Ишмөхәмәтов Исмәғил Хажиәхмәт улы
Ишмөхәмәтов Исмәғил Хажиәхмәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 1 февраль 1901 |
Тыуған урыны | Стәрлетамаҡ, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 23 март 1971 (70 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | химик, химия фәндәре докторы |
Эшмәкәрлек төрө | химия |
Ғилми дәрәжә | химия фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ишмөхәмәтов Исмәғил Хажиәхмәт улы (1 февраль 1901 йыл — 23 март 1971 йыл) — ғалим-химик, юғары мәктәп эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1928 йылдан К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1932 йылдан химия кафедраһы мөдире, 1934 йылдан — тәбиғәт белеме һәм география факультеты деканы, 1953 йылдан — уҡыу уҡытыу һәм фән эштәре буйынса проректор; 1957 йылдан Башҡорт дәүләт университетының химия кафедраһы мөдире, 1964—1970 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса проректор. Башҡорт АССР-ының өсөнсө саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Химия фәндәре кандидаты (1933). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1945). Ленин (1954) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исмәғил Хажиәхмәт улы Ишмөхәмәтов 1901 йылдың 1 февралендә БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. 1928 йылда Өфө халыҡ мәғарифы институтын тамамлаған. 1919 йылдан алып БАССР-ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Белорет районы), Стәрлетамаҡ һәм Өфө мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй.
1921—22 йылдарҙа БАССР‑ҙың Мәғариф халыҡ комиссариаты инструкторы. 1928 йылдан башлап К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтында эшләй. 1932 йылдан алып химия кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта химия бүлеге мөдире, 1934 йылда — тәбиғәт белеме һәм география факультеты деканы, 1953 йылда — уҡыу‑уҡытыу һәм фән эштәре буйынса проректор. 1957 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында эшләй. Унда химия кафедраһы мөдире, 1964—1970 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса проректор вазифаһын биләй. Республика Ғалимдар йорто идараһы рәйесе. БАССР Юғары Советының 3‑сө саҡырылыш депутаты. 1971 йылдың 23 мартында Өфө ҡалаһында вафат була[1].
Фәнни‑педагогик эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни‑педагогик эшмәкәрлеге Башҡортостанда халыҡ мәғарифын үҫтереүгә, химия буйынса дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары яҙыуға, уларҙы башҡорт теленә тәржемә итеүгә, квалификациялы химия белгестәре әҙерләү проблемаларына арналған. Ишмәхәмәтов тәүгеләрҙән булып 1934 йылда латинса-урыҫса‑башҡортса химик реактивтар һүҙлеген, 1950 йылда урыҫса‑башҡортса химик терминдар һүҙлеген төҙөй. 20 фәнни хеҙмәт авторы.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1954 йыл — Ленин ордены
- 1949 йыл — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ишмөхәмәтов Исмәғил Хажиәхмәт улы (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2021)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишмөхәмәтов Исмәғил Хажиәхмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2021)
- 1 февралдә тыуғандар
- 1901 йылда тыуғандар
- Стәрлетамаҡта тыуғандар
- 23 мартта вафат булғандар
- 1971 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Химия фәндәре докторҙары
- Өфө халыҡ мәғарифы институтын тамамлаусылар
- Рәсәй юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар