Йожеф Этвёш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Йожеф Этвёш
Рәсем
Заты ир-ат[1][2][3]
Гражданлығы Flag of Hungary (1869-1874).svg Венгрия
Тыуған көнө 3 сентябрь 1813({{padleft:1813|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[2][3]
Тыуған урыны Венгрия, Будапешт, Буда[d]
Вафат булыу көнө 2 февраль 1871({{padleft:1871|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[3][4] (57 йәш)
Вафат булған урыны Венгрия, Пешт[d], Пешт[d]
Атаһы Игнац Этвёш[d]
Балалары Лоранд Этвёш[d]
Һөнәр төрө яҙыусы, сәйәсмән
Биләгән вазифаһы Венгрия дәүләт йыйылышы ағзаһы[d], Венгрия мәғариф министры[d] һәм Венгрия мәғариф министры[d]
Ойошма йәки клуб ағзаһы Венрия фәндәр академияһы[d]
Эш урыны Будапешт
Ҡултамға
Commons-logo.svg Йожеф Этвёш Викимилектә

Барон Йожеф Этвёш фон Вашарошнамень (мадьярса  Eötvös von Vásárosnamény József [ˈøtvøʃ]; 13 сентябрь 1813, Буда — 2 февраль 1871, Пешт) — мадьяр яҙыусыһы, Австро-Венгрияның сәйәси эшмәкәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Австро-Венгрияның Буда ҡалаһында барон Игнац Этвёш һәм баронесса Лилиен ғаиләһендә тыуған. Юғары ҡатлам өсөн тәғәйенләнгән сифатлы белем ала, башта нотариус урынбаҫары булып эшләй, ә тиҙҙән атаһы уны сәйәсәт донъяһына алып килә. Күп йылдар Көнбайыш Европала йәшәй, бында әҙәбиәт һәм сәйәсәттәге яңы йүнәлештәр, шулай уҡ романтизмдың алдынғы вәкилдәре менән таныша.

Венгрияға ҡайтҡандан һуң «Төрмәләрҙе реформалау» исемле тәүге сәйәси әҫәрен яҙа. Үткер телмәрҙәре һәм ғалимлығы менән Венгрияның Милли йыйылышында билдәлелек ала. Телмәрҙәренең береһендә (1841 йылда баҫылып сыға) йәһүдтәргә тулы гражданлыҡ хоҡуҡтары биреүҙе яҡлап сығыш яһай.

Артабанғы йылдарҙа Pesti Hírlap милли-либераль гәзите аша үҙенең идеяларын тара. Үҙ ҡараштарын мадьяр әҙәбиәтендә классик әҫәрҙәренең береһе булған «Ауыл нотариусы» (1844—1846) романында, һәм шулай уҡ «Венгрияла Крәҫтиәндәр һуғышы» (1850) тарихи романында һәм «Йәшәһен тиңлек» комедияһында сағылдыра.

1842 йылда Анне Роштины кәләш итеп ала.

Йожеф Этвёш — баш күтәргән Венгрияның беренсе хөкүмәтендә мәҙәниәт министры. Уның янында премьер-министр Лайош Баттяни (өҫтә), Лайош Кошут (һулдан өҫтә), Ференц Деак (уңдан өҫтә), Габор Клаузаль (һулдан уртала), князь Пал II Антал Эстерхази (уңдан уртала), Берталан Семере (һулдан аҫта), Лазар Месарош (һулдан аҫта, саҡ ҡына юғарыраҡ) һәм Иштван Сеченьи (уңдан аҫта)

1848 йылғы Мадьяр инҡилабы башланғансы уҡ Этвёш Венгрияның алданғы яҙыусыһы һәм сәйәсмәне булараҡ репутация яулаған. Уның фекере йәмәғәтселеккә ҙур йоғонто яһай алған , шунлыҡтан уны хатта Австрия палатины, эрцгерцог Йозеф Антон Йоганн иҫәпкә алырға мәжбүр булған.

1848 йылғы Мадьяр инҡилабы барышында Этвёштың либераль идеялары йәмғиәттә киң тарала һәм яҡлау таба, ул Лайош Баттяниның беренсе хөкүмәтенә мәҙәниәт министры вазифаһына саҡырыла. Был хөкүмәттә ул Ференц Деак һәм Иштван Сеченьи менән бергә пацифистик һәм уртасыл ҡарашлы сәйәсмәндәр иҫәбендә була.

Лайош Кошуттың сәйәси радикализмына ҡаршы протест менән сығып, 1848 йылдың көҙөндә Мюнхенгә эмиграцияға китә. Ул сит илдән Венгриялағы ваҡиғаларға үҙенең публикациялары менән йоғонто яһай алған. «19 быуатта өҫтөнлөк итеүсе идеяларҙың дәүләткә йоғонтоһо» (1851—1854, немец телендә Венала һәм Лейпцигта сыға) тигән хеҙмәте Венгрияла әҙәбиәткә һәм йәмәғәт фекеренә һиҙелерлек йоғонто яһай.

