Иҫке Теләкәй
| Ауыл | |
| Иҫке Теләкәй татар. Иске Теләкәй | |
| Ил | |
|---|---|
| Федерация субъекты | |
| Муниципаль район | |
| Ауыл биләмәһе | |
| Координаталар | |
| Беренсе мәртәбә телгә алынған |
1724 йыл[1] |
| Халҡы |
428 человек (2008) |
| Милли состав |
татарҙар[1] |
| Сәғәт бүлкәте | |
| Почта индексы |
423749 |
| Һанлы танытмалар | |
| Автомобиль коды |
- |
| Код ОКАТО | |
| Код ОКТМО | |
|
| |
Иҫке Теләкәй — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Теләкәй ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Шәбеҙ йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көнбайышҡа табан 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫке Теләкәй — гәрәй ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. 1724 йылдан билдәле[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Гәрәй улусы Таҡталасыҡ түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Шәрип (һуңыраҡ - Таҡталасыҡ) улусы составына керә.
1870 йылда мәсет (1811 йылдан билдәле), мәктәп, ике һыу тирмәне эшләгән[1]. 1905 йылда 2 тирмән, бакалея кибете, хужалыҡ магазины, мәсет теркәлгән[2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ир енесле 80 башҡорт; 1816 йылда — 270 башҡорт; 1834 йылда — 379 башҡорт; 1848 йылда — 418 башҡорт; 1870 йылда — 373 башҡорт; 1912 йылда — 630 башҡорт йәшәй[2].
| 1859 | 1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 324 | 373 | 400 | 505 | 475 | 630 | 625 | 649 | 1080 | 607 | 668 | 599 | 466 | 418 | 428 |
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].