Ихтисамов Хәмзәфәр Сабир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ихтисамов Хәмзәфәр Сабир улы
Тыуған

27. 01. 1937

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Ауырғазы районы Шишмә ауылы

Үлгән

13 декабрь 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})

Үлгән урыны

Өфө ҡалаһы

Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

музыка белгесе

Наградалар

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1997)

Ихтисамов Хәмзәфәр Сабир улы (27 ғинуар 1937 йыл13 декабрь 2008 йыл) — музыка белгесе‑фольклорсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1976 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1997).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәмзәфәр Сабир улы Ихтисамов 1937 йылдың 27 ғинуарында БАССР-ҙың Ауырғазы районы Шишмә ауылында тыуған.

1961 йылда Өфө сәнғәт училищеһын, 1969 йылда — Ҡаҙан консерваторияһын тамамлай.

1964 йылдан алып Салауат, 1967 йылдан — Әлмәт (ТАССР) музыка училищеһында уҡытыусы булып эшләй. 1969 йылдан Өфө сәнғәт училищеһында эшләй. 1970-1887 йылдарҙа — Өфө дәүләт сәнғәт институтының фольклор кабинеты мөдире һәм уҡытыусыһы булып эшләй.

Ғилми хеҙмәте башҡорт халыҡ музыкаһын өйрәнеүгә, башҡорт халыҡ башҡарыусылары ижадына, төрки телле халыҡтарҙың музыкаль фольклорын сағыштырма-типологик өйрәнеүгә арналған.

Ихтисамов Хәмзәфәр Сабир улы Башҡортостан буйынса һәм унан ситтә 25-тән ашыу музыкаль-этнографик экспедиция ойоштора, унда Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының 5 меңдән ашыу йыры һәм көйө йыйыла, 600 тирәһе башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре нотаға һалына.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ихтисамов Хәмзәфәр Сабир улы — 50-ләп фәнни эштәрҙең авторы.

  • Ихтисамов Х. С. Төрки һәм монгол халыҡтарында ике тауышҡа йырлауҙы һәм  инструменталь музыканы сағыштырма өйрәнеү проблемаһы// Халыҡ музыка ҡоралдары һәм инструменталь музыка / дөйөм ред. В. Е. Гиппиус. М.: Сов. композитор, 1988. Ii өлөшө. 197-216 биттәр.
  • Ихтисамов Х. С.., Башҡорт музыка фольклорын йыйыу тураһында Р. Ф. Зелинский. Хәҙерге заман һәм фольклор. М., 1978;
  • Ихтисамов Х. С. Давыдова Эльмира / Х. С. Ихтисамов // Композиторы и музыковеды Башкортостана: очерки жизни и творчества / науч. ред. − сост. Е. Р. Скурко. — Уфа: Китап, 2002. — С.84 — 86.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1997)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]