Эстәлеккә күсергә

Йоһанн Себастьян Бах

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(И. C. Бах битенән йүнәлтелде)
Иоганн Себастьян Бах
Johann Sebastian Bach
Төп мәғлүмәт
Тыуған

31 март 1685({{padleft:1685|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})

Тыуған урыны

Эйзенах, Саксен-Эйзенах

Үлгән

28 июль 1750({{padleft:1750|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (65 йәш)

Үлгән урыны

Лейпциг, Саксония

Ил

Изге Рим империяһы Изге Рим империяһы

Һөнәрҙәре

композитор, ьашҡарыусы, музыкаль педагог

Әүҙем йылдары

1710—1750

Инструменттар

орга́н, клавесин, скрипка

Жанрҙар

музыка барокко

Автограф
Автограф
 Аудио, фото, видео Викимилектә
Викикатпхана логотибы Әҫәрҙәр в Викитеке

Йо́һанн Себа́стьян Бах (нем. Johann Sebastian Bach; 31 март 1685 йыл28 июль 1750 йыл) — XVII быуаттағы барокко дәүеренең бөйөк немец (әлмән) композиторы. Орган һәм оркестр өсөн тәғәйенләнгән, шулай уҡ вокал һәм башҡа 1000-гә яҡын музыкаль әҫәр авторы. Донъяның иң күренекле композиторҙарының береһе. Уның ижадында операнан башҡа бөтә жанр музыкаль әҫәрҙәр бар. Бах — шулай уҡ педагогика буйынса бер нисә ғилми хеҙмәт авторы.

Йо́һанн Себа́стьян Бах 1685 йылдың 31 мартында Айзенах ҡалаһында (Саксен-Айзенах, Изге Рим Империяһы) музыканттар Иоганн Амброзиус Бах һәм Элизабет Леммерхирт ғаиләһендә һигеҙенсе бала булып тыуған. Бахтар XVI быуат башынан уҡ киң билдәле музыканттар була, күптәре был һөнәргә бар ғүмерен арнай.

Йо́һанн Себа́стьянға туғыҙ йәш тулғанда уның әсәһе, ә тағы бер йылдан атаһы вафат була. Органсы булып эшләгән оло ағаһы Иоганн Кристоф малайҙы үҙ тәрбиәһенә ала. Иоганн гимназияла уҡый башлай, ағаһы уны органда һәм башҡа клавишалы музыка ҡоралдарында уйнара өйрәтә. Музыка сәнғәтенә тәбиғәттән бирелгән һөйөү нигеҙендә ул был шөғөлде ныҡлап үҙ итә һәм төрлө ҡоралдарҙа яңынан-яңы әҫәрҙәр өйрәнеү менән бик теләп шөғөлләнә. 1707 йылда ике туған һеңлеһе Мария Барбараға өйләнә. Уларҙың ете балаһы була, тик Бахтың тәүге ҡатыны йәшләй вафат була ( 1720). Бах Ангальт-Кеттен герцогы һарайы йырсыһы Анна Магдалена Вилькеға өйләнә, улар ун өс балаға ғүмер бирә.

1723-1750 йылдарҙа Лейпцигта йәшәй . Изге Фома ( die Thomanerkirche) сиркәүендә кантор һәм музыка уҡытыусыһы булып хеҙмәт итә, аҙна һайын Изге Фома һәм Изге НИколай сиркәүҙәрендә концерттар бирергә тейеш була. 1740-сы йылдар аҙағында Бах һуҡырая башлай, ғүмеренең аҙағында бөтөнләй күрмәй. 1750 йылдың 28 майында Лейпциг ҡалаһында вафат булған.

Арнштадт һәм Мюльхаузен (1703—1708)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1703 года йылдың ғинуарында, уҡыуҙы тамамлағадан һуң, ул Веймар герцогы Йоһанн Эрнст янында һарай яны музыканты вазифаһын ала. Уның бурысына нимә ингәне аныҡ билдәле түгел, әммә был вазифа дөрөҫөрәге, композитор эше менән бәйле булмай. Веймарҙа ете ай хеҙмәт иткән сосронда уның тураһында башҡарыусы булараҡ даны тарала. Бах Веймарҙан 180 км алыҫлыҡта урынлашҡан Арнштадтағы Изге Бонифаций сиркәүенә орган ҡараусы вазифаһына саҡырыла. Был боронғо немец ҡалаһы менән Бахтар ғаиләһенең элекке бәйләнештәре була.

