Иҡсанов Фәтих Хәйрулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Иҡсанов Фәтих Хәйрулла улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 1 сентябрь 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Архангел районы, Баҡалды ауыл Советы (Архангел районы), Тирәкле ауылы
Вафат булған көнө 19 октябрь 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (57 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Өфө
Һөнәр төрө мәҙәниәт хеҙмәткәре, режиссёр
Уҡыу йорто Рәсәй театр сәнғәте университеты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҡсанов Фәтих Хәйрулла улы (1 сентябрь 193519 октябрь 1992) БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1986). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1969).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҡсанов Фәтих Хәйрулла улы 1935 йылдың 1 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Архангел районы Тирәкле ауылында тыуған[1]. Бала саҡтан халыҡ музыкаһы ярата, бейей, күп кенә инструменттарҙа уйнарға өйрәнә, үҙешмәкәр сәнғәттә әүҙем ҡатнаша. Халыҡ таланттарының район һәм республика смотҙарында еңеүсе була[2]. Етенсе класты тамамлағас, Фәтих ҡасып тиерлек Өфөләге һөнәрселек училищеһына, йәғни ФЗО-ға, уҡырға китә.Артабан Фәтих армия хеҙмәтенә саҡырыла, Тымыҡ океан флотында кок булып хеҙмәт итә. Ял сәғәттәрендә “Матрос” бейеүен башҡарып, иптәштәренең күңелен күтәрер була. Ҡайтҡас, белем алырға кәрәклеген аңлап, Өфө сәнғәт техникумының театр бүлегенә уҡырға инә. Уны 1964 йылда тамамлай (Ғабдулла Ғиләжев курсы). Училищены уңышлы тәмамлағандан һуң, 1964 йылда Фатих Хәйрулла улы Башҡорт академия театры артисы булып эшләй башлай. 1972 йылдан Башҡорт дәүләт филармонияһы режиссеры булып эшләй[2]. 1973 йылда Мәскәүҙә Театр сәнғәте институтын (ГИТИС) тамамлай (И.Г.Шароев курсы). “Ҡаҙ өмәһе”, “Яҙғы моңдар”, “Көҙгө моңдар”, “Йәш тауыштар” театрлаштырылған байрамдары һәм концерттары, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең ижади кисәләре, 50‑нән ашыу интермедия, шулай уҡ башҡорт телевидениеһында юмористик тапшырыуҙар сценарийҙары авторы һәм режиссёры[1]. Республика тальян байрамының (Өфө, 1985—87) инициаторы һәм ойоштороусыһы, “Йәдкәр” фольклор ансамблен ойоштороусыларҙың береһе. Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955), Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә (1985; икеһе лә — Мәскәү) ҡатнаша[1]. 1985 йылда оҫта тальянсыларҙы бер майҙанға туплай һәм Республикала беренсе тапҡыр “Тальян байрамы” тип аталған байрам ойоштора. Уның ошо башланғысын билдәле Заволокин да килеп ҡарап китә һәм артабан Рәсәй буйынса “Уйна, гармун!” тигән тапшырыу киң билдәлелек ала[3].

Иҡсанов Фәтих Хәйрулла улы 1992 йылдың 19 октябрендә Өфөлә вафат була, тыуған ауылында - Архангел районының Тирәкле ауылында ерләнә[2].

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2004 йылда Иҡсанов исемендәге призға “Моңға бай гармун байрамы” республика гармун байрамы ойошторола.
  • Өфөлә Иҡсанов йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • Тыуған ауылында урамға Иҡсанов исеме бирелгән[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1986 йылда Иҡсанов Фәтих Хәйрулла улына Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре тигән маҡтаулы исем бирелә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]