Эстәлеккә күсергә

Ишемғужин Барый Бәҙретдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ишемғужин Барый Бәҙретдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 1903
Тыуған урыны Иҫке Монасип
Вафат булған көнө 16 февраль 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Вафат булған урыны Латвия ССР-ы[d], СССР
Джуксте[d], Елгавский уезд[d], Латвия ССР-ы[d], СССР
Һөнәр төрө киномеханик
Хәрби звание кесе сержант
Һуғыш/алыш Рәсәйҙә Граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Ишемғужин Барый Бәҙретдин улы (1903 йыл — 16 февраль 1945 йыл) — Граждандар һуғышында, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Ҡыҙыл Байраҡ ордены, «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалдары кавалеры[1].

Ишемғужин Барый Бәҙретдин улы 1903 йылда Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында тыуған. Тыуған ауылында башланғыс мәктәпте тамамлай.

1930 йылда иң беренселәрҙән булып колхозға инә. Күп кешеләр колхозға бер инеп, бер сығып йөрөһәләр ҙә, Барый Ишемғужин колхозда ҡала.

1932 йылда Дәүләкәндә киномеханиктар курсын тамамлай. Ул райондың иң беренсе киномеханигы булған һәм тауышһыҙ күсмә кино күрһәткән. Ат менән йөрөп кино ҡуйып, ай эсендә райондың бөтә ауылдарын урап сыға торған булған.

1939 йылда коммунистар партияһы сафына инә. 1940 йылға тиклем киномеханик булып эшләй. 1940 йылдың аҙағында, һаулығы насарайыу сәбәпле, колхозға ҡайта. Башта ат фермаһы мөдире, аҙаҡ идара ағзаһы, бригадир булып эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, тәүҙә фронт өсөн йылы кейем, аҡса йыйыу менән етәкселек итә. 1942 йылдың 3 ғинуарында һуғышҡа алына.

Ул Курск дуғаһында, Калинин, Волхов, Ленинград, Балтик буйы фронттарында, 364,286,2021 уҡсылар дивизияларының 375,372, 1214, 1212, 998, 191 уҡсылар полктары составында пехотала һуғыша. Воронеж, Курск, Калинин, Волхов, Гатчина, Нарва, Рига, Тукумс ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша.

Барый Ишемғужин һуғышта ете тапҡыр яралана: 25.08.1942; 16.03.1943; 22.06.1943; 04.08.1943; 22.09.1943; 17.01.1944; 19.07.1944 йылдарҙа.

Беренсе тапҡыр яраланғас ике аҙнаға ялға ҡайтаралар. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалдары, ә 1945 йылдың 1 февралендә Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә[1].

1945 йылдың 14 февралендә, һуңғы һуғыш алдынан ғаиләһенә хат яҙа:

« «... фронтҡа килеп еттек, бөгөн төндә һуғышҡа инәбеҙ, тере ҡалһам яҙырмын, ҡалмаһам бәхил булығыҙ» »

Башҡа хаты булмай.

Беренсе Балтик буйы фронтының 201-се Гатчина Ҡыҙыл Байраҡлы уҡсылар дивизияһының (командующийы армия генералы, СССР маршалы И. Х. Баграмян) 191-се Нарва уҡсылар полкы взводы командиры ярҙамсыһы, кесе сержант Барый Бәҙретдин улы Ишемғужин 1945 йылдың 16 февралендә Латвия ССР-ының Тукумс районы Джуксте хуторы янында һуғышта һәләк була. Джуксте ауыл Советы янындағы туғандар ҡәберендә ерләнгән. Туғандар ҡәберендә һәләк булғандарҙың исемдәре яҙылған ҡәбер ташы ҡуйылған.

Ике йыл дауамында Барый Ишемғужиндың улы Самат, атайының вафат булғанын йәшереп, атайы булып әсәһенә хат яҙып тора. Самат Барый улы ике тапҡыр атаһының туғандар ҡәберендә була.

Хәрби наградалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]