Иҙрисов Роберт Хәбиб улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҙрисов Роберт Хәбиб улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 13 апрель 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (80 йәш)
Тыуған урыны Домбаровка[d], Ырымбур өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө инженер-механик
Эш урыны ӨДНТУ
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]

Иҙрисов Роберт Хәбиб улы (1944 йыл 13 апрель)— инженер-механик, техник фәндәре докторы (2002), профессор (2007), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1985), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1980).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҙрисов Роберт Хәбиб улы 1944 йылдың 13 апрелендә Чкалов өлкәһенең (хәҙер Ырымбур өлкәһе) Домбаровск ҡасабаһында тыуған. 1969 йылда Өфө авиация институтын тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә башлай. 1972—1987 йылдарҙа өлкән инженер һәм өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1987 йылдан алып нефть һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм ташыу буйынса Бөтә Рәсәй фәнни тикшеренеү институтының (ВНИИСПТнефть) лаборатория мөдире. 1974—1978 йылдарҙа Урал-Себер магистраль нефть үткәргестәре идаралығының эксперименталь участкаһы начальнигы булып эшләй. 1987 йылдан Көнсығыш ғилми-тикшеренеү институтының хәүефһеҙлек техникаһы һәм промсанитария буйынса директор урынбаҫары. 2011 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡыта.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни эштәре магистраль торба үткәргестәрҙе ремонтлау ваҡытында шартлау энергияһын ҡулланыу проблемаларына арналған, магистраль торба үткәргестәрҙе шартлаулы ҡырҡыу технологияһын эшләгән. Уның етәкселеге аҫтында нефть һәм газ сәнәғәте объекттарын файҙаланғанда һыу аҫты үткәүелдәрен файҙаланыу һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса норматив документтар комплексы эшләнгән һәм ҡулланыуға индерелгән. 12 авторлыҡ танытмаһына һәм патентҡа эйә. 90-дан ашыу баҫма, шул иҫәптән 1 монография авторы[1].

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Энциклопедия Урала(недоступная ссылка)