Ишморатов Ғүмәр Йосоп улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ишморатов Ғүмәр Йосоп улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 28 сентябрь 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (67 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Октябрьский
Һөнәр төрө химик
Эшмәкәрлек төрө органик химия
Эш биреүсе Институт органической химии им. Н. Д. Зелинского РАН[d]
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исем профессор[d]
Ғилми дәрәжә химия фәндәре докторы[d]

Ишморатов Ғүмәр Йосоп улы (28 сентябрь 1951 йыл) — ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1993), профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003). А. Н. Несмеянов исемендәге премия лауреаты (1999).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғүмәр Йосоп улы Ишморатов 1951 йылдың 28 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Октябрьский ҡалаһында тыуған.

1974 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

1975 йылдан алып хәҙерге көнгә тиклем Органик химия институтында эшләй, унда инженерҙан алып лаборотория мөдиренә тиклемге юл үтә (1995 йыл).

1983 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, темаһы: «Бөжәктәр феромонының олигомер һәм соолигомер бутадиены нигеҙенгәндәге синтезы».

1993 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, темаһы: «Бөжәктәр һәм ювеноидтар феромондары продукттарының органик синтезына һәм тәбиғәттәге берләшмәһе нигеҙләндәге синтезы».

1997 йылда профессор дәрәжәһе бирелә.

2008 йылдан БДУ-ла уҡыта.

Фәнни һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәнни хеҙмәттәре бөжәктәрҙең органик синтез продукттарына һәм тәбиғәттәге берләшмәһенә нигеҙләнгән түбән молекуляр биорегуляторҙары синтезын һәм уларҙың препаратив формаларын булдырыуға йүнәлтелгән өлкәне өйрәнеүгә ҡоролған.

60-тан ашыу төр бөжәк, гидропрен һәм метопрен ювеноиды, бер нисә хитин биосинтезы ингибиторы феромондары синтезы алымдарын уйлап таба.

Ғүмәр Йосоп улы Ишморатов етәкселегендә умартасылыҡ өсөн бал биреүсе бал ҡорттарының синтетик метоболиттары нигеҙендә (бал ҡорттарының холҡон, йәшәү эшмәкәрлеген сәләмәтләндереү һәм көйләү) һәм ветеринария препараттары булдырыла.

Уның етәкселегендә 17 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланыла.

400-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 45 уйлап табыу авторы.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Иген һәм уны эшкәртеү продукттары һәм бөжәктәр һәм яҡлап үҫеү һәм үҫеше регуляторы семиохемик клещи. Өфө, 2005 йыл (соавт.)
  • Химия әүҙем оптически монотерпеноид. феромон бөжәк. М., 2012 (соавт.)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003)
  • А. Н. Несмеянов исемендәге премия лауреаты (1999 йыл өсөн, Г. А. Толстиков, А. В. Кучин менән берлектә) — «Алюминий органик синтезы» хеҙмәте өсөн.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]