Эстәлеккә күсергә

Ишмөхәмәтов Айрат Исмәғил улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ишмөхәмәтов Айрат Исмәғил улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 4 август 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 29 февраль 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө табип
Эшмәкәрлек төрө медицина
Эш урыны Московский городской научно-исследовательский институт скорой помощи имени Н. В. Склифосовского[d]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт медицина институты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Ишмөхәмәтов Айрат Исмәғил улы (4 август 1932 йыл29 февраль 2004 йыл) — СССР һәм Рәсәй физиологы; медицина фәндәре докторы (1970), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы; Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004).

1956 йылда Башҡорт медицина институтын тамамлай [1]. 1956—1959 йылдарҙа Белорет районының Тирлән участка дауаханаһында эшләй. 1963 йылдан алып СССР Медицина фәндәре академияһының медицина радиологияһы ғилми-тикшеренеү институтында (Обнинск) лаборатория мөдире. 1972 йылдан ул Н. В. Склифосовский исемендәге ашығыс ярҙам ғилми-тикшеренеү институтында клиник физиология, радиоизотоплы диагностикалау һәм компьютер томографияһы бүлеге (лаборатория) етәксеһе (Мәскәү).

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1963 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы, 1970 йылда — докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы, медицина фәндәре бүлексәһендә тора.[2].

Тикшеренеүҙәренең төп йүнәлештәре:

  • стронгилоидоздың (паразитарное заболевание человека) патологик сағылышы,
  • эсәктәрҙә төрлө мәтдәләрҙең һеңдерелеү механизмы,
  • аш һеңдереү органдары ауырыуҙарын радионуклидлы диагностикалау,
  • дөйөм һәм клиник физиология,
  • функциональ һәм нур диагностикаһы,
  • киҫкен ауырыуҙарҙы һәм йәрәхәттәрҙе дауалау һөҙөмтәлелеген диагностикалауҙы һәм баһалауҙы мәғлүмәт-математик тәьмин итеү.

Ашығыс хирургияла ҡулланылған компьютер технологияларын, радиоизотоплы диагностика ысулдарын, компьютер томографияһын камиллаштыра; ашҡаҙан-эсәк трактын тикшереү өсөн радиокапсула эшләй.

Н. В. Склифосовский исемендәге ашығыс ярҙам ғилми-тикшеренеү институтында илдә беренсе радиоизотоплы диагностикалау һәм рентген компьютер томографияһы тәүлек әйләнәһенә эшләгән клиник физиологияның күп профилле лабораторияһын ойоштора.

Клиник-физиологик ысулдарҙы эшләү һәм медицина фәненә һәм һаулыҡ һаҡлауға индереү проблемалары буйынса ҡайһы бер ғалимдар советы һәм комиссиялар ағзаһы булып тора. «Ҙур медицина энциклопедияһын» (1974—1988, мөхәрририәт бүлегенең ғалим секретаре), «Ҡыҫҡаса медицина энциклопедияһын» (3 томда, 1972—1974) һәм «Медицина терминдарының энциклопедик һүҙлеген» (3 томда, 1982—1984) баҫып сығарыуҙа ҡатнаша.

300-ҙән ашыу фәнни эштәр, шул иҫәптән 14 монография, 1 уйлап табыу авторы.

Һайланма хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанағы — Электрон каталог РНБ

  • Баимбетов Л. Г., Ишмухаметов А. И. Легочный кровоток и коррекция его нарушений при заболеваниях сердца и легких. — Уфа : Полиграфкомбинат, 2000. — 239 c.
  • Баимбетов Л. Г., Ишмухаметов А. И. Лечение заболеваний органов пищеварения на курортах Башкирии. — Уфа : Башк. кн. изд-во, 1980. — 208 с.
  • Ишмухаметов А. И. Изучение всасывания при заболеваниях органов пищеварения методами радиоиндикации : Автореф. дис. … д-ра мед. наук. — Обнинск, 1969. — 24 с.
  • Ишмухаметов А. И. Клиника и лечение стронгилоидоза : Автореф. дис. … канд. мед. наук. — М., 1963. — 16 с.
  • Ишмухаметов А. И. Клиническая физиология неотложных состояний. — М. : Ремедиум, 2004. — 110 с. — ISBN 5-901302-16-8
  • Ишмухаметов А. И. Радиоизотопная диагностика заболеваний органов пищеварения. — М. : Медицина, 1979. — 280 с.
  • Ишмухаметов А. И. Радиоизотопное исследование всасывания жиров, белков и витамина B12 при заболеваниях органов пищеварения. — М. : Медицина, 1970. — 192 с.
  • Ишмухаметов А. И. Стронгилоидоз. — М. : Медицина, 1965. — 67 с. . — (Библиотека практического врача).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең биш дипломы һәм ике миҙалы (1965, 1967, 1973)
  • СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1971)
  • Рәсәй Фәндәр академияһының дәүләт ғилми стипендияһы лауреаты
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004)