Исҡужин Әҙеһәм Динислам улы
Перейти к навигации
Перейти к поиску
Әҙеһәм Исҡужин Исҡужин Әҙеһәм Динислам улы | |||
Исеме |
Исҡужин Әҙеһәм Динислам улы | ||
---|---|---|---|
Тыуған | |||
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы Темәс ауылы | ||
Үлгән | |||
Үлгән урыны |
Өфө ҡалаһы | ||
Ил | |||
Инструменттар | |||
Наградалар |
| ||
Исҡужин Әҙеһәм Динислам улы (27 ғинуар 1928 йыл — 19 март 2003 йыл) — уҡытыусы, ҡурайсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙеһәм Динислам улы Исҡужин 1928 йылдың 27 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны[1] Темәс ауылында тыуған. 1945 йылда Темәс педагогия училищеһын, 1954 йылда Уман летчиктар әҙерләү училищеһын, 1971 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1961—1996 йылдар — Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт гимназияһында уҡыта. Ҡурай түңәрәктәре алып бара.
Уҡыусылары: Азат Айытҡолов, Юлай Ғәйнетдинов, Роберт Юлдашев һ.б.
2003 йылдың 19 мартында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).
Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡатыны — башҡорт тел белгесе, антропонимист, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Кусимова Таңһылыу Хажим ҡыҙы (1927—1999)[2]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ю. И.Ғайнетдинов, Ф. Ш. Ҡоҙаҡаев. «Әҙеһәм ҡурайы» китабы (2003)
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Баймаҡ ҡалаһындағы һәм Баймаҡ районының Темәс ауылындағы урамдар Әҙеһәм Исҡужин исемен йөрөтә.
- Республика кимәлендә Ә. Исҡужин исемендәге ҡурайсылар бәйгеһе уҙғарыла.
- Өфө ҡалаһында 9-сы балалар музыка мәктәбенә Әҙеһәм Исҡужин исеме бирелгән.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы
- ↑ Әхмәр Ғүмәр-Үтәбәй. Ҡурайсылар ҡартатаһы — Әҙһәм Динислам улы Исҡужин. «Киске Өфө» гәзите, 2018 йыл, 6 февраль (Тикшерелеү көнө: 20 ғинуар 2019)