Иҫәнбай (Илеш районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫәнбай
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Иҫәнбай ауыл Советы (Илеш районы)[1]
Административ-территориаль берәмек Иҫәнбай ауыл Советы (Илеш районы)
Халыҡ һаны 523 кеше (2010)[2]
Почта индексы 452276
Карта

Иҫәнбай (рус. Исанбаево) — Башҡортостандың Илеш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 523 кеше[3]. Почта индексы — 452276, ОКАТО коды — 80230832001.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫәнбай ауылы Миңеште йылғаһы (Ағиҙел йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан, 10-сы кантон 7-се йорто Айыу түбәһе составында торған. Ауылға нигеҙ һалыусы башҡорт Иҫәнбай Йәнурыҫов (1712 йылда). Ҡырғыҙ улусы башҡорттарының 1749 йылда Бай һәм Йоталы йылғалары буйлап яһаҡ татарҙарын үҙ биләмәләренә индереү тураһындағы килешеү документтарында Иҫәнбай ауылы һәм унда йәшәүсе Иҫәнбай Йәнурыҫов күрһәтелгән. Уның улы Мәсәғүт 1726—1887 йылдарҙа йәшәгән. Мәсәғүттең улы Әбделмәжит, уның улы Ғәбделвәхит, уның улдары — Әбдрафиҡ һәм Шаһиәхмәт. Мәсәғүттең икенсе улының исеме — Хәлит, уның улдары — Әбделлатиф, Абдулла. Мәсәғүттең өсөнсө улы — Мөхәммәтрәхим, уның улы — Әбдрәхим[4].

1795 йылда ауылда — 14 йорт 105 кеше, 1816 йылда — 17 йорт, 150 кеше, 1834 йылда — 27 йорт, 277 кеше, 1858 йылда — 40 йорт, 437 кеше, 1870 йылда — 65 йорт, 489 кеше, 1920 йылда 220 йортта 1378 кеше йәшәгән[4]. 1870 йылда ауылдың этник составы яңылыш күрһәтелгән, ауылда бер мишәр булмауына ҡарамаҫтан, бөтә башҡорттар мишәр тип күрһәтелгән[4].

Х ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылда 221 ир-егет теркәлгән, шул иҫәптән 160 йорт хужаһы. 1896 йылда ауыл йыйылышында әлеге йорт хужаларынан 110 кеше ҡатнашҡан. Йылылыш документында төрки телендә 13 башҡорт (10 проц.) ҡул ҡуйған, ҡалғандары — үҙ тамғаларын[4].

1843 йылда 277 кешенең һәр береһе икешәр бот иген сәскән (бөтәһе 540 бот). Ауылда мәсет, уның ҡарамағында — училище һәм Миңлеште йылғаһында тирмән теркәлгән[4].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1245 578 667 46,4 53,6
1959 йыл 15 ғинуар 907 370 537 40,8 59,2
1970 йыл 15 ғинуар 920 408 512 44,3 55,7
1979 йыл 17 ғинуар 795 376 419 47,3 52,7
1989 йыл 12 ғинуар 741 362 379 48,9 51,1
2002 йыл 9 октябрь 645 305 340 47,3 52,7
2010 йыл 14 октябрь 523 253 270 48,4 51,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли составы

2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башлыса башҡорттар[5] йәшәй (92 %).

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бәҙретдинов Рәғиб Мәрүәретдин улы (17 август 1945) — БАССР-ҙың Илеш районы «Октябрь» колхозы комбайнеры, Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.
  • Мөҙәрисова (Нуретдинова) Нурия Ғәлихан ҡыҙы (7 ноябрь 1963), спортсы. Ғәмәли‑хәрби күпбәйгеләр (полиатлон) буйынса 1987—1991 йылдарҙа СССР-ҙың, 1992—1995 йылда Рәсәйҙең йыйылма командалары ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1996), Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1999). Күп тапҡыр Европа, СССР, РСФСР һәм Рәсәй чемпионы, шул кимәлдәге ярыштарҙың көмөш һәм бронза призёры.
  • Бәкерова Светлана Фәрит ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһы Финанстар министрлығы министры урынбаҫары, ҡаҙнасылыҡ идаралығы начальнигы.
  • Хәсәнов Камил Риф улы (19 ноябрь 1960) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БАССР-ҙың Илеш сәнғәт мәктәбе директоры, Республика йәштәре мәҙәниәт үҙәге художество етәксеһе, тынлы оркестры дирижеры.
  • Яхин Фәйзелғаян Фәтҡулбаян улы — Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966), БАССР-ҙың Илеш районы «Октябрь» колхозы рәйесе.
  • Шәмсиев Рим Фәтих улы (1927—26.09.1999) — табип, РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1967). 1949 йылдан хәҙерге Краснокама районы Николо-Берёзовка ауыл дауаханаһы хирургы, 1950 йылдан — мөдире; 1966 йылдан Кушнаренко районы дауаханалары табибы, 1973—1991 йылдарҙа Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһы невропатологы, психиатры һәм наркологы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]