1703 йылдың авгусында Бах Арнштадта Изге Бонифаций сиркәүенең органсы урынын биләй. Уға аҙнаның өс көнөндә эшләргә тура килә, ә эш хаҡы етерлек юғары була. Бынан тыш, ҡорал яҡшы торошта һәм яңы система менән көйләнгән, был композиторҙың һәм башҡарыуысының мөмкинлектәрен киңәйтә. Был осорҙа Бах күп орган әҫәрҙәре ижад итә.

Ғаилә бәйләнештәре һәм музыка менән мауыҡҡан эш биреүсеһе Йоһанн Себастьян менән властарҙың араһындағы бер нисә йылдан һуң барлыҡҡа килгән көсөргәнешкә юл ҡуя алмайҙар. Бах хорҙағы йырсыларҙың әҙерлек кимәле менән ҡәнәғәт булмай. Бынан тыш, 17051706 йыларҙа Бах үҙ ирке менән бер нисә айға Любекҡа китә, унда Букстехуде уйыны менән таныша, был властарҙың ҡәнәғәтһеҙлеген тыуҙыра[1]. Бахтың беренсе биографы Форкель Йоһанн Себастьяндың күренекле композиторҙы тыңлау өсөн 50 саҡрым йәйәү атлауы тураһында яҙа[2], әммә әлеге көндә тикшеренеүселәр был фактты шик аҫтына ҡуя[3].

Етмәһә начальство Бахты хор менән идара итә белмәүҙә ғәйепләй[4].

1706 йылда Бах эш урынын алмаштырырға ҡарар итә. Уға илдең төньяҡтағы ҙур ҡалаһы Мюльхаузендағы Изге Власий сиркәүендә органсының отошло һәм юғары вазифаһын тәҡдим итәләр. Киләһе йылда Бах был тәҡдимде ҡабул итә[5]. Уның эш хаҡы элеккеһенә ҡарағанда сағыштырмаса юғары, ә йырсыларҙың кимәле яҡшыраҡ була.

Дүрт айҙан һуң, 1707 йылдың 17 октябрендә Йоһанн Себастьян Арнштадтан ике туған һеңлеһе Мария Барбараға өйләнә[6]. Һуңынан уларҙың ете балаһы тыуа, уларҙың өсәүһе бала саҡта вафат була. Ике иҫән ҡалғаны - Вильгельм Фридеман һәм Карл Филипп Эммануил — һуңғараҡ билдәле композитор булып китә. Мюльхаузендың ҡала һәм сиркәү властары яңы хеҙмәткәр менән ҡәнәғәт була. Улар бер ни уйһыҙ сиркәү органын күп сығымдар талап иткән реставрация планын хуплайҙар[7], ә яңы консулдың таж кейҙереү тантанаһына яҙылған «Господь — мой царь» байрам кантатаһын нәшер итеүе өсөн (был Бах тере сағында баҫылып сыҡҡан берҙән-бер кантата), уға ҙур хаҡ түләйҙәр.

Бах йортонда йоҡо бүлмәһе

Мюльхаузенда бер йыл тирәһе эшләп, Бах тағы эш урынын алмаштыра[8], был юлы Веймарҙа һарай яны органсыһы һәм концерттар ойоштороусыһы -элекке вазифаһына ҡарағанда күпкә юғары урын ала. Күрәһең, эш урынын алмаштырыуға юғары эш хаҡы һәм профессиональ музыканттарҙың яҡшы һайланған составы сәбәп була. Бах ғаиләһе герцог һарайынан биш минут барырлыҡ юлда урынлаша. Киләһе йылда ғаиләлә беренсе бала тыуа. Был ваҡытта Бахтарға Мария Барбараның кейәүгә сыҡмаған өлкән апаһы килә, ул уларға үҙенең 1704 йылдағы вафатына тиклем йорт хужалығын алып барыуға ярҙам итә. Веймарҙа Бахтың улдары Вильгельм Фридеман һәм Карл Филипп Эммануил тыуа. 1704 йылда Бах скрипкасы фон Вестхоф менән таныша, ул Бахтың эшмәкәрлегенә ҙур йоғонто яһай. Фон Вестхофтың әҫәрҙәре Бахты сонаталар һәм соло скрипка өсөн партиттар ижад итеүгә илһамландыра[9].

Веймарҙа клавишалы һәм оркестр әҫәрҙәрен ижад итеүенең оҙайлы осоро башлана, был өлкәлә Бахтың таланты ҙур үҫеш ала. Италия композиторҙары Вивальди һәм Корелли Бахты драма бүлектәрен яҙырға өйрәтә, Бах уларҙың киҫкен ритмдар сәнғәтен һәм ҡыйыу гармония схемаларын файҙалана. Бах орган һәм клавесин өсөн Вивальди концерттарының һалыуҙарын булдырып, итальян композиторҙарының эшен яҡшы өйрәнә.

Веймарҙа Бахтың орган әҫәрҙәрен ижад итеү һәм уйнау, шулай уҡ герцог оркестрының хеҙмәттәре менән файҙаланыу мөмкинлеге була. Веймарҙа хеҙмәт иткән ваҡытында Бах «Органная книжечка» — орган хоралы инеше йыйынтығы өҫтөндә эш башлай, күрәһең, Вильгельм Фридеманды уҡытыу өсөн. Был йыйынтыҡ лютеран хоралдарының эшкәртеүҙәренән тора.

Веймарҙа хеҙмәт итеүенең аҙағына Бах инде киң билдәле органсы һәм клавесин оҫтаһы була. Был ваҡытҡа Маошан менән булған ваҡиға ҡарай. 1717 йылда Дрезденға билдәле француз музыканты Луи Маршан килә. Дрезден концертмейстер Волюмье Бахты саҡырырға һәм ике күренекле клавесинсылар араһында музыка ярышы ойошторорға ҡарар итә, Бах һәм Маршан ризалаша. Әммә ярыш көнөндә Маршан ҡабалан һәм йәшерен ҡаланы ҡалдыра (уға, күрәһең, ярыш алдынан Бахтың уйынын тыңларға насип була); ярыш булмай, һәм Бахҡа яңғыҙына уйнарға тура килә[2].

Кётенда һарай һәм баҡсалар, Маттеус Мериандың «Topographia» китабынан гравюра, 1650 йыл
Соната для скрипки соль минор (BWV 1001), Бах ҡулъяҙмаһы

Күпмелер ваҡыт үткәс Бах тағы оҡшаш эш эҙләп сығып китә. Элекке хужаһы уны ебәрергә теләмәй, ә 1717 йылдың 6 ноябрендә хатта отставка тураһында даими үтенесе өсөн ҡулға ала, ә 2 декабрҙә иреккә ебәрә [10].

1717 йыл аҙағында кенәз Ангальт-Кётенский Леопольд Бахты капельмейстер вазифаһына тәғәйенләй. Кенәз үҙе музыкант булараҡ, Бахтың талантын баһалай, уға яҡшы түләй һәм эш итеү ирке бирә. Әммә кенәз кальвинист була һәм ғибәҙәттәрҙә нескә зауыҡлы музыка ҡулланыуҙы хупламай, шуға күрә Бахтың Кётендағы күп эштәре донъяуи була[11].

Башҡаларҙан тыш, Кётенда Бах оркестр өсөн сюиталар, соло виолончель өсөн алты сюита, клавир өсөн Инглиз һәм Француз сюиталары, шулай уҡ өс соната һәм соло скрипка өсөн өс партита яҙа. Шулай уҡ был осорҙа клавир өсөн «Хорошо темперированный клавир» һәм «Бранденбургские концерты» әҫәрҙәрен яҙа.

1720 йылдың 7 июлендә Бах кенәз менән сит илдә булғанда, ҡапыл 35 йәшендә, дүрт бәләкәй балаһын ҡалдырып, ҡатыны Мария Барбара үлеп китә. Уны ерләгәндәрен Бах Кётенға ҡайтҡас ҡына белә. Ҡатынының үлеме менән бәйле хис-тойғоларын Бах музыка формаһында соло скрипкаһы өсөн партита де минорҙан чаконала сағылдыра, был иң билдәле әҫәре була.

Киләһе 1721 йылда егерме йәшлек йәш һәләтле йырсы (сопрано) Анна Магдалена Вильке менән таныша, ул герцог һарайында йырлаған була. Улар 1721 йылдың 3 декабрендә өйләнешәләр [12], һәм артабан уларҙың 13 балаһы тыуа (уларҙың етеһе бала саҡта үлә).

