Иҫәп (мәғәнәләр)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Иҫәп һүҙе ошо мәғәнәләрҙә ҡулланыла:

  • Иҫәп - ниҙеңдер берәмекләп билдәләнгән һаны, хисабы, миҡдары - халыҡ иҫәбен алыу
  • Иҫәп - уйында, ярышта яҡтарҙың һөҙөмтәһен күрһәткән һан - "Салауат Юлаев" командаһы 5:0 иҫәбе менән еңде
  • Иҫәп - эшләнгән эш өсөн түләнгән хаҡ.
  • Иҫәп - эшләнгән эш өсөн яуап тотоу
  • Иҫәп - ниҙер эшләргә ниәт тотоу - иртәгә ҡайтып етергә иҫәп тотоу
  • Иҫәп - ниндәйҙер кешеләр төркөмөндә бер дәрәжәлә йөрөү йәки йөрөмәү - алдынғылар иҫәбендә йөрөү; иҫәпкә бар, һанға юҡ
  • Иҫәп - кемдеңдер йәки ойошманың банкта ятҡан аҡсаһы
  • Иҫәп -күләмде билдәләү - малды иҫәпкә алыу

Күсмә мәғәнәлә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ҡара иҫәп - күңелдән һанау
  • Иҫәбе юҡ - һанһыҙ, бик күп

Фольклорҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ике иҫәп - бер хисап - күпме һанаһаң да бер килеш ҡала
  • Иҫәпкә бар, һанға юҡ - булдыҡһыҙ, эшлекһеҙ кеше
  • Иҫәпкә һан - исем өсөн
  • Иҫәпте өҙөү - мөнәсәбәттәрҙе бөтөрөү
  • Иҫәпленең ҡуйы теүәл

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 409-сы бит