Ишморатов Хәләф Ғәбделхәй улы
| Ишморатов Хәләф Ғәбделхәй улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 19 август 1957 (68 йәш) |
| Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Бүреҡаҙған, Стәрлетамаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
| Һөнәр төрө | зоотехник, университет уҡытыусыһы |
| Эш урыны | БашДАУ |
| Уҡыу йорто | БашДАУ |
| Ғилми исеме | профессор[d] |
| Ғилми дәрәжә | ауыл хужалығы фәндәре кандидаты[d] |
Ишморатов Хәләф Ғәбделхәй улы (19 август 1957 йыл) — зоотехник. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт аграр университетының малдарҙы туҡландырыу һәм физиология кафедраһы профессоры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ишморатов Хәләф Ғәбделхәй улы 1957 йылдың 19 авгусында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ районы Бүреҡаҙған ауылында тыуған[1]. Ауылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. 1978 йылдан зооинженерлыҡ факультетының әҙерлек бүлеге тыңлаусыһы, ә 1979 йылдан 1984 йылға тиклем — Башҡорт ауыл хужалығы институты студенты[2]. 1984 йылда институтты тамамлағандан һуң Ауырғазы районының Салауат исемендәге колхозында баш зоотехник булып эшләй башлай. 1987 йылдан алып бригадир, 1988 йылдан — баш зоотехник, 1996 йылдан — В. Р. Вильямс исемендәге Бөтә Рәсәй мал аҙығы Ғилми-тикшеренеү институты филиалы Киров болон‑һаҙ тәжрибә станцияһында (Лобня ҡалаһы) өлкән ғилми хеҙмәткәр була. 1994-99 йылдарҙа шулай уҡ үҙәк аналитик лаборатория, һөт малсылығы лабораторияһы мөдире. Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса Башҡортостан фәнни-тикшеренеү үҙәгенең фәнни эш буйынса директор урынбаҫары вазифаһында эшләй[2]. 1997—98 йылдарҙа «Башкирэнерго» ААЙ‑ның «Мир» агрохужалығында (Благовещен районы) директор урынбаҫары, 1998 йылдың июненән БНИИСХ‑ла өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1998 йылдың октябренән алып Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡыта[1]. Башта өлкән уҡытыусы, һуңынан ауыл хужалығы малдарын туҡландырыу кафедраһы доценты. 2003—2006 йылдарҙа мал аҙығын етештереү технологияһы һәм ашатыу кафедраһы янында көндөҙгө уҡыу докторы, ә 2006 йылдың сентябренән- ауыл хужалығы малдарын ашатыу кафедраһы доценты, профессор була[2].
Ишморатов Хәләф Ғәбделхәй улының фәнни тикшеренеүҙәре ауыл хужалығы малдарының продуктлылығын күтәреү өсөн юғары протеинлы мал аҙыҡтарын һәм балансланған биологик актив матдәләрҙе әҙерләүҙең энергия һаҡлаусы технологияларын эшләүгә арналған. 110-дан артыҡ фәнни һәм уҡытыу-методик эш баҫтырып сығарҙы, өс фәнни-практик рекомендация эшләне. Фәнни эшенең йүнәлеше — Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы зоналары бйынса һыйырҙарҙың минераль туҡланыуын камиллаштырыу.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Смешанные и одновидовые посевы кормовых культур в решении проблемы белка на этапах биогеоценоза: корм—животное—продукция. Уфа, 2006 (авторҙ.);
- Наука и технологии силосования с внесением жидких биохимконсервантов. Эффективность использования полученных кормов в рационах жвачных животных. Уфа, 2007 (авторҙашта).[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Агрокомплекс-2008» халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәнең алтын миҙалы[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 Ишморатов Хәләф Ғәбделхәй улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- 1 2 3 4 "Биолого-технологическому факультету БГАУ — 80 лет Уфа — 2010 УДК 37 ББК 74 Б 63 Авторский коллектив 2021 йыл 2 октябрь архивланған.