Иҫәнбаев Йомабай Мотиғулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Йомабай Иҫәнбаев
Тыуған

21 сентябрь 1891({{padleft:1891|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы Исмәғил ауылы[1]

Үлгән

1943({{padleft:1943|4|0}})

Үлгән урыны

Воронеж ҡалаһы янында

Ил

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Һөнәрҙәре

ҡурайсы

Инструменттар

ҡурай

Наградалар
Башҡортостандың халыҡ артисы

Иҫәнбаев Йомабай Мотиғулла улы (21 сентябрь 1891 йыл1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт совет ҡурайсыһы, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1991 - үлгәндән һуң).

Ҡурайҙа профессиональ уйнау сәнғәтенә нигеҙ һалыусы, башҡорт милли музыка ҡоралын Франция, Германия, Швеция, Бельгия һәм Голландия сәхнәләрендә танытҡан тәүге музыканттарҙың береһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йомабай Мотиғулла улы Иҫәнбаев 1891 йылдың 21 сентябрендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Исмәғил ауылында[1] тыуған.

1925 йылдан Вәлиулла Мортазин-Иманский ойошторған һәм етәкләгән Башҡорт күсмә театрының (Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының ул осорҙағы составында) ҡурайсыһы булып эшләй.

1929 йылда Хәйбулла районында «Һарыкүл» колхозын ойоштора һәм артабан уға етәкселек итә.

1940 йылда, халыҡ дошманы тип иғлан ителгән Зәки Вәлиди менән бәйләнештә булғаны өсөн нахаҡҡа ғәйепләнеп, ҡулға алына. Омск ҡалаһында төрмәлә ултыра.

1942 йылда Бөйөк Ватан һуғышына ебәрелә. Курск-Орёл йүнәлешендәге алыштарҙа ҡатнаша. 1943 йылда Воронеж ҡалаһы янында батырҙарса һәләк була.

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Хәйбулла районында Йомабай Иҫәнбаев музейы эшләй[2].
  • Йомабай Иҫәнбаев исемендәге ҡурайсылар бәйгеһе ойошторола

Wikibooks-logo-ba.svg Викидәреслектә

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостандың Хәйбулла районы Үрге Смаҡ ауылы
  2. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 24 июнь (рус.) (Тикшерелгән 24 июнь 2016)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]