Ишембай һыу ятҡылыҡтары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ишембай һыу ятҡылыҡтары
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Урынлашыу Ишембай

Ишембай һыу объекттары — Ишембай ҡалаһы биләмәһендә урынлашҡан тәбиғи һәм яһалма килеп сығышлы һыу ятҡылыҡтары[1].

Йылғалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ағиҙел Йылғаһы

Ҡаланың үҙәк өлөшө Ағиҙел һәм Тәйрүк йылғалары араһында урынлашҡан.

Ағиҙел — Ишембай ҡалаһы ҡала биләмәләрендә аҡҡан иң ҙур йылға. Төньяҡҡа табан, Өфө ҡалаһы яғына ҡарай аға. Ағиҙел йылғаһы яры буйында ҡаланың үҙәгенән алыҫ булған бер нисә биҫтәһе урынлашҡан, улар араһында Перегонный, Речной, Иҫке Ишембай һәм Бурводстрой. Совет йылдарында йылға шаҡтай ташып ярҙарынан сыға, күп биҫтәләрҙе һыу баҫа торған булған. Йылға аша Ишембай ҡалаһын Өфө — Ырымбур трассаһы менән тоташтырыусы ике автомобиль күпере бар, береһе хәрәкәт өсөн ябылған. 1980-се йылдар башында уларҙы берҙәм конструкцияға берләштереп тергеҙеү планлаштырыла, бының өсөн 2 миллион һум совет аҡсаһы бүленә. Уның буйынса ҡаланың һул яҡ өлөшөнә троллейбустар ебәрергә планлаштырыла.

Тәйрүк — Ишембай һыҙатында урынлашҡан. Йылға Алебастр, Май һәм Күҫәпҡол биҫтәләрен солғап ала. Шулай уҡ Тәйрүк эргә тирәһендә баҡсалар йәмғиәте урынлашҡан. Тәйрүк йылғаһы аша дүрт йәйәүлеләр өсөн күпер һәм өс автомобиль күпере бар. Тәйрүк Бурводстрой районында Ағиҙел йылғаһына ҡоя.

ТирмәнйылғаНефтсе биҫтәһе һыҙатында урынлашҡан. Йылға аша 5-се ҡала маршруты өсөн төҙөлгән автомобиль күпере бар. Йылға Ағиҙел йылғаһының һыубаҫар туғайында, элекке «Аҡсарлаҡ» шифахана-профилакторийы районында юҡҡа сыға.

Шишмәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тирмәнйылға быуаһы

Буҙайғыр Смаҡай биҫтәһе биләмәләрендә аға. Йылға аша ике күпер бар — Тәйрүк йылғаһы районында һәм биҫтәнең үҙендә. Тәйрүк йылғаһына ҡоя.

— Сараж Нефтсе биҫтәһе биләмәләрендә аға, Тирмән-Йылға йылғаһына ҡоя.

Сикүл (Сей күл) — йылға, Ағиҙел йылғаһының уң ҡушылдығы. Бурводстрой биҫтәһе биләмәләрендә аға. Оҙонлоғо — 2150 метр. Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районы араһында тәбиғи сик булып тора.

Күлдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

— Ҡаракүл (Ҡара күл) — ҡаланың һул яҡ өлөшөндә урынлашҡан, ундағы күп нефть ҡалдыҡтары буйынса аталған. — Пенсионер күле — Иҫке Ишембай биҫтәһендә урынлашҡан. — Сәскәкүл — Ағиҙел йылғаһының һул ярындағы күл, Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районы сигендә урынлашҡан.

Ҙурыраҡ күлдәр Иҫке Ишембай һәм Тимер юл биҫтәләрендә урынлашҡан. Ағиҙел йылғаһының һул яҡ яры буйлап, Иҫке Ишембайҙың яҡын эргә-яғында, Стәрлетамаҡ районы биләмәһендә урынлашҡан.күлдәр бар, спорт һәм һәүәҫкәр балыҡсылыҡ киң таралған. Улар араһында:

— Карьер (Ишембай)

— Иҫке Иҙел

Яһалма һыу ятҡылыҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәйрүк быуаһы
Кузьмин быуаһы

Тәйрүк быуаһы — 1950-се йылдар аҙағында яңы пляж зонаһы һәм Тәйрүк йылғаһында һыу сараларында йөҙөү өсөн булдырылған. 1980-се йылдарҙа быуала вышка (кәмә станцияһы районында), балалар өсөн таусыҡ була. 2002 йылда фонтан асыла, хәҙер юҡ. Оҙаҡ ваҡыт хужаһыҙ хәлдә була[2].

— Тирмәнйылға быуаһы — Тирмәнйылға йылғаһында төҙөлөп бөтмәгән кирбес заводы районында урынлашҡан[3], «Ишембайнефть» нефть-газ табыу идаралығының хужалыҡ ихтыяждары өсөн төҙөлгән.

Дирән быуа — Тирмәнйылға йылғаһында «Аҡсарлаҡ» шифахана-профилакторийы районында төҙөлгән, Ишембай нефть эшкәртеү заводы ихтыяжы өсөн булдырылған. Завод ябылғандан һуң, быуа ярында «Фрегат» ял итеү базаһы барлыҡҡа килгәнгә тиклем, ул хужаһыҙ хәлдә ҡала.

Кузмин быуаһы — ҡаланың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан, биләмәне «Ковчег» ял базаһы хеҙмәтләндерә.

Ер аҫты һыуҙары ятҡылыҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ишембай ҡалаһының көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан ер аҫты күлдәре бар. Улар ҡаланы Ағиҙел йылғаһының иҫке юлында, Ергәнтауҙан йыраҡ булмаған Алаҡай ауылы янында урынлашҡан артезиан скважиналарынан эсәр һыу менән тәьмин итәләр[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Список гидрографических объектов г. Ишимбая предоставлен краеведом Д. В. Никулочкиным
  2. Тайрукский пруд... (ч. I), 2015
  3. Санаторий «Чайка»... (ч. I), 2015
  4. История ИМУП «Межрайкоммунводоканал» Архивная копия от 29 декабрь 2013 на Wayback Machine

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]