Эстәлеккә күсергә

Йенни Эрпенбек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йенни Эрпенбек
нем. Jenny Erpenbeck
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Германия
Тыуған көнө 12 март 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[2][3][4][…] (57 йәш)
Тыуған урыны Восточный Берлин[d][5]
Атаһы Йон Эрпенбек
Әсәһе Doris Kilias[d]
Туған тел Немец теле
Яҙма әҫәрҙәр теле Немец теле
Һөнәр төрө театр режиссёры, яҙыусы, режиссёр, романист
Эшмәкәрлек төрө яҙыусы
Уҡыу йорто Берлинская высшая школа музыки имени Эйслера[d][5]
Ойошма ағзаһы Немецкая академия языка и поэзии[d] һәм Академия наук и литературы в Майнце[d][6]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

литературная премия Вальтера Газенклевера[d] (2016)

премия Ганса Фаллады[d] (2014)

премия Жозефа Брейтбаха[d] (2013)

литературная премия Томаса Валентина[d] (2013)

литературная премия Хаймито фон Додерера[d] (2008)

профессор поэзии Бамбергского университета[d] (2013)

Европейская литературная премия[d] (2015)

кавалерский крест ордена «За заслуги перед Федеративной Республикой Германия»

литературная премия Шубарта[d] (2013)

Узедомская литературная премия[d] (2019)

премия «Островной писатель»[d] (2006)

Международная премия Стефана Гейма[d] (2023)

Халыҡ-ара Букер премияһы[d] (2024)

Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d]
 Йенни Эрпенбек Викимилектә

Йенни Эрпенбек (нем. Jenny Erpenbeck; 12 март 1967 йыл) — немец яҙыусыһы һәм режиссёры.

Йенни Эрпенбек — физик, философ һәм яҙыусы Йон Эрпенбектың һәм ғәрәп теленән тәржемәсе Дорис Килиастың ҡыҙы, Берлинда тыуған. Олатаһы — Фриц Эрпенбек, өләсәһе Һедда Циннер. Олатай-өләсәһе 1941 йылдың октябренән 1943 йылға тиклем Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә эвакуацияла булған, атаһы Өфөлә донъяға килгән.

Йенни Эрпенбек мәктәпте Берлинда тамамлай һәм 1985 йылда өлгөргәнлек аттестаты ала. Ике йыл китап төпләүсе, шунан төрлө театрҙарҙа реквизитор һәм гардероб хеҙмәткәре булып эшләп ала.

1988—1990 йылдарҙа Йенни Берлин университетында театр сәнғәтен өйрәнә, шунан Берлин музыка юғары мәктәбендә музыкаль режиссёр һөнәре ала.

1994 йылда күпмелер ваҡыт Грац опера театрында режиссёр ассистенты булып эшләй, 1997 йылда шул уҡ театрҙа үҙ аллы әҫәрҙәр ҡуя.

1998 йылдан Германия һәм Австрия театрҙарында эшләй.

1990-сы йылдарҙа проза һәм драма әҫәрҙәре ижад итә башлай. Әҫәрҙәре донъяның төрлө телдәренә тәржемә ителгән.

Йенни Эрпенбектың улы бар (2002 йылғы).

Йенни Эрпенбек махсус методика буйынса яҙа. Мәҫәлән, тәүге новеллаһын яҙыр өсөн ул 27 йәшендә урта мәктәп уҡыусыһы булып китә. Быны бары мәктәп директоры ғына белә, ә «класташтары» бер ни һиҙмәй. «Ҡарт бала тураһындағы хикәйәт» (Geschichte vom alten Kind) 1999 йылда баҫылып сыға, һәм ул Германияның талантлы яҙыусыларының береһе тип таныла[7].

Уның әҫәрҙәрендә ғаиләһенең оло быуындары кисергәндәр йоғонтоһо ла бар. Львов ҡалаһында йәһүд ғаиләһендә тыуған өләсәһе Һедда Циннерҙың антисемитизм арҡаһында кисергәндәре лә әҫәрҙәрендә үрелеп бара.

«Һуңғы көндәр» тигән романында егерменсе быуат фажиғәләрен бик уникаль рәүештә һүрәтләй ул. Тап шунда яҙыусы ғаиләһенең оло быуын вәкилдәре кисергәндәр киҫәк-киҫәк килеп инә. Төп героиняның хатта Башҡортостанға, Өфөгә килеп сығыуы — ошоға дәлил. Әҫәрҙең төп героиняһының исеме романдың аҙағына тиклем билдәһеҙ ҡала. Героиняның яҙмышын биш сиселешле итеп һүрәтләй ул:

  • Беренсеһендә героиня һигеҙ айлыҡ сабый ғына булып донъянан китә.
  • Икенсеһендә ҡыҙ бала буй еткерә, Беренсе донъя һуғышынан һуң Венала аслыҡ-мохтажлыҡ кисерә һәм ул сәйәсәткә килеп инә, әммә һәләк булып ҡала.
  • Өсөнсөһөндә ул йәш революционер, коммунист. Ул башта Өфөгә килә, шунан Мәскәүгә күсенә һәм немец журналына яҙыша башлай. Мәгәр уны троцкислыҡта ғәйепләп төрмәгә ябалар, лагерҙа үлтерәләр.
  • Дүртенсеһендә ҡыҙ Көнбайыш Германияға күсенгән автор булып китә.
  • Бишенсе сиселештә ҡарттар йортона эләккән ҡарсыҡтың яңғыҙлығы, үҙ быуынына төшкән фажиғәләрҙе кисергән оло кешеләрҙең иғтибарға мохтажлығын һүрәтләй.

Эрпенбектың ижад үҙенсәлеге — ваҡыт төшөнсәһен концепциялар менән бирә белеүендә: уның ҡулында ваҡыт циклдарға бүленә, туҡтап та ҡала, тигеҙһеҙ бара — тиҙлектә лә, йүнәлештәрҙә лә[8]

  • Geschichte vom alten Kind. Verlag Eichborn, Frankfurt am Main 1999, ISBN 3-8218-0784-9
  • Tand. Erzählungen. Verlag Eichborn. Frankfurt am Main 2001, ISBN 3-8218-0696-6
  • Wörterbuch. Verlag Eichborn. Frankfurt am Main 2004, ISBN 3-8218-0742-3
  • Heimsuchung. Verlag Eichborn. Frankfurt am Main 2008, ISBN 978-3-8218-5773-2
  • Dinge, die verschwinden. Galiani. Berlin 2009, ISBN 978-3-86971-004-4
  • Хвали день к вечеру / Aller Tage Abend. Knaus Verlag, München 2012, ISBN 978-3-8135-0369-2
  • Katzen haben sieben Leben. UA: 30. Januar 2000, Vereinigte Bühnen Graz; Frankfurt am Main: Verlag der Autoren
  • Leibesübungen für eine Sünderin. UA: 27. März 2003, Deutsches Theater Berlin; Frankfurt am Main: Verlag der Autoren
  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #123291453 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Jenny Erpenbeck // SNAC (ингл.) — 2010.
  3. Jenny Erpenbeck // https://www.fembio.org/biographie.php/frau/frauendatenbank?fem_id=30077 (нем.)
  4. Jenny Erpenbeck // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  5. 5,0 5,1 Sechs neue Mitglieder in der Akademie der Wissenschaften und der Literatur // Informationsdienst WissenschaftАкадемия наук и литературы в Майнце, 2015.
  6. https://idw-online.de/de/news643627
  7. Йенни Эрпенбек: «Людьми на Западе было намного легче манипулировать»[1]
  8. The Enduring Impermanence of Jenny Erpenbeck [2]
  • Heike Bartel, Elizabeth Boa (Hrsg.): Pushing at Boundaries. Approaches to Contemporary German Women Writers from Karen Duve to Jenny Erpenbeck. Amsterdam 2006, ISBN 978-90-420-2051-1 (englisch).
  • Wiebke Eden: Sich mit Worten auszudrücken, war immer das Nächste. In: Keine Angst vor großen Gefühlen. Fischer-Taschenbuch-Verlag, Frankfurt am Main 2003, ISBN 3-596-15474-x, S. 13-32