Иҫке Йәнйегет ауыл Советы (Краснокама районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫке Йәнйегет ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Краснокама районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Ауыл советы Староянзигитовский — Краснокама районы составында 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы). Почта индексы — 452942. ОКАТО коды — 80237860000. Иҫке Мошто һәм Яңы Йәнйегет ауыл Советтары менән берләштерелә. 

Ауыл Советы составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫке Йәнйегет ауылы — административ үҙәк, Баҫҡытау, Яңы Йәнйегет, Яңауыл ауылдары[1] [2]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы белдерә[3]:

Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
«Яңы Йәнйегет» исеме биреп, Иҫке Мошто һәм Иҫке Йәнйегет ауыл Советтарын берләштерергә.

Иҫке Мошто ауыл Советының Иҫке Мошто, Уртауыл ауылдарын, Иҫке Йәнйегет ауыл Советының Иҫке Йәнйегет, Баҫҡытау, Яңы Йәнйегет, Яңауыл ауылдарын Яңы Йәнйегет ауыл Советы составына индерергә. Яңы Йәнйегет ауыл Советының административ үҙәген Яңы Йәнйегет ауылында урынлаштырырға.
Яңы Йәнйегет ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Иҫәп мәғлүмәттәренән Иҫке Мошто һәм Иҫке Йәнйегет ауыл Советтарын алып ташларға.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2008 йылда Татарстан Республикаһы, Ағиҙел ҡалаһы, Яңы Нуғай  ауыл Советы, Шушнур ауыл Советы, Иҫке Мошто ауыл Советы, Яңы Ҡабан ауыл Советы муниципаль берәмектәре менән сиктәш[4] («Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы»)[5].


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]