Ишкүл (Силәбе өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ишкүл
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Карта

Ишкүл (рус. Ишку́ль) - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһендәге күл.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ишкүл Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһынан төньяҡтараҡ урынлашҡан, Илмән ҡурсаулығы биләмәһенә инә.

Күлдән төньяҡтараҡ Кәрәмәткүл, Сереккүл, Тәрәнкүл, Ҡарабалыҡ, шулай уҡ Арғужа һыуһаҡлағысы урынлашҡан. Көнсығышта — Сәйеткүл ята. Иң яҡын тораҡ пункты — Новоандреевка ҡасабаһы (Мейәс ҡала округы составында) һәм Южный Горняк ҡасабалары.

Административ йәһәттән Мейәс ҡала округына инә.

Мейәскә тиклем алыҫлығы – 26 км, Силәбегә – 115 км, Өфөгә – 282 км [1].

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ишкүл башҡорт телендәге "иш" һәм "күл" һүҙҙәренән яһалған.

Силәбе өлкәһе географы һәм топонимисы Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә ошондай аңлатма бирә: Название башкирское, в переводе означает «па́рное, соединённое озеро», где иш — «парный, соединённый», куль — «озеро». Возможно название произошло от башкирского мужского имени Ишкул, где иш — «напарник, товарищ, собрат»[2][3].

Күлдең бөгөллө-бөгөллө боролоштары арҡаһында ул бер нисә булып күренә, шуға ла "ишле", йәғни, күп тигән мәғәнәгә лә эйә тип һанаусылар ҙа бар[1].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Күлдең оҙонлоғо 3,9 км, уртаса киңлеге 0,7 км.
  • Һыу көҙгөһө майҙаны 2,56 км².
  • Максималь тәрәнлеге 14 м-ҙа тәрәнерәк, уртаса 7,4 м.
  • Диңгеҙ кимәленән абсолют бейеклеге 322 м.

Күл һыҙатланышы оҙонса.

Ишкүл тәбәшәк тауҙар араһында ҡыҫылып ята һәм ике тапҡыр тура мөйөш яһап борола. Ҡултыҡтарға бүлгеләнгән күл бер нисә ваҡ ятҡылыҡтан торған кеүек тәьҫорат тыуҙыра һәм "ишле" кеүек күренә лә инде[1].

Флораһы һәм фаунаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күл тирәләй ҡайын менән ҡатнаш мешәлектәр - ҡарағай урмандары өҫтөнлөк итә. Үләндәре төрлө, бай.

Күлдә туғыҙ төрлө балыҡ тереклек итә, 1948 йылдан ҡондоҙ үрсей[4].

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Озеро Ишкуль 2019 йыл 20 май архивланған.
  2. Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN 5-7688-0157-7.
  3. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
  4. Ишкуль Большой, озеро. Миасс.info. Дата обращения: 20 май 2013. Архивировано 23 май 2013 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 437-се бит/ Йөрәк
  • Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7