1723 йылда Лейпцигта Изге Фома сиркәүендә уның «Страсти по Иоанну» әҫәре башҡарыла, һәм 1 июндә Бах Изге Фома хорының кантор вазифаһын ала, шулай уҡ Иоһанн Кунауҙы алмаштырып, бер үк ваҡытта уҡытыусы хеҙмәтен дә башҡара[13]. Бахтың бурысына йыр уҡытыу һәм Лейпцигтың Изге Фома һәм Изге Николай сиркәүҙәрендә аҙна һайын концерт үткәреү инә. Йоһанн Себастьян вазифаһына шулай уҡ латин уҡытыу ҙа инә, әммә уға ярҙамсы ялларға мөмкинлек бирелә, шуға күрә латинды уҡытыу менән йылына 50 талерға Пецольд шөғөлләнә. Бах ҡаланың бөтә сиркәүҙәрендәге «музыка етәксеһе» вазифаһына эйә була: уның бурысына башҡарыусылар һайлау, уларҙың уҡыуын күҙәтеү һәм башҡарыу өсөн музыка һайлау инә. Лейпцигта эшләгән ваҡытында композитор ҡала хакимиәте менән бер нисә тапҡыр конфликтҡа инә[14][15].

Лейпцигтағы тәүге алты йыл нәтижәле була: Бах кантаталарҙың 5 йыллыҡ циклын годовых циклов кантат (уларҙың икеһе юғалған) яҙа. Әҫәрҙәренең күбеһе инжил тексына яҙылған, улар лютеран сиркәүендә йыл дауамында һәр йәкшәмбе һәм байрам һайын уҡыла; күбеһе (такие как «Wachet auf! Ruft uns die Stimme» йәки «Nun komm, der Heiden Heiland») лютеран хоралдарына нигеҙләнгән.

Башҡарыу ваҡытында Бах, ахырыһы, клавесин артында ултырған йәки орган янында аҫҡы галереяла хор алдында тора; органдан уң яҡта ҡабырға галереяла тынлы ҡоралдар һәм литавралар, һул яҡта ҡыллы ҡоралдар урынлаша. Ҡала советы Бахтың ҡарамағына тик 8 башҡарыусыны бирә, һәм был йыш ҡына композитлр менән хакимиәт араһындағы бәхәстәр сәбәбе була: Бахҡа үҙенә оркестр әҫәрҙәрен башҡарыу өсөн 20 музыкантҡа тиклем ялларға тура килә. Органда йәки клавесинда ғәҙәттә композитор үҙе уйнай; әгәр ул хор менән етәкселек итһә, был урынды штатлы органсы йәки Бахтың өлкән улдарының береһе биләй.

Сопрано һәм альттарҙы Бах уҡыусы малайҙар араһынан үҙе һайлай, а тенорҙарҙы һәм бастарҙы — мәктәптән генә түгел, шулай уҡ бөтә Лейпцигтан йыя. Ҡала советы түләгән даими концерттарҙан тыш, Бах үҙенең хоры менән туйҙарҙа һәм ерләүҙәрҙә аҡса эшләй. Яҡынса был маҡсаттар буйынса кәмендә 6 мотет яҙа. Сиркәүҙә ғәҙәттәге эшенең өлөшө булып Венеция мәктәбе композиторҙарының, шулай уҡ ҡайһы бер немецтарҙың, мәҫәлән, Шотцтың мотеттарын башҡарыу тора; үҙенең мотеттарын иэжадиткәндә Бах был композиторҙарҙың әҫәрҙәренә юҫыҡлана.

1720 йылдарҙа Бах кантаталарының күп өлөшөн ижад итеп, Лейпцигтың төп сиркәүҙәрендә башҡарыу өсөн киң репертуарын йыя. Ваҡыт үтеү менән уның донъяуи музыка ижад итеп башҡарғыһы килә. 1729 йылдың мартында Йоһанн Себастьян 1701 йылдан эшләп килгән музыка коллегияһының — донъяуи ансамблдең етәксеһе була, уны Бахтың элекке дуҫы Георг Филипп Телеман ойошторған була[16]. Шул ваҡытҡа күп эре немец ҡалаларында университеттарҙың һәләтле һәм әүҙем студенттары шундай ансамблдәрҙе ойоштора. Ундай берләшмәләр ижтимағи музыка тормошонда ҙур роль уйнай; уларҙы йыш ҡына билдәле профессиональ музыканттар етәкләй. Бөтә йыл дауамында тиерлек музыка коллегияһы аҙнаһына ике тапҡыр Циммерман ҡәһеүәханаһында ике сәғәтлек концерт ойоштора. Ҡәһеүәхана хужаһы музыканттарға ҙур зал бирә һәм бер нисә ҡорал һатып ала. Бахтың 1730—1750 йылдарға ҡараған донъяуи әҫәрҙәренең күбеһе тап Циммерман ҡәһеүәханаһында башҡарыу өсөн ижад ителгән. Шундай әҫәрҙәр иҫәбенә «Кофейная кантата» һәм йыйынтыҡтарҙан клавир пьесалары «Clavier-Übung», шулай уҡ виолончель һәм клавесин өсөн күп концерттар инә.

Ошо осорҙа Бах Kyrie өлөшөн һәм Gloria месса си минор өлөшөн ижад итә. Тиҙҙән Бах һарай яны композиторы вазифаһына ирешә; күрәһең был юғары урынға ул оҙаҡ тырыша, был уның ҡала властары менән бәхәстәренең нигеҙле дәлиле була. Мессаһы тулыһынса композитор тере сағында башҡарылмаһа ла, әлеге көндә уны бөтә ваҡыттарҙың иң яҡшы хор әҫәре тип иҫәпләйҙәр.

«Музыкальное приношение» әҫәренән алты тауышлы фуганың башы, Бах автографы

Башҡа ҙур «Искусство фуги» циклын Бах тамамламай. Тере сағында бер тапҡыр ҙа нәшер ителмәй. Был циклда Бах полифоник әҫәрҙәрен яҙыу буйынса бай тәжрибәһен ҡулланған. Уның вафатынан һуң циклды улдары баҫтырып сығара.[17][18].

Ваҡыт үтеү менән Бахтың күреү һәләте насарая. Шулай ҙа ул музыка ижад итеүен дауам итә, уны үҙенең кейәүе Альтниккольға әйтеп яҙҙыра. 1750 йылда Лейпцигҡа күп хәҙерге тикшеренеүселәр алдаҡсы тип иҫәпләгән инглиз офтальмологы Джон Тейлор килә. Тейлор Бахҡа ике тапҡыр операция яһай, әммә ике операция ла уңышһыҙ була[19], Бах һуҡыр ҡала. 18 июлдә уның ҡапыл оҙаҡҡа түгел күҙе асыла, әммә инде кисен уның мейеһенә ҡан һауа. Бах 28 июлдә вафат була; үлеменең сәбәбе булып, күрәһең, операциянан һуң өҙлөгөү тора. Унан һуң ҡалған мөлкәт 1000 талер баһалана һәм 5 клавесинды, 2 лютня клавесинын, 3 скрипка, 3 альт, 2 виолончель, виола да гамба, лютня һәм спинет, шулай уҡ 52 изге китап иҫәпләнә[20].

Йоһанн Себастьян Бахтың Лейпцигта Изге Фома сиркәүендә ҡәбере, Германи 2011 йылдың 9 авгусы.

Ғүмере дауамында Бах 1000-дән ашыу әҫәр ижад итә. Лейпцигта Бах университет профессорҙары менән дуҫтарса мөнәсәбәттә була. Бигерәк тә шағир Кристиан Фридрих Хенрици менән хҙмәттәшлеге емешле була. Йоһанн Себастьян һәм Анна Магдалена йыш ҡына йорттарында бөтә Германиянан ғаиләләре менән дуҫтарын, музыканттарҙы ҡабул итә. Дрездендан, Берлиндан йыш ҡына һарай яны музыканттары, шул иҫәптән Телеман (Карл Филипп Эммануилдың исем атаһы) ҡунаҡҡа килә. Георг Фридрих Гендель, Галленан Бахтың тиҫтере, Бах уның менән ике тапҡыр 1719 һәм 1729 йылда осрашырға теләһә лә уның бер ваҡытта ла осрашмаған булған [21]. Был ике композиторҙың яҙмышын Джон Тейлор бәйләй, ул икеһенә лә вафаттары алдынан операция яһай.

Композиторҙы Лейпцигта үҙе 27 йыл хеҙмәт иткән Изге Иоанн сиркәүе янындағы иҫке ҡала зыяратында ерләйҙәр. Әммә тиҙҙән ҡәбер юғала, һәм тик 1894 йылда Бахтың кәүҙәһе сиркәүҙе ҙурайтыу буйынса төҙөлөш эштәре ваҡытында осраҡлы табыла, 1900 йылда ҡабаттан ерләнә. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында сиркәү емерелгәндән һуң кәүҙәһе Изге Фома сиркәүенә күсерелә[22]. 1950 йыл Бах йылы тип иғлан ителгәндән һуң, ул ерләнгән урында бронзанан ҡәбер таҡтаһы ҡуйыла[23].

Бах шул ваҡытҡа билдәле булған жанрҙарҙа меңдән ашыу музыка әҫәрҙәре ижад итә. Бах тик опера жанрында ғына эшләмәй.

