Ишембай һыу объекттары (юйырға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Mail-mark-junk red.svg
  • Был мәҡәләне юйығыҙ инде.Sherbn

Ишембай һыу объекттарыИшембай ҡалаһы биләмәһендә урынлашҡан тәбиғи һәм яһалма һыу объекттары [1].

Йылғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ишембайҙа Ағиҙел йылғаһы аша һалынған күпер

Ҡаланың үҙәк өлөшө Ағиҙел менән Тәйрүк йылғалары араһындағы ярымутрауҙа урынлашҡан.

  • Ағиҙел — Ишембай ҡалаһындағы иң ҙур йылға. Йылға төньяҡҡа, Өфө ҡалаһы яғына табан аға. Ағиҙел йылғаһы буйында ҡала үҙәгенән ситтә ятҡан бер нисә биҫтә бар, мәҫәлән, Перегонный (Ишембай), Речной (Ишембай) (Йылға), Иҫке Ишембай һәм Бурводстрой (Ишембай). XX быуат аҙағына тиклем (Йомағужа һыуһаҡлағысы төҙөлгәнсе) яҙын йылға йыш ҡына ярҙарынан сығып, ҡайһы бер микрорайондарҙы һыу баҫа ине. Йылға аша 2 автомобиль күпере бар (хәрәкәт өсөн ябылған 1951 йыл төҙөлгән иҫке күпер һәм 1978 йылда төҙөлгән яңы күпер). Яңы күпер Ишембай ҡалаһын ӨфөЫрымбур трассаһы менән тоташтыра. 1980 йылдар башында уларҙы тоташтырыу планы булған. Был маҡсатҡа 2 миллион һум бүленергә тейеш була. Реконструкциянан һуң был күпер аша Ағиҙелдең һул яҡ ярындағы биҫтәләргә троллейбус ебәреү күҙаллана.Тик был пландар тормошҡа ашмай, иҫке күпер әкрен генә туҙа. Ишембай янында Ағиҙел аша тағы бер күпер төҙөү ҡала өсөн бик мөһим мәсьәлә, сөнки берҙән-бер күпер ремонтланған саҡта ишембайҙар Стәрлетамаҡ аша йөрөргә мәжбүр була, йәки сәғәттәр буйы автомобилдә күпер аша сығыр өсөн сиратта ултыра.
  • Тәйрүк (йылға) — Ишембай ҡалаһында урынлашҡан. Йылға ярҙарында— Алебастр (Ишембай), Май (Ишембай) и Көҫәпҡол (Ишембай) микрорайондары (ҡасабалары). Тәйрүк янында ҡала халҡының баҡсалары урынлашҡан. Тәйрүк аша 3 автомобиль күпере һәм 4 йәйәүлеләр өсөн күпер бар. Йылға Ағиҙелгә Бурводстрой (Ишембай) биҫтәһе янында уң яҡтан барып ҡушыла.
  • ТирмәнйылғаНефтсе (Ишембай) биҫтәһе биләмәһендәге йылға. Йылға аша автомобиль юлы һалынған, микрорайонға ҡала яны маршруты автобустары йөрөй. Йылға элекке «Аҡсарлаҡ» санаторий-профилакторийы янындараҡ тауҙан ағып төшөп, Ағиҙелдең уң яҡ ярында һыубаҫар туғайҙа юҡҡа сыға.

Шишмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тирмәнйылға быуаһы

Күлдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иң ҙур күлдәр Иҫке Ишембай һәм Тимер юл вокзалы (Ишембай) микрорайондарында урынлашҡан.

Ағиҙелдең һул яҡ ярында, Иҫке Ишембайға яҡын ғына, Стәрлетамаҡ районы биләмәһенә ингән, балыҡсылар үҙ иткән бер нисә күл бар, мәҫәлән :

Яһалма һыу объекттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәйрүк быуаһы
Кузьминовка быуаһы
  • Тәйрүк быуаһы — 1950 йылдар аҙағында ҡала халҡына һыу инеү һәм кәмәләрҙә йөҙөү өсөн Тәйрүк (йылға) йылғаһында булдырылған. 1980 йылдарҙа быуала кәмәләр станцияһында вышка, балалар өсөн тау эшләнгән була. 2002 йылда төҙөлгән фонтан һүтеп алынған. Бында һыу инеү тыйылғас, бер нисә йыл ҡарауһыҙ була[2].
  • Тирмәнйылға быуаһы — Тирмәнйылға йылғаһында[3] төҙөлөп бөтмәгән кирбес заводы янында, НГДУ «Ишембайнефть» НГДУ-һы хәжәттәре өсөн төҙөлгән.
  • НПЗ быуаһы (Тюрин быуаһы) — Ишембай нефть эшкәртеү заводы өсөн Тирмәнйылға йылғаһын быуып, «Аҡсарлаҡ» санаторий-профилакторийы янында төҙөлгән[3]. Завод ябылғандан һуң «Фрегат» ял итеү базаһы барлыҡҡа килгәнсе хужаһыҙ була.
  • Кузмин быуаһы — ҡаланың көньяҡ- көнсығыш яғында урынлашҡан, «Ковчег» ял базаһы ҡарамағына тапшырылған.

Ер аҫты һыу ятҡылыҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ишембайҙың көньяҡ- көнбайыш өлөшөндә, ҡаланы һыу менән тәьмин иткән артезиан скважиналары бар. Улар Ағиҙел йылғаһының иҫке юлында, Ергәнтауҙан йыраҡ булмаған Алаҡай ауылы янында урынлашҡан [4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Список гидрографических объектов г. Ишимбая предоставлен краеведом Д. В. Никулочкиным
  2. Тайрукский пруд... (ч. I), 2015
  3. 3,0 3,1 Санаторий «Чайка»... (ч. I), 2015
  4. История ИМУП «Межрайкоммунводоканал» Архивная копия от 29 декабрь 2013 на Wayback Machine

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Гидрография Башкортостана