Иҫке Хажи

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫке Хажи
Иҫке Хажы
Рәсми атамаһы Иҫке Хажы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Яңы Айыу ауыл Советы (Илеш районы)
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 176 кеше
Карта

Иҫке Хажи (рус. Старохазино) — Башҡортостан Республикаһы Илеш районынының 2005 йылда бөтөрөлгән ауылы. Яңы Айыу ауыл Советы составына ингән. Башҡорттар йәшәгән.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миңеште йылғаһы буйында урынлашҡан[1].

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алыҫлығы (1969 йылдың 1 ғинуарына ҡарата)[2]:

— район үҙәгенә тиклем (Үрге Йәркәй): 26 км;

— ауыл советы үҙәгенә тиклем (Яңы Айыу): 8 км;

— яҡындағы тимер юл станцияһына тиклем (Яңауыл): 103 км.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫке Хажи XVIII быуатта аҫаба-гәрәй башҡорто Хажи исеме менән Хажи тип аталған. Ауыл үҙе Гәрәй улусының Бөртөк түбәһенә ҡарай.

1842 йылда хажиҙар Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан яңы ауылға нигеҙ һала, ул ауыл хәҙер Яңы Хажи исеме менән билдәле. Бер йыл алда 25 ғаилә үҙҙәрен тыуған ауылынан 20 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан аҫаба ерҙәргә күсереүҙе һорай. Улар рөхсәт алалар, унда былай тип яҙылған була: «уларҙың ултырағын Яңы Хажи ауылы тип атап күсерергә» (История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Өфө: Китап, 2009. — 744 С. с. 128, 286).

1952 йылдың 1 июненә ҡарата Иҫке-Хажи ауылы Теләкәй ауыл советына ингән[3], 1969 йылдың 1 ғинуарына, 1972 йылдың 1 июленә, 1981 йылдың 1 сентябренә ҡарата Иҫке Хажи Яңы Айыу ауыл Советы составында.

Башҡортостан Республикаһының 2005 йылдың 20 июлендәге «Тораҡ пункттарҙың барлыҡҡа килеүе, берләшеүе, бөтөрөлөүе һәм статусы үҙгәреүе, административ үҙәктәрен күсереү менән бәйле, Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһында» 211-з номерлы законында былай тип әйтелә:

ст.1

4. Түбәндәге тораҡ пункттарҙы бөтөрөргә:
22) Илеш районында:
а) Иғмәт ауыл Советының Крещенка ауылын;
б) Яңы Айыу ауыл Советының Иҫке Хажи ауылын

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1795 йылдағы V ревизия буйынса Хажи ауылының 10 йортонда 121 кеше йәшәгән, барыһы ла тик башҡорттар-гәрәлеләр. 1834 йылда 29 йортта 292 кеше йәшәй. 1846 йылда Иҫке Айыу ауылынан 8, Хажи ауылынан 69 ир-егет төп ауыл халҡы иҫәбенән сығарыла, сөнки улар Ағиҙел йылғаһы аша яңы Яңы Хажи ауылына күсеп ултырған булалар. 1858 йылда (31 йорт биләгән осраҡта 165 кеше) һәм артабанғы ваҡыттарҙа Хажи ауылы халҡы һанының кәмеүе халыҡтың бер өлөшөнөң Яңы Хажи ауылына күсеүе менән аңлатыла. (Башҡортостан ауылдары һәм уға сиктәш территориялар тарихы. Өфө: Китап, 2009. — 744 с. 128 С., 214, 286).

1969 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 176 кеше йәшәй; башлыса башҡорттар[2]. Башҡорттарҙың күпселек тәшкил иткән милләт булыуы тураһында мәғлүмәт БАССР-ҙың административ-территориаль бүленеше белешмәләрендә артабанғы йылдарҙа ла күрһәтелә.

2002 йылдың халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы тораҡ пунктта 1 кеше йәшәгән була, күпселек милләт — башҡорттар (100 %)[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. N-40 карты СССР. Уфа, Златоуст, Магнитогорск
  2. 2,0 2,1 Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 января 1969 года. — Изд. 5-е. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1969. С.185.
  3. Башкирская АССР:административно-территориальное деление на июня 1952 года. Уфа, 1953. С.140
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]