сегодня, март 2008 (спецвыпуск «Кто есть кто в парламенте России»)
  2. 2,0 2,1 Стасюконис А. Жизнь под грифом «Секретно» 2008 йыл 10 сентябрь архивланған. // Республика Башкортостан, № 53, 21 марта 2007
  3. 3,0 3,1 Хусаинов А. Сенатор-«Лев» из рода Льва // Уфа, № 9 (58), сентябрь 2006
  4. Однояйцевые сенаторы // Эксперт Online, 22 декабря 2006