Ишмөхәмәтов Ғәфүр Шәкүр улы
Уҡыу көйләүҙәре
| Ишмөхәмәтов Ғәфүр Шәкүр улы | |||||
| Тыуған көнө |
(10.09.1948 | ||||
|---|---|---|---|---|---|
| Тыуған урыны | |||||
| Ил |
СССР, Рәсәй | ||||
| Ғилми дәрәжәһе |
медицина фәндәре докторы (1986) | ||||
| Ғилми исеме |
профессор | ||||
| Награда һәм премиялары |
| ||||
| Сайт | |||||
Ишмөхәмәтов Ғәфүр Шәкүр улы (10 сентябрь 1948 йыл) — табип-ғалим, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1948 йылдың 10 сентябрендә БАССР-ҙың Көйөргәҙе районы Зәк-Ишмәт ауылында тыуған; Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау эше факультетын һәм хирургия һөнәре буйынса интернатура тамамлай.
Хеҙмәт юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1973—1977 — Дүртөйлө районы Әңгәсәк участка дауаханаһының баш табибы
- 1977—1987 — Ҡырмыҫҡалы район дауаханаһының баш табибы
- 1987 йылда — Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының баш табибы
- 1987—1999 йылдарҙа — Республика клиник дауаханаһының баш табибы
- 1999 йылдан — Өфө ҡалаһының 22-се ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының баш табибы[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы.
- Медицина фәндәре кандидаты