Эстәлеккә күсергә

Ишембай (Һарытау өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ишембай
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Һамар губернаһы, Николаевск өйәҙе һәм Күҙәбай улусы
Халыҡ һаны 648 кеше (1918)

Ишембай (Юлдашбай) (рус. Ишимбаево) — Рәсәй империяһы Һамар губернаһы Николаевск өйәҙенә ингән Күҙәбай улусына ҡараған (хәҙер Һарытау өлкәһенең Перелюб районы биләмәһенә инә), хәҙер бөткән ауыл[1].

Тарихсы Әнүәр Әсфәндийәров Ишембай (Юлдашбай) ауылының 1817 йылдан 1833 йылға тиклемге арауыҡта барлыҡҡа килеү ихтималлығын фаразлай. Уға 90 йәшлек Ишембай Йәнбәков (1744) нигеҙ һала[1]. Ауыл 1816 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа ул күрһәтелмәһә, 1834 йылда иҫәпкә алына. Ул ваҡытта унда 19 хужалыҡта 74 ир-ат теркәлә. Ауыл рәсми рәүештә Юлдыбай тип аталғанға тиклем Ишембай-Юлдашбай тип, ике исем менән аталып йөрөй. 1850 йылда ауылда 128 кеше иҫәпләнә. 1889 йылда халыҡ һаны 343 кеше була[2]. 1897 йылда был һан 375-кә етә[3]. 1910 йылда ауылда - 422, 1918 йылда 648 кеше йәшәй. Ишембай-Юлдашбай ауылы мәсете Күҙабай ауылы мәхәлләһенә беркетелә. Бөгөн был ауыл юҡҡа сыҡҡан[1].

16 кеше, шул иҫәптән Юлдашбаевтар, Табын улусынан күсенә (14-е — Күрпәстән, 2--һе -Йомрандан), 1 кеше (Әлмөхәмәт Айсыуаҡов) Бәләбәй өйәҙенең 12-се кантонына ҡараған Яйыҡ-Суби-Мең улусының Сурай ауылынан күсенеп килә. Күрпәс-табындар Верхнеурал өйәҙенең 6-сы һәм Ырымбур өйәҙенең 9-сы кантонынан сыға[1].