1851 йылда туған яғына ҡайтҡас, Этвёш барлыҡ сәйәси хәрәкәттәрҙән ситтә тора. 1859 йылда «Австрияның көсө һәм берҙәмлегенең гарантиялары» (шул уҡ йылда Лейпцигта немец телендә сыға) хеҙмәтен нәшер итә. 1861 йылда Венгрияның Милли йыйылышында Этвёш Ференц Деактың тоғро көрәштәше була. 1866 йылда Венгрия фәндәр академияһы президенты итеп һайлана.

Йожеф Этвёш

1865 һәм 1867 йылдарҙағы Милли йыйылышҡа саҡырылыштарҙа Деак сәйәсәте яғында йәнә көрәш башлай. 1867 йылдың февралендә Дьюла Андраши хөкүмәте формалашҡанда, ул йәнә мәҙәниәт министры вазифаһын биләй. Шул уҡ йылда Милли йыйылыш йәһүдтәргә тиң хоҡуҡ биреү тураһындағы закон проектын раҫлай. Әммә уның дин тотоу иреклелеген индереү тәҡдименә Рим-католик сиркәүе ҡаршы сыға һәм ул уңышҡа өлгәшмәй. Мәктәптәр тураһында милли законды ҡабул итеү уның ҙур ҡаҙанышы булған.

1867 йылғы Австрия-Венгрия килешеүен ҡәтғи яҡлай. Премьер-министр Андраши булмаған саҡта хөкүмәт ултырыштарына рәйеслек итә. Хөкүмәттә эшләү уның һаулығын ҡаҡшата һәм ул 1871 йылдың 2 февралендә вафат була. 1879 йылдың 3 майында Пешт майҙанында Этвёшҡа һәйкәл асыла.

Мираҫы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йожеф Этвёш һәйкәле

Йожеф Этвёш мадьяр әҙәбиәтендә һәм сәйәсәтендә мөһим роль уйнай. Шиғырҙарында һәм романдарында тормошҡа, йәмғиәткә һәм сәйәсәткә үҙенең фәлсәфәүи ҡараштарын сағылдыра. Иң яҡшы шиғырҙары баллада формаһында яҙылған, әҫәрҙәре араһынан бигерәк тә романдары киң билдәле.

1895 йылда барон Йожеф Этвёш исемендәге колледж асыла, ул оҙаҡ ваҡыт мадьяр элитаһын әҙерләүсе уҡыу йорто булып ҡала. Һуңыраҡ колледж Лоранд Этвёш исемендәге университет составына индерелә.

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1840: «Туңған бала» (A megfagyott gyermek), шиғырҙар
  • 1842: «Картезиан» (A karthauzi), роман
  • 1846: «Ауыл нотариусы» (A falu jegyzője), роман
  • 1850: «Венгрияла Крәҫтиәндәр һуғышы» (Magyarország 1514-ben), тарихи роман
  • 1850: «Австрияла милләттәрҙең тиң хоҡуҡлығы тураһында»
  • 1851—1854: «19 быуатта өҫтөнлөк итеүсе идеяларҙың дәүләткә йоғонтоһо»
  • 1858: «Апалы-һеңлеләр» (A nővérek), роман
  • 1859: «Австрияның көсө һәм берҙәмлегенең гарантиялары»
  • 1865: «Милләттәр тураһында мәсьәлә» (A nemzetiségi kérdés)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. VIAF — 2012.
  2. 2,0 2,1 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #118959379 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 идентификатор BNF: اوپن ڈیٹا پلیٹ فارم, платформа відкритих даних, платформа открытых данных, plateforme de données ouvertes, piattaforma di dati aperti, Opendata-Plattform, otevřená data platforma, åben-data-platform, տվյալների բաց շտեմարան, platforma za odprte podatke, plataforma de datos abierta, plataforma de dados aberta, платформа адкрытых дадзеных, платформа на отворените данни, platforma otwartych danych, ашық деректер платформасы, ачык маалыматтарды платформа, açıq data platforma, ochiq ma'lumotlar platforma, açık verilerin platformu, платформа отвореног података, platforma otvorenih podataka, platforma otvorenog podataka, platforma otvorených údajov, πλατφόρμα ανοικτών δεδομένων, platformu atklātā datu, platforma atvira duomenų, platvormi avatud andmete, avoimen datan foorumi, nyílt adatok platformja, პლატფორმა ღია მონაცემები, платформа за отворени податоци, нээлттэй мэдээллийн тавцан, platformă de date deschise, platformo de malferma datumoj, open data platform, плятформа адкрытых зьвестак, Усьтэм даннойёслэн платформазы — 2011.
  4. Encyclopædia Britannica

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]