Эстәлеккә күсергә

Иҫке Балтас (Татарстан)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫке Балтас
Дәүләт  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Старокурмашевское сельское поселение[d][1]
Халыҡ һаны 6 кеше (1762)[2],
66 кеше (1795)[3],
104 кеше (1816)[3],
163 кеше (1834)[3],
220 кеше (1848)[3],
136 кеше (1859)[3],
490 кеше (1870)[3],
405 кеше (1905)[3],
451 кеше (1912)[3]
Почта индексы 423733
Карта

Иске Балтач[4] (Иҫке Балтас[5]; татар. Иске Балтач, рус. Старое Балтачево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы.

Ауыл Шәбеҙ йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көнбайышҡа табан 22 км алыҫлыҡта урынлашҡан[6].

Ауылға гәрә ырыуы татарҙары нигеҙ һала. Тәүге тапҡыр 1732 йылда телгә алына[5]. Ауыл Гәрәй улусының Әжәҡул түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Шәрип улусы, ә артабан Таҡталасыҡ улусы составына керә[7].

Ауыл кешеләре 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнаша[6].

1870 йылда ауылда мәсет (1808 йылдан билдәле), мәктәп, 3 тирмән (шул иҫәптән 1 ел тирмәне) теркәлгән[7].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[6].

1795 йылда ауылда 66 аҫаба башҡорт, 1816 йылда — 104 башҡорт, 1834 йылда — 163 башҡорт, 1848 йылда — 183 башҡорт һәм 37 типтәр иҫәпләнгән. 1902 йылда 72 ихатала — 200 йән ир затлы аҫаба башҡорт, 1912 йылда 82 ихатала — 451 аҫаба башҡорт йәшәй[7].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [6][5])
17951834187018841897190619131920192619381949195819701979198920022008
70163471321371405451454493473271294325248146135130
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. улы Ә. Ә. З. Аулы мензелинских башкирКитап.
  3. 1 2 3 4 5 6 7 8 улы Ә. Ә. З. Аулы мензелинских башкирКитап.
  4. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 383. — 544 с. ISBN 5-295-02882-8.
  5. 1 2 3 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Иҫке Балтас (Татарстан) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. 1 2 3 4 Татарская энциклопедия.
  7. 1 2 3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 293—296. — 600 с. ISBN 978-5-295-04952-1.