Иҫке Ҡуян ауыл Советы (Баҡалы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫке Ҡуян ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Иҫке Ҡуян
Административ-территориаль берәмек Баҡалы районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Иҫке Ҡуян ауыл Советы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Баҡалы районы составындағы административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы), 2008 йылда бөтөрөлгән. Почта индексы — 452651. ОКАТО коды — 80207852000. Баҡалы ауыл Советы менән берләштерелгән.

Ауыл советы составында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫке Ҡуян — административ үҙәк һәм Туҡбирҙе ауылы[1]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендәге 49-з һанлы «Айырым ауыл Советтарын берләштереүгә һәм тораҡ пункттарын тапшырыуға бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһындағы» Законы, ст. 1 п. 7). Баҡалы районы буйынса а) түбәндәге юлдар бар[2]:

"«Баҡалы» атамаһын һаҡлап, Баҡалы һәм Иҫке Ҡуян ауыл Советтарын берләштерергә, административ үҙәкте Баҡалы ауылында урынлаштырырға. Иҫке Ҡуян ауыл Советының Иҫке Ҡуян, Туҡбирҙе ауылдарын Баҡалы ауыл Советы составына индерергә.

Баҡалы ауыл Словеты сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Иҫке Ҡуян ауыл Советын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға.

2008 йылға түбәндәге муниципаль берәмектәр менән сиктәш була: Яңы Ҡатай ауыл Советы, Килкабыҙ ауыл Советы, Михайловка ауыл Советы, Ахман ауыл Советы, Баҡалы ауыль Советы («Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы (ред. 19.11.2008) „Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы“ Законы»)[3][4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]