Иҫке Хәлил (Ырымбур өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Иҫке Хәлил
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ырымбур өлкәһе

Район

Гай

Координаталар

51°27′ с. ш. 58°05′ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1765

Элекке исеме

Хәлил, Байғаҙаҡ

Халҡы

315[1] кеше (2010)

Конфессиональ составы

мосолмандар

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

56

ОКАТО коды

53 214 840 009

ОКТМО коды

53 713 000 266

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Иҫке Хәлил (Рәсәй)
Иҫке Хәлил
Иҫке Хәлил
Иҫке Хәлил (Ырымбур өлкәһе) (Ырымбур өлкәһе)
Иҫке Хәлил

Иҫке Хәлил (рус. Старохалилово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Гай районындағы ауыл.

Географик урынлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гөбөрлө йылғаһы (Яйыҡ ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәлил (Ҙур Хәлил, Байғаҙаҡ) ауылы Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы составында була. Хәлил атамаһы поход старшинаһы Хәлил Буҙгиндың исеме бирелә. Ауылдың башҡа атамаһы Байғаҙаҡтың барлыҡҡа килеүе ауылда йәшәүсе указлы мулла Байғаҙаҡ Әбешевтең (1769—?) исеменә бәйле. Документтарҙа тәүге тапҡыр 1765 йылда телгә алына[2]. 1860-сы йылдарҙа ауыл кешеләре Кесе Хәлил (Ахун) ауылына нигеҙ һалғас, Иҫке Хәлил тип атала башлай[3].

Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы урынлаштырылғас, ауыл 9-сы башҡорт кантоны Үҫәргән улусының 4-се йорто составына инә. Артабан Орск өйәҙенең 3-сө Үҫәргән улусы составында була. 1913 йылда ауылдан көньяҡҡа табан 5 километр алыҫлыҡта ЫрымбурОрск тимер юлы һалына һәм Хәлил станцияһы нигеҙләнә[3].

1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына инә.

1927 йылдың 30 майында Урта Волга крайының (1928 йылдың 14 майынан — край составындағы Ырымбур округының) Яңы Покровка районы составына бирелә. 1931 йылдың мартынан — Урта Волга крайының Орск районы составына индерелә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына күсә. 1934—1963 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе[4] Хәлил районы (1960 йылда исеме Гай районы тип үҙгәртелә) составында була. 1963—1965 йылдарҙа Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы составында була[3][5]. 1965 йылда йәнә Гай районы составына ҡайтарыла.

2016 йылға тиклем Гай районының Хәлил ауылы советына керә, артабан Гай ҡалаһы ҡала округы составына күсерелә.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл башҡорттарының иҫәбе[3][2]
1834 1859 1866 1889 1892 1900 1917 1920
279 348 329 630 397 370 531 513
Халыҡ иҫәбе
2010[1]
315

2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башҡорттар 90 % тәшкил итә[6].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
  2. 2,0 2,1 Населенные пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию // Башкирская энциклопедия.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 28, 62, 151-153. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
  4. 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.
  5. Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Дата обращения: 25 сентябрь 2015. 2020 йыл 25 сентябрь архивланған.
  6. Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.