Бөгөн уның һәр билдәле әҫәренә BWV (ҡыҫҡаса Bach Werke Verzeichnis — Бах эштәренең каталогы) тамға ҡуйылған. Бах дини, шулай уҡ донъяуи музыка ҡоралдарына музыка яҙа. Бахтың ҡайһы бер әҫәрҙәре башҡа композиторҙарҙың әҫәрҙәренең эшкәртеүҙәре, ә ҡайһы берҙәре үҙенең әҫәрҙәренең эшкәртелгән версиялары булып тора.

Орган музыкаһы Германияла Бахтан алдағы Пахельбель, Бём, Букстехуде һәм башҡа композиторҙар арҡаһында Бах ваҡытына үҙенең элекке йолаларына эйә була. Был композиторҙар Бахҡа үҙенсә йоғонто яһай, күптәре менән Бах шәхсән таныш була.

Бах башлыса беренсе класлы органсы, уҡытыусы һәм орган музыкаһын ижад итеүсе булараҡ билдәле була. Ул ирекле жанрҙарҙа ла, шулай уҡ ҡәтғи формаларҙа ла эшләй. Орган өсөн үҙенең әҫәрҙәрендә Бах төрлө музыка стилдәренең һыҙаттарын оҫта берләштерә. Композиторға Төньяҡ Германия композиторҙары Георг Бем һәм Дитрих Букстехуденың, шулай уҡ Көньяҡ Германия композиторҙарының музыкаһы йоғонто яһай. Бынан тыш, Бах француз һәм итальян композиторҙарының техникаһын аңлау өсөн әҫәрҙәренең күсермәһен ала; һуңыраҡ ул орган өсөн Вивальдиҙың бер нисә скрипка концертын орган өсөн һала. Орган музыкаһы өсөн иң емешле 1708— 1714 йылдарҙағы музыка осоронда Йоһанн Себастьян күп һанлы прелюдиялар, токката һәм фугалар ғына түгел, шулай уҡ «Органную книжечка» («Orgelbüchlein») — 46 прелюдиянан торған йыйынтыҡ яҙа. Веймарҙан киткәндән һуң Бах орган өсөн әҙерәк яҙа башлай; шулай ҙа Веймарҙан һуң күп билдәле әҫәрҙәре, шул иҫәптән алты трио-соната, «Clavier-Übung» йыйынтығының өсөнсө өлөшө һәм 18 Лейпциг хоралын яҙа. Ғүмере буйына Бах орган өсөн генә музыка яҙмай, шулай уҡ ҡоралдар төҙөүҙә кәңәштәр биреү менән шөғөлләнә, яңы органдарҙы тикшерә һәм уларҙың көйләнеше үҙенсәлектәрен яҡшы белә.

Бах шулай уҡ клавесин өсөн күп әҫәрҙәр ижад итә. Уларҙың күбеһе энциклопедик йыйынтыҡтар тәшкил итә. Иң билдәлеләре:

  • 1722 һәм 1744 йылдарҙа яҙылған ике томлыҡ «Хорошо темперированный клавир» йыйынтығы, һәр томда 24-шәр прелюдия һәм фуга бар.
  • 15 ике тауышлы һәм 15 өс тауышлы инвенциялар — ҙур булмаған әҫәрҙәр. Улар әлеге көнгә тиклем клавишалы ҡоралдарҙа уйнауға өйрәтеү өсөн тәғәйенләнгән.
  • Инглиз сюиталары һәм француз сюиталары. Һәр йыйынтыҡ 6-шар сюитанан тора.
  • «Clavier-Übung» йыйынтығының беренсе һәм икенсе өлөштәре. Беренсе өлөшөнә (1731) алты партита, икенсеһенә (1735) — француз стилендә увертюра (BWV 831) һәм Итальян концерты (BWV 971) инә.
  • Гольдберг-вариациялары (1741 йылда «Clavier-Übung» дүртенсе өлөшө кеүек баҫылып сыға) — 30 вариация менән көй. Цикл ҡатмарлы һәм ғәҙәти булмаған төҙөлөшкә эйә.

Оркестр һәм камера музыкаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бах айырым ҡоралдарға ла. шулай уҡ ансамблдәр өсөн дә музыка яҙа. Уның соло ҡоралдары өсөн әҫәрҙәре — соло скрипка өсөн 3 соната һәм 3 партита, BWV 1001—1006, виолончель өсөн 6 сюита, BWV 1007—1012, һәм соло флейта өсөн партита, BWV 1013. Бынан тыш, Бах соло лютня өсөн бер нисә әҫәр ижад итә. Шулай уҡ соло флейта һәм виола да гамба өсөн трио-сонаталар, сонаталар, күп һанлы канондар ижад итә. Шундай әҫәрҙәрҙең әһәмиәтле миҫалы булып «Искусство фуги» һәм «Музыкальное приношение» циклдары тора.

