Иҙрисова Лиә Түләк ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҙрисова Лиә Түләк ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 24 май 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (60 йәш)
Тыуған урыны Октябрьский, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто БДМУ

Иҙрисова Лиә Түләк ҡыҙы (24 май 1963 йыл) — табип-ғалим, невролог, физиотерапевт, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2002).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лиә Түләк ҡыҙы Иҙрисова 1963 йылдың 24 майында Башҡорт АССР-ының Октябрьский ҡалаһында тыуған.

1986 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған. 1988 йылдан алып Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ғилми тикшеренеүҙәр институтында эшләй, 1992 йылдан башлап Башҡорт дәүләт медицина институтында уҡыта. 2002 йылдан алып Мәскәүҙә: «Рәсәй тимер юлы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Үҙәк поликлиникаһында бүлек мөдире, 2006 йылдан — «Шәхси доктор клиникаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры, бер үк ваҡытта Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетында эшләй.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни тикшеренеүҙәре организмдың насар физик факторҙар тыуҙырған экстремаль һәм терминаль торошоноң патологик физиологияһын өйрәнеүгә, алкоголь комаһын һәм команан һуңғы алкоголь интоксикацияларын дауалау өсөн физиогемотерапия файҙаланыуға, реанимациянан һуңғы осорҙа ауырыуҙарҙы реабилитациялау проблемаларына арналған. 260‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм алты уйлап табыу авторы.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Алкогольная кома и лазеротерапия в эксперименте. Өфө, 2003 (авторҙаш);
  • Спектрально‑когерентный анализ электроэнцефалограмм у детей с парксизмальными расстройствами сна. Өфө, 2006 (авторҙаш);

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]