Иткүл ҡаласығы I

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иткүл ҡаласығы I
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе

Иткүл ҡаласығы I (рус. Иткульское городище I) — Силәбе өлкәһенең Дауыт ауылы эргәһендә урынлашҡан б.э.т. VII—VI быуаттарға ҡараған Иткүл мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы[1][2][3]

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урынлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иткүл ҡаласығы I Силәбе өлкәһенең Үрге Өпәле ҡала округы Дауыт ауылы эргәһендә, Иткүлдең төньяҡ ярында урынлашҡан.

Табылдыҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иткүл ҡаласығы I майҙаны 2 мең м². Ул ур[4] һәм соҡор менән уратып алынған.

Майҙаны 21×24 м тәшкил иткән тура мөйөшлө 2 торлаҡ табылған, улар ер өҫтөндә төҙөлгән булған.

Мәғдәнселек менән шөғөлләнгәндәр — иретеү мейестәренең нигеҙҙәре һаҡланған 1 м диаметрлы балсыҡ ҡатыш майҙансыҡтар, хужалыҡ соҡорҙары табылған.

Ҡаҙыныу барышында табылған балсыҡ һауыттар киң муйынлы, түңәрәк төплө көршәк рәүешендә, тальк, слюда ҡушып эшләнгән һәм өҫкө өлөшө тешле йәки шыма мөһөр баҫып биҙәлгән.

Түбәнге ҡатламдарҙа Межа мәҙәниәте керамикаһы осрай.

Ҡаласыҡта табылған артефакттарҙы ошолай төркөмләп була:

бронзанан һәм баҡырҙан — кәйлә, ҡаҙан, балға, уҡ башаҡтары, сулпы, төйгөстәр, шлак;

балсыҡтан — шыналар, һыҙғыртҡыс һыныҡтары, орсоҡбаштар;

тимерҙән — булавкалар, бысаҡтар, беҙҙәр;

таштан — батырғыстар, сүкештәр, ҡайраҡтар, ҡырғыстар;

һөйәктән — уҡ башаҡтары, ат ҡырғыстары;

тальктан — ҡойоу формалары.

Ҡаласыҡ халҡы баҡыр ҡойоу һәм тимер етештереү, малсылыҡ һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгән. Ваҡ мал һәм һыйыр малы, йылҡы аҫрағандар.

Ҡомартҡы материалдары Силәбе өлкәһенең тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡлана.

Асыш тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ХХ быуат башында рәсәй һәм совет ғалимы, археолог, Уралдағы археология ҡомартҡыларын тәүгеләрҙән булып өйрәнә башлаған В. Я. Толмачёв тарафынан асыла.

1953 йылда археолог, Түбәнге Тагил музейы хеҙмәткәре Кипарисова Нина Павловна[5] тикшеренеү эштәре үткәрә.

1954 йылда ғалим-археолог, Көньяҡ Уралды тикшереүсе, тарих фәндәре докторы К. В. Сальников тарафынан өйрәнелә[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Иткүл ҡаласығы I//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
  2. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Городище//Большая российская энциклопедия 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.
  4. ур — ғәҙәттә, тәрән, тар итеп ҡаҙылған соҡор, тупрағын алдына өйөп, тәрән, тар итеп ҡаҙған хәрби нығытма — Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 476-сы бит
  5. Кипарисова Нина Павловна

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сальников К. В. Иткульская культура (к вопросу о «Зауральском ананьине») //Краеведческие записки. Челябинск, 1962. Вып.1
  • Бельтикова Г. В. Иткульские поселения //Археологические исследования на Урале и в Западной Сибири. Свердловск, 1977.
  • Городище// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 7-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.