Эстәлеккә күсергә

Ишмөхәмәтов Рауил Әхмәтгәрәй улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рауил Ишмөхәмәтов
Рауил Ишмөхәмәтов
Флаг
Флаг
Эшсе депутаттарының Салауат ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе
1954 — 1963
Алдан килеүсе: Собханғолов Сәхиулла Шакир улы
Дауамсы: Фәтҡуллин Хөсәйен Әһлиулла улы
 
Тыуған: 20 август 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Өфө губернаһы, Көбәк ауылы
Үлгән: 15 май 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (66 йәш)
Башҡорт АССР-ы, Салауат ҡалаһы
Партия: КПСС
Белеме: Өфө тимер юл техникумы
Профессияһы: тимер юлсыһы
 
Хәрби хеҙмәт
Хеҙмәт иткән йылдары: 1941—1946
Принадлежность: РККА
Звание:
Капитан
Капитан
Бәрелештәр: Бөйөк Ватан һуғышы
 
Наградалары:
2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы
«Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы
«Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы
«Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы
«Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы
Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»

Ишмөхәмәтов Рауил Әхмәтгәрәй улы (20 август 1912 йыл15 май 1979 йыл) — дәүләт хеҙмәткәре. Эшсе депутаттарының Салауат ҡала Советы башҡарма комитетының тәүге рәйесе (1954—1963). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. ВКП(б) ағзаһы.

Рауил Әхмәтгәрәй улы Ишмөхәмәтов 1912 йылдың 20 авгусында Өфө губернаһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районы) Көбәк ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте башҡорт[1].

1914 йылда атаһы вафат була. 1921 йылдан 1929 йылға тиклем ғаилә хәле буйынса балалар йорттарында, шул иҫәптән Стәрлетамаҡ интернатындә тәрбиәләнә. Өфө ҡалаһында Ленин исемендәге 2-се баҫҡыс өлкә башҡорт мәктәбен тамамлай.

1929—1933 йылдарҙа Өфө тимер юлы техникумында белем ала. Уны тамамлағандан һуң, ике йыл дауамында Өфөлә техник-төҙөүсе булып эшләй. 1934—1936 йылдарҙа РККА сафында хеҙмәт итә.

1936 йылдан Өфөлә эшләй. 1939 йылдан Ишембай-Өфө нефть үткәргесе төҙөлөшөнә күсерелә, Ишембай ҡалаһында йәшәй. 1939 йылдан — ВЛКСМ ағзаһы, 1942 йылдан — ВКП(б) ағзаһы.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың 5 октябрендә фронтҡа алына[1][2]. Капитан[2].

1946 йылдан Ишембай ҡалаһына ҡайта, бында И. В. Сталин исемендәге Ишембай заводында һөнәре буйынса эшләүен дауам итә, һуңыраҡ — Ишембай ҡала Советы рәйесе урынбаҫары.

1954 йылдың авгусында Эшсе депутаттарының Салауат ҡала Советы башҡарма комитетының тәүге рәйесе итеп һайлана һәм Салауат ҡалаһына күсә. Ҡала төҙөлөшөнә ҙур өлөш индерә[3].

4-6-сы саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советының депутаты була[4].

Өйләнгән, ҡыҙы — Эльмира Головина[5], ейәне Роберт.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2012 йылда Салауат ҡала тыуған яҡты өйрәнеү музейында Рауил Әхмәтгәрәй улы Ишмөхәмәтовтың тыуыуына 100 йыллығына күргәҙмә ойошторола. Телевидениела уның тураһында фильм төшөрөлә һәм күрһәтелә[7].

  • Калимуллин Б. Г. Салават. Планировка и застройка города. / Ред. Н. А. Пекарева; Акад. строительства и архитектуры СССР. — М.: Госстройиздат, 1962. — 60 с.
  • Любимый город Салават. / К 60-летию города Салават. — 2009. — 2000 экз.
  • Остаёмся с тобой, Салават. / Под ред. А. Т. Галиева. — Уфа: Изд. «Лето», 2000. — ISBN 5-87308-316-9.
  • Ишмухаметов Рауль Ахметгалеевич на сайте «Память народа»