Ишембай автовокзалы
| Ишембай автовокзалы | |
| Дәүләт |
|
|---|---|
Ишембай автовокзалы (автовокзал Ишембай) — ҡала автовокзалы. Ишембай ҡалаһы, Жуков урамы, йорт 2а адресы буйынса урынлашҡан.
Ишембай автовокзалы Башҡортостан автовокзалдар һәм пассажирҙар автостанциялары производство берекмәһенең структура бүлексәһе — ГУП «Башавтотранс» филиалы булып тора[1].
Ишембай автовокзалы ҡала, ҡала-ара һәм ҡала яны автобус бәйләнештәрен хеҙмәтләндерә[2].
Ҡалаға ингән урында, Ағиҙел йылғаһы аша күперҙән йыраҡ түгел урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Элекке автовокзал хәҙергеһенән алыҫ түгел — Бульвар урамы, 14 адресы буйынса урынлашҡан була. Хәҙер был бинала төҙөлөш магазины урынлашҡан. 1980 йылдарҙа типовой проект буйынса яңы 2 ҡатлы автовокзал төҙөлә.
Автовокзалда 11-се һәм 12-сенән башҡа бөтә автобус маршруттары осрашалар.
Автовокзал бинаһында сәнәғәт тауарҙары магазиндары, кафе, сувенирҙар киосктары, кассалар, бәҙрәф, ярҙамсы биналар урынлашҡан. Кассанан билетте сәфәрҙән 7 көн алда һатып алып була.
Маршруттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ишембай автовокзалынан китеүсе автобустар пассажирҙарҙы ҡала буйлап, күрше ҡалаларға һәм төбәктәргә лә ташыу өсөн тәғәйенләнгән.

Ҡаланың автобус маршруттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала буйынса ташыусы булып Салауат пассажирҙар автотранспорт предприятиеһы (ПАТП) — «Башавтотранс» ГУП филиалы тора[3].
| Ҡала маршруттары | ||
|---|---|---|
| Маршрут № |
Исеме | |
| 1 | Перегонный биҫтәһе —Автовокзал — Ишембай нефть колледжы (ИНК) — Көньяҡ автовокзал биҫтәһе — Перегонный биҫтәһе | |
| 2 | Иҫке Ишембай биҫтәһе — Автовокзал — Баҙар — Автовокзал — Иҫке Ишембай биҫтәһе | |
| 3 | Автовокзал — Смаҡай биҫтәһе (Телеграф урамы) — Смаҡай биҫтәһе (Рихард Зорге урамы) | |
| 3а | Автовокзал — Смаҡай биҫтәһе (мәктәп аша) (эшләмәй) | |
| 4 | Автовокзал — Кузьминовка биҫтәһе (эшләмәй) | |
| 5 | Автовокзал — Нефтсе биҫтәһе | |
| 6 | Автовокзал — Бурводстрой биҫтәһе — Яр-Бишҡаҙаҡ ауылы — Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы | |
| 7 | Автовокзал — тимер юл вокзалы — Тимер юл биҫтәһе (эшләмәй) | |
| 8 | Автовокзал — Түңәрәк (эшләмәй) | |
| 9 | Автовокзал — Күҫәпҡол биҫтәһе — СПТУ № 1 (эшләмәй) | |
| 10 | Автовокзал — «Солевик» баҡсалары (май айынан октябрь буйынса эшләй) | |
| 11 | Үҙәк баҙар — Поликлиника № 2 (эшләмәй) | |
| 12 | Үҙәк баҙар — Магазин «Анастасия» (эшләмәй) | |
Ҡала яны маршруттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала яны йүнәлештәре Салауат пассажирҙар автотранспорт предприятиеһы көсө менән тормошҡа ашырыла (Ишембай ҡалаһындағы һәм Петровское ауылындағы парктар аша)[4][5].
| Ҡала яны маршруттары | |||
|---|---|---|---|
| Маршрут № |
Исеме | ||
| 103 | Петровский | ||
| 104 | Көҙән Петровский аша | ||
| 105 | Воскресенск Верхотор аша | ||
| 106 | Верхотор | ||
| 107 | Ураҙбай | ||
| 107 | Аҙнай | ||
| 107 | Аҙнай-Ураҙбай | ||
| 108 | Йәнырыҫ | ||
| 109 | Әрмет | ||
| 110 | Ҡанаҡай-Әхмәр | ||
| 111 | Ишәй Ҡарайған аша | ||
| 111у | Урман-Бишҡаҙаҡ | ||
| 112 | Кинйәкәй | ||
| 113 | Арлар | ||
| 113у | Биксән | ||
| 114 | Ғүмәр | ||
| 115 | Маҡар | ||
| 118 | Ҡолғона | ||
| 119 | Арлар Кинйәбулат аша | ||
| 119 | Арлар Сәлих аша | ||
| 111у | Ишәй Сәлих аша | ||
Ҡала ара өлкә эсендәге маршруттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан буйынса Өфөгә, Стәрлетамаҡҡа һәм Салауатҡа айырым маршруттар бар[6].
| Ҡала ара өлкә эсендәге маршруттар | ||
|---|---|---|
| Маршрут № |
Йүнәлеш | |
| 102 | Ишембай — Стәрлетамаҡ | |
| 101 | Ишембай — Салауат | |
Транзит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]| Транзит маршруттар | ||
|---|---|---|
| Маршрут № |
Исеме | |
| 799 | Салауат — Красноусол | |
| 506 | Стәрлетамаҡ — Ырымбур | |
| Аҡъяр-Өфө | ||
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2011 йылдан алып «Ишембай — Өфө» маршруты буйынса автобус Өфө аэропортына инеүҙән туҡталды[7].
- Ишембай ҡалаһына яҡын ятҡан Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларына һәр 10-15 минут һайын автовокзалдан маршрут автобустары һәм таксиҙары йөрөй. Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары маршруттары буйынса билеттәр автовокзал бинаһында урынлашҡан кассаларҙа һатыла.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Автовокзалы и автостанции БПОАиПА — филиал ГУП «Башавтотранс» 2011 йыл 27 апрель архивланған.
- ↑ Ишимбайский автовокзал(недоступная ссылка)
- ↑ Расписание движения городских автобусных маршрутов 2016 йыл 11 март архивланған.
- ↑ Пригородные маршруты(недоступная ссылка)
- ↑ Расписание движения пригородных автобусных маршрутов 2016 йыл 11 март архивланған.
- ↑ Расписание движения междугородних автобусных маршрутов(недоступная ссылка)
- ↑ Почему мы «пролетаем» мимо аэропорта? 2016 йыл 4 март архивланған.