Ишембай Аҡбирҙин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ишембай Аҡбирҙин
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1770
Тыуған урыны Өфө провинцияһы, Оренбургская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1831
Вафат булған урыны Иҫке Ишембай, Рәсәй
Стәрлетамаҡ өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы

Аҡбирҙин Ишембай (17701831) — Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярында Ишембай ауылына нигеҙ һалыусы (беренсе тапҡыр 1815 йылда теркәлгән). Ауыл 1940 йылда ҡала итеп үҙгәртелә. Исеме Ишембай Аҡбирҙин хөрмәтенә Ишембай тип аталған.

Әлеге ваҡытта ауыл — Ишембай ҡалаһының Иҫке Ишембай биҫтәһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ишембай Аҡбирҙин юрматы ырыуынан булған.

Уның атаһы — Аҡбирҙе. Был хаҡта нәҫелдәре шәжәрәһенән билдәле:

  • XXVI дәрәжә

796 :728 Аҡбирҙе

  • XXVII дәрәжә

810 : 796 Ишембай. [1]

Ишембай Аҡбирҙин һәм уның 8 улы 1834 йылдағы ревизия яҙмаһында теркәлгән.

Ишембай Аҡбирҙин ике ҡыҙ һәм һигеҙ ул атаһы: Мөхәмәтйән (17971834), Сәлимйән (1806 йылғы), Исмәғил (1815 йылдан), Вильдан (1808 йылғы), Әйүп (йәки Әюп[2]) (1813 йылғы), Яҡуп (1818 й. т.) Исхаҡ (1828 йыл), Мөхәмәтғәле (1828 йыл тыуған). А. З. Әсфәндиәров, Башҡортостан тарихсыһы, былай тип яҙа:

Ишембай Аҡбирҙин һәм уның балалары хәлле крәҫтиәндәр, йорт һәм кантон идараһы түрәләре булалар. Бер хужалыҡтан торған ауыл властың бөтә атрибуттарына эйә була — ауыл башлығы, административ-полиция бурыстары йөкмәтелгән йорт десятнигы.

http://ufagen.ru/places/ishimbayskiy/ishimbay.html

Урындағы фольклорҙа Ишем-бабай (Ишем олатай) булараҡ билдәле[3].

Уның исеме «Ишембай икмәк комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Ишем олатай» сауҙа маркаһы итеп ҡулланыла[4],[5].

Башҡорт халыҡ үҙәге «Юрматы» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе һәм депутат Рәхимов М. Ғ. Ишембай ҡалаһы урамдарының береһен уның исеме менән атарға тәҡдим итә[6].

Миниғәлей Яҡуповтың «Йөҙ башы, ауыл, Ишембай ҡалаһы» китабы (2005)[7] Ишембай Аҡбирҙингә арналған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башкирские родословные /Сост., предисл., поясн. к пер. на рус. яз., послесл. и указ. Р. М. Булгакова, М. Х. Надергулова; науч. рук. Р. Г. Кузеев.-Уфа: Китап, 2002. Выпуск 1: Издание на русском языке. Стр.92-93.
  2. Война 1812 года. | Генеалогия и архивы
  3. Потомок называет Ишим карт (дед Ишим в переводе)http://www.tatforum.info/forum/lofiversion/index.php/t3182-50.html(недоступная ссылка)
  4. KB: 29/01/2006 | Башкортостан: хлебопеки из глубинки дошли до фокаччи и круассанов(недоступная ссылка)
  5. KB: 29/01/2006 | Башкортостан: хлебопеки из глубинки дошли до фокаччи и круассанов(недоступная ссылка)
  6. Мухаметов Данияр Газизович | Официальный информационный портал Международного Союза общественных объединений «Всемирный курултай (конгресс) башкир»(недоступная ссылка)
  7. Зал славы — 3 " Ишимбай в сети