Иҫке Мөсәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Иҫке Мөсәт
рус. Старомусятово
Мәсет
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Бөрйән

Ауыл биләмәһе

Иҫке Собханғол

Координаталар

53°09′35″ с. ш. 57°25′06″ в. д.HGЯO

Халҡы

268[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453580

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 219 825 005

ОКТМО коды

80 619 425 121

Иҫке Мөсәт (Рәсәй)
Иҫке Мөсәт
Иҫке Мөсәт
Иҫке Мөсәт (Башҡортостан Республикаһы)
Иҫке Мөсәт

Иҫке Мөсәт (рус. Старомусятово) — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 268 кеше[2]. ОКАТО коды — 80219825005.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөсәт бөрйәндәр торамаһы булараҡ XVIII быуат аҙағынан билдәле, әммә уны V рәүиз билдәләмәгән. Ауылға Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 йылдан алып Мөсәт утары булараҡ билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме менән аталған, уның улы Йәнъюлдаш Мөсәтов билдәле. Шулай уҡ Күлйылға, Саҡмағош исемдәре менән теркәлгән. 1816 йылда ауылда — 38, 18 йылдан һуң 49 ихата иҫәпләнгән. 40-сы йылдар аҙағында халыҡтың бер өлөшө төп ултыраҡтан айырылып, Яңы Мөсәт ауылы барлыҡҡа килтерә. 19 быуаттың 40-сы йылдар аҙағында Яңы Мөсәт бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙерге исемен һәм статусын ала. 1866 йылда 36 йортта 204 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. X рәүиз ваҡытында Яңы Мөсәттә 33 ихатала 176 кеше иҫәпләнә. Иҫке Мөсәттә саҡ ҡына күберәк — 40 ихата, ә халҡы 200 кеше иҫәпләнә. 1920 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Иҫке Мөсәттә 71 йорт һәм 284 кеше иҫәпләнгән[3][4].

Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана бар.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 281
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 110
1959 йыл 15 ғинуар 207
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 204
2002 йыл 9 октябрь 262
2010 йыл 14 октябрь 268 140 128 52,2 47,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер-һыу атамалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Шыйыҡ бутҡа яланы

Иҫке Мөсәт ауылын үтеп Байназар юлында һул яҡ ялан ята. Һаранлығы менән даны сыҡҡан байҙың сабынлығы булған. Эшкә ҡушҡан кешеләрен шыйыҡ бутҡа менән һыйлаған.

  • Тәкә һуйған буйы.

Борон ул ерҙә ялан булған. Ауыл халҡы унда бесән сапҡан. Мөсәт ауылы халҡының шундай бер йолаһы булған. Һәр йәй еткән һайын тәкә һуйып байрам итә торған булғандар. Шунан бирле был ерҙе Тәкә һуйған буйы тип атап йөрөтәлә.

  • Тирмән таш тауы.

Мөсәт ауылынан асфальт аша Алаҡуян тауын Тирмән таш тип йөрөтәләр. Сөнки борон заманда шунан таш алып тирмән эшләп, бойҙай тартып, он һалдырып ашағандар. Был таш йомшаҡ таш, нисек тишһәң дә ярылмай. Шуға күрә был морон Тирмән таш тип йөрөтөлә.

Бөрйән районы Иҫке Мөсәт ауылының 7 мөғжизәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Тикшеренеү эше[6]

Башҡорт халыҡ ижады информаторҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ҡараһыйыр яланы. 1966 йылда Бөрйән районы Мөсәт ауылы Шәмиғолов Ғиләж Ғәйнетдин улынан А. А. Камалов яҙып алған. Башҡорт халыҡ ижады. ΙΙ том.[7]— Ғилми архив, ф. 3, оп. 63, д. 56, л. 109; БХИ, Р Л, N° 75; БПЛ, № 48; БНТ, ПЛ, № 35.

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Тау урамы (рус. Горная улица)
  • Ерекле урамы (рус. улица Ерекле)
  • Инсур Йәһүҙин урамы (рус. улица Инсура Ягудина)
  • Иҫке Ыҙма урамы (рус. улица Иске Ызма)
  • Ҡаратал урамы (рус. улица Каратал)
  • Кинйә Арыҫланов урамы (рус. улица Кинья Арысланова)
  • Саҡмағош урамы (рус. улица Сакмагуш)
  • Салауат Юлаев урамы (рус. улица Салавата Юлаева)
  • Уй урамы (рус. улица Уй)
  • Шайморатов урамы (рус. улица Шаймуратова)
  • Шишмә урамы (рус. улица Шишма)
  • Яңы Ыҙма урамы (рус. улица Яны Ызма)[8]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]