Бах оркестр өсөн күп әҫәрҙәр яҙа. Иң билдәлеләренең береһе «Бранденбургские концерты». Бах уны 1721 йылда маркграф Христиан Людвиг Бранденбург-Шведтскийға ебәреп уның һарайы янында эш алырға өмөт итә, әммә был маташыу һөҙөмтәһеҙ була. Был алты концерт кончерто гроссо жанрында яҙыла. Бах оркестр шедеврына ике скрпика концерты (BWV 1041 и 1042), 2 ре минор BWV 1043 скрипкаһы өсөн концерт, һәм basso continuo) BWV 1044 һәм клавирҙар һәм камера оркестры өсөн концерттар яҙа. Беҙҙең ваҡытта оркестр менән был концерттар йыш ҡына фортепианола башҡарыла, шуға күрә уларҙы Бахтың «фортепианолы» концерттары тип атайҙар, әммә Бах ваҡытында фортепианоның булмауын оноторға ярамай. Концерттарҙан тыш, Бах дүрт оркестр сюитаһын ижад итә (BWV 1066—1069), уларҙың айырым өлөштәре әлеге көндә популяр, бигерәк тә Икенсе сюитаның һуңғы өлөшө («Шутка») һәм Өсөнсө сюитаның II өлөшө («Ария»).

[[Файл:Deutsche Bundespost - Bedeutende Deutsche - Johann Sebastian Bach - 20 Pfennig.jpg|thumb|upright|И.С. Бахҡа арналған ФРГ-ның почта маркаһы

  • Кантататалары. Ғүмеренең оҙаҡ ваҡытында Бах һәр йәкшәмбе Изге Фома сиркәүендә кантаталар башҡарыу менән етәкселек итә, кантаталарҙың темалары лютеран сиркәүе календарына ярашлы һайлана. Бах башҡа композиторҙарҙың да кантаталарын башҡарһа ла, Лейпцигта кәмендә тигәндә өс тулы йыллыҡ кантаталар циклы ижад итә, йылдың һәр йәкшәмбеһенә һәм һәр сиркәү байрамына берәр кантата тура килә. Бынан тыш, ул Веймарҙа һәм Мюльхаузенда күпмелер һанда кантаталар ижад итә. Бах тарафынан бөтәһе дини темаға 300-ҙән ашыу кантата яҙыла, уларҙың 200-ә яҡыны беҙҙең көндәргә килеп етә. Бахтың кантаталары формаһы һәм инструментовка буйынса ныҡ айырыла. Ҡайһы берҙәре уларҙың бер тауыш өсөн, ҡайһылары хор өсөн яҙылған. Популяр сиркәү кантаталары араһында «Christ lag in Todesbanden» (BWV 4), «Ein’ feste Burg» (BWV 80), «Wachet auf, ruft uns die Stimme» (BWV 140) һәм «Herz und Mund und Tat und Leben» (BWV 147) бар. Бынан тыш, Бах күпмелер һанда донъяуи кантаталар ижад итә, мәҫәлән, улар ниндәйҙер ваҡиғаларға, мәҫәлән туйҙарға ярашлы яҙылған. Популяр донъяуи кантаталар араһында — «Кофейная» (BWV 211) һәм «Крестьянская» (BWV 212) бар.
  • Пассиондар. Христостың ғазаптарының инжил темаһына оркестр һәм хор өсөн яҙылған, Изге Фома һәм Изге НИколай сиркәүҙәрендә башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән.
  • Ораториялар һәм магнификат. Иң билдәлеһе Рождественская оратория (1734) — раштыуа ваҡытында башҡарыу өсөн 6 кантатанан торған цикл.
  • Мессалар. Бахтың иң билдәле мессаһы — месса си минор (1749 йылда тамамлана). Был мессаға эшкәртелгән тәүге әҫәрҙәре инә. Месса тулыһынса Бах тере сағында башҡарылмай — тәүге тапҡыр был тик XIX быуатта була.

Бахтың башҡа вокаль әҫәрҙәренә бер нисә мотет, 180-гә яҡын хорал, йыр һәм ариялар инә.

Германияла Бахҡа монументтар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

[[Файл:Johann Sebastian Bach-Denkmal.JPG|thumb|upright|Лейпцигта Изге Фома сиркәүе янында Бахҡа яңы һәйкәл.

  • 1843 йылдың 23 апрелендә Лейпцигта ҡуйылған Бахтың иҫке һәйкәлен Герман Кнаур эшләй.
  • Эйзенахта Frauenplan майҙанында бронза һын, скульпторы Адольф фон Донндорф, 1884 йылдың 28 сентябрендә ҡуйылған. Башта Баҙар майҙанындағы Изге Георгий сиркәүе янында торған; 1938 йылда Frauenplan майҙанына күсерелгән
  • Кётенда Бах майҙанында һәйкәл, 1885 йылдың 21 мартында ҡуйылған. Скульпторы — Генрих Польман
  • Карл Зеффнер эшләгән бронза һын Лейпцигта Изге Фома сиркәүенең көньяҡ яғында — 1908 йылдың 17 майы
  • Регенсбург эргәһендә Фриц Бен эшләгән бюст, 1916 йыл.
  • Эйзенахта Пауль Бирр эшләгән һын Изге Георгий сиркәүенә инеү урынында 1939 йылдың 6 апрелендә ҡуйылған.
  • Веймарҙа ахитектор Бруно Эйерман эшләгән һәйкәл, тәүге тапҡыр 1950 йылда ҡуйылған, һуңынан ике йылға алына һәм яңынан 1995 йылда Демократия майҙанында асыла.
  • Кётенда рельефы (1952 йыл). Скульпторы — Роберт Пропф.
  • Арнштадтта баҙар янындағы һәйкәл, 1985 йылда ҡуйылған. Авторы -Бернд Гёбель
  • Мюльхаузенда Изге Власий сиркәүе алдында Йоһанн Себастьян Бах майҙанындағы ағас стела — 2001 йылдың 17 авгусы.
  • Ансбахта Юрген Гёртц проектлаған һәйкәл, 2003 йылдың июлендә ҡуйыла.



  1. Документы жизни и деятельности И. С. Баха — Протокол допроса Баха (веб-архив)
  2. 2,0 2,1 И. Н. Форкель. О жизни, искусстве и произведениях И. С. Баха. Гл. II.
  3. М. С. Друскин. Иоганн Себастьян Бах. С. 27.
  4. А. Швейцер. Иоганн Себастьян Бах. Гл. 7.
  5. Документы жизни и деятельности И. С. Баха — Запись в деле, Арнштадт, 29 июня 1707 года (веб-архив)
  6. Документы жизни и деятельности И. С. Баха — запись в церковной книге, Дорнхайм (веб-архив)
  7. Документы жизни и деятельности И. С. Баха — Проект реконструкции органа (веб-архив)
  8. Документы жизни и деятельности И. С. Баха. Запись в деле, Мюльхаузен, 26 июня 1708 года (веб-архив)
  9. Ю. В. Келдыш. Музыкальная энциклопедия. Том 1. — Москва: Советская энциклопедия, 1973. — С. 761. — 1070 с.
  10. Документы жизни и деятельности И. С. Баха. Запись в деле, Веймар, 2 декабря 1717 года (веб-архив)
  11. М. С. Друскин. Иоганн Себастьян Бах. С. 51.
  12. Документы жизни и деятельности И. С. Баха — запись в церковной книге, Кётен (веб-архив)
  13. Документы жизни и деятельности И. С. Баха. Протоколы заседания магистрата и прочие документы, связанные с переездом в Лейпциг (веб-архив)
  14. Документы жизни и деятельности И. С. Баха — Письмо И. С. Баха Эрдману (веб-архив)
  15. А. Швейцер. Иоганн Себастьян Бах. Гл. 8.
  16. Документы жизни и деятельности И. С. Баха. Сообщение Л. Мицлера о концертах Collegium Musicum (веб-архив)
  17. Peter Williams. The Organ Music of J. S. Bach, p. 382—386.
  18. Russell Stinson. J. S. Bach’s Great Eighteen Organ Chorales, p. 34—38.
  19. Документы жизни и деятельности И. С. Баха — Квелльмальц об операциях Баха (веб-архив)
  20. Документы жизни и деятельности И. С. Баха. Опись наследства Баха (веб-архив)
  21. А. Швейцер. Иоганн Себастьян Бах. Гл. 9.
  22. City of music — Johann Sebastian Bach, Leipzig Tourist Office(недоступная ссылка)
  23. Лейпцигская церковь Святого Фомы (Томаскирхе) 2012 йыл 12 апрель архивланған.