Батырҡай Иткинин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Иткинин Батырҡай битенән йүнәлтелде)
Батырҡай Иткинин
Тыуған көнө

билдәһеҙ

Тыуған урыны

Тонтортөҙ (Тонтортамаҡ) ауылы, Ғәйнә улусы, Уҫы даруғаһы (хәҙерге Пермь крайының Барҙы районы)

Вафат булған көнө

билдәһеҙ

Вафат булған урыны

билдәһеҙ

Батырҡай ИткининБашҡортостанда 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёвтың полковнигы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Батырҡай Иткинин сығышы менән Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы (хәҙерге Пермь крайының Барҙы районы) Тонтортөҙ (Тонтортамаҡ) ауылы башҡорттарынан[1].

1773 йылдың 14 декабрендә, Уҫы даруғаһының башҡорт старшиналары, йөҙбаштары һәм рядовой общинниктар делегацияһы составында, Емельян Пугачёв етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышында ихтилал үҙәктәренең береһе булған Чесноковкаға килә. 1773 йылдың көҙ-ҡышында Әбдей Абдуллов, Әҙел Әшмәнев һәм Сәйфулла Сәйҙәшев менән берлектә Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында хәрәкәт иткән баш күтәреүселәр етәкселәренең береһе була[1].

1773 йылдың декабренең икенсе яртыһынан Батырҡай Иткинин, Әҙел Әшмәнев, Әбдей Абдуллов һәм Сәйфулла Сәйҙәшевтең отрядтары Уҫы ҡалаһы янын, Степанов төрмәләрен, Иҫке Посад, Тихвинский, Сарапул һәм Каракулино һарай ауылдарын, Бым, Йоҡ (Кнауф), Аннинский, Рождественский, Башап, Шәрмәйет һәм башҡа заводтарҙы баҫып алалар. 1773 йылдың декабрь аҙағында ихтилалсыларҙың отрядтары Уҫы ҡалаһы янында туплана. Батырҡай Иткинин 1773 йылдың 25 декабрендә Уҫылағы пехота һалдаттары­на үҙҙәренә командир һайларға һәм Пугачев яғына сығырға тәҡдим итә. Уҫы земство йорто ихтилалсыларҙың власть органы итеп таныла. Батырҡай яҙып биргән күрһәтмәлә был власть ор­ганының бурысы түбәндәгеләргә ҡайтып ҡалған:

  1. Ҡазанға барыу юлын ҡулға төшөрөргә һәм «Петр III» — Пугачевтан яҙма рөхсәт булмай тороп, Ҡазандан килеүсе һәм Ҡазанға барыусы бер әҙәмде лә, уның кем булыуына ҡара­маҫтан, был юлдан үткәрмәҫкә;
  2. Указ буйынса, алынған килемде «батша милке» итеп һаҡларға;
  3. Тирә-яҡ халыҡты «батша Петр III» буйһоноуында то­торға;
  4. Ошо бөтә мәсьәләләр буйынса, айырата «батша мән­фәғәтен» боҙоу осраҡтарында, өс көн эсендә сапҡынсы менән рапорт ебәреп, ғәскәргә хәбәр итергә;
  5. Бөтә буйһонмаусыларҙы, бигерәк тә Ҡазан юлында то­толған шикле кешеләрҙе, сапҡынсы менән шунда уҡ баш кү­тәреүселәр ғәскәре ҡарамағына ебәрергә;
  6. Император ғали йәнәптәренең асыуын ҡуҙғатмаҫ өсөн, бер кемде лә юҡҡа рәнйетмәҫкә һәм йәберләмәҫкә[2].

Батырҡайҙың әмере буйынса Йоҡ заводында ла ихтилалсыларҙың земство йорто һәм хәрби ҡорамалдар эшләп сығарыу өсөн тимерлек ойошторола.

Артабан, Салауат Юлаевтың әмере буйынса, Батырҡай Ишкинин етәкселе­гендәге отряд Көңгөргә табан юл тота. Завод ҡасабалары, ҡәлғәләр һәм ауылдар халҡы бер-бер артлы уның отрядына ҡушыла. Башта был ғәскәрҙә 1300 кеше иҫәпләнгән[3], улар 5 туп, 100 мылтыҡ, күбеһе һөңгө, йәйә, ҡы­лыс менән ҡоралланған. 1774 йылдың 4 ғинуарына ҡарай Батырҡай Иткининдың ғәскәре 2000 кешегә еткән[4].

1774 йылдың 4 ғинуары­нан 20 ғинуарға тиклем Салауат Юлаев, Әҙел Әшмәнев һәм башҡалар менән бергә Көңгөр ҡалаһына һөжүмдә һәм уны ҡамауҙа ҡатнаша[5].

1774 йылдың көҙөндә Себер даруғаһында эш итә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Кулбахтин Н. М. Батырҡай Иткинин // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  2. Әсфәндиәров Ә. З., 1996, с. 26
  3. История башкирских родов. Гайна. Том 11 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, А. Р. Махмудов, Р. М. Рыскулов, А. Р. Асылгужин, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — С. 73. — 696 с. — ISBN 978-5-85051-641-3.
  4. Әсфәндиәров Ә. З., 1996, с. 27
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]