Эстәлеккә күсергә

Иҙрис (Ҡыйғы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Идрисово
башҡ. Иҙрис
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ҡыйғы районы

Ауыл биләмәһе

Арыҫлан ауыл Советы

Координаталар

55°22′23″ с. ш. 58°52′06″ в. д.HGЯO

Халҡы

197[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452511

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 236 810 008

Код ОКТМО

80 636 410 116

Идрисово (Рәсәй)
Идрисово
Идрисово
Иҙрис (Ҡыйғы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Идрисово

Иҙрис (рус. Идрисово) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл. Арыҫлан ауыл Советы (Ҡыйғы районы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 197 кеше[2]. Почта индексы — 452511, ОКАТО коды — 80236810008.

Иҙрис ауылы Ҡыйғы йылғаһы ҡушылдығы Обуховка йылғаһы буйында, район үҙәге Үрге Ҡыйғы ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 18 километр һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡҡа табан 31 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Иҙрис ауылына Троицк өйәҙе Әйле улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һала. Рәсми ҡағыҙҙарҙа ауыл 1786 йылдан алып билдәле.

Иҙристе халыҡ телендә Ҡыйғы башы ла тиҙәр. Әйле ырыуына ҡарай. Аймаҡтары: бурҙай, биксәнтәй, ҡыҙылбай, ҡарабай, ҡомой, моңҡай, сүмәй, әкембәт. Тамғаһы — ай. Әйле улусына ингән. Ҡыйғы йылғаһы баш алған ергә иң тәүҙә кем килеп ултырғаны әлегә билдәһеҙ. Тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров буйынса, 1795 йылдағы V рәүиз материалдарында Иҙрис Әйле ауылдары араһында күрһәтелмәгән.

1920 йылда 89 йортта 483 кеше иҫәпкә алынған. Ошо уҡ йылда йәнәштәге Ҡурғашйылға ауылынан 7, Шүләменән — 1 ир-егет күскәне теркәлгән, Ишәле ауылына — 1, Әбдрәзәҡ ауылына — 3, Туғыҙлыға 4 ир заты күсеп киткән[4].

Биләмә берәмектәренә инеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 Әйле улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 -се йорт -се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт -се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Иҫке Балаҡатай улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 биләмәһе Дыуан-Ҡошсо өйәҙе Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) РСФСР
1926 Дыуан улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Туғыҙлы ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Туғыҙлы ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Туғыҙлы ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы
2008 Арыҫлан ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҙрис ауылында 1816 йылда 20 йорт иҫәпләнгән, уларҙа 100 кеше йәшәгән. 1834 йылда 30 йортта 160 башҡорт иҫәпкә алынған, 1859 йылда 200 кеше һәм 26 йорт иҫәптә торған.

Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. 1835 йылда төҙөлгән мәсет була.

1842 йылда 200 кешегә 53 сирек көҙгө һәм яҙғы ашлыҡ сәселгән, 32 ихатала 182 ат, 54 һыйыр, 55 һарыҡ, 25 кәзә булған.

XIX быуат аҙағында Иҙрис шулай тасуирлана: Ауыл Ҡыйғы йылғаһы ярындағы битләүҙә урынлашҡан… Йылға тирмән ҡороу өсөн яраҡһыҙ. 43 йорт-ихата бар. Ер биләмәһе (надел) рәүиз иҫәбендәге 107 кешегә 2 урындан алынған. Ауыл янында 10,5 дисәтинә ерҙе биләгән. 1861 йылдан ерҙе ҡабаттан бүлгәндәр. Ауылда бер ихата бөтөнләй мал аҫырамаған. Сабынлыҡтар — 1000 дисәтинә хәтле һыуһыҙ үҙән, 75 дисәтинә тикле — һаҙамыҡлы. Урман 2 урында: 1-сеһендә — йәш ағас һәм ҡыуаҡлыҡтар (140 дисәтинә), 2-сеһендә — төҙөлөшкә һәм утынға яраҡлы ағас (3400 дисәтинәнән ашыуыраҡ). Халыҡ хужалыҡ мәнфәғәте өсөн лапы, ауған ағасты ҡуллана. Урман буйындағы 1-се участкала мал көтөлә. Бөтә йорт-ихата (42-нең 40-ы) сабынлыҡтарын (120 дисәтинә) дисәтинәһен 45 тингә һәм һөрөнтө ерен (100 дисәтинә) дисәтинәһен 50 тингә ҡуртымға бирә[5][6]

Өйҙәр Ҡыйғы йылғаһының ике яғында ла урынлашҡан булған. Ҡыйғы йылғаһы менән Ҡараңғы йылға араһындағы уйһыу урында ҡырау иртә һәм йыш төшкәнлектән, аръяҡтағылар уң битләүгә күскән[7].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1865 йылда Иҙрис Рауил тигән икенсе исем менән теркәлгән. 34 йортта 185 кеше йәшәгән.

1906 йылда шулай уҡ мәктәп теркәлгән.

Бәләкәйерәк Йәмйылға, Шоңҡар һәм тиҫтәләгән-тиҫтәләгән шишмә Ҡыйғыбашҡа килеп ҡушыла. Рәсми мәғлүмәттә «йылға тирмән ҡороу өсөн яраҡһыҙ» тиелһә лә, йылға быуылып, тирмән ҡоролған. Күмәк хужалыҡ мәлендә оҙаҡ йылдар ҙур ғына умарталыҡ тотолған[8].

Әлеге ваҡытта Иҙрис ауылында Арыҫлан урта мәктәбе филиалы — башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[9].

Иҙрис ауылында башҡорттар йәшәй (2002)

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 290
1920 йыл 26 август 483
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 363
1959 йыл 15 ғинуар 382
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 263
2002 йыл 9 октябрь 205
2010 йыл 14 октябрь 197

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Ғималетдин Минһажев урамы (рус.  Гималетдина Мингажева (улица)[14]
Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

  • Өсҡайын, Бөрҙөгәнтау, Мәңрәүтау, Остотау

Урмандар: Шыбаҡ, Бәләкәйшар, Олошар, Йүкәлешар, Балаһар, Ҡара Ҡыуаҡ, Умарталыҡ, Баланлы Ҡыуаҡ, Ялтыр

Йылғалар: Ҡыйғыбаш

Шишмәләр: Йәмйылға, Шоңҡар

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Иҙрис (Ҡыйғы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. ЦГИА: Ф. 172. Оп. 1. Д. 25. Л. 59.
  7. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  8. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  9. Иҙрис (Ҡыйғы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  10. МИНГАЖЕВ Гималетдин Мингажевич 2017 йыл 13 ғинуар архивланған.
  11. Энциклопедия Челябинской области
  12. http://gsrb.ru/ru/about/deputaty-proshlykh-sozyvov/38094/
  13. * Внеклассное мероприятие " Страницы истории Месягутовского педагогического колледжа"
  14. Карта д. Идрисово. Улицы