Иҫке Айман
| Ауыл | |
| Иҫке Айман татар. Иске Айман | |
| Ил | |
|---|---|
| Федерация субъекты | |
| Муниципаль район | |
| Координаталар | |
| Нигеҙләнгән | |
| Элекке исеме |
Аймаҡ |
| Халҡы |
360 человек (2002) |
| Конфессиональ составы |
мосолмандар |
| Сәғәт бүлкәте | |
| Почта индексы |
423739 |
| Һанлы танытмалар | |
| Автомобиль коды |
16, 116 |
| ОКАТО коды | |
| ОКТМО коды | |
| ГКГН номеры | |
|
| |
Иҫке Айман (Аймаҡ) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы. Иҫке Айман ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Бәзән йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көньяҡ-көнбайыштараҡ 54 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫке Айман — Бүләр улусы Мышыға түбәһе башҡорттарының ауылы. Ауыл һуңыраҡ Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Поисево улусы составына керә[2].
ХХ быуат башында ауылда 2 мәсет, мәктәп, ел тирмәне, икмәк магазины, бакалея кибете теркәлгән[1][2].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Минзәлә районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1816 йылда ауылда 66 ихатала 354 башҡорт (улар араһында 2 ҡатынлы 8 йорт хужаһы, 3 ҡатынлы 1 йорт хужаһы); 1848 йылда 116 йортта 592 башҡорт (улар араһында 2 ҡатынлы 2 йорт хужаһы); 1870 йылда 125 йортта — 952 башҡорт; 1902 йылда 221 йортта ир затлы 535 йән башҡорт йәшәй[2].
| 1834 | 1859 | 1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002[1] |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 225 | 929 | 952 | 1322 | 983 | 801 | 1056 | 1161 | 870 | 823 | 611 | 604 | 640 | 536 | 400 | 366 |
- Н/Д[3]
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ибраһим Айҙағолов (1790—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
- Әхәтов Ғабделхәй Хурам улы — телсе-ғалим, филология фәндәре докторы (1965), профессор (1970).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 4 Татарская энциклопедия.
- 1 2 3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 246—251. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ Старое Айманово > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник