Иҫке Солтанғол (Татарстан)
Иҫке Солтанғол | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Старобугадинское сельское поселение[d][1] |
Почта индексы | 423733 |
Иске Солтанғол[2] (татар. Иске Солтангол, рус. Старое Султангулово) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районындағы йәнәй ырыуы башҡорттары ауылы.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Сарсаз йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 13 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға йәнәй ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауылда шулай уҡ керҙәш булып байлар ырыуы башҡорттары төпләнгәнләр. Ауыл Йәнәй улусының Буғаҙы түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Байсар улусы составына керә[4].
1848 йылда тирмән һәм мәсет теркәлгән. 1865 йылда 20 уҡыусыға властар башҡорт мәктәбен аса. XX быуат башында ауылда 2 мәсет, почта станцияһы, бакалея кибете булған[4].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[3].
Башҡорт халҡына хас булғанса, был ауылда ла ҡатындар ҡашмау кейгән. Был хаҡта 1742 йылғы яһаҡ түләүгә бәйле ялыуҙан да күренә - Солтанғол Сәрмәтов тигән кеше Йәнәй улусы старшинаһы Йәрмөхәмәт Ибраевты яһаҡ йыйыуҙа ғәҙелһеҙлектә һәм воеводамын тип әйтеүҙә ғәйепләй [5]
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ауылда 164 башҡорт, 1816 йылда — 257 башҡорт, 1834 йылда — 381 башҡорт, 1870 йылда — 588 башҡорт иҫәпләнгән[4].
1795 | 1834 | 1859 | 1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
164 | 364 | 550 | 588 | 741 | 751 | 955 | 1060 | 939 | 776 | 568 | 398 | 336 | 392 | 334 | 201 | 163 | 141 |
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхтәри Мөхтәсәр улы Хөсәйенов — зауряд-есаул. 1807 йылғы Рус-прусс-француз һуғышында, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы. «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 383. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Татарская энциклопедия.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 397—402. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ В 1742 г. «башкир д. Салтангуловой Байлярской волости Салтангул Сырметев с тов. обвинял старшину Енейской волости Ермухамета Ибраева в сходстве из Казанскаго уезду, в сборе з башкирцев лошадей, 40 овец, пансырей (защитные доспехи), кажбовов (кашмау – женский головной убор, украшенный кораллами) и в бое башкирцев и назывании себя воеводою» История башкирский родов. Еней. — Уфа: Китап, 2014. — С. 73. — 431 с.