Ихтилал майҙаны (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ихтилал майҙаны
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Таганрог
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Современное состояние сохранено[d]
Карта
 Ихтилал майҙаны Викимилектә

Ихтилал майҙаныТаганрогтағы майҙан.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ихтилал майҙаны Фрунзе урамы, Смирнов тыҡрығы, Октябрь урамы һәм унан сыҡҡан Тимер юл вокзалы фасады менән сикләнгән

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Элекке Йәрминкә майҙаны территорияһында урынлашҡан, ул хәҙерге Ихтилал майҙаны сиктәрендә Йәрминкә тыҡрығына (хәҙер Гоголь тыҡрығы) тиклем һуҙылған[1]. 1860 йылға тиклем көтөүлек булған.

Тимер юлы һәм вокзал төҙөлөү менән йәнәш территория тиҙ төҙөлә башлай. Гимназия урамы яғынан (хәҙер Октябрь урамы) майҙанды Архангел-Михаил сиркәүе ихатаһы, Рафтопуло ҡунаҡханаһы бинаһы, А.Белов йорто (хәҙер ҡала радиоүҙәге) сикләй. Бөгөнгө ҡала-ара автовокзал урынында урман складтары урынлашҡан, мискәселек тауарҙары менән сауҙа булған. Бөтә Вокзал яны майҙаны сауҙа урынына әүерелгән, унда тиҫтәләгән кибеттәр булған. Уларҙың береһендә 1873 йылдың йәйендә ағалы-ҡустылы гимназистар Александр һәм Антон Чеховтар сауҙа иткән. Йыл һайын үтә торған йәрминкәләр вокзалға тиклем яҡынайған, һәм шуға күрә «Йәрминкә майҙаны» төшөнсәһе баштағы участканан (хәҙерге Гоголь һәм Смирнов тыҡрыҡтары) әлеге Ихтилал майҙанына күсә[2]. Майҙан уртаһында ҡала эшоптарының береһе урынлаша (ябай таганроглылар ярлылар өсөн ашханаларҙы шулай тип атағандар), ә йәрминкә көндәрендә төрлө балагандар һәм каруселдәр үтә. Зыярат тыҡрығы яғынан 1910 йылда «Һарытау» трактиры һәм насар даны менән Дрейттың ҡуналҡа йорто урынлаша. Бөтә был ҡоролмалар 1930 йылдарҙа һүтеп алына, майҙандар төҙөкләндерелә башлай.

1935 йылда бында скульптор Д.Якерсондың Ленин һәйкәле һәм сквер булған[3]. Ошо уҡ йылда 1918 йылдың ғинуарындағы ҡораллы ихтилал иҫтәлегенә Ихтилал майҙаны тип атала. Был исем дә үҙләшмәй, таганроглылар майҙанды Вокзал яны майҙаны тип атауын дауам итә. Ҡабаттан Ихтилал майҙаны 1958 йылдың 13 февралдә раҫлана. 1976 йылда[2] бында «Паровоз» һәйкәле ҡуйыла[4].

Һәйкәлдәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге торошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1990 йылдарҙа Вокзал яны арауығында магазиндар, кафетерийҙар,ресторандар төҙөлә

2002 йылдан 2005 йылға тиклем Ихтилал майҙаны архитектор П.В. Бондаренко проекты буйынса реконструкциялана[5]. Реконструкцияның төп маҡсаты булып «Сауҙа рәттәре» баҙары буйлап Смирнов тыҡрығы буйынса транспорт ағымын кәметеү менән бәйле майҙан аша машиналарҙың бер яҡлы хәрәкәте өсөн яңы автоюл булдырыу тора[1]Майҙанда үҙҙәренең нөктәһе булған эшҡыуарҙар ООО «Воддорстрой» төҙөлөшөндә әүҙем ҡатнаша[1].

2012 йылда вокзал бинаһы алдында Божья Матерь Ҡазан иконаһы сиркәүе төҙөлә[6]. Яңы биналар һәм ҡоролмалар төҙөлөшөнөң өйөмө архитектура өлкәһендәге белгестәрҙең тәнҡитенә дусар була, улар яңы төҙөлөштәр араһында майҙан «юҡҡа сыҡҡан» тип иҫәпләй[7][8].

Галереяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Киричек М. С. По ладоням твоих площадей. — Таганрог: Лукоморье, 2007. — 166 с. — ISBN 978-5-902450-13-9.
  2. 2,0 2,1 2,2 Киричек М. С. Восстания площадь // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 266. — ISBN 978-5-88040-064-5.
  3. 3
  4. Волков С. На вечной стоянке // Техника молодёжи. — 1977. — № 6.
  5. Киричек М. С. По ладоням твоих площадей. — Таганрог: Лукоморье, 2007. — С. 94. — ISBN 978-5-902450-13-9.
  6. Чаленко С. Таганрожцы выбирают духовность // Таганрогская правда. — 2012. — 23 ноября.
  7. Марков В. А. Современные тенденции архитектуры Таганрога // Сборник научн. трудов межд. научно-практической конференции «Задачи преобразования Таганрога». — Таганрог: Ангел Руси, 2013. — С. 90.
  8. Марев А. В Таганроге освятили новую часовню // donnews.ru. — 2012. — 20 ноября.