Ишембай халыҡ мәғарифы музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ишембай халыҡ мәғарифы музейы
Нигеҙләү датаһы 2000
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Урамда урынлашҡан Ленин проспекты

Ишембай халыҡ мәғарифы музейы — Ишембай районы һәм Ишембай ҡалаһының мәғарифын өйрәнеү буйынса тарихи-мәғрифәтселек маҡсаты ҡуйыусы мәҙәниәт учреждениеһы. 2000 йылда асыла[1].

Музейға нигеҙ һалыусы һәм 2000—2013 йылдарҙа уның директоры — Василий Владимирович Бабушкин, Ишембай ҡалаһының Почётлы гражданы.

Адресы: Ленин проспекты, 22. Почта индексы 453215. Балалар (үҫмерҙәр) ижад һарайы бинаһында урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Василий Владимирович Бабушкин Башҡортостан Республикаһында беренсе булып бындай йүнәлештәге музейҙы булдырыу идеяһы авторы, идея 1984 йылда тыуа. 1986 йылдан башлап В. В. Бабушкин документтар йыя, «Ҡала уҡытыусылары — хеҙмәт һәм һуғыш ветерандары», «Ҡала уҡытыусыларының хеҙмәте, спорт, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрендә ҡатнашлығы», «Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына арнала…» исемле альбомдар эшләй. Бер үк ваҡытта уҡытыусыларҙы "Почёт китабы"на индереү эшен системаға һала.

Был материалдар музейҙың беренсе экспонаттары булалар. Бер аҙҙан ҡала уҡытыусыларының хәрби дан музейы — халыҡ мәғарифы музейы төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Был 1998 йылдың ноябрендә һуғыш һәм педагогик хеҙмәт ветерандары осрашыуында була.

2000 йылдың 6 майында, Ишембай ҡалаһының 60-йыллығы һәм ҡала мәғариф бүлеге ойошторолоуҙың 60-йыллығына, балалар ижады үҙәге янында тарихи музей асыла. Башҡортостанда тәүге профессиональ музей директоры итеп Василий Владимирович Бабушкин тәғәйенләнә. Был вазифаны ул бөгөнгө көнгә тиклем яуаплы башҡара. 2001 йылдың ноябрендә музей Рәсәй Федерацияһы мәғариф Министрлығында теркәлә.

Күргәҙмәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2003 йылдың апрелендә «Ишембай районында халыҡ мәғарифы тарихы һәм үҫеше» исемле яңы экспозиция асыла. Еңеүҙең 60-йыллығына Бөйөк Ватан һуғышына арналған экспозиция яңы «Һуғыш юҡ иткән йәшлек», «Фронт хаттары», «Фронт һәм тыл берҙәм» исемле стендтар менән тулыландырыла.

Василий Владимирович материалдары буйынса «Восход» гәзите биттәрендә 14 мәҡәлә яҙылған, шул иҫәптән: «Уларҙың юлы файҙалы эштәр менән билдәләнгән», «Маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булғандар», «Нимә булды, шул булды…», «Ижад — киләсәккә юл» исемле мәҡәләләр. Василий Владимирович ҡалала халыҡ мәғарифы тарихы һәм үҫеше тураһында китап та яҙа, ул әҙ һанда 2010 йылда баҫтырыла. 80 йыл ғүмеренең 60 йылдан ашыуын Василий Владимирович мәғариф өлкәһендә, шуның 32 йылдан ашыуын Ишембай ҡалаһының 6-сы һанлы мәктәп директоры вазифаһында эшләй.

Наградалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 60 йыллығына арналған Хәрби һәм Хеҙмәт даны музейҙарының Республика смотр — конкурсында ҡатнашҡаны өсөн, Башҡортостан Республикаһы профсоюздар Федерацияһының Рәхмәт ҡағыҙы менән бүләкләнде.

Рәсәй Минэнерго (Мәскәү ҡалаһы) социаль сәйәсәт һәм кадрҙар Идаралығының баш белгесе М. М. Шунина баһаламаһы буйынса: «Был музей — ҡаланың һәм республиканың ҙур байлығы».

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]