Ишембай ойоҡ фабрикаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ишембай ойоҡ фабрикаһы
Нигеҙләү датаһы 1956
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы непубличное акционерное общество[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Ишембай
Хеҙмәткәрҙәр 750 кеше
Рәсми сайт ichf-ishimbay.ru

«Ишембай ойоҡ фабрикаһы» ябыҡ акционерҙар ойошмаһы — Рәсәйҙәге иң оҙаҡ ваҡыт эшләгән һәм эре еңел сәнәғәт предприятиеларының береһе. Халыҡтың барлыҡ төркөмө өсөн ойоҡ-ойоҡбаш әйберҙәре етештерә[1] (Башҡортостан Республикаһында берҙән-бер[2]).

Юридик һәм почта адресы: Рәсәй, Башҡортостан, 453204, Ишембай ҡалаһы, Совет урамы, 85.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фабрика 1956 йылда «Ишембай-трикотаж» һәм «Октябргә 19 йыл» артелдәре базаһында ойошторола. Ҡул менән хәрәкәткә килтерелгән автоматтарҙа 77 кеше эшләй, изделиеларҙы утын яғып йылытылған ҡаҙандарҙа буяғандар. 1957 йылда бәйләү машиналары һәм буяу-биҙәкләү ҡорамалдары һатып алына, ойоҡ-ойоҡбаш әйберҙәре етештереү 1973 мең пар тәшкил итә.

1960-сы йылдарҙа 3 мең тирәһе ишембайлы эшкә йәлеп ителә. Бөгөнгө көндә баҙар реформалары һөҙөмтәһендә предприятие коллективы һаны 700 кешегә тиклем кәмегән[3].

1991 йылдан автономиялы предприятие, 1992 йылдан ЯАЙ «Сулпан», 1996 йылдан хәҙерге исеме менән атала.

2011 йыл иң кризислы йыл булып тора. 2010 йылда «Лонати» фирмаһынан 24 ойоҡ автоматтары, шулай уҡ яңы тегеү ҡорамалдары һатып алына. «Rossetto» (Италия) аспирация системаһы ҡуйыла, был ҡорамал ойоҡ-ойоҡбаш етештереү ҡалдыҡтарын йыйыу менән бергә һауаны фильтрлай, электр энергияһын экономиялау мөмкинлеген бирә[4]. Шулай уҡ 25 берәмек тегеү ҡорамалдары һатып алына.

2017 йылдың февралендә суд ҡарары менән банкрот тип иғлан ителә. Конкурслы идара итеүсе фабрика мөлкәтен һатыуға ҡуйған[5].

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ишембай ойоҡ фабрикаһы — «Бөтә Рәсәй маркаһы (3 мең йыллыҡ)» конкурсының 12 алтын һәм 7 платина сифат билдәһен яулай. Бер нисә йыл рәттән предприятие «100 иң яҡшы Рәсәй тауары» конкурсы дипломанты була. «Бөтә Рәсәй маркаһы (3 мең йыллыҡ)» унынсы юбилей күргәҙмәһе йомғаҡтары буйынса юғары наградаға — юғары сифат предприятиеһы Паспортына лайыҡ була. Предприятиеның эш һөҙөмтәләре «Алтын йондоҙлоҡ» халыҡ-ара конкурсында ла билдәләнә, ә продукция сифатын көмөш миҙал билдәләй[6].

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Зыкина Р. Семь цветов радуги : Ишимбайские мастерицы плетут из них чудесные узоры // Республика Башкортостан. — 2006. — 13 дек.
  • Емельянова, Д. В ногу со временем: 55 лет — ЗАО «ИЧФ» / Д. Емельянова // Восход.- 2011.- 9 июня.- С.2.
  • Клюева, И. Главное богатство — люди: профсоюзная организация ЗАО «ИЧФ» / И. Клюева // Восход.- 2011.- 9 июня.- С.2.
  • Сныткина, М. Смотрим в будущее с оптимизмом: интервью с директором ИЧФ А. Т. Яхонтовым / М. Сныткина // Восход.- 2011.- 9 июня.- С.1-2.
  • Завалина, Т. Модернизация — веление времени: на ЗАО «ИЧФ» модернизация оборудования / Т. Завалина // Восход.- 2011.- 5 апр.- С.1.
  • Сныткина, М. Колготки — наши, качество — итальянское / М. Сныткина // Восход.- 2011.- 24 марта.- С.1.
  • Ахметов, Н. «Минута славы» длилась больше часа: ко дню рождения ЗАО «ИФТИ» / Н. Ахметов // Восход.- 2010.- 14 дек.- С.2.
  • Завалина, Т. Итальянец в России: итальянский партнер прибыл на фабрику / Т. завалина // Восход.- 2010.- 23 сент.- С.1.
  • Емельянова, Д. Курс на успех: А. Т. Яхонтов / Д. Емельянова // Восход.- 2010.- 24 авг.- С.2.
  • Завалина, Т. Худсовет дал добро: в ЗАО «ИЧФ» представлены новые изделия / Т. Завалина // Восход.- 2010.- 3 июня.- С.1.
  • Завалина, Т. Темпы снижать не намерены: ЗАО «ИЧФ» / Т. Завалина // Восход.- 2010.- 12 янв.- С.1.
  • Яхонтов А. Тепло, красиво, прочно // Ватандаш. — 2001. — № 1. — С. 15-16.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. ЗАО «Ишимбайская чулочная фабрика». Администрация муниципального района Ишимбайский район. Тәүге сығанаҡтан архивланған 25 август 2011. 22 июнь 2011 тикшерелгән.
  2. Республика Башкортостан//ПРОИЗВОДСТВО :Семь цветов радуги .Ишимбайские мастерицы плетут из них чудесные узоры: ЗАО «Ишимбайская чулочная фабрика» — единственное предприятие в …
  3. Крехова Л. Силён коллектив добрыми традициями (рус.) // Восход : газета. — Ишимбай, 10 июня 2011. — № 90-91.
  4. Сныткина М. Смотрим в будущее с оптимизмом! (рус.) // Восход : газета. — Ишимбай, 9 июня 2011. — № 89.
  5. https://www.kommersant.ru/doc/3519995
  6. История фабрики. ЗАО «Ишимбайская чулочная фабрика». Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 август 2012. 22 июнь 